Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






СӨНСӨ ШАРШАУ





Дүртенсе сәхнә

 

Фатирҙарында Рәмил менән Варя, икеһе лә шат: шағир телестудияға барырға йыйына.

 

Варя. Телевизорҙан күренергә бараһың, өҫ-башың әҙәм ҡарағыһыҙ. Ун йыл буйы – терһәктәре иҙерәгән бер пиджак. Мә, мингең свитерҙы кей – өр-яңы булмаһа ла, экрандан күҙ буярлыҡ (өҫтөнән һалып бирә, тегеһе йәһәт кейә). Галстук та бәйләйек – бөтөнләй күркәмләндең. Ахунйәр Исаевич яҡты йөҙ күрһәтте – шул арҡала эшкә алдылар, бына хәҙер бөтә эфирҙы гөрләтеп шиғыр уҡырға саҡыралар. Хоҙай ҡушһа, китабың да тупылдап килеп сығыр.

Рәмил. Хоҙай ҡушһа ғына шул.

Варя. Йә, кәзәләнмә! Тик бына салбарың, ботинкаларың...

Рәмил. Иҫең китмәһен иҫке сәкмәнгә! Аҫ яҡ барыбер күренмәй. Шулай уҡ бүрек тә...

Варя (иренең ҡабарынҡы көлтә сәстәрен һыйпап). Кемдән алдың икән бындай тулҡын-тулҡын көҙрәләрҙе, тумпыҡ урыҫ танауын?

Рәмил. Һе! Әсәйемдең әсәһе Анна Шадрина бит – шуның бүләгелер.

Варя. Атайың татар икән, тип тә һөйләйҙәр.

Рәмил. Нисәмә йыл бергә тороп, төпсөнгәнең юҡ ине... Эйе, миндә татар ҡаны ла бар.

Варя. Ә үҙең – «башҡорт милләтсеһе»...

Рәмил. «Милләтсеһе» түгел, ә башҡорт. Йәнем-тәнем менән башҡорт.

Варя. Тап минең һымаҡ икән.

Рәмил. Икебеҙ тиң полный интернационалист. Ахун таяғы ерле-юҡҡа бәйләнә.

Варя. Беренсе гонорарыңдан уҡ бәҫле бүрек алабыҙ! Журналда баҫалар бит?

Рәмил. Баҫалар. Айлыҡ эш хаҡым да тып-тып тамасаҡ.

Варя. Хоҙайға шөкөр, балаларҙың күҙе асылды, тауыштары көрәйҙе. Оҙағынан итһен берүк. Тура эфирмы?

Рәмил. Тура эфир.

Варя. Йә Хоҙай, бәлә-ҡазаңдан арала! Тура эфирҙан әйткән һүҙҙе кире ҡайтарып булмай – артығын ысҡындырма.

Рәмил. Ысҡындырмам, тыныслан.

Варя. Нисек тынысланайым? Беләм һине... Ниндәй шиғыр уҡыйһың?

Рәмил. Теләгән берен үткәрмәйҙәр бит инде – патриотик шиғыр. Тексты алдан уҡ алып, еҙ иләктән иләп, рәсмиләштереп ҡуйҙылар – «Салауат батыр» тигәнде.

Варя. Теге строфаны уҡыма, төшөрөп ҡалдыр. «Әсәм теле»нән һуң күрмештәребеҙҙе онотма. Онотмаҫһыңмы?

Рәмил. Онотмам, онотмам! Ниңә һаман тизыйһың?! (Сығырға ыңғайлай). Эфирҙан һуң Йәшел йортҡа һуғылам – ахун таяғы саҡыртҡансы, ниңәлер.

Варя. Йә Хоҙай, хәйерлегә юрайыҡ!

Рәмил. Киттем, хәйер-фатихаңда тор. (Китә).

Варя. Уф, йөрәккәйем сығып бара! Телефондан серләшергә хеҙмәттәштәрем дә юҡ – әллә ҡайҙа Урал артына фольклор экспедицияһына киткәндәр...

 

 

Бишенсе сәхнә

 

Урал арты урман араһындағы төпкөл ауыл, ҡарт солоҡсо йорто. Өй хужаһы Солоҡсо, Марат, Ғәбсәләм, Ылауир – өҫтәл тирәләй һырышҡан, Марат алдында ҡағыҙ-ҡәләм.

 

Марат. Шулай итеп, олатай, Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты исеменә ҡомартҡыны ҡабул ҡылып алабыҙ. Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәммәтша Буранғолдоң шул турала һиңә төбәлгән, үҙ ҡулы менән яҙып ҡалдырған мәктүб-хатын алдыңмы?

Солоҡсо. Алдым.

Марат. Дөрөҫлөгөнә инандыңмы?

Солоҡсо. Инандым.

Марат. Шул мәктүбте килтереүсе ғалимдарҙың үҙ ҡулына һис ҡарыулашмай, минең ҡулъяҙма-аманатымды тапшырырға бурыслыһың, тиелгәнме?

Солоҡсо. Тиелгән.

Марат. Шул ҡәҙерле аманаттың ошо көнгәсә урмандағы балҡортло солоҡта йәшереп һаҡланыуын кисә генә таныныңмы?

Солоҡсо. Таныным.

Ғәбсәләм. Шулайғас, бар, олатай, солоғоңдан аманатты алып кил.

Солоҡсо. Ҡыш селләһендә солоҡто аса алмайым, уландар, ҡорттарым ҡырыласаҡ. Алла бойорһа, йәйгеһен килерһегеҙ.

Ылауир. Ҡартлас, ҡарыулашма. Йәйгә тиклем кем бар ҙа кем юҡ...

Марат. Солоҡ хаҡын ҡайтарырбыҙ.

Солоҡсо. Һәй уландар-уландар, баштан уҡ шулай әшкәртһәгеҙ ни булды? Ҡомартҡы өйҙә – кисә үк ат саптыртып алып ҡайттым. Хәҙер! (Күрше бүлмәнән күн тышлы төргәк алып сығып өҫтәлгә һала). Бына ул, Буранғол ҡорҙашымдың изге аманаты! Бахыр ҡорттарым һәр йөйөн бөтәштергән.

Марат. Их, ысын баллы кәрәҙ еҫе аңҡыны! (Төргәкте һаҡ тағатып, күн тышлы дәфтәр сығара). Боронғо көрән ҡара менән ғәрәп хәрефләп яҙылған – бөйөк Буранғол ҡулы! (Яйлап уҡый). «Халҡыбыҙҙың был салдарҙан-сал ҡобайырын 1910 йылдың йәйендә Урский өйәҙе Бөрйән ылыҫы Иҙрис ауылының Ғәбит сәсән һәм Бәләкәй Этҡол ауылының Хәмит сәсән ауыҙынан ошо дәфтәргә күсерҙем; менеп килгән арғымағымды Ғәбит сәсәнгә һебә ҡылып ҡалдырҙым.

 

Ишет быны ҡартыңдан,

Һүҙ булмаһын артымдан;

Белгәнемде әйтмәһәм,

Йортҡа әшкәр итмәһәм,

Илдең күңеле ҡалыр, тим.

 

Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем,

Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем,

Тыңлағыҙ һеҙ, йәмәғәт,

Боронғоларҙан аманат;

Уға итһәгеҙ хыянат,

Һеҙгә булыр яманат!»

 

(Нәүбәттәге бите аса). «Урал батыр»... (Әҫәрләнеп). Урал батыр... Табылды, егеттәр, табылды!

Ғәбсәләм. «Урал батыр» эпосының төп нөсхәһе табылды, уррра!

Ылауир. Уррра!

Марат (ҡартҡа). Мең йәшәгер олатай! (Солоҡсоно ҡосаҡлайҙар).

Ғәбсәләм. Марат, күҙ ҡараһылай...

Марат (дәфтәрҙе ҡуйын кеҫәһенә сумырып). Үлһәм – үлермен, институтҡа ҡайтарып еткерермен. Ғәбсәләм дуҫ, выжт! – ауыл советына, аэродромға шылтырат, «сиңерткә»лә беҙгә урын ҡалдырһындар. Осабыҙ! (Ғәбсәләм атлығып сығып китә).

Ылауир. Уй-уй, үлтереп теш һыҙлай башланы...

Солоҡсо. Дауаһы янда – солоҡ елеме һылаһаҡ, һә тигәнсе баҫылыр.

Ылауир. Юҡ, фельдшерға бармай булмай, медицина ярҙамы кәрәк (сығып китә).

Солоҡсо. Һәй әттәгенәһе!

 

Ҡараһаҡал үҙе менән бергә ала-ҡола кейемле мыҡты ике ирҙе эйәртеп инә, арттарынан – Ылауир.

 

Ҡараһаҡал. Шыҡайып ҡатығыҙ, тентеү!

Марат. Ни хаҡығыҙ бар?!

Ҡараһаҡал. Хаҡын һеҙҙән һорамабыҙ.

Солоҡсо. Ә шулай ҙа кем һеҙ?

Ҡараһаҡал (танытмаһын күрһәтеп). Бына кем беҙ! Дәүләт именлек комитеты майоры.

Марат.Уйлағайным да...

Ҡараһаҡал. Шым! (Өҫтәлдәге күнде һелккеләп ырғыта). Ҡулъяҙманы бир!

Марат. Ниндәй ҡулъяҙма?

Ҡараһаҡал. Ниндәйен төшөндөртөрбөҙ (мыҡты ике иргә ишара ҡыла).

Ике мыҡты ир: -- Гражданин, тышҡа сығып һөйләшәйек (Маратты елтерәтәләр, арттарынан Ҡараһаҡал менән Ылауир ҙә йүнәлә).

Солоҡсо. Ләхәүлә... (Тәҙрәгә өңөлөп). Аҙбарға һөйрәнеләр... Һәй, мал-тыуарҙы туҙғытмаһындар ине!

 

Ҡараһаҡал, Ылауир инә.

 

Ҡараһаҡал. Ҡартлас, яҡ мейесеңә!

Солоҡсо. Хәҙер, хәҙер! (Мейескә ут ҡабыҙа). Кистән тығып ҡуйған утын ни, гөрләп яна. Сәй ҡуяйыммы, уландар?

Ҡараһаҡал. Сәйең-мәйең кәрәкмәй, бир Буранғол яҙып ҡалдырған ҡағыҙҙы!

Солоҡсо (түш кеҫәһенән алып һона). Мәгеҙ, мәгеҙ!

Ҡараһаҡал. Ташла утҡа!

Солоҡсо. Ташлайым, ташлайым! (Ташлай).

Ҡараһаҡал (Ылауиргә). Ә һин, шылғаяҡ, күн тышлы дәфтәрҙе атҡар! Урал-мурал батырын!

Ылауир (ҡуйынынан сығарып). Ҡайҙа?

Ҡараһаҡал. Утҡа!

Ылауир. Уй, уныһын булдыра алмайым...

Ҡараһаҡал. Юғиһә, үҙең керәһең утҡа!

Ылауир (иламһырап). Ҡулым бармай... зинһар, үҙегеҙ...

Ҡараһаҡал (Ылауирҙе елкәһенән бөрөп алып, мейес ауыҙына эйелдертә). Мөртәт, сусҡа башыңды өтәм, ташла!

Ылауир. Уй-уй, зинһар... (дәфтәрҙе утҡа ата) ташланым...

Ҡараһаҡал (ысҡындырып). Бына шулай. Бар, сүкәй! (Ылауир өҫтәл ҡырында шыңшып ултыра). Ҡартлас, ниңә һерәйеп ҡаттың? Кил бында.

Солоҡсо. Килдем, килдем...

Ҡараһаҡал. Беребеҙҙе лә күрмәнең дә, белмәнең дә. Әйтер һүҙең ошондай булыр: «Марат тигәндәре, көпә-көндөҙ күҙенә ен-бәрей күренеп, алмашына башлағайны; аҙбарға сыҡһам, өрлөккә аҫылынған». Төшөндөңмө?

Солоҡсо. Ләхәүлә... төшөндөм...

Ҡараһаҡал. Юҡһа, Буранғол ҡорҙашың артынан олағырһың! (Ылауиргә). Ә һин, шылағай, ҡалма артымдан! (Китәләр).

Солоҡсо. Ләхәүлә... ләхәүлә...

 

 

Алтынсы сәхнә

 

Обком секретары кабинеты, Ахунйәр һәм Ҡараһаҡал, тын ҡалып, кемделер көтә. Рәмил инә.

 

Рәмил (ишек төбөндә туҡталып). Һаумыһығыҙ.

Ахунйәр. Саубыҙ, ултырығыз.

Ҡараһаҡал. Һауғайныҡ та,түгелде, тиҙәрме әле? Һеҙҙең яҡта?

Рәмил. Беҙҙекеләрҙеке түгелмәй.

Ҡараһаҡал. Әммә шәхсән һеҙҙеке түгелә шул. Совет дошмандары көршәгенә түгелә.

Рәмил. Аңламаным.

Ахунйәр. Аның ҡарауы без сезне яхшы аңладыҡ.

Ҡараһаҡал (телевизорға төртөп күрһәтеп). Бөтөн совет халҡы яҡшы аңланы. (Кассета ҡуя, зәңгәр экранда Рәмилдең шиғыр уҡыуы):

 

Хас дошмандар әле хөр халҡымдың

Юлдарына күпме таш өймәҫ,

Батшаларға башын эймәгәнде,

Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ!

 

Ҡараһаҡал. Ниндәй башҡаларға?

Рәмил. Океан аръяғы залимдарына йәғни.

Ахунйәр. Шыйғаҡламағыз, тел төбегез ап-ачыҡ.

Ҡараһаҡал. Мәскәүгә, Кремлгә баш эймәбеҙ, тигән һүҙ.

Рәмил. Юҡ!

Ахунйәр. Мона радио-телевидение комитетыннан рәсми аңлатма (ҡағыҙҙан уҡый):

«В отдел Пропаганды и агитации Обкома КПСС тов. Бурханову У.Н.

С целью постоянного ознакомления телезрителей с лучшими образцами башкирской поэзии мы почти ежемесчно передаем новые стихи башкирских поэтов. Обычно эти стихи читают авторы. В последнем месяце на голубом экране выступили поэты Назар Наджми, Муса Гали, Ангам Атнабаев, Рафаэль Сафин и др. В этот день со своими новыми стихами, которые одобрены в секции пэзии Союза писателей, выступил пэт Рамиль.

В его произведении под названием «Салават батыр», посвященном лауреату Государственной премии тов. Тавасиеву, есть такие строки:

 

Хас дошмандар әле хөр халҡымдың

Юлдарына күпме таш өймәҫ,

Батшаларға башын эймәгәнде,

Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ!» --

 

Аңлатмада мона шулай диелгән. Дөресме?

Рәмил. Дөрөҫ.

Ахунйәр. Арытабан уҡибыз:

«...Это четверостишие, не отвечающее идейной требовательности нашей поэзии, было вычеркнуто. Во время подготовки передачи (перед трактовой репетицией) в присутствии режиссера Сейфуллина и ассистента режиссера Насретдиновой, старший редактор литдрамы еще раз предупреждал автора о том, что он не должен читать эту строку. Рамиль согласился и дал слово не читать эти строки. Несмотря на неоднократное предупреждение, автор прочитал их в эфире...»

Монысы да дөресме?

Рәмил. Быныһы ла.

Ҡараһаҡал. Ә нишләп уҡынығыҙ?

Рәмил. Ҡыҙыулыҡ менән киткән... һиҙмәй ҙә ҡалғанмын...

Ахунйәр. Чөнки милләтчелек вирусы берлән зарарланғансыз.

Ҡараһаҡал. Бындай осраҡҡа ҡарата бөйөк остазығыҙ Максим Горький ни тигән? – «Если враг не сдается, его уничтожают!» Вирус йөрөтөүсе лә беҙҙең враг.

Рәмил. Юҡ ерҙән һәрмәнәһегеҙ. Сүптән сүмәлә өймәгеҙ!

Ҡараһаҡал. Тимәк, сүп икәнен таныйһығыҙ. Үкендегеҙме, ғәфү үтендегеҙме?

Рәмил. Уныһын хәтерләмәйем.

Ахунйәр. Телевизионщиклар яҡшы хәтерли (уҡый):

«Я, будучи редактором этой передачи, после передачи связался по телефону с товарищем Рамилем и спросил у него: «Почему же Вы, несмотря на предупреждение, прочитали зачеркнутые строки?» Он ответил, что помнил о предупреждении, но прочитал их намеренно...»

Ҡараһаҡал. Подумайте над этим словом: «намеренно»! Что означает это «намеренно», вы понимаете?!

Ахунйәр. Это значит, как я понимаю, автор намеренно шел против нас, против Кремля, против советской власти.

Рәмил. Юҡ! Совет иле, ленинизм байрағы өсөн мин башымды һалырға әҙер!

Ахунйәр. Баш салу тәлап ителми. Шау-шуны юғары даирәләргә житкермичә, ни бары бер шартны үтәргә кирәк.

Рәмил. Ниндәй?

Ахунйәр. Соңғы ваҡытта йәшләрнең яман чирдән болара башлауы сизелә. «Әсәм теле», «башҡыртым» дигән кирәксез сүзләр күбәйеп ките. «Телем менән Ҡурайым» дигән черек ойышмаға уҡмашмаҡчылар. Шул зарарлы ынтылышның башын кисәргә тиешсең.

Рәмил. Поп Гапон ролендәме? Юҡ! Булмай!

Ҡараһаҡал. Уйлағыҙ, уйлағыҙ.

Рәмил. Юҡ. Булмай.

Ахунйәр. Без сезгә эш бирдек, аш бирдек. Үзегез әйтмешли, Дан да булыр, Нан да булыр, башны иә белсәгез. Дәүләт премиясы бирербез, Карам Сахичҡа алмашҡа халыҡ шағиры да ясарбыз. Тағын ни кирәк сезгә?

Рәмил. Бер нәмә лә кәрәкмәй, Намыҫым ҡалһын янымда.

Ахунйәр. Намус, намус... Рюмкаға ғына сыярлыҡ нәрсә бит ул сезләрнең намус. Ана ҡәләмдәшең Ҡасим хәтта ата-анасын рюмкаға салып эчә.

Ҡараһаҡал. Иң яратҡан шәкерттәрең дә йәмғеһе бына бынауы уста – шул бер үк сыбыҡтан ҡыуылған.

Ахунйәр. Шуларға таянасыңмы? Кемең бар?

Рәмил. Халҡым бар.

Ахунйәр. Халҡың да тайғаҡлаячаҡ, муйыныңны борып салсаҡ.

Ҡараһаҡал. Үҙең дә тайғаҡларһың.

Рәмил. Табандарым дағалы, күңел йондоҙом нурлы.

Ҡараһаҡал (мыҫҡыллап). Шешә төбөндәме?

Рәмил (ғорур). Йыһан күгендә! Ҡарағыҙ! (Ҡулын һоноп тәҙрәгә табан йүгерә, тегеләр ҙә, аптырашып, ашығыс эйәрә).

Ахунйәр. Бу ни тағын?

Ҡараһаҡал. Тәҙрәнән ташланмаһын!

Рәмил. Күрәһегеҙме осһоҙ-ҡырыйһыҙ йыһанды? Әнә тора, балҡып тора йондоҙом.

Ҡараһаҡал. Тфү! Әсә телле астраном!

Ахунйәр. Оло Жидегән йолдозлығы, икән ди...

Рәмил. Иң түрендәге иң яҡтыһы, нурлыһы!

Ахунйәр. Обыкновенный Тимер Ҡаҙыҡ.

Рәмил. Йыһан дуҫым менән минең йондоҙом! – Шағир йондоҙо!

Ахунйәр. Ҡара-ҡара, тилереп барадыр бу.

Рәмил. Таймай ҙа, тайшанмай ҙа – урынында ныҡ тора. Бер кемде лә тайҙырта алмаҫһығыҙ! Һеҙ!

Ҡараһаҡал. Жәл, талантыңдың сыстың башына... Күпме түҙемлек күрһәттем, уртаҡ тел табырға тырыштым.

Ахунйәр. Ә мин соң, мин!

Рәмил. Һеҙҙең менән минең уртаҡ тел булмаҫ! Бер ваҡытта ла!

Ҡараһаҡал. Жәл, жәл... (Екереп). Әҙәм аҡтығы! Бөгөн үк эшеңдән ҡыуылдың! Инде ҡатыныңа сират. Бар, катись к чорту! (Рәмил китә).

Ахунйәр (телефонға). Клара Тәхәүовна, килделәрме?

Клара (аппараттан). Килделәр.

Ҡараһаҡал. Ылауир менән Аланбай бармы?

Ахунйәр.Ылыуир берлән Аланбай бармы?

Клара. Бар, бар.

Ахунйәр. Немедленно себерелеп керсеннәр.

 

Карам Сахич, Ғайнар, Аланбай, Ылауир инә, ултырышалар.

 

Ахунйәр. Исәнмесез, иптәшләр. Ашығыч чаҡыртып алуымның сәбәбе шул: житди мәсьәлә ҡупты. Мона үзегезгә яхшы таныш куратор иптәшкә сүз бирелә. Иғтибар берлән тыңлағыз, соңра мөһим ҡарар ҡабул ҡылырбыз. Бу сүләшү протоколға теркәлми, чүп тышҡа чығарылми. Тартынмича тирегез фикерләрегезне.

Ҡараһаҡал. Коммунистик идеология өлкәһендә сатаҡлыҡҡа юл ҡуйылды, шуны ашығыс төҙәтеү бурысы тора.

Ғайнар. Ниндәй сатаҡлыҡ икән?

Ҡараһаҡал. Зәңгәр экранды ҡарамағандар булһа... (Зәңгәр экран ҡабына, унда баяғы Рәмил мажараһы). Йә, кем ни әйтер? Сталинград һуғышы ҡаһарманы, һин! Сатаҡлыҡ түгелме был?

Ғайнар. Ысынлап та, яйһыҙыраҡ килеп сыҡҡан, һаҡһыҙлыҡ бәләһелер. Шағир хатаһын ғәфү итергә кәрәк.

Ҡараһаҡал. Хата түгел – враждебная выходка. Системабыҙға янау. Бынауы талантлы шағирҙар нимә әйтер?

Аланбай. Дөп-дөрес, чыннан да бу враждебная выходка. Чөнки Рәмил безгә очрап: «Прямой эфирны ҡарадығызмы? Йәшел йортның, Кремлнең кирәкләренә бирдем!» -- диде. Мона Ылауир дус шаһит.

Ылауир. Эйе, шулай тине.

Ғайнар. Ышанмайым һарауыҙ себештәргә.

Ахунйәр. Ғайнар Ғилмиевич, рәнжетмәгез яшләрне! Тағын фикерләр бармы? Язучылар берлеге рәисе Карам Сахич?

Карам Сахич. Рәмилде яҡшы беләбеҙ, был ике иптәштең һүҙҙәрендә хаҡлыҡ ярылып ята. Беҙҙең өсөн баш ауырыуы булды ул. Өфөгә килә-килгәненән баш бирмәне, шиғырҙарында иһә йәшәп ятҡан һоҡланғыс совет стройынан ҡәнәғәтһеҙлек, боронғоно һағынып илау, ирекһеҙлектән зарланыу мотивтары йонсотто. Ул үҙен Башҡортостанды, башҡорт халҡын яҡлаусы берҙән-бер гений һанай.

Ғайнар. Сөнки ул ысынлап та гений, арабыҙҙа берҙән-бер.

Күмәге: -- Оһооо!

Ғайнар. Яҡты йондоҙ ул Рәмил! Күрегеҙ ҙә тороғоҙ: Карам Сахич Башҡортостаныбыҙҙың дүртенсе халыҡ шағиры булды, Рәмил иһә бишенсеһе буласаҡ! Мин әйтте, тиерһегеҙ.

Аланбай. Булачаҡ ул бишенчегез нигә бушҡуыҡ очороп чәбәләнә? Нинди Башҡортостан, башҡорт халҡы? Бармы алар? Башҡортлар ничә процент? Башҡортостан дип аталуы фактически бушҡуыҡ түгелме ни?!

Ғайнар. Энем, һин үҙеңдер бушҡыуыҡ.

Карам Сахич. Аланбай, сығырыңдан сығаһың! Ашаған табағыңа төкөрмә. Бергәләп ашайбыҙ бит.

Ахунйәр. Әййе, ҡосарсың, энекәш.

Ғайнар. Беҙҙең атаҡлыға ни, ҡайҙан ялаһа ла аш.

Ахунйәр. Шулай да талант иәсе – икесе дә дим: Аланбайы да, Ылауире дә. Әллә сез, Ғайнар Ғилмиевич, башҡача уйлыйсызмы?

Ғайнар. Бер миҙалдың ике яғы. Тыштан көмөш ялтырай, эсендә ҡара баҡыр.

Ахунйәр. Безидейный әтрәгәләмне яҡлыйсыз. Әллә юғисә Рәмил илә сез үзегез бер мидалның ике яғымы икән?

Карам Сахич. Беҙ – инанған ленинсылар, партиябыҙ программаһына тоғробоҙ. Унда асыҡ яҙылған: Ватаныбыҙҙа бер халыҡ – совет халҡы буласаҡ, бөтөнөбөҙ бер телдә – Александр Сергеевич Пушкиндың, Владимир Ильич Лениндың бөйөк рус телендә һөйләшәсәк! Бөйөк Ватан һуғышында шуның өсөн һуғыштыҡ.

Ғайнар. Сталинград урамдарында мин сәғәт һайын, минут һайын ҡырҡ үлемдәргә ҡаршы барып, киләсәктә дөйөм совет баҡсаһында күкрәп сәскә атасаҡ үҙ халҡымды, үҙ милләтемде, үҙ әсә телемде һаҡлап һуғыштым. Совет иленең һәр бер милләт вәкилдәре лә тап әнә шулай, тап әнә шуның өсөн ҡырҡ үлемдәрҙе инҡар итеп һуғышты һәм еңеп сыҡты.

Карам Сахич. Ғайнар Ғилмиевич, мин дә һуғыштым, ҡайнар ҡанымды ҡойҙом, әммә түш кеҫәмдә Ленин силуэтлы, ҡыҙыл тышлы партия билетын һаҡлап йөрөтөүемде һис иҫтән сығарманым. Ә һеҙ шуны онотобораҡ бараһығыҙ.

Ғайнар. Онотмайым, һәм һеҙгә лә партиябыҙҙың терейәнле программаһын йәнһеҙ ҡағыҙға әйләндереүҙән һаҡланырға кәңәш итәм.

Ҡараһаҡал. Ғайнар Ғилмиевич, һеҙ, Сталинград яугирлегегеҙҙе онотоп, аяныс! – Рәмил кеүектәрҙең серек арбаһында йырлап бараһығыҙ.

Ғайнар. Беҙ халҡыбыҙ арбаһында барабыҙ.

Ахунйәр (ҡәләм менән графин шыҡылдатып). Иптәшләр, буш фәлсәфә ҡормыйыҡ, урыны һәм мәле бу түгел. Ғайнар Ғилмиевич, сез үзегезне башҡалардан өстен, сөттән аҡ, судан пак итеп күрсәтергә тырышасыз...

Аланбай. Ник үзенең кем икәнен белми? Башҡаларға баһа бирүдән элек, үз-үзенә: «Кем мин?» -- дип сорау биреп ҡарасын.

Ғайнар. Кем мин?

Атанбай. Плагиатчы син!

Ҡараһаҡал. Ғайнар Ғилмиевич, үҙегеҙҙең оло ике ҡәләмдәштән сигнал бар: Һәҙиә Дәүләтшинаның әҫәрен үҙләштерҙе, тип яҙалар.

Ғайнар (ырғып тороп). Ялған! Ҡара йөрәктәрҙең ҡара ялаһы! Карам Сахич яҡшы белә: уның менән шул икәүҙең сейле-бешле ижад емешен секцияла ҡаты тәнҡитләгәйнек, үсен минән алалар.

Ылауир. Билдәле публицист шағир Ҡасим иптәш эшегеҙҙе судҡа биргән!

Ғайнар. Ғәфү... йөрәгем... (Йөрәген тотоп сығып китә).

Ахунйәр (телефонға). Ғайнар Ғилмиевичны өйенә илтеп ҡуйығыз... ҡадерләп. (Графинға шыҡылдатып). Дауам итәбез, иптәшләр.

 

 

Етенсе сәхнә

 

Баяғы Рәмил фатиры. Рәмил, Ылауир, Болаҡкбай, Тамырбайҙар фәҡир табын алдында (араҡы мул). Йәмғеһе ярымиҫерек.

 

Болаҡбай. Еңгәм ҡайҙа?

Рәмил. Эшендәлер.

Тамырбай. Ошо таң тишегенәнме?

Рәмил. Бәлки, үпкәләп сығып киткәндер. Кисәгенән һуң...

Болаҡбай. Беҙҙә төңкәйеп ҡалдың шул.

Рәмил. Яҙыу ҡалдырған, балаларҙы Рауил ҡустыға илтеп ҡуям, тип. Минең эштән ҡыуылғанды ишетһә...

Ылауир. Бирешмәйек! Шағирҙар бит әле беҙ! Күтәрҙек! (Эсәләр). Баш һау булһа, башҡа бүрек табылыр. Ҡап, ағай! (Сәнскенән ҡаптырта, тағы ҡоя). Һәп иттек – быныһы ҡәҙерле еңгәйҙең һаулығына (эсәләр). Бына шулай. Барыһы үҙ урынына ултырҙы, донъя йәмләнеп китте. Хәтерҙә, Силәбенән Өфөгә яңы килгән сағым, Сәғит Агиш ағай менән кафела бер «ярты»ны асҡанбыҙ. Күңел һулығып илай, был донъяға ни булды – телебеҙҙе ҡыҫалар, башҡортто бөтөрәләр, тип зарланам, оло ағайымдан кәңәш һорайым, нишләргә икән, тием. Ҡой стакандарҙы мөлдөрәтеп, тине ағайым. Ҡойҙом. Тот, төп-күтәрҙек! – тине. Төп-күтәрә ҡапландырҙыҡ. Шундуҡ күңелдәр йомшарып, донъялар йәмләнеп китте. Йә, нишләргә икәнен белдеңме инде, ти ағайым. Белдем, тимен. Ағайым арҡамдан һөйә: «Бына шулай хәл ителә ул донъялағы иң ауыр мәсьәләләр! Хатта утыҙ етенсе йыл да әнә шулай ал да гөл булды!» (Көлөшөү).

Рәмил. Тамырчик, йүгер кухняға, электрсәйгүнде ҡуй!

Тамырбай (кухнянан кире боролоп килә). Сәйгүн ҡуйырға электр-ут юҡ. Кранда эҫе һыу юҡ.

Рәмил. Ни булған?

 

Варя ҡайтып инә.

 

Варя. Фу! Хәмерйәндәр! (Өҫтәлгә гәзит ырғыта). Бөгөнгө матбуғат. Ҡасим тигән йолҡошоңдоң сафсатаһын подвал тултырып баҫҡандар.

Ылауир (гәзитте алып). «Ҡартайғанда ҡарпыған әҙәби ҡараҡ». Вәт ҡаптырғандар!

Варя. Ғайнар ағайыңды Һәҙиә апай Дәүләтшинаның повесын урлап үҙләштереүҙә ғәйепләй.

Рәмил. Ҡәбәхәт, бынан һуң тупһабыҙға аяҡ баҫмаһын!

Варя. Баҫмаҫ та. Тәгәрмәсе алға тәгәрләй уның. Әле юлда осраттым, сәләм әйтеп ҡалды. Өҫ-башы ыҫпайланған, галстук тағып алған.

Рәмил. Ниндәй бәхеткә юлыҡты икән бахыр?

Варя. Комсомол премияһы биргәндәр. Мәҡәләләр китабы өсөн.

Болаҡбай. Вай-вай-вай!..

Рәмил. Беҙҙә эҫе һыу юҡ, ут юҡ. Беләһеңме?

Варя. Белмәҫкә, ниңә мин балаларҙы алып киткән, тиһең?

Рәмил. Эш ниҙә?

Варя. Һуңғы өс айҙа квартплата илтеп түләнеңме һуң? Ай аҙағынаса осона сыҡмаһағыҙ, газды ла, һыуыҡ һыуҙы ла киҫәбеҙ, тип киттеләр.

Тамырбай. Был ни хәл?!

Болаҡбай. Хаҡтары юҡ!

Варя. Ә һеҙҙең ни хаҡығыҙ бар бында шешә ташырға, әҙәм балаһын ағыуларға? Үлтерәһегеҙ бит!

Рәмил. Варенька, тыйыл.

Варя. Эсәһең дә эсәһең, муйындан бурысҡа баттыҡ.

Ылауир. Еңгәй, зинһар, һүҙ ҡуйыртмайыҡ. Ағай бында ни при чем. Егеттәр, иртәгә үк кеҫә төптәрен һәрмәп, ағайға фатир өсөн түләрлек иғәнә килтерәйек.

Варя. Иғәнәгеҙ ағайығыҙға кәфенлек булмағайы...

Тамырбай. Тәүбә-тәүбә...

Варя. Киттем.

Рәмил (сәғәтенә ҡарап). Ҡайҙа? Эшеңәме?

Варя. Балаларым янына.

Рәмил. Ә эшең?

Варя. Үҙең һымаҡ уҡ осһоҙ-ҡырыйһыҙ ялда мин.

Рәмил. Аңламайым.

Варя. Беҙҙә равноправие бит: шағир эштән ҡыуылғас, ҡатынын да ҡыуҙылар. Айнығас шылтыратырһың (китә).

Ылауир. Еңгәй, ҡайғырма, ҡайтыуыңа ағайымды, ҡәҙер-хөрмәтләп, как огурчик айныҡтырып ҡуйырбыҙ.

Рәмил. Һәй яратҡан шәкерттәрем, әлдә һеҙ бар эргәмдә!

Болаҡбай, Тамырбай Рәмилде ике яндан ҡосаҡлай:

-- Остазым!

-- Беҙ мәңге-мәңге бергә!

Рәмил. Далеко пойдете, однако. (Тамырбайҙы маңлайынан үбеп). Һин – буласаҡ халыҡ шағиры. Ә һин (Болаҡбайҙы маңлайынан үбеп) – Яҙыусылар берлегенең рәйесе. Әммә икегеҙ тиң эсеп үләсәк. (Ҡосаҡсылар тайпыла).

Болаҡбай. Ужасно!

Ылауир. Әммә остазыбыҙ хаҡлы.

Рәмил. Килсе бында, иң яратҡан шәкертем!

Ылауир. Остазым!

Рәмил (Ылауирҙе маңлайынан үбеп). Бел дә тор: сәйәсәттә мине уҙып китәсәкһең, Карам Сахич урынын аласаҡһың.

Ылауир. Оһо!

Рәмил. Ул кумирың Башҡортостанды үҙенең ҡара мунсаһында күтенә йәбешкән ҡайын япрағына тиңләп, «урыҫ булмаһам да, урыҫйәнмен!» тип ҡасан да бер аҡтыҡ һулышын алһа, һин дә Башҡортостаныңды осаңдағы саң остоғондай күреп, «татар булмаһам да, татарйәнмен!» тиеп аяҡ һуҙасаҡһың.

Ылауир (үпкәләп). Шул инеме әйтерең? Ә үҙең?!

Рәмил. Мин ни... билдәле инде... Донъя – кәкре мөрйә...

Ылауир (ҡапыл дәртләнеп). Әммә төтөнө тура сыға, Йыһан ҡартың әйтмешләй. Мөрйәнең, тим. (Рәмилгә тулы рюмка бирә).

Рәмил (рюмканы тотоп). Нишләтергә инде быны...

Күмәге: -- Эсергә, эсергә!

Рәмил. Берҙән-бер Йыһан дуҫым ғына, ташҡа бәр, тиер ине... (Һулҡылдап). Ауылға ҡайтып киткән... Ат көтөр, ер һөрөр, балаларын үҫтерер... Ә мин... мин... (эсә).

Ылауир. Ағайыбыҙҙың күшкәте шиңеп бара, йырлайыҡ яратҡанын («Минең йондоҙом»до һуҙа башлайҙар).

Рәмил (өҫтәл һуғып). Йырламағыҙ минең йырҙы!

 

Ғәбсәләм, Ҡасим инә, иҫеректәр. Ҡасим, өңөлөп килеп, өҫтәлдәге тулы рюмканы ҡармай, ауыҙына ҡаплап та өлгөрә.

 

Рәмил. Ну шельма, бер тәңкә һорарға килдеңме?

Ҡасим. Кәрәкмәй. Ғәбсәләм ағайҙы оҙата килдем.

Ғәбсәләм. Харап булды... башҡортомдоң аҫыл улы, республикабыҙҙың иң ҙур фольклорсыһы... КГБ-ычник үлтерҙе!

Ҡасим. Урал артында Марат дуҫын ерләп ҡайтҡандан һуң башын ҡалҡытмай эсә, хәтәр һөрәнләп йөрөй.

Ылауир. Үҙ башына булмағайы!

Болаҡбай. Ғәбсәләм ағай, тыныслан, тыныслан.

Ғәбсәләм. Тынысланмайым! Ҡоҙғон ояһын туҙҙырасаҡбыҙ! Лаврентий Берияға ла ғәҙел хөкөм табылды!

 

Боларған Ғәбсәләмде тыйырға тырышалар.

 

Рәмил. Етте! Мырҙалар, уҙаманды өйөнә тәпәйләтегеҙ.

 

Болаҡбай, Тамырбай, Ҡасим иҫеректе алып сығып китәләр. Ылауир радиоалғыс кнопкаһына баҫа – эфирҙа яңылыҡ өҙөгө:

--...талантлы шағир, һоҡланғыс прозаик, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге идара ағзаһы, дәһшәтле Сталинград һуғыштары ҡаһарманы Ғайнар Ғиндулла улы Ғилмиевтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны... Мәрхүмде ерләү...

Ылауир (эфирҙы яба). Давно пора!

Рәмил. Туҡтаманы – ярылды! Их, гел генә беҙҙекеләр китә... нишләне һуң был донъя?!

Ылауир (рюмка тоттороп). Донъяһына төкөрҙөк. Йәшәп ҡалайыҡ! (Сәкәштерәләр).

Рәмил. Аҫҡы ҡаттағы Әзһәр күршем... сантехник... Саҡыр, башы сатнай торғандыр.

Ылауир. Әзһәр дуҫ ҡалып торһон. Һуңынан...

 

 

Һигеҙенсе сәхнә

 

Ғәбсәләмдең фатиры, ҡатыны Әлфиә тәҙрәнән бағып көтә.

 

Әлфиә. И Илаһым, Ғәбсәләмем лаяҡын иҫереп ҡайтып килә, шешәләштәре менән. Ҡара һаҡаллы әллә ниндәй әзмәүер туҡтаттысы... Ҡасим тигәненә нимәлер бирә... Ишек асып ҡаршылайым.

 

Дөбөрҙәшеп инеп, Ғәбсәләмде диванға йәпләштерәләр.

 

Ғәбсәләм. Бисәкәй!

Әлфиә. Әү, күгәрсенем! (Өлтөрәп килеп етә).

Ғәбсәләм. Теге «ярты» ҡайҙа?

Әлфиә. Ниндәй ярты – яртының яртыһы бит инде. Бәлки, сиреге генәлер. Әнә, өҫтәлдә килеш тора.

Ғәбсәләм. Ҡойоп бир азаматтарға.

Әлфиә. Хәҙер, күгәрсенем, хәҙер!

 

Ҡасим өҫтәл эргәһендә ҡатындың юлын бүлә.

 

Ҡасим. Туҡта, еңгәй, үҙеңә бер сер сисәм.

Әлфиә. Йә?

Ҡасим. Ағайымдың пистон кеҫәһендәге егерме бишлеген анауы шалопайҙар ҡармап ҡуймаһын. Салбарын һалдыртып ал.

Әлфиә (йүгерә). Күгәрсенем, сисенеп ятып серем ит – һалып бир салбарыңды. Энекәштәр, булышығыҙ!

Ғәбсәләм. Китегеҙ эргәмдән!

 

Диван тирәһендә буталыш барғанда Ҡасим, кеҫәһенән бәләкәс кенә шешә алып, араҡы шешәһенә шыйыҡса өҫтәй.

 

Ҡасим. Булды, иптәш майор Ҡараһаҡал! Ағай-эне, артыҡ маҙаһыҙламайыҡ, киттектәр!

Ғәбсәләм. Бисәкәй, ҡой!

Ҡасим (сығышлайы әйләнеп ҡарап). Күгәрсенеңде интектермә – ҡойоп бир!

Ғәбсәләм. Бисәкәй!

Әлфиә. Етер һиңә!

Ғәбсәләм. Ҡой, тигәс, ҡой! (Ҡалҡынырға итә). Әләйһә сығып китәм...

Әлфиә. Ят инде, ят.

Ғәбсәләм. Ятмайым! Ресторанға... Ҡайҙа егерме бишлегем? Әһә, бына!

Әлфиә (иренең ҡулынан аҡсаны эләктереп). Теңкәләремә тейҙең! (Өҫтәлдәге шешәне килтереп). Мә, туй! (Шешәнән иренең ауыҙына ҡоя, тегенеһе ғорҡолдатып йота). Хәсрәт ҡапсығы!

Ғәбсәләм (тынысланып бераҙыраҡ ята ла ҡапыл ырғып тороп иҙәнгә ауа). Уй, үләм! Эс-бауырҙарым яна, үләм!

Әлфиә. Ни булды, ни булды? Аййй! – йән биргән! Скорый! Милиция!

 

 

Туғыҙынсы сәхнә

 

Баяғы Рәмил фатиры, шул уҡ күренеш, шул уҡ икәү. Рәмил башын табындашының иңенә һалған.

 

Ылауир. Емеш беште, өлгөрҙө... Остазым, тор!

Рәмил. Йоҡларға, йоҡларға... Варенька, диванға еткерт мине.

Ылауир. Әйҙә-әйҙә, остазым. Тәүҙә туалетҡа барып теге эште теүәлләйек, шунан татлы йоҡоға ла талырһың.

Рәмил. Һәй яратҡан шәкертем! Һәр саҡ аҡыллы булдың (ҡосаҡлашып атлайҙар).

Ылауир. Әйҙә-әйҙә, остазым.

Рәмил. Туҡта. (Тәҙрә яғына ымлап). Әнә балҡый яҡты йондоҙ... Йыһан менән минең йондоҙом! Әйҙә, тәҙрәгә...

Ылауир. Әйҙә, бәҙрәфкә (күтәрмәкләп-һөйрәкләп туалетҡа индерә, ишеге ябыла. Туалеттан ярым үкһеп, ярым һулҡылдап илап сыға). Остазым!.. Бәхил бул... бәхил бул... Бында мин ғәйепле түгел... үҙең... үҙең! Баш бирмәнең... түрәләргә аш бирмәнең... (Илай). Ғүмерем буйы һине маҡтап йырлармын... иң һөйөклө шәкертең булып ҡалырмын... бөйөклөгөңдө данлармын! Остазым... (Һулҡылдап телефонға бара, йәһәт һөйләшә). Алло! Майор иптәш! Булды... Эйе, инструкция буйынса. (Яңынан номер йыя, тауышын үҙгәртеп). Әзһәр дуҫмы? Рәмил күршең фатирына килеп ет, туалетта авария! Эйе, торбанан һыу сәптерә. Юҡ, үҙе килә алмай, усы менән торба ярығын ҡаплап ултыра. Рәхмәт! (Устарын ыуғылап). Табан ялтыратырға! (Ишекте асыҡ ҡалдырып олаға).

 

Эш сумкаһын тотоп Әзһәр инә.

 

Әзһәр. Ишектәре шар-асыҡ, берәү ҙә юҡ. Үле тынлыҡ... Һәй, кем бар унда? Күршем, һинме? (Туалет ишеген аса ла тертләп артҡа салҡая). Әсәкәйем!!! – Рәмил күрше аҫылынған...

 

Ут һүнә лә аҡрынлап яҡтыра, сәхнәлә ҡайғылы Йыһан:

 

Бирер инең миңә һин ҡаныңды,

Мин — бирергә әҙер йәнемде.

Шулай инек... Быуаттарҙы аша

Ҡарап һөйләштек беҙ, кәмендә.

 

…Ҡубарылып болот баш өҫтөндә,

Көндәребеҙ көлмәй башланы...

Төшөрҙөң көс шул саҡ һин бокалға,

Ә мин уны ташҡа ташланым...

 

“Ташла!” — тинем. Ләкин ташламаның,

Тик нығыраҡ уға тоташтың.

Маңлай бәреп кенә таш ватмағас,

Баш ватылһын, тиеп һаташтың.

 

Әллә ниңә күңел олпатлығын

Һуңғы сиктәргәсә тотманың.

Арыҫланды һырған себендәрҙәй

Һырғайны шул көнлөк дуҫтарың...

 

Һуңғы тапҡыр ҡорған табыныңда

Ултырғандар, өҫтәп ҡаныңа.

Улар тайған.

Ыулы бокал услап

Ғазраилың килгән яныңа...

 

“Ҡаратауға мине ерләгеҙ”, — тип,

Васыятың ҡалған уларға.

Өфө убаһынан уҙалмағас,

Ҡалды инде беҙгә иларға...

 

Артабан кинотехника файҙаланылып, алыҫтағы тәҙрә өлгөһө яҡыная, киңәйә – Тимер Ҡаҙыҡ йондоҙо балҡыған Оло Етегән йондоҙлоҡло йыһан панорамаһы асыла. Тимер Ҡаҙыҡ йондоҙо һаман ҙурая ла сағыулана, башҡа йондоҙҙар кесерәйә лә юйыла – сағыу балҡышлы оло йондоҙ ғына ҡала.

Диктор тауышы:

-- Йыһан төбөнән донъяға йондоҙ баға, мәңге-мәңге алмашынмаҫ, яҙлыҡмаҫ йондоҙ баға – Шағир йондоҙо!

 

ШАРШАУ

03 – 10. 01.2015.

 

Date: 2015-07-10; view: 352; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию