Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Беренсе шаршау





Беренсе сәхнә

 

Биш ҡатлы панель («хрущовка») йорттоң беренсе ҡатында Рәмилдең ике бүлмәле фатиры, фәҡир йыһазландырылған; тышҡы яҡлап тәҙрә буйында тротуар – үткән-һүткәндең шәүләһе. Рәмилдең тыуған көнө, ләкин табын әҙерләнмәгән. Шағир буш өҫтәл ҡырында яңағына таянып уйға сумған, ҡулында сигарет төтәй. Варя кухняла табаҡ-һауыт шалтырата.

 

Рәмил. Варя, Варенька!

Варя. Әү.

Рәмил. Туҡтатһаңсы шул шалтор-шолтороңдо!

Варя. Ә һин тәмәкеңде ташла, өйҙө ҡара мунсаға әйләндерҙең.

Рәмил. Мин янғансы – тәмәке янһын! Тыуған көнөмдә йәнгә теймә, исмаһам.

Варя. Мин теймәйем, үҙең тейәһең. Тағы эшеңдән ҡыуылып, лаяҡын иҫереп ҡайттың. Бер түгел өс сабыйың бар, шуларҙы ҡайғыртмайһың, тапҡаныңды елгә осороп тораһың, тағы минең һикһән ете һумға ҡарап ҡалғанбыҙ.

Рәмил. Уф, баш сатнай! Әзһәр күрше лә күҙен күрһәтмәҫ булды...

Варя. Һинең һымаҡ түгел бит ул, эш кешеһе. Сантехник.

Рәмил. Булһын ине йәнтехник! Юҡмы шунда берәй нәмәң?

Варя (сынаяҡ тотоп сыға, өҫтәлгә ҡуя). Мә, ҡаты сәй.

Рәмил. Сәй эскән бар ҙа ул... Юҡмы, тим, ҡатырағы?

Варя. Ҡатырағын үҙең көрәп аҡса алғас алырбыҙ. Әйт, был юлы ни өсөн?

Рәмил. Ниңә тизыпмы-тизыйһың? «Әсәм теле» өсөн икәнен яҡшы беләһең бит инде.

Варя. Белергә теләмәйем! «Әсәм теле» -- яҡшы шиғыр. Бер башҡорттоң ғына түгел, урыҫтың да, татарҙың да әсәһе бар, әсә теле бар. Был шиғыр шуларҙың барыһының әсә телен ҡайғырта, ҡурсалай.

Рәмил (ҡатынын ҡосаҡларға ынтылып). Варенькам, әнә шуныңды обкомға – ахун таяғына барып әйтһәңсе!

Варя. Барырмын да! Сөнки шиғырың законно!

Рәмил. Их Варя, Варенька, һаман һантый-сабыйһың! «Совет Башҡортостаны»н уҡыманыңмы? Мә! (Ҡуйын кеҫәһенән оҙонсалап бөкләнгән гәзит алып өҫтәлгә һала).

Варя (гәзитте иҙәнгә ташлай, йөрәкһеп уны тапай). Уҡыным, һинән алдараҡ уҡыным.

Рәмил. Бәй, шулайғас? «Башҡорт милләтсеһе» тигән келәймәне... Обком келәймәһе был.

Варя. Был ни хәл? Ул шиғырҙа «башҡорт» тигән бер һүҙ ҙә юҡ... (Илай). Ниңә шулай тип әйтмәнең, ҡарыулашманың?

Рәмил (тороп ҡатынын ҡосаҡлай, үбә). Варенькам, илама... Башмаҡ башым һөҙөп кенә ауҙарырлыҡ түгел бит... Ҡалын ҡара таш диуар...

Варя. Көшәлектә – һуҡыр тин, бура төбө – шомотор... Эш хаҡы алғанымса, тип, балаларҙы ҡустың Рауилға илттем – картуф-маҙарҙары күп...

Рәмил. Тыуған көнөмә табын әҙерләмәнек... беренсе тапҡыр.

Варя. Кешенән оят... Хәйер, был хәлдән һуң кем килер тиһең...

Рәмил. Ысын дуҫтар килер.

 

Ишек ҡыңғырауы ҡыңғырлай.

 

Варя. Туҡта, үҙем барып асайым.

 

Йыһан, Сафия инә, шағирҙы тыуған көнө менән ҡотлайҙар.

 

Рәмил. Ҡарт, әллә инде был юлы һаранландың...

Варя. Һин, ни һөйләйһең!

Рәмил. Үҙебеҙҙекеләр бит.

Йыһан. Ҡорҙашҡайым, бәләкәс кенә бүләкте алғы өйҙә ҡалдырҙыҡ, шулаймы, Сафия?

Сафия. Эйе шул. Варя менән икәүләп сәй әҙерләрбеҙ – цейлон сәйе килтерҙем.

Рәмил. Һылыуҡайым, сәй генә эскән бар ҙа ул...

Сафия (көлөп). Рәмил ағай... (Кухня яғына йүгереп сығып китә лә өҫтәлгә шешә, рюмкалар килтереп ҡуя). Сәйе булғас, мәйе лә булыр инде ул. Ә беҙ унда Варя менән уны-быны хәстәрләйек (кухняға китә).

Рәмил (устарын ыуып). Һәй рәхмәт төшкөрө һылыу! Ҡатындан уңдың һин, ҡарт! (Ултыралар). Ҡой, ҡарт, әтү ҡулдар ҡалтырай. (Сәкәштереп эсәләр). Бына хөрриәт!

Йыһан. Һин, ҡорҙаш, үтә ныҡ мауығаһың, бының менән... гәрсә иҫермәйһең дә.

Рәмил. Ауырымайым да.

Йыһан. Тәмәкене лә сыуаш мужигылай боролдатаһың.

Рәмил. Танһыҡ тәғәмдәрем бит. Ҡой!

Йыһан. Яман ағыу икәнлектәрен онотма (ҡоя).

Рәмил. Ошо йәшемә етеп, хәстәхана тупһаһын атлап уҙғаным юҡ (эсә).

Йыһан. Ятып уҙырға яҙмаһын!

Рәмил. Ҡарт, ғүмереңдә бер рюмка ла ҡапмағаныңдай һөйләнәһең!

Йыһан. Дуҫ-иштәргә ҡушылмайынса әмәл юҡ, заманаһы шундай.

Рәмил. Эсһәм дә, эшем бара... Редакцияла ҡалып, төнө буйы гәзит эштәрен башҡарам, таң алдынан ғына ҡайтып йығылам, ләкин түрәләргә һис ярап булмай. Төшкә тиклем йоҡлай, төштән һуң ғына килә, тип, сүп өҫтөнә сүмәлә өйәләр...

Йыһан. Беләм.

Рәмил. Уныһына ғына түҙер ҙә инем, «башҡорт милләтсеһе» тигән келәймәләре булмаһа...

Варя (өҫтәлгә тоҙло кәбеҫтә ҡуя). Бары менән байрам, тигәндәй... (Рәмилгә). Башҡалар барғанында – барып, ҡайтҡанда ҡайтһаң, аҡ һаҡаллы ҡарт булыр инең.

Йыһан. Ул «башҡалар» түгел шул – Шағир ул!

Варя (Йыһандың башынан һыйпап). Яҡлашаһың... Әнә, баш мөхәррире...

Рәмил. Башһыҙ мөхәррир! Ситән башына ҡунаҡлаған ҡупырыҡ күркә, держиморда!

Варя. Ярай-ярай, туҙынма (китә).

Рәмил (рюмкаларға һалып). Тот ҡарт, сысайыҡ танауҙарына! (Эсәләр). Ахун таяғының башы баштарҙы йәнсемәҫе элек.

Йыһан. Нисек ҡыҫҡартырға инде!

Рәмил. Таяҡтымы?

Йыһан (шешәгә төртөп). Ошоно. Шәкерттәрең яман һырышты, брат. Нисәмә ҡарама -- ҡыҫтыралар ҙа киләләр..

Рәмил. Бәй, бына үҙең дә...

Йыһан. Сафия бит...

Рәмил. Сафия һылыу йәшәһен! Уңдың һин, ҡартым. Әйҙә, шиғыр хаҡына! (Баҫып тороп эсәләр). Туҡай әйтмешләй, дәрес бөткәс уйнарға ла ярайҙыр – шиғырға юл бирәйек (яттан һөйләй):

 

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын.

Йыямын да – йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

 

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел –

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

 

Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле, --

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ!

 

Әсәм теле миңә – сәсән теле, --

Унан башҡа минең халҡым юҡ,

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

 

Һәм бына – ахун таяҡлы баяғы мәҡәләне уҡығандан һуң яҙғаным:

 

Халҡым тел тыуҙырған, бөйөк бер тел!

Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә...

Үҙе үлмәҫ – күрер киләсәкте,

Үҙен-үҙе әгәр күммәһә...

 

Тик ниңә һуң ҡайбер ул-ҡыҙҙары

Ғәмһеҙ ҡарай уның юлына?

Шул ғәмһеҙлек – күҙгә күренмәгән

Көрәк тотмағанмы ҡулына?..

 

Йә, ҡарт, ни әйтерһең?

Йыһан. Ҡапаҡ, ныҡ ҡапаҡ, Сәләх ағай Кулибай әйтмешләй. Йәғни яҡшының да яҡшыһы.

Рәмил. Баҫмайҙар. Ылғый милләтселек, тиҙәр...

Йыһан. Милләтһеҙҙәр әйтә уны. Тарбаңлаған ике аяҡлылар. Әммә дүрт аяҡлыларҙың да милләте бар.

Рәмил. Ҡарт, ҡарап-ҡарап торам да, шөйлә аптырап ҡуям: тәрән-төпкөл ауылдағы ҡара көтөүсе башың менән ҡайҙан алдың икән был тиклемгеһен?

Йыһан. Үҙең ҡайҙан алдың һуң?

Рәмил (йылмайып). Ну һин, ҡарт! Һөйләп ебәр, әләйһә, берәй шиғыр.

Йыһан (тамаҡ ҡырғылап). Рифмаһыҙ ғына яҙылған. «Көндәлек дәфтәренән». Шиғыр булыуҙан да бигерәк, әлеге һорауыңа бер килке яуап та булыр, моғайын:

 

Башҡорт балаһы мин, тирмәлә

тыуып үҫмәһәм дә! Халҡымдың

ярһыу ҡаны тамырҙарымда

ҡайнай... Урал тәбиғәтенең

гүзәллеге, күңел нескәртеп,

шиғриәткә дәртләндертһә лә,

йөрәгемдең ҡапма-яртыһы

оло күкрәү көтөп ҡыҫыла

һәм күҙ төҫмөр итә эйәрле

толпарҙарҙың кешнәп сабыуын...

 

Ватанымды һаҡлау бурысы

алыҫтарға мине оҙатҡас,

диңгеҙҙәрҙең томан артынан

Урал ҡаяларын күрҙем мин.

Мине улар өндәп торҙолар

ныҡлыҡҡа. Ә йөрәк һыҡтаған

минуттарҙа Урал елдәре

елеп үтеп ят ҡыр, болондар

иңе аша, туған әсәләй

шифалап һәм наҙлап һыпырҙы

йәш әсеһен талған күҙҙәрҙән...

 

Ил ҡандарын йыйған хөр Әләм —

ҡыҙыл бөркөт — мачта осонда

уттай янып, беҙҙең карапты

милдәр аша ҡыйыу осорҙо.

Ҡорос иҙән табан аҫтында

аунаҡланы, ләкин тубыҡҡа

сүкмәнек беҙ! Әсәй-Ватанды,

Ватан билен быуған Уралды

күреп торҙоҡ дауыл-яуындар

көбө үтә байраҡ йөҙөнән...

 

Кордон артындағы бәндәләр

миңә ҡарап: “Кем һин? Ҡырғыҙмы,

ҡытайһыңмы әллә?” — тиһәләр,

“Башҡортмон мин! Эйе, ирекле

башҡортмон мин!” — тип әйтә инем,

белһендәр, тип, ят яҡтарҙа ла,

башҡорт тигән титан барлығын...

 

Ризығымды ҡырҙа бөтөрөп,

ҡыуғас яҙмыш тыуған йортома,

хыялымда мең ҡат көйләнгән

Өфө ҡалаһына килдем мин...

 

Танышым юҡ ине. Урамдар,

биналар миңә ят инеләр.

“Китапхана” тигән йорт ҡына,

ымлап йәнде, үҙенә саҡырҙы.

Мин индем һәм бер ҙур китапты

асып ебәрҙем... Был хитапта

тупланғайны туған халҡымдың

күңел ынйылары... Уҡығас,

сикһеҙ донъя минең ҡаршымда

асылды, һәм һалҡын биналар

туған булып киттеләр... Шунан

йәшен уты сыйҙы маңлайҙы:

“Юҡ! Тарихһыҙ түгел башҡортом!

Халҡым бөйөк! Тәрән тамырлы!” –

Тип беркеттем утлы күңелгә.

Шиғырҙарҙы минең тикшергән

сал сәсле бер уйсан ағайға

үҙемдең шул саф хистәремде

ҡыуанып һәм оялып һөйләнем...

 

Рәмил. Дәәә… матрос! Башҡортһоң шул, әй, тыуа-тыумыштан. Минең ише генә түгел – партия билетлы башҡортһоң!

Йәмил. Ни хәл итәйем, Хоҙайым шулай яралтҡас.

Рәмил. Тик йәнә бер аптыраҡ: Партия билетлыларыбыҙ барыһы тиң үҙенең башҡортлоғон маңҡортлоҡҡа алмаштырып бөткәндә, нисек таймай минең янда шыҡырайып тораһың? Сер нимәлә?

Йыһан. Сере уның бик ябай… Тор, тәҙрә ҡаршыһына барайыҡ (килеп баҫалар).

Рәмил. Йә?

Йыһан. Тызырайып күккә баҡ: унда нимә күрәһең?

Рәмил. Болот.

Йыһан. Шағир болот үтәләй күрергә хаҡлы. Ете төдә ете тапҡыр әйләнгән йондоҙҙарҙы.

Рәмил. Һе! Әйтәйек, Оло Етегән йондоҙлоғо…

Йыһан. Эйе, ете ырыу халҡыбыҙҙың күккә ашҡан ете йәне. Иң түрҙәге иң яҡты йондоҙҙо абайла.

Рәмил. Тимер Ҡаҙыҡ йондоҙо.

Йыһан. Шағир йондоҙо! Йыһанды тотоп тора, -- таймай ҙа, тайшанмай ҙа! Шағир ҙа әнә шундай.

Рәмил. Их, булаһы ине лә бит!

Йыһан (дуҫын ҡосаҡлап). Ҡорҙашҡайым, шундай шағир бит үҙең! Намыҫыңа, халҡыңа тоғролоҡ һаҡлағаның, уңлы-һуллы тайып-тайшанмағаның өсөн -- шағир, ҙур хәрефле ысын Шағир!

 

Ишек ҡыңғырауы ҡыңғырлай.

 

Рәмил. Киләләр… кем икән? (Барып аса – шау-гөр килеп йәш шәкерттәре Болаҡбай менән Тамырбай инә, икеһе лә тупылдатып өҫтәлгә шешә ҡуя).

Тамырбай. Тыуған көнөң ҡотло булһын, ағайым!

Болаҡбай. Шанлы тыуған көнөң менән, остазым! (Ҡосаҡлашып күрешеләр).

Тамырбай. Ағайҙарым япа-яңғыҙ тилмерә – ҡайҙа матур еңгәйҙәрем?

Варя. Беҙ бында, Тамырчик. (Сафия менән эйәртенешеп тулы тәрилкәләр, рюмкалар килтереп ҡуя, ығы-зығы, көлөшөү).

Болаҡбай. Еңгәйҙәрем һау булһын, улар барҙа ағайҙарым биртенмәҫ!

Тамырбай. Күңелдре кителмәҫ!

Сафия. Ҡәйнештәр ҙә һау булһын, бай булһын.

Варя. Ултырышайыҡ.

Болаҡбай. Табын ишерелеп тора, йәшәһен еңгәйҙәрем!

Сафия (йырлай):

Нисек килдегеҙ һеҙ беҙгә,

Батмайынса диңгеҙгә? (Варя ҡушыла)

Ҡәҙерле ҡунаҡ һеҙ беҙгә,

Беҙ нисек икән һеҙгә?

 

Тамырбай:

 

Һәй еңгәйҙәр, еңгәйҙәр,

Арыу-талыу белмәйҙәр. (Болаҡбай күтәреп ала)

Йөҙкәйҙәре көндәй балҡый,

Хәс тә беҙҙең әсәйҙәр.

 

Болаҡбай (иҙрәй башлаған Рәмилдең башын ҡалҡыттырып). Ағайым, бирешмә!

Рәмил. Ахун таяғы…

Сафия. Ә? Ниндәй таяҡ ул? (Көлөшәләр, Сафия ояла).

Рәмил. Сафия-Сафияҡайым, башҡайың йәш шул әле. Шундайын елле таяҡ ул ахун таяғы – беҙҙең кеүектәрҙең башына ҡундырыпмы-ҡундыра…

Болаҡбай. Бабич әйтмешләй, думбыр-думбыр думбыра, бабай башҡа ҡундыра.

Сафия. Ауылыбыҙҙа Камал хәҙрәт Дәүләтшин тигән ахун булған, үҙе үлгәс, йәшел таяғы ҡайҙалыр юғалған, тиҙәр ине. Шул таяҡ табылдымы әллә, тим. (Көлөшәләр).

Рәмил. И Сафия һылыуым, партияның обкомы тигән йәшел мәсеттең ҡыҙыл мөнбәр ҡашағаһында һаҡлана ул йәшел ахун таяғы.

Сафия. Әлләсе…

Йыһан (ҡатынын иркәләп). Рәмил ҡорҙашымдың тапҡыр һүҙе ул. Обком секретарыбыҙ Ахунйәр Исаев иптәште шулай хөрмәтләй.

Сафия. Тәүбә-тәүбә… (Көлөшәләр).

 

Ишек ҡыңғырауы өҙөк-өҙөк өс тапҡыр оҙаҡ ҡына ҡыңғырлай, күмәк ир-ат шау-шыуы.

 

Варя (ырғып тора). Институттыҡылар. Йыйналышып визит яһарбыҙ, тигәйнеләр. (Ҡаршыларға атлыға, башҡалар ҙа, тороп, бүлмә уртаһына сыға, ығы-зығы). Инегеҙ, инегеҙ – ишек асыҡ.

 

Ылауир, Марат, Ғәбсәләм керә, ҡыҙмасалар, бер тауыштан сәләмләйҙәр:

-- Йәшәһен әсәм телле – сәсән теле! Ҡотло булһын Шағирҙың тыуған көнө!

 

Рәмилгә, Варяға гөлдәмә тотторалар. Артҡы планда Ҡараһаҡал шым ғына тыңлап тора.

 

Ылауир (Рәмилде ҡосаҡлап үбә). Ошо сағыу гөлдәмәләй сәскә атып, мәңге йәшә, мәңге йәшнә, остазым!

Рәмил. Рәхмәт, рәхмәт! Һин бит минең иң яратҡан шәкертем.

Ылауир. Һин – бөйөк остазым, мин – кеселекле шәкертең булып, ижад үрҙәрендә мәңге күкрәйек, ур-ра!

Ир-ат халҡы (берҙәм): -- Уррааа!

Ылауир (Варяны ҡосаҡлап үбеп). Бөйөк юбилейҙан файҙаланып, ағайым күрмәгәндә генә матур еңгәйемде бер үпәс итәйем әле! Шөһрәтле халыҡ шағирыбыҙ Карам Сахич әйткән бит, “гөлдәргә һыу һибегеҙ”, тип. Шуны иҫтә тотоп, ошо кескәй генә конвертты еңгәйемдең егәрле ҡулдарына һебә ҡылам!

Варя. И ошо ҡәйнешемде! (Конвертты джемпер кеҫәһенә йәшерә).

Ылауир. Ҡотланып, ағайымды ла ҡотлап, ҡәйнештәреңде лә онотма, еңгәйем!

Ғәбсәләм. Ҡара-ҡара, күҙ ҙә йоммай барыбыҙҙың иғәнәне үҙ исеменән тапшырҙы.

Марат. Шылғаяҡтан ни көтәһең, төкөр!

Варя (Ылауирҙе маңлайынан үбә). Рәхмәт, иң белдекле ҡәйнешем! (Сафия янына килә). Бергә эшләгән дуҫтарым: Марат менән Ғәбсәләм – күренекле фольклорсылар, башҡорттоң атаҡлы “Урал батыр” эпосын баҫмаға әҙерләйҙәр. Ә Ылауир – әҙәбиәтсе, ағайыңдың “Әсәм теле”н тар-мар ҡылған, унан “башҡорт милләтсеһе” яһаған ҡыҙыл танаулы профессор ҡарамағында эшләй.

Сафия. Абау!

Варя. Шулай ҙа егет кеше, Ылауирҙе әйтәм. Ҡулында барын йәлләмәй, ағайым да еңгәйем тип үлеп тора.

Марат (Тамырбай менән Болаҡбайға бармаҡ янап). Әһһә, шымсы көсөктәре! Һеҙ ниңә бында?

Ғәбсәләм. Ипләп! Күрмәйһеңме ни… арттарынан ҡалмаған ҡара һаҡалын?..

Марат. Мин әле уларҙы! (Йоҙроғон йомарлап килә башлай).

Болаҡбай (әшнәһенең еңенән тартып). Тайҙыҡ! (Шым ғына һыҙалар).

Варя. Йәмәғәт, тынысланайыҡ! (Ҡараһаҡалды ҡулынан алға тартып). Был иптәш, белергә тейешһегеҙ, башҡорт әҙәбиәтенең һөйәрмәне. Ағайығыҙҙың хәлен белешергә беҙгә йыш килә, хатта уның “Әсәм теле”н яттан белә.

Ғәбсәләм. Аҫтан телә, тиһәк, урынлы булыр. Ышлыя аҫтына буҡтай килеп ҡыҫылған.

Йыһан. Йәмәғәт, сығырҙан сыҡмайыҡ әле. Һәр кемдең дә асыҡ ишектән инергә, шағирҙы ҡотларға хаҡы бар.

Сафия. Туҫтаҡтар мөлдөрәмә, тост әйтергә форсат бар.

Рәмил. Эйе, тотайыҡ!

Ҡараһаҡал. Был йортто мин халҡыбыҙҙың һынмаҫ рухиәт усағы тип һанайым, сөнки бында сәсән телле бөйөк шағирыбыҙ йәшәй! Ниндәйен дә юғары рухи байлыҡ! Уға китһә, гражданлыҡ шиғырҙарында ул хатта Карам Сахичтан да уҙҙырған, мәҫәлән: “Ленин менән Сталин – ҡуш йөрәге халҡымдың!” Былай тип кем әйтә ала? Совет дәүеренең бөйөк шағиры Маяковский ҙа үҙебеҙҙең Рәмил генә! Даһийыбыҙ Ленин хаҡында өҙөлөп бына нимә ти ул:

 

Поезд елә. Ләкин хыял күптән

Мавзолейҙа, мәрмәр һарайҙа.

Һүрәтенә түгел, үҙ күҙҙәрем

Аҡ йөҙөнә уның ҡарайҙар.

 

Тыныс йоҡлай… Ләкин белеп ята –

Килгән уға Салауат егете.

Һин бит өҙҙөң уның бығауҙарын,

Һин бит булдың уның өмөтө.

 

Йәки бына юлбашсыбыҙ Сталин тураһында:

 

Юғалттыҡ беҙ күҙ-ҡаш араһынан

Иң ҡәҙерле, иң дуҫ кешене.

Аҡма йәшем! Кире ҡайтарырға

Дауаһы юҡ күҙҙәр йәшенең.

 

Ғүмеремдә өс ҡат күрҙем һине,

Өс ғүмерҙә бөтмәҫ көс алдым.

Аҡтыҡ тамсыһына саҡлы уны

Эше өсөн бирәм Атамдың!

 

Иғтибар итегеҙ: шағирыбыҙҙың ҙур мәғәнәле йөрәк һүҙе “Атамдың” тип ҙур хәрефле яҙылған!

 

Туҡтанылар донъялағы иң ҙур,

Иң күп эш эшләгән ҡулдарың.

Туҡтамаҫ һис уйың. Партиябыҙ

Яҡтыртасаҡ еңеү юлдарын!

 

Ул һүҙеңде үтәр, үтәгәндәй

Һин Ленинға биргән антыңды.

Ленин һәм һин мәңге ҡалырһығыҙ

Ҡуш йөрәге булып халҡымдың!

 

Йәки бына бөйөк совет державаһының Дәүләт Гербын нисек данлай шағирыбыҙ:

 

Date: 2015-07-10; view: 341; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию