Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Уҡыу предметының йөкмәткеһе





Р. Ниғмәти. “Хәйерле юл һеҙгә!” (2 сәғәт)

Әҫәрҙә уҡыусыларҙың йәге каникулын һәм уҡыуҙың тәүге көнө беренсе сентябрҙе тасуирлау. Уҡытыусы образы. Хеҙмәткә, уҡыуға мөхәббәт тәрбиәләү яғынан әҫәрҙең әһәмиәте. Әҫәр теленең образлылығы. Тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Б. Бикбай. “Туған тел”, “Рус теле”. Р. Ғарипов. “Туған тел” (2 сәғәт).

Шиғырҙа туған тел һәм рус теленең халыҡ тормошонда тотҡан әһәмиәтен, матурлығын, байлығын данлау, телгә хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү, шиғыр теленең байлығы, образлылығы өҫтөндә күҙәтеүҙәр.

Ғ. Рамазанов. “Ураҡ өҫтө”. З. Биишева “Игенсе”. З. Ҡотлогилдина “Игенсе” (2 сәғәт). Шиғырҙарҙа игенсе хеҙмәтен данлау, юғары баһалау, халыҡ тормошондағы әһәмиәтен аңлатыу. Игенсе образы.

А. Карнай. “Урманда” (2 сәғәт)

Хикәйәлә көҙгө тәбиғәтте тасуирлау. Йөкмәткеһенең аллегорик характерҙа булыуы. Төп образдар. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү маҡсатында образлы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе үҙләштереү. Тәбиғәтте тасуирларға өйрәтеү.

Әҙәбиәт теорияһы. Тасуирлау тураһында төшөнсә.

К. Кинйәбулатова. “Көҙ еткәс”. Ш. Бабич. “Беҙҙең баҡса”. Н. Иҙелбай. “Дүрт миҙгел” (2 сәғәт).

Әҫәрҙе тасуири уҡырға өйрәнеү. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өсөн кәрәк булған образлы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе үҙләштереү; тәбиғәтте тасуирларға өйрәнеү.

Ф. Иҫәнғолов. “Хәмит күпере”, “Йылмайыу” (2 сәғәт) хикәйәләренең йөкмәткеһе, идея мәғәнәһе, образдары.

Әҙәбиәт теорияһы. Сағыштырыу тураһында төшөнсә.

Предмет-ара бәйләнештәр, һынлы сәнғәт. А. Волков. “1 сентябрь”; И. Левитан. “Алтын көҙ”.

Башҡорт халыҡ ижады (1 сәғәт)

Халыҡ ижады буйынса башланғыс кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау. Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәт.

Әкиәттәр (4 сәғәт)

Әкиәттәрҙең халыҡ ижады әҫәрҙәренең бер төрө булыуы. Уларҙың художестволы үҙенсәлектәре.

“Ҡамыр батыр” әкиәте. Әкиәттең йөкмәткеһе. Ҡамыр батыр образында халыҡҡа хас физик ҡеүәт, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ғәҙеллеккә, иреккә ынтылыу кеүек сифаттарҙы дөйөмләштереү. Әҫәрҙең оптимистик характерҙа булыуы. Традицион алымдар менән башланыуы. Әкиәт теленең образлылығы.

Әҙәбиәт теорияһы. Әкиәт тураһында төшөнсә.

Тормош-көнкүреш әкиәттәре. “Әминбәк”, “Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән” әкиәттәре. Халыҡтың хеҙмәтте юғары баһалауы һәм хеҙмәткә өндәү идеяһы. Әкиәттәге төп образдар.

Предмет- ара бәйләнештәр. Башҡорт теле, һүҙҙәрҙең тура һәм күсерелгән мәғәнәһе. Синоним, омоним һәм антонимдар.

Йомаҡтар (1 сәғәт)

Халыҡ ижадының бер төрө булыуы яғынан йомаҡтар. Уларҙа халыҡтың тапҡыр аҡылы, зирәклеге, ижади фантазияһының сағылыуы. Йомаҡтарҙың образлылығы, тематик төрлөлөгө һәм художество үҙенсәлектәре (образлылыҡ, рифмалы һәмритмлы булыу). Боронғо һәм совет осоро йомаҡтары.

Әҙәбәит теорияһы. Йомаҡтар тураһында төшөнсә.

Мәҡәлдәр (2 сәғәт)

Халыҡтың зирәклеген, тапҡыр аҡылын сағылдырыусы ҡыҫҡа теҙмә әҫәр булыу яғынын мәҡәл. Мәҡәлдәрҙең сағылышы, тематик төрлөлөгө. Тыуған ил, тәбиғәт, хеҙмәт, халыҡ азатлығы өсөн көрәш, батырлыҡ, дуҫлыҡ, иптәшлек тураһында мәҡәлдәр. Мәҡәлдәрҙә дөйөмләштереү көсө, аҙ һүҙ менән тәрән мәғәнә аңлатыу, мәҡәлдәрҙең теле. Уларҙа образлылыҡ, ритмлылыҡ.

Әҙәбиәт теорияһы. Мәҡәл тураһында төшөнсә.

 

Башҡорт халыҡ йырҙары (1 сәғәт)

Башҡорт фольклорында йыр жанры. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Таҡмаҡтар. Уларҙың айырмаһы, художество үҙенсәлектәре. Йырҙарҙың халыҡ һәм айырым яҙыусылар тарафынан ижад ителеүе.

 

Элекке башҡорт әҙәбиәте өлгөләре. (2 сәғәт)

С. Юлаев. “Ҡайтып киләм”, “Яуҙа яраланғас”, “Йырҙарҙан…”.

С. Яҡшығолов. “Дим буйында яҙғы таң”

Ғ. Туҡай. “Иҫемдә ҡалғандар”, “Шүрәле” (3 сәғәт).

“Иҫемдә ҡалғандар” автобиографик характерҙа булыуы. Шағирҙың ғазаплы бала сағының, ауыл һәм ҡала ярлыларының ауыр тормошо кәүҙәләнеше.

Әҙәбиәт теорияһы. Биография һәм автобиография тураһында төшөнсә. Халыҡ ижады һәм әҙәбиәт.

“Шүрәле” әҫәренеңхалыҡ ижадына нигеҙләнеп яҙылыуы. Тәбиғәт күренештәрен тасуирлау. Үҙендә яуыз көстө дөйөмләштереүсе Шүрәле образы. Егет образында халыҡҡа хас физик көс һәм зирәклектең дөйөмләштерелеүе. Шағирҙың хеҙмәтсән халыҡҡа мөхәббәтенең сағылышы. Әҫәр теленең байлығы һәм образлылығы.

М. Ғафури. “Һарыҡты кем ашаған?”, “Ат менән эт” (2 сәғәт)

Мәҫәлдәрҙең йөкмәткеһе. Ҡуян, Бүре, Төлкө образдары. Әҫәрҙәрҙең мәғәнәһен аңлауҙа уларҙың әһәмиәте. Әҫәрҙәрҙең жанр үҙенсәлектәре. Әҫәр теленең образлылығы. Тасуири уҡыу күнекмәләре биреү.

Әҙәбиәт теорияһы. Мәҫәл һәм аллегория тураһында төшөнсә.

Д. Юлтый. “Бәләкәй Ҡотош” (3 сәғәт)

Хикәйәнең йөкмәткеһе. Типография эшселәренең тормошон һәм азатлыҡ өсөн көрәшен һүрәтләү. Был көрәштә балаларҙың ҡатнашыуҙарын күрһәтеү. Ҡатмарлы план төҙөү күнкмәләре биреү.

Предмет-ара бәйләнештәр. Тарих. Әҫәрҙә һүрәтләнгән осорҙа халыҡтың тормошо һәм үҙ азатлығы өсөн көрәше хаҡында һөйләү.

Ш. Бабич. “Кем өсөн?”, “Халҡым өсөн”, “Беҙ” (2 сәғәт).

Бографик белешмә. Шағир һәм уның халыҡ менән бәйләнеше, халыҡҡа хеҙмәт итеү идеяһының сағылышы.

Ш. Бабич. “Ҡышҡы юлда”. Ф. Рәхимғолова. “Ҡыш” (2 сәғәт) шиғырҙарында ҡышҡы тәбиғәтте тасуирлау.

Р. Ниғмәти. “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” (2 сәғәт).

Әҫәрҙең йөкмәткеһе, идея мәғәнәһе, төп образдары.

Әҙәбиәт теорияһы. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.

Сәнғәт. Йырҙарҙың көйҙәрен тыңлау.

Композитор Х. Әхмәтовтың “Кем өсөн” шиғырына яҙылған көйөн тыңлау. Йырларға өйрәнеү.

Әҙәбиәт теорияһы. Әҫәрҙәрҙең образлы тел саралары өҫтөндә күҙәтеүҙәр. Уларҙы телмәрҙә ҡуллана белеү күнекмәләрен үҫтереү, сағыштырыу тураһында ҡабатлау. Эпитет тураһында төшөнсә.

Н. Мусин. “Атайымдың ос һәнәге” (3 сәғәт). Ш. Янбаев. “Йәнекәй ҡарт”. Д. Бүләков “Яралы китап”. Ә. Вахитов. “Өс бөртөк бойҙай” (3 сәғәт).

Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы осорҙағы тормошто, халыҡтың көрәше, фажиғәләрен, батырлыҡтарын, хеҙмәтен, ауырлыҡты еңә белеүҙәрен тасуирлау. Әҫәрҙәрҙәге төп образдар.

Әҙәбиәт теорияһы. Хикәйә тураһында төшөнсә.

К. Кинйәбулатова. “Әсә күңеле”. Ҡ. Аралбай. “Кисер, әсәй”, “Әсәйҙең сәй япраҡтары”. Х. Назар. “Таҡта сәй” (2 сәғәт)

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе һәм мәғәнәһе. Әҙәбиәт теорияһы. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.

З. Хисмәтуллин. “Урман ҡунағы”. Р. Низамов. “Ҡашҡарым минең”

(4 сәғәт).

Әҫәрҙә яҙғы урман тәбиғәтен, йәнлектәрҙе һүрәтләү. Олатай һә уның ейәне, уларҙың тәбиғәткә мөнәсәбәте.

“Ҡашҡарым минең” әҫәрендә Фәнил исемле малайҙың уҡыуға, этенә, иптәштәренә мөнәсәбәте.

М. Кәрим. “Өс таған” повесынан өҙөктәр. “Ғүмер миҙгелдәре” китабынан “Ап-аҡ мөғжизә” хикәйәһе (3 сәғәт).

“Өс таған” повесында балалар тормошон, улар араһындағы дуҫлыҡ тойғоһон һүрәтләү. Әҫәрҙең идеяһы һәм образдары.

“Ап-аҡ мөғжизә” хикәйәһендә ышанысҡа тоғролоҡ миҫалы булған Аҡсал образы. Балаларҙа хайуандарға ҡарата иғтибар, һөйөү тәрбиәләү.

С. Агиш. “Турыҡай”. Т. Йосопов. “Ерән ҡашҡа” (2 сәғәт).

Хикәйә һәм шиғырҙың идея йөкмәткеһе, образдары, художестволы үҙенсәлектәре.

А. Карнай. “Турғай”. Р. Ғарипов. “Һабантурғай йыры” (3 сәғәт).

Хикәйәнең йөкмәткеһе, образдары. Художестволы үҙенсәлектәре. Шиғырҙа тасуирланған турғай образы.

Н. Нәжми. “Тыуған ҡалама йыр”, “Тыуған ауылыма”. С. Әлибай. “Аҡ йылғалар” (3 сәғәт).

Шиғырҙарҙа тыуған илебеҙ Башҡортостандың бөйөклөгөн һәм тыуған ҡаланың матурлығын данлау. Тыуған ил, тыуған ҡала һәм тыуған ауыл образдарына характеристика төҙөү.

 

 

Сәнғәт. Ҡ. А. Дәүләткилдиев. “Башҡорт һунарсыһы”; Ә. Лотфуллин “Өс ҡатын”; Р. Б. Нурмөхәммәтов “Нефть сыҡҡан ерҙә”; Б. Ф. Домашников. “Ҡар яуғас”.

Date: 2016-02-19; view: 1807; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию