Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






ШАҒИР ЙОНДОҘО





Йыһат Солтанов

Драма өс шаршауҙа туғыҙ сәхнәлә

Надежда Васильевна Ғарипованың яҡты иҫтәлегенә

Ҡатнашалар:

Рәмил – йоморо «толстой танаулы» урыҫ йөҙлө, үҙһүҙле башҡортйән; «башбирмәҫ» шиғырҙары өсөн совет хакимиәт әһелдәре тарафынан эҙәрлекләнгән шағир.

Варя – Рәмилдең һөйөклө ҡатыны, хахол менән сиған ҡиәфәттәрен берләштергән яҡты йөҙлө, алсаҡ күңелле, йомарт ҡуллы украинка; Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында лаборантка-машинистка булып эшләй, башҡортса яҡшы белә, саҡ ҡына акцент менән һөйләшә.

Йыһан – ауылдан килгән элекке хәрби диңгеҙсе, ҡаласа йышылып шымармаған, башҡорт халҡының тарихы менән һуғарылған шағир, прозаик, Рәмилдең ышаныслы дуҫы, ҡорҙашы.

Сафия – Йыһандың хәләл ефете, һарғылт сәсле яҡты йөҙлө ауылсан эскерһеҙ йән.

Ылауир – шиғриәттә Рәмилдең яратҡан шәкерте, сиған барондарынса матур ҡиәфәтле йәшерәк быуын шағир, Варя эшләгән института әҙәбиәтсе.

Марат – шул уҡ институттың фольклор секторын етәкләй, башҡорт халыҡ ижадының томдарын баҫмаға әҙерләүсе ирҙәрсә матур тулы йөҙлө, сөм-ҡара сәсле, мыҡты кәүҙәле күркәм йән.

Ғәбсәләм – Мараттың хеҙмәттәше, үҙ эшенә мөкиббән киткән, баш ҡалала башҡорт мәктәбе астыртырға янып-көйөп йөрөүсән йән.

Әлфиә – Ғәбсәләмдең йомшаҡ күңелле ҡатыны.

Ғайнар – юғары етәкселек даирәһендә абруйлы, йәш ҡәләмдәштәренә ифрат игелекле ҡарт быуын шағир, прозаик, Яҙыусылар берлегенең идара ағзаһы, Сталинград һуғыштары ветераны.

Ахунйәр – ситайған сей-ерән йөҙлө, сталинса текә сәсле уҫал зат, КПСС өлкә комитеты секретары, башҡорт мәҙәниәтенең аҫтыртын «ҡара дуҫы», Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.

Клара – партия өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире, Ахунйәр рухында эшләүсе тулы кәүҙәле йәш ҡатын..

Аланбай – татар телле урта быуын башҡорт шағиры, Ахунйәрҙең фекерҙәше.

Карам Сахич – партия эшенә мөкиббән китеп бирелгән шөһрәтле халыҡ шағиры, Яҙыусылар берлеге рәйесе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.

Ҡараһаҡал – әҙиптәргә «куратор» итеп беркетелгән КГБ майоры, һәр саҡ «гражданский» кейемдә.

Ҡасим – башҡорт темаһына урыҫса яҙып шымарған йәш әҙип, хәмерйән, күберәген «ярым-айныҡ» хәлдә йөрөй, осратҡан һәр танышынан «баш төҙәтергә» бер тәңкә һорай.

Болаҡбай, Тамырбай – йәш әҙиптәр, Рәмилдең шешәләш шәкерттәре.

Мыйыҡлы – ҡалала йорттар идаралығы башлығы.

Әзһәр – сантехник, Рәмилдең подъездаш-шешәләш күршеһе.

Солоҡсо – Урал арты ауылында йәшәүсе ҡарт.

Ала-ҡола кейемле, мыҡты кәүҙәле ике ир.

 

 

Date: 2015-07-10; view: 328; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.005 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию