Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Обайырҙар





Башҡорт халыҡ поэзияһының эпик жанры – ҡобайыр. Унда халыҡтың фантазияһы, тапҡыр аҡылы һәм тормош тураһында фәлсәфәһе сағылышы. Уның сәсәндәр тарафынан ижад ителеүе. Ҡобайырҙарҙа нигеҙҙә, XVI – XVIII быуаттарҙағы ваҡиғаларҙың сағылышы. Халыҡты хандарға, бейҙәргәҡаршы көрәшкә өндәү идеяһы. “Ай, Уралым, Уралым”, “Салауат батыр” ҡобайырҙарында тыуған ерҙе һәм уның аҙатлығы өсөн көрәшкән батырҙарҙы данлау. “ Бейек тауҙың үлгәне “, “ Ил тигәндең кеме юҡ”, “Бер тигәс тә ни яман” ҡобайырында халыҡтың йәш быуынды тәрбиәләү тураһындағы ҡараштарының сағылышы.

Ҡобайырҙың поэүҙенсәлектәре. “Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтеше”ндә башҡорт феодаль йәмғиәтендәге синыфтар бүленеше һәм синфи көрәштең сағылышы.

Әҙәбиәт теорияһы. Ҡобайыр тураһында төшөнсә. Жанр үҙенсәлеге, шиғыр төҙөлөшө. Әйтеш тураһында.

Шафик Әминев-Тамъяни. “Урал”, “Башҡорт бабаларының тарихы”

Сәсәндең биографияһы.

“Урал”, “Башҡорт бабаларының тарихы” шиғырҙарында үҙе йәшәгән ер-һыуҙы, Тыуған илен һаҡлаған ир-егетте данлау, Урал буйының матур тәбиғәтен тасуирлау.

Мөхәммәт пәйғәмбәр. “Ҡөрьән китабы”

“Хәҙистәр тураһында.

Р. Бикбай. “Хәҙистәр”. М. Ямалетдиноф. “Ҡөрьән сүрәләре”.

Ғ. Ибраһимов. “Кинйә”. Романда сағылдырылған осор, социаль- тарихи шарттар, халыҡ тормошо һәм көрәшенең сағылышы.

Б. Бикбай. “Ер”, “Ҡаһым түрә”

Яҙыусының ҡыҫҡаса биографияһы. “Ер” поэмаһында халыҡтың үҙ азатлығы өсөн быуаттар буйы алып барған көрәшен һәм азатлыҡ яулауын һүрәтләү. Халыҡ һәм тыуған ер образдарының кәүҙәләнеше. Лирик герой образы. Халыҡ һәм тыуған ер образрарының кәүҙәләнеше. Лирик герой образы. Поэманың художество үҙенсәлектәре.

Әҙәбиәт теорияһы. Художестволы әҫәрҙең композицияһы тураһында төшөнсә.

“Ҡаһым түрә” драмаһында башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын кәүҙәләндереү. Драманың идея йөкмәткеһе. Рус халҡы менән башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡты сағылдырыу. Халыҡ образы. Реакцион офицерҙар образдары. Әҫәрҙәге төп конфликт. Драманың композиция үҙенсәлектәре.

Әҙәбиәт теорияһы. Драма тураһындағы төшөнсәне ҡабатлау, тәрәнәйтеү.

Предмет-ара бәйләнештәр. 1812 йылғы Ватан һуғышы. Унда башҡорт ғәскәрҙәренең батырлыҡтары тураһында тарихи мәғлүмәттәр биреү. Сәнғәт. “Башҡорттар Гамбургта”, “Башҡорттар Дрезденда” гравюраларының репродукциялры.

Артист Арыҫлан Мөбәрәков (үҙ аллы уҡыу өсөн).

Әҙәбиәт теорияһы. Хәтирә жанры тураһында.

Ғ. Сәләм. “Шоңҡар.

Ғ. Сәләмдең биографияһы.

“Шоңҡар” поэмаһының темаһы, идея йөкмәткеһе. Әҫәрҙә кешенең яңынан тыуыу темаһы. Төп образдар (Әхмәт, Гөлнур, шағир, архитектор, капитан, Миңьян образдары). Композиция үҙенсәлектәре, теленең образлылығы, байлығы.

Әҙәбиәт теорияһы. Поэтик синтакси (риторик һорау, риторик өндәү) тураһында төшөнсә.

З. Биишева. “Һөнәрсе менән өйрәнсек”

Яҙыусының биографияһы.

“Һөнәрсе менән өйрәнсек” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе. Һөнәрсе менән өйрәнсек образдары, художестволы эшләнеше.

Әҙәбиәт теорияһы. Хикәйәт тураһындағы төшөнсәне нығытыу, тәрәнәйтеү.

Композитор заһир Исмәғилев (үҙ аллы уҡыу өсөн).

Заһир Исмәғилевтең фиҙәҡәр хеҙмәтен, музыка сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштарын күрһәтеү.

М. Кәрим. “Үлмәҫбай” поэмаһы, “Алыҫ юлға эйәрләйҙәр”, “Йәшәйһе бар”, “Айһылыуҙың күҙ йәштәре, “Ҡоролтайға ҡотлау” шиғырҙары.

Яҙыусының биографияһы.

“Үлмәҫбай” поэмаһы. Әҫәрҙә башҡорт яугирҙарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтарын кәүҙәләндереү. Поэманың идея йөкмәткеһе. Халыҡ ижады алымдарын оҫта файҙаланыу. Юмор һәм сатираны һуғыш картиналарын һәм башҡорт яугирҙарындағы хәрби традицияларға тоғролоҡ, уларҙы яңы шарттарҙа үҫтереүҙе сағылдырыу өсөн оҫта файҙаланыу. Поэманың оптимистик рухта булыуы, юмористик алымдарҙың әһәмиәте.

“Алыҫ юлға эйәрләйҙәр” шиғырында кешелеклелеккә, шәфҡәтлелеккә саҡырыу.

Әҙәбиәт теорияһы. Лиро-эпик поэмаларҙың үҙенсәлектәре тураһында.

Н. Мусин. “Йытҡыс тиреһе” романынан өҙөк.

Әҫәрҙә Һолтанбайҙың ауыр яҙмышы. Йәмғиәттә хөкөм һөргән шәхес культы осоро эҙемтәләрен, заманыбыҙҙың законһыҙлыҡ, шәфҡәтһеҙлек күренештәрен, фажиғәһен тасуирлау.

Р. Ғарипов. “Урал йөрәге”, “Аманат”, “Уйҙарым”, “Кеше ғүмере”.

Шағирҙың биографияһы. Заманһулышы менән һуғарылған “Һүҙем бар””Урал йөрәге” шиғырында тыуған Башҡортостан, уның тарихын, бөгөнгөһөн һүрәтләү.

“Кеше ғүмере” шиғырында кешенең оло йәнлелеген, кешелеклелеген, рухи матурлығын сағылдырыу, гуманлыҡҡа саҡырыу.

Ғ. Хөсәйенов. “Һуңғы тарпан”

Хикәйәттә ҡырағай аттар – тарпандарҙың ҡырып бөтөрөлөүен күрһәтеү. Кейек-хайуандарға, аттарға рәхимле булырға, уларҙы һаҡларға өндәү.

Әҙәбиәт теорияһы. Әйләнмә композицион сара.

Р. Бикбаев. “Башҡортостан бында башлана”, “Йүкәләрҙән һығылып бал талғанда “, “Дауыл”, “Барып етһен ине хаттарым”, “Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта”.

Шиғырҙарҙа тыуған ергә мөхәббәт, уның именлеге, тәбиғәтте һаҡлау, халыҡ яҙмышы өсөн борсолоу, кешеләр араһындағы дуҫлыҡ, тормошҡа әүҙем мөнәсәбәт проблемалары.

Т. Ғиниәтуллин. “Мәтрүшкә еҫе”, “Әсә һәм бала” әҫәрҙәре.

Әҫәрҙә ябай кешеләрҙең күңел күркәмлеген, эске донъяһының сафлығын күрһәтеү. Хәбибулла образы.

“әсә һәм бала” хикәйәһендә әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырыу. Әҫәрҙең йөкмәткеһе, образдары.

Н. Нәжми. “Башҡортостан”, “Аҡ шишмә”

Тыуған Ер – әсәгә һөйөү тойғоһон сағылдырыу. Лирик герой образы.

Ҡ. Аралбай. “Беҙ – кеше” (поэманан өҙөк)

Ф. Туғыҙбаева. “Аҡмулла”, “Ҡыңғырау”

Ә. Әминев. “Ҡытай-город”

Әҫәрҙең йөкмәткеһе, төп образдары.

Р. Камал. “Таня-Таңһылыу”. Әҫәрҙән өҙөк. Йөкмәткеһе, образдары, шәфҡәтлелеккә саҡырыу.

Х. Назар. “Башҡортостан – минең баш йортом”, “Аҡҡа табыныу!, “Дауа”. Шиғырҙарҙа ил, телде, башҡорт йырын данлау, изгелеккә, күңел сафлығына саҡырыу.

Поэмала бөгөнгө көндә бөтәбеҙҙе лә уйландырған, борсоған мәсьәләләр: тәбиғәт бысраныуы, ер-һыу ағыуланыуы, ил, тел яҙмышы хаҡындағы ҡараштарҙың сағылышы.

Китап хаҡында хикәйәт. Китап –кешелек хәтере. Китап тураһында халыҡ. Башҡорт китабы.

Предмет-ара бәйләнештәр. Башҡорт әҙәбиәтенең үҙ-ара бәйләнеш, дуҫлыҡ нигеҙендә үҫеүе, Башҡорт әҙәбиәтендә мораль-этик проблемаларҙың хәл ителеше хаҡында әңгәмә. Ә. Лотфуллиндың “Оҙатыу”, “Көтөү” картиналары.

Әҙәбиәте теориһы буйынса алынған сәләрҙе ҡабатлау системалаштырыу.

Матур әҙәбиәт тураһында төшөнсә. Тормошто художестволы образдарҙа һүрәтләү яғынан әҙәбиәт. Уның йәмғиәт тормошонда тотҡан әһәмиәте. Ауыҙ-тел ижады һәм матур әҙәбиәт.

Әҙәби әҫәрҙәрҙең темаһы һәм идеяһы.

Эпик, лирик, драматик әҫәрҙәр. Эпик әҫәрҙәрҙең төрҙәре (әкиәт, мәҫәл, хикәйә, повесть, роман, поэма һәм баллада).

Әҙәби әҫәрҙәрҙә хикәйәләү, тасуирлау, диалог алымдары.

Date: 2016-02-19; view: 2211; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.005 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию