Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Уҡыу предметына дөйөм характеристика. Коммуникатв компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма





Коммуникатв компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, халыҡ-ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү; милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлете дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы – предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге, танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге, регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге.

Функциональ грамоталыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу башҡорт теленең төҙөлөшө һәм аралашыуҙың төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу прцесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлтелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учрежденияларында дауам итә алырлыҡ булырға тейеш.

 

 

5. Башҡорт(туған) теленең уҡыу (белем биреү) планындағы урыны.

Уҡыу министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән планда башҡорт туған теле һәм әҙәбиәтенә аҙнаһына 3 сәғәт, башҡорт теленә 2 сәғәт бүленә.

 

Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре. “Башҡорт (туған) тел” предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре.

Шәхси һөҙөмтәләр:

4) Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

5) Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;

6) Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәләрен булдырыу.

Метапредмет һөҙөмтәләре:

5) Телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

Аудирование һәм уҡыу:

- телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

- төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

- төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

- төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон маларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

- һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

- стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткеһен һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

- алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

- тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

- төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

- телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

- төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтың берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б. төрлө төрҙәге диалог берләшеүен) үҙләштереү;

- ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

- телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу прцесында ым-ишара, мимиканы ҡулланыу;

- уҡыу прцесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

- үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

6) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара ҡулланыу;

7) аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, кәтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу: шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

8) Предмет һөҙөмтәләре:

10) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәттең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

11) гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

12) туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

13) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик,, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт стиле; функциональ телмәр төрҙәре(хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

14) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

15) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

16) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

17) тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәреңдә ҡулланыу;

18) туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

 

 

Ҡаралды Килешенде “Раҫлайым”

ММБ ултырышында Уҡытыу-тәрбиә эштәре Мәктәп директоры______

протокол ________ буйынса директор урынбаҫары Фаттахов Ф.Г.

«___» ___ 2014 й. _______ /Ғалимова Ф.Н./ Приказ № __ «__» ___2014 й.

 

 

Календар-тематик планлаштырыу

Предмет: Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте

Класс: 6

Аҙнаһына сәғәт һаны: 3 сәғәт

Бөтәһе сәғәт һаны: 102 сәғәт (46 / 56)

Телмәр үҫтереү: 14 сәғәт (6/8)

Синыфтан тыш уҡыу: 7 сәғәт (4/3)

Программа: 5-11 кластар өсөн. Өфө: Информреклама, 2003. Төҙөүселәре: М.Ғималова, Ғ.Б.Хөсәйенов. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде.

Дәреслек: Дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек-хрестоматия/. Автор-төҙөүселәре М.Б. Юлмөхәмәтов, М.Х. Иҙелбаев, Ә.М. Сөләймәнов, З.И. Яйҡарова.- Өфө: Китап, 2012.

Уҡытыусы: Ризуанова Гөлшат Мирзаһитовна

 

 

  № Дәрестең темаһы Сәғәт һаны Дата Иҫкәр мәләр
План Фактик
1. З.Биишева «Башҡорт теле».   4.09      
2-3. Р.Мифтахов «Һүҙ», “Башла!”   6.09 8.09    
4. Ш.Биҡҡол “Яңырыу”.   11.09    
5-6. Ғ. Хөсәйенов “Мөҡәддәс”, “Бер ҡасан да”.   13.09 15.09    
7. Т.Ү. Изложение.“Бер ҡасан да”   18.09    
8. С.Т.У. Ғ. Хөсәйенов “Ҡурайсы”.   20.09    
9-10. Р.Бикбаев “Уралыма”, “Салауат ҡылысы”.   22.09 25.09    
11. Ә. Атнабаев “Салауат менән һөйләшеү”.   27.09    
12-13. С.Шәрипов “Яҙмыш менән алыш”,     29.09 2.10    
14. М.Ғәли “Ҡайт, Салауат!”   6.10    
15. Ерғәлиев Ф. “Салауат йорто” картинаһы буйынса эш   9.10    
16. Халыҡ ижады   13.10    
17-18.   “Урал батыр” әкиәте.   16.10 18.10    
19-20. Инша “Урал батыр беҙҙе батырлыҡҡа рухландыра”   20.10 23.10    
21-22. “Аҡъял батыр”.   25.10 27.10    
23. С.Т.У. Мәүзифа әбей әкиәттәре.   30.10    
24. “Ҡариҙел” легендаһы.   6.11    
25-26. Бәйеттәр. Герман һуғышы бәйете. Алтмыш ике партизан бәйете.   8.11 10.11    
27-28. Таҡмаҡтар. Көләмәстәр.   13.11 15.11    
29. Т.Ү. Изложение “Сер ҡапсығы”   17.11    
30-31. Боронғо әҙәбиәт.Ҡол Ғәли “Йософ ҡиссаһы”.   20.11 22.11    
32. Табын ҡабиләһенең Ҡара табын ырыуы шәжәрәһе.   24.11    
33. С.Т.У. Әҙәбиәтебеҙ тарихынан.   27.11    
34-35. Ш. Бабич “Башҡортостан”, “Тупраҡ”.   29.11 1.12    
36. Ф.Туғыҙбаева “Эй, яҙмышым минең!”.   4.12    
37-38. Инша.“Башҡортостан – минең төп йортом”.   6.12 8.12    
38-41. Я. Хамматов “Ғәйзулла”   11.12 13.12 15.12 18.12    
42. Әҫәрҙә төп образдар. Хикәйләү тураһында төшөнсә.   20.12    
43. С.Т.У. Я.Хамматов “Тыуған көн”.   22.12    
44-47. Р.Солтангәрәев “Осто бөркөт”.   25.12 27.12 29.12 15.01    
48. Т.Йосопов “Күңел тула”.   17.01    
49-50. Р.Назаров “Бәхет”, “Офоҡтағы ҡояш”, “Башҡорт”   19.01 22.01    
51. Р.Ғарипов “Һағыш”. Шиғри телмәр тураһында.   24.01    
52. Р.Ғарипов“Ялан сәскәләре”.   26.01    
53. С.Т.У. Рәми Ғарипов “Ҡурай”. Н. Ғәлимов. Яуҙан ҡайтҡан ҡурай.   29.01    
54-55. С.Агиш “Ҡунаҡ һәм намыҫ”. Характеристика тураһында.   31.01 2.02    
56. Лотфуллин Ә. “Алтын көҙ” картинаһы буйынса эш   5.02    
57-58. Х.Назар “Тауҙар”, “Бөрйәндә”.   7.02 9.02    
59-60. М.Харис “Хат”, “Онотмаһын мине Тыуған ил”.   12.02 14.02    
61-64. Ә.Вахитов “Ир ҡанаты”.   16.02 19.02 21.02 26.02    
65-66. Инша“Ир ҡанаты ат була”   28.02 2.03    
67. Ҡ.Аралбай “Көмөш миҙал”.   5.03    
68-69. Р.Насиров “Ил балаһы Шакирйән”.   7.03 9.03    
70-72. Ә. Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә”   12.03 14.03 16.03    
73-74. Инша“Батырҙарын иҫкә алғанда онотмаһын мине Тыуған ил”   19.03 21.03    
75-76. Р.Хисаметдинова “Эй баласаҡ”. Ф.Чанышева “Икмәк еҫе”.   2.04 4.04    
77. С.Т.У. Р.Низамов “Икмәк тәме”.   6.04    
78. Г.Юнысова “Әсәй һыйыр һауа”. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.   9.04    
79-82. З.Биишева “Дуҫ булайыҡ”.   11.04 13.04 16.04 18.04    
83. З.Биишева “Дуҫ булайыҡ” әҫәрендә образдар системаһы.   20.04    
84-85. Т.Ү. З.Биишева “Дуҫ булайыҡ” әҫәрендә дуҫлыҡ темаһы”   23.04 25.04    
86-87. А.Игебаев “Яҙ башында”, Н.Нәжми “Яҡты яҙ”   27.04 30.04      
88. Г.Юнысова “Умырзая”.   2.05    
89-92. Ә. Хәкимов “Ҡарт һалдат, йәш һалдат”   4.05 6.05 8.05 11.05    
93. С.Т.У. Ә. Бикчәнтәев “Яр буйы малайҙары”   13.05    
94-95. Ғ. Туҡай “Йәй көнөндә”, “Йәйге таң хәтирәһе”.   15.05 18.05    
96. М.Кәрим “Ләйсән”.   20.05    
97. Р.Ниғмәти “Йәйге ямғыр”.   22.05    
98-99. Т.Ү. Изложение. Кәккүк.   25.05 27.05    
100-101. Бөтә үтелгәнде ҡабатлау.   28.05 29.05    
102. Тест һорауҙарына яуап биреү. Контроль эш.   30.05    

 

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:

- Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

- Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәҙит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уөып аңлау күнекмәләрен биреү.

- Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

- Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

- Әҙәбиәт өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Date: 2016-02-19; view: 1814; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию