Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






ин генә





Сабир ҡунаҡтарҙы оҙатып киткәс, Гөлкәй бүлмәне йыйыштырҙы ла, ишек төбөнән генә күҙ йүгертеп алды: донъяһы ялт итеп тора, Сабиры ҡайтып ингәнсе кухнялағы эшендә бөтөрһә, ҡайһылай яҡшы буласаҡ!

...Бәй, нишләп оҙаҡланы һуң әле ире? Ҡунаҡтарҙы өйөнә тиклем оҙатҡан хәлдә лә быƒаса ҡайтыр ине. Ауыл ҙур түгел, иң йыраҡ тигәне лә эргәлә генә йәшәй инде уның. Гөлкәй яурынына селтәр шәлен генә һалып, ишек алдына сыҡты. Ниндәй сихри матурлыҡ! Төн урталары етеп килә, күктә һап-һары май йомарлаƒына оҡшап ай йөҙә. Юҡ, шулай тойола ƒына, айҙың йөҙөн бер ҡаплап, бер асып, болоттар йөҙә икән. Болоттарƒа оҙаƒыраҡ ҡараһаң, күк йөҙө диңгеҙҙе хәтерләтә... Ана, ҡайһылай ирмәк бер болот. Хас балыҡ, дә-әү балыҡ. Күрсе, күрсе!

Гөлкәй йөрәкһеп тупһанан йүгереп төштө лә шар асыҡ šалƒан ҡапҡа яƒына йүнәлде. Теге болот икенсе ҡиәфәткә инмәҫ элек Сабирƒа күрһºтергә ине. Гөлкәйҙең күккә ҡарап иләҫләнеүе лә Сабирҙың үҙенән башланды түгелме әле?

аилә ҡороуҙарына икенсе йыл ƒына ине. Ташуй башына еләккә барƒайнылар. Эйе шул, еләккә. Яҡын ƒына күренһә лә, үр булƒас, ах та ух килеп саҡ барып еттеләр... Юл тар ƒына, етәкләшеп тә булмай, етмәһә, малай-шалайҙыр инде, кеше буйы булып үҫкән арышты ике яҡтан услап-услап бөгөп, ишеп киткән. Еләк күтәреп ҡайтҡан ҡыҙҙар эләгеп йыƒылһын, йәнәһе. Сабир шуларҙы ипләп кенә сисеп, баҫтырып китте. Бер услам бик таушалƒайны, йығыла ла тора. Сабир тәки ныҡышып, баҙыҡ һабаҡтарƒа терәп, артҡараҡ янтайтып, турайтып китте. Үҙе бала һымаҡ ҡыуанды. «Минең кәләш алдында ана шулай смирно торорƒа кәрәк, һары мыйыҡтар!» – тип, арыштарƒа күҙ ҡыҫып алды. Хәленән килһә, ошо баҫыуҙы ҡосаƒына алып иркәләр ине ул.

...Эйе, теге болот хаҡында ине бит әле уйы. Ташуй башына менеп еттеләр ҙә, ҡолас киреп үҫкән ҡарама сатыры аҫтына ял итергә ултырҙылар.

– Гөлкәй, күҙ һал әле ауылƒа, ус төбөндәгеләй, – Сабир аҫтаƒы күренеште барлай. – Ана, Маһира инәйҙәр мунса яҡҡан, төтөнө ирмәк сыƒа, эйеме?

Гөлкәйҙең ҡарашы үргәрәк, ауылды уратып күгәреп ятҡан тауҙарƒа текәлгәйне. Сабир быны һиҙептерме, йәһәт кенә һүҙен бороп ебәрҙе:

– Гөлкәй... Яңыраҡ тауҙаƒы бесәнлектә булдым әле мин. үмер баҡый тапалып эштән сыҡšан, тырматып үлән сәсеп ҡарарƒамы әллә тип уйлаƒайным. Шунда, аҡландың төпкөлөндә, йәнәш кенә ике ҡайын да үҫә икән... – Сабир, туҡталып торҙо ла, төшөнкө генә өҫтәп ҡуйҙы, – береһенә «Гөлкәй», икенсеһенә «Таһир» тип яҙылƒан.


– Китсе әле, бына һиңә бер сал тарих. – Гөлкәй көлөп ебәрҙе. Уның бөгөн кәйефе шәп ине һәм иренең әйткәндәре күңелен һиҫкәндереп ебәрһә лә, үткәндәрҙе хәтерләп торманы. Сабир ҙа һүҙҙе оҙайтманы, салҡан ятып болоттарҙы күҙәтергә тотондо.

– Анау аҡ болотто күр әле, Гөлкәй. Хас та... Йә, һин кемгә оҡшатаһың?

– Айыуƒа.

– Ныҡлабыраҡ, текләберәк ҡара, хас та күрше бабай ҙаһа инде. Аҡ сәсле, аҡ һаҡаллы.

Сабир ҡалҡынып ҡатынының күҙҙәренә ҡараны. Гөлкәй уныœ ҡара бөҙрә сәстәрен бармаҡтары менән тараƒандай итте. Бына уның бармаҡ остары саҡ ҡына, Гөлкәй үҙе һиҙерлек кенә итеп дерелдәй башланы. ª үҙе иренең ҡарашына арбалƒандан арбала барҙы, йәне, тәне ирене, иләҫләнде. Йµрәгенең дөпөлдәп ҡаƒыуын тойоп, Сабирҙың ҡосаƒына һыйынды. Сабир уны көсле беләгенә һалып бәүелдергәндәй итте, иркәләп сәстәренән, күҙҙәренән үпте...

– Кит, иҫәр, ана, бөтә ауыл ҡарап тора, – тигән булды Гөлкәй, түбәнгә ымлап.

– Ҡараһа, үҙ ҡатынымды ҡосаҡлап үпкәндән ни хилафлыҡ?

– Кит, беҙ былайтып ултырһаҡ, бер тултырмыш та еләк йыя алмаҫбыҙ, буш биҙрә һөйрәп ҡайтырбыҙ...

– Ысынлап та, ана ҡояш Аš ҡаяƒа һыртлап бара.

Уйҙың йүгәне юҡ, тигәндәре шулдыр инде. Күпме генә минут эсендә әллә күпме хәтирәләр уҙҙы күҙ алдынан. Ҡайҙа һуң Сабир?! Гөлкәй хәүефләнеп тирә-яҡты байҡаны. Күл буйында, ҡарт өйәңке аҫтындаƒы эскәмйәлә, кемдер ултыра түгелме? Тәмәке баҙлаƒандай, улай тиһәң, Сабирҙың тәмәкене ташлауына байтаҡ инде. Гөлкәй шул яҡҡа атланы.

– Сабир?

Эйе, был ул ине. Нишләп элеккеләй атылып өйөнә ҡайтмай, бында ултыра. Гөлкәй балаларҙы ла көндөҙ үк әсәләренº алып барып ҡуйҙы: иркенләп ҡунаҡ һыйларбыҙ, һуңынан икәүләп, башты башҡа терәп кенә, серләшеп таң аттырырбыҙ, тигәйне.


– Сабир, шыл әле саҡ ҡына, мин дә ултырайым.

– Юҡ, алдыма ултыр, эскәмйә еүешерәк шикелле. Иренең шулай итәƒәтле булыуына өйрәнергә лә ваҡыт инде Гөлкәйгә. Ни тиһәң дә ун биш йыллап бергә йәшәп ташланылар ҙа баһа. Барыбер өйрәнә алмай. Бына әлегеләй күңеле тула ла китә. Әллә инде үҫкәндә атаһының әсәһенәҡарата тупаҫлыƒын күп күргәнгә...

– Сабир, әллә тәмәке тарта башлаƒанһың?

– Юҡ та, Марат тартҡас, мин дә берҙе тоҡандырƒайным шунда.

– Мараттар күптән төш күреп йоҡлап яталыр инде.

– Бик ҡәнәƒәт булып ҡайтып киттеләр, ҡунаҡ һыйлай беләбеҙ икән. Гөлкәй... Марат та, ҡатыны ла һинең класташтарыңмы?

– Эйе шул, әйткәнем бар ҙа инде.

– Ә теге, бөгөн һин йырлаƒан йырҙы кем сыƒарƒайны?

– Кем булһын, композитор инде.

– Марат әйтә, уны Таһир сыƒарƒайны, ти...

Гөлкәйгә әллә нисек тәьҫир итте был һөйләшеү. Үҙе лә аңƒармаҫтан, иренең муйынына һарылƒан ҡулдарын нисек һелкә тартып алһа, шулай һелкетә баҫып ҡайтты ла китте. Сабир ултырҙы ла ҡалды.

Гөлкәй бәләкәй мендәрҙе һалып ҡына диванƒа ятты, йөрәгенең ярһыуын баҫа алмай аҙапланды: «Мин, диуана, уны иркәләйем, уƒа анау балыҡҡа оҡшаƒан болотто күрһәтәйем тип ашҡынып янына барƒан булам, ә ул!..»

Нишләптер таƒы шул бая иҫкә төшкән еләккә барƒан көн күҙ алдына килде. Биҙрә тулып килә ине, Гөлкәй түҙмәй, ҡайтайыҡ та, ҡайтайыҡ, ти башланы. Сабир, тултырƒас тултырайыҡ инде, тигәйне, иланы ла ебәрҙе. Эй һармаҡ саҡ булƒан да инде. Тегеһе аптырап ҡалды. Ҡатынын саҡ тынысландырҙы.


– Йә, ни булды, Гөлкәйем?

– Ана бит, күрсе.

Гөлкәй күҙҙәре менән күкрәк тәңгәленә ымланы. Бәй, ике түше лә төймәләй генә булып еүешләнгән дәһә – һөт тиртә, бәпесе, Әлфиәһе, имергә һорай, илай булыр.

– Гөлкәйем, иҫәркәйем, ниңә шундуҡ иҫкәртмәйһең, мин ни уйһыҙ, хәсрәтһеҙ йөрөйөм. Ҡайтабыҙ, ҡайтабыҙ, хәҙер үк Әлфиә янына осоп šайтып етәбеҙ!

Сабир шунда таƒы бер ирмәк ҡылыƒын күрһәтте. Ҡапыл тубыҡланып, ҡатынының еләк һутына буялып бөткән ҡулдарын үбергә тотондо. Гөлкәй ҙә әллә ҡаушап, быуынһыҙланып, уның ҡаршыһына тубыҡланды. Сабир эйелеп теге төймәләй генә булып торƒан ике тапты үпте лә, башын ҡатынының күкрәгенә терәп, тынып ҡалды. Уның ҡуйы бөҙрәләре Гөлкәйҙең эйәгенә, ирендәренә ҡаƒылды... Гөлкәй әле лә шул бөҙрәләрҙең һәр бөртөгөн наҙларƒа, бармаҡтарына урап сыƒырƒа теләп, ҡулын һуҙҙы, – эргәлә ул юҡ ине. Эйе, ул бит унда, күл буйында ҡалды.

Туҡта, нимәгә болоҡһой һуң әле Сабир? Нимәгә?! Таһир сығарƒан йырҙы мин йырлап ултыра буламмы? «Йәшлегемдә мин бер гөлдө яраттым...» Ошо йырҙы инде. Эйе, уны тәүләп ауылда ул йырлаƒайны. Моƒайын, Маратҡа, үҙем сыƒарҙым, тигәндер. Маҡтанырƒа ярата ине шул.

Таһир... Туƒыҙынсыны тамамлаған йылда яҡынайҙы уларҙың араһы. Бер көндө ҡустыһы алан-йолан ҡаранып, Гөлкәйгә бер хат тотторҙо. Гөлкәй уšып бөткәнсе үҙе шунда мыш-мыш килеп танауын тартып торҙо. Йәнәһе, яуап яҙырƒа ла кәрәктер. Танышыу хаты ине был. Исеме ҡуйылмаƒан. Кемдән икән? Гөлкәй ҡустыһынан һорауҙы ƒәрлек тип тапты. Хатты кире уҡып сыҡты. Бәй, таныш ҡул бит, эйе, эйе, быны класташы Таһир яҙƒан. Уф, ҡайһылай ҡыҙыҡ!..

Кисен әхирәте Динә менән уйынƒа сыҡтылар. Йәштәр йәй булһа ауыл осона сыƒа торƒайны. Нимә тип клубта, тынсыуҙа саң туҙҙырырƒа? Әле студенттар ҡайтып өлгөрмәгән ваҡыт, унынсылар имтихан бирә. Уйындың төп хужалары улар – Гөлкәйҙәр. Бына уйын башланды. Таһир гармун тартып ебәрҙе. Парлап бейергә тотондолар. Арƒы ос Гәрәй Гөлкәйҙе бейергә саҡырҙы, аяҡтары арыу ƒына йәпләшеп китеүгә, көй туҡталды ла ҡуйҙы. Гәрәй менән Гөлкәй һерәйешеп уртала тороңҡоранылар ҙа, ситкә барып баҫтылар. Гөлкәй, ул йылды ҡапыл һонторайып үҫеп киткәнлектән, буйынан оялƒандай итә ине. Шуƒа ла гел Гәрәй менән бейергә тырыша, сөнки егет унан ҡалҡыуыраҡ. Ә Таһир, юрамал әллә, инде улар уртаға төштөмө, уйнамай ҙа ҡуя. Бына әле лә...

Гөлкәйҙең бер нәмәгә лә артыҡ ярһып бармаƒан тып-тыныс күңеленә шунан һуң әллә ни булды. Һиҙеп ҡалған әхирәттәре лә уның йөрәген елкетеп кенә ебәрҙе: «Таһирҙың һиңә күҙе төшкән». Ҡыҫҡаһы, тоҡанды мөхәббәт. Унынсы класс төш кеүек кенә үтеп китте. Имтихандарҙы уңышлы ƒына бирһә лә, Гөлкәй институтҡа барманы. Бер йыл эшләп, әҙерәк кейем-һалым йүнәтеп алырға булды. Таһир ҙа ауылда ҡалды: икенсе көҙгә – армияƒа.

Кис һайын тигәндәй осраштылар. Йәш саҡта арыйһыңмы ни ул. Эштән һуң тамаҡ ялƒап алаһың да, таƒы беләгеңә көс, йөрәгеңә дәрт тулғанын тойоп, һөйгәнең янына ашыƒаһың. Һөйгәнең... Бының шулай икәнлегенә башта Гөлкәй шикләнмәне лә. Бөтә ҡыҙҙар ҡыҙыҡҡан егеттең йәре булыу үҙе ни тора! Тик барыбер ƒүмерлеккә һуҙылманы был дуҫлыҡ. Нимәнән башланды һуң һыуыныу? Һыуыныу... Ниндәй йән өшөткөс, аяуһыҙ һүҙ. Эйе, нимәнән? Бәлки, Таһирҙың уƒа Гәрәй бүләк иткән сәскәләрҙе һындырып-һындырып ырƒытҡанынан һуңдыр? Бәлки, егеттең өләсәһе ҡәҙерләп һаҡлаған бирнә таҫтамалын ауылда йыр-әкиәт, ҡул эштәре йыйып йөрөгән этнографтарƒа һатҡанын ишеткәндән бирлелер? Бирһен дә, ти, берәй музейҙа торор ине, ә өләсәһенең төҫөн ниңә аҡсаƒа алмаштырырƒа? Өләсәһе бик һуҡранƒан, тиҙәр. Эйе, «бәлки»ҙәр күп инде. Күңел яйлап һыуына барҙы, ятһырай барҙы... Егетенең ҡылыҡтарына ҡыҙ икенсе күҙлектән ҡарай башланы. Бер кисте, шулай, ҡайтып баралар. Таһир ƒәҙәтенсә, ҡулын уның яурынына ҡуйып атлай. Тәмәке көйрәтә. Ҡасан ƒына үҙен бәхетле күреп барыр ине әле, был юлы ƒәрләнде лә китте Гөлкәй: «Ал ҡулыңды, һине нишләп мин йөкмәп килергә тейеш». Таһир ƒәфү үтенһә, үтер ҙә китер ине. Юҡ, ҡулын кеҫәһенә тыƒып, эре генә атлап ҡайтты. Артабан да сәбәп өҫтөнә сәбәп өйөлде лә торҙо. Гөлкәй киске уйынƒа һирәгерәк барҙы. Ул арала Таһир ауылƒа килгән бер ҡунаҡ ҡыҙ менән йөрөй икән тигән һүҙ таралды.

– Ысынмы шул һүҙ, Таһир?

– Гөлкәй, һиңә тиң ҡыҙ юҡ.

– Тураһын әйт, ысынмы?

– Һин бигерәк, Гөлкәй, әйтерһең берәүҙең законлы ҡатыны, нимә даулашаһың?

– Ысынмы, тим?

– Ну, ысын, ысын! Күңелең булдымы инде?! Үҙең дә бит Гәрәйҙең сәскәләре өсөн күҙ йәше сыƒарып илап торҙоң.

Бер һүҙ ҙә әйтмәй, ҡырт боролоп ҡайтты ла китте Гөлкәй. Солан ишеген шым ғына асып инде лә, төпкәрәк уҙып, табаҡ-һауыт түңкәрелгән аƒас һикенең ситенә барып ултырҙы. Ҡыйын ине уƒа, бик ҡыйын ине. Шул саҡ өй ишеге асылды, әсәһенең тауышы ишетелде.

– Уф, әҙерәк асайыҡ әле бынау ишекте, бигерәк тынсыу. Бөгөн икмәк һалƒайным, әллә шуƒа...

– Асып тор шул, һауа керһен.

ªсәйемдең әхирәте Мәƒүҙә апай килгән икән, тип уйлап алды. Ирекһеҙҙән уларҙың хәбәре ҡолаƒына яғылды.

– Бер ғибрәт һөйләйем тип килгәйнем әле һиңә. Ҡыҙың минең ҡәйнеш менән, Таһирҙы әйтәм, бик мөхәббәт тиҙәр, беләһеңме?

Гөлкәй ултырƒан көйө ҡымшанмай ҡатып ҡалды, асыуы килде: мөхәббәт тә икән, ти, нимәһе ƒибрәт һуң уның? ª эстән урыҡ-һурыҡ һүҙ ишетелә.

– Мин әйтмәһәм, кем әйтһен, ҡолаƒыңа киртеп ҡуй, тим. Йөрөтмә ҡыҙыңды уның менән, еләк кеүек бала, йә әрәм булыр ҡуйыр...

– Юҡты һөйләмә әле, үҙебеҙҙең урам малайы, бер класта уҡынылар.

– Шулай ҙа ул, кешенең эсен ярып ҡарап булмай. Ярар, ул хәтлемен һөйләмәм тигәйнем, һөйләйем инде. Бер кис, өйөмдө бикләп, күршегә сыƒайым тип торһам, ҡапҡанан Таһир килеп инде. Ул шулай һирәкләп хәл белергә ингеләй. Ағаһы мәрхүм булһа ла, еңгә күргәс, рәхмәт инде уныһы... «Еңгә, бер ҡыҙ менән танышҡайным, әҙерәк һөйләшеп ултырырƒа ине, асҡыс ҡалдыр әле», – тисе был. Нимә тиергә белмәнем, уңарсы ул усымды астырып, асҡысымды ала һалды. Нүжәли минең әхирәттең ҡыҙы шулайтып йөрөй икән, тип, ҡапҡа төбөндә торƒан ҡыҙҙың эргәһенә барып текләп ҡараным. Әхирәт, нимә һикереп торҙоң, ана, ултырƒысың ауа, тот, ултыр. Гөлкәй түгел ине ул, тыныслан. Беҙҙең ауылдыҡы түгел, ҡунаš ҡыҙ булƒан икән.

– Шунан?

– Шул. Иртән һыйыр һауам тип ҡайтһам, тегеләр икәүләп минең карауатта йән белмәй йоҡлап яталарсы. Быяланы зыңҡылдатҡансы туҡылдатҡайным, һикерешеп тороп кейенә башланылар. Теге ҡыҙ шым ƒына сыƒып китте, Таһирҙы ебәрмәнем, тороп тор, мин әйтәм, һөйләшәһе һүҙ бар. Оятһыҙ, тим, нишләп ҡыҙ баланы улай хур итеп йөрөйһөң. Ишшү, етмәһә, минең өйөмдә. «Еңгә, юҡҡа туҙынаһың, ти был, иҫе лә китмәй – үҙең күрҙең бит, мин уны һөйрәкләп килтермәнем. Ә ниңә, йәшлектең бер кисен бер сибәр менән уҙƒарƒанмын икән...» Биллаһи, бына шулай тине.

Гөлкәйгә бысраš һыу һиптеләрме ни. Ул, ытырƒанып, бөтә тәне менән ҡалтырай башланы. Кис тә һыуытып ебәрҙе, ахыры. Бына әсәһе лә ишекте япты, хәбәрҙәре тынды. Нишләргә? Шым ғына эскә инеп ятты. Таң атҡансы керпек ҡаҡманы. Төрлө уйҙар борсоно, әрнеүле хистәр йөҙәтте уны. Хыянатмы был, улай тиһәң, улар бер-береһенә вәƒәҙә бирешмәгән. Боҙоҡлоҡмо? Бәлки, Таһир теге ҡыҙҙы яраталыр? Ә уны, Гөлкәйҙе, яратмаймы? Шулай ауыр икән ул тәүге хистәреңдән ваз кисеүҙәре. Хатта һөйөүеңә үҙең ышанып етмәһәң дә ауыр. Аңлатып бирерлек тә түгел быны. Мин-минлектең ҡыйырһыныуымы, йәшлек хыялынан яҙырƒа теләмәүме? Нимәлер инде...

Таһир, ҡыҙ бүтәнсә һорамаһа ла, төпсөнмәһә лә, аңлатырƒа уҡталды:

– Аңла һин мине, Гөлкәй. Һиңә ҡарата мин бит шундай уйҙа булманым. Ҡосаҡларƒа, үбергә лә ҡыймауымды үҙең беләһең. Ә ул... Ул үҙе шулай еңел холоҡло... – Гөлкәй өндәшмәгәс, ул таƒы ҡабынып китә. – ª белгең килһә, егеттәрҙең береһе лә ситкә ебәрмәй ундай осраҡты.

Аңламаны уны Гөлкәй. Таһир нишләргә белмәй үрһәләнде. Әле бына иҫкә төшһә, йәл дә булып китә ул. Бер көндө шулай Ҡыҙҙар тауына барҙылар. Бесәндән һуң булыр, үлән тапап йөрөмәҫтәр ине. Шунда Таһир ҡайҙалыр юҡ булып торҙо ла, инәлеп-инәлеп Гөлкәйҙе аҡлан ситендәге пар ҡайын янына саҡырҙы. Гөлкәй теләр-теләмәҫ кенә барҙы. Ҡайындарƒа күҙ һалƒас, саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Уларҙыœ ап-аҡ тәненә бәке менән уйып «Гөлкәй», «Таһир» тип яҙылƒайны. «Мәңгелеккә, ғүмерлеккә ошо ҡайындар кеүек пар булайыҡ», – тине Таһир. Гөлкәй ҡайындарҙың яраларына усын ҡуйҙы. Ҡайындар илай ине... Ҡыҙ ҙа күҙ йәштәрен тыя алманы.

– Таһир, бөттө, бүтәнсә мөхәббәт хаҡында һөйләмә миңә. Тик уйлама мин һине көнләшеп ташлай икән тип. Улай түгел. Ярата алмайым мин һинең кеүекте... Минең хыялымда бөтөнләй икенсе кеше йәшәй. Мин уны көтәм.

Ана шунан һуң бит инде Таһир, Гөлкәйҙең бүтән егете бар икән, тип һөйләп сыƒарҙы. Тап шул ваҡытта теге йырҙы ҡайҙандыр отоп алып, йырлап йөрөнө:

Тºҙрә тµптºренºн гөлөм, ай, юƒалды,

Әйтегеҙсе, дуҫтар, уны кем алды...

Бөгөн килеп, шул йырҙы Гөлкәй ҡунаҡ алдында моңайып йырлап тора була инде, ә?

Гөлкәй, әҙерәк үпкәләшеп алƒан саҡтарында Сабирҙың беренсе булып аҙым яһауына күнегеп, иренең яратҡанын белгән ҡатындарƒа хас булараҡ, үҙ һүҙләнеберәк, иркәрәк булып китһә лә, был юлы бөтә йөрәге менән шуны аңланы: ике араға баҫманы ул үҙе һалырƒа тейеш. Тиҙ генә кейенеп, Сабирҙың пинжәген алып сыҡты ла күл буйына ыңƒайланы. Ире һаман шунда ултыра ине. Таң атып килә ләһә, ана, Аҡ ҡая яƒынан һары ƒына нур эркелә.

Гөлкәй һаš ҡына килеп иренең иңенә пинжәген һалды. Ҡарт өйәңкеләрҙең япраšтары тымыҡ ҡына таңƒы елгә елберләп, көмөш устарын бер асып, бер йомоп алƒан кеүек тойола. Сабирҙың сикә сәстәрендә лә көмөш күренә.

– Сабир, йәнем, әйҙә ҡайтайыš. Йырҙың йыртыƒы юҡ тигәндәй, йырланƒан инде. Ул сыƒарƒан йыр түгел. Әгәр ´ә шундай йырҙар сыƒарырлыҡ кеше булһа, бәлки...

– Гөлкәй!..

Сабир, ҡатынын ҡосаƒына һыйындырҙы ла: «ªйҙә, балаларҙы алып ҡайтайыҡ», – тине.

Гөлкәйҙең әсәһе аптыраманы. Тик балаларҙы уятманы: «Йоҡоһо туйƒансы йоҡлап, сәй эсеп ҡайта ул кеше өләсәйҙән, – тип кенә ҡуйҙы. – Бар, ана үҙегеҙҙең бүлмәгеҙгә инеп, әҙерәк серем итеп алыƒы´, ныҡ иртә бит әле. Мин барыбер йоҡлай алмай яфаланам, һыйырыƒыҙҙы ла үҙем ҡыуырмын көтөүгә».

Гөлкәй менән Сабир эске бүлмәгә үттеләр. Өс йыл ошонда йәшәне улар. Сабир был ауылдыҡы булмаƒас, ҡайҙа барһындар. Кеше әҙерәк һөйләп алды ла, тынды, гел бер һүҙҙе ҡуйыртырлыҡ түгел, донъя үҙгәреп тора. Гөлкәй башын иренең беләгенә һалды. Икеһе лә йоҡларƒа тип күҙ йомдолар. ªммә ҡайҙа инде йоҡо. Сабир ни уйлаƒандыр, Гөлкәй ҡабат йәшлегенә барып ураны.

Теге йылды ул уҡырƒа таƒы бармай ҡалды. Таһир яҙ армияƒа алынды. Гөлкәйгә: «Көт мине, зинһар көт кенә, беҙҙән дә бәхетле кеше булмаҫ», – тип китте.

Ә Гөлкәй көтмәне.

Ураҡ бөтөп килгән мәл ине. Колхозƒа ауыл хужалыƒы институты студенттары ярҙамƒа килде. Әлеге лә баяƒы, Динә йөрәкһеп килеп инде лә: «Әйҙә клубҡа, студенттар танса ойоштора», – тип, алып китте. Ысынлап та, егермеләп егет, өс-дүрт ҡыҙ килгәйне, – агрономлыҡҡа, инженер-механиклыҡҡа уҡыйҙар икән. Бына пластинка уйнай башланы. Вальс. Гөлкәй вальсты бик тә ярата. Тик ошо тиклем егеттәр булып Динә менән өйөрөлөп булмай ҙа инде. Шулай уйлап та өлгөрмәне, бер егет килеп уны уртаƒа саҡырҙы.

Гөлкәй, әҙерәк тулҡынланыуы баҫылƒас, егеткә күҙ һалды: буйһыу, бөҙрә сәстәре йөҙөнә бер күркәмлек бирә. Матур тип әйтеп булмай. Шул саҡ уның ҡарашы егеттең ҡарашы менән осрашты. әжәп күҙҙәр! Ҡуңыр йөҙҙө асылтып торƒан зәңгәр күҙҙәр.

– Таныш булайыҡ, минең исемем Сабир.

– Ә мин Гөлкәй.

– Шулай´ыр, мотлаҡ гөлө барҙыр, йә Гөлсибәр, йә Гөлдәрҙер тип уйлаƒайным.

Артабан дуҫлашып киттеләр. Гөлкәйҙең атаһы үлгәнгә биш йыл ине инде. Малƒа бесәнде әсәһе менән икәүләп әҙерләйҙәр, туƒандары ҡул араһына кереп етмәгән әле. Сабир быны белеп ҡалып, бер көн иртүк өйгә килгән. «Кисә комбайнды Теүәш баҫыуына ҡыуƒанда, бер сабынлыҡ күр´ем, ҡурпыһы шәп үҫкән, әйҙәгеҙ, шуны барып сабабыҙ», – ти. Әсәһе аҙап китте хатта. «Колхоз сабыны ул», – тигән булды. Сабир ул яҡты алдан хәстәрләгән икән, бригадирҙан рөхсәт һораƒан. Өсәүләп барып, байтаҡ бакуй һелтәп килделәр. Өс йөк бесәне сыҡты. Žатам тип ауыҙланған һыйыры һатылмағас, әсәһенә хәҙер Сабирҙан да һәйбәт егет юҡ ине. Әллә ҡасан һорашып белеп бөткән. «Өләсәй ҡулында үҫкән икән. Әйтәм, бигерәк итәƒәтле. Бәләкәйҙән бесән сапҡан, ҡарсыҡты аҡтан өҙмәйем, тигәндер инде. Ата-әсәһе уҡытыусы булƒан, районға барғанда машина менән аварияƒа эләккәндәр. Бигерәк йәшләй әрәм булƒандар инде», – тип һөйләп-һөйләп ала.

Күп тә үтмәй, Сабир иптәш егете менөн Гөлкәйҙәр колхозына практикаƒа килде. Орлоҡ әҙерләүҙә бергә эшләнеләр. Агитбригада әҙерләнеләр. Әйткәндәй, Сабир ҙа гармунсы булып сыҡты, концерттарҙа уйнап, бөтә ауылдың һушын алды. Ә яҙƒа студенттар таƒы уҡырƒа, дәүләт имтихандары бирергә ҡайтып китте. Сабир колхозға агроном булып килмәксе. Гөлкәй шулай хәл итте: университеттың филология факультетына ситтән тороп уҡырƒа инде.

Көҙгө ураҡта Сабир агроном булып эшләй ине инде.

Сабир Гөлкәйгә дуҫтарса иƒтибарлы, яƒымлы. Ҡайһы саҡта, күҙҙәре осрашҡанда ғына, ҡыҙ ниҙер һиҙенә. Ул күҙҙәрҙең зәңгәр төпкөлөндә тылсым ята кеүек. Туҡта, туҡта, нисек аңлаштылар һуң әле улар? Йылдан ашыу яратыу тураһында һүҙ булманы. Көн дә тиерлек эш араһында осрашып торҙолар, кистәрен клубта бергә булдылар. Башта уларƒа ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар ине, йә, нимә менән бөтөр һеҙҙең ара, йәнәһе. Тора-бара күнектеләр. Күрәһең, тиңдәштәрҙең ƒәҙәти дуҫлыƒы тип таптылар. Сабир ҙа шулай уйлаймы икән?

...Сәсеү бөткән, бесәнгә төшмәгән бер ара ине, Динә, ул хәҙер ҡалала, отпускыƒа ҡайтып төштө. Бер кис ул, йәштәрҙе йыйып күңел асып алырƒа уйланы. Гөлкәй өҫтәл әҙерләште. Ҡунаҡтар йыйылды. Уйын-көлкө, йыр-бейеү тигәндәй... Кәйефле генә ултырƒанда, гармун тартып берәү килеп инде. Уның һалдат кейемендә икәнен шәйләү менән Гөлкәйҙең күңеле һиҫкәнде. Таһир?! Ул да булмай, Динә, «Таһир, һабаҡташ!», тип әйҙүкләп ҡунаҡты түргә саҡырҙы. Таһир, ысынлап та – ул. Мыҡтыланып киткән. Формаһы килешә үҙенә. Былай ҙа матур кешегә ни. Отпускыға ҡайтҡан икән. «Ун көн буйы ауыл гөр килеп торасаҡ», – ти үҙе. Шулай Динәләргә килеп тә инде, бөтәһен ауыҙына ҡаратып та алды. Әлеге «Минең гөлөм»дө йырлап ебәрҙе. Тауышы!

Бына ул, Таһир, Гөлкәйҙе ҡасандыр тәүге мөхәббәт ƒазаптарына дусар иткән егет, ҡаршыла, гармун уйнай. Сәстәрен артҡа ташлап, ҡаштарын һикертеп, яурындарын уйнатып бейеү көйөн һыҙҙыра. Башын түбән эйеп, керпектәрен күтәрмәй генә моңланып, мөхәббәт көйҙәрен тарта. Ә Гөлкәйҙең күңеле елкенә...

Унлаƒан йәш-елкенсәк гөрләшеп ауыл осона сыҡты. Барып етеү менән Таһир, гармун уйнамайым, тип инәлтә башланы. Сабирƒа уйнарƒа тура килде. Таһир Гөлкәйҙе тансаға саҡырҙы. Тәүге минуттарҙа ҡыҙ осоп ҡына йөрөнө. Шунан ҡапыл аңына килгәндәй, туҡтап ҡалды. Нимә тине әле Таһир? «Уйна, уйна, гармунсы, беҙ үҙебеҙҙең ҡыҙҙарҙы килмешәктәргә бирә торƒандарҙан түгел», – тинеме? Әйтерһең, Гөлкәй – әйбер. Әле һин шулаймы ни әле! Гөлкәй Сабирҙан гармунды алып, Таһирƒа тотторҙо. Уныһы теләр-теләмәҫ кенә барып ултырҙы ла, вальс уйнай башланы. Гөлкәй Сабирҙы үҙе саҡырып тансаƒа төшөрҙө.

– Егетең әҙгә генә šайтҡан, улай өҙгәләндермә уны, – тине Сабир. – Минең иртәгә иртүк районƒа бараһым бар. Ошо көй бөткәс ҡайтып китәм.

Ул да булмай, көй шарт итеп өҙөлдө. Таһир Гөлкәй´әр эргәһенә килеп баҫты. «Нишләп беҙҙең ҡыҙҙар янында сит кешеләр урала?», – тип ҡысҡырҙы ул, хәүеф һиҙеп, уратып алƒан егеттәргә, – аҡылƒа ултыртырƒа кәрәк ундайҙарҙы. Таһир һуƒам тип һелтәнгәйне, Сабир уның ҡулын тотоп ҡалды.

– Тыныслан, мин бер кемдең дә йәрен тартып алырƒа йыйынмайым, – тип, ул ҡайтыу яƒына боролдо. Гөлкәй ´ә, Динәне етәкләп, уның артынан китте. Шулай ҙа туšтатырƒа ƒорурлығы ирек бирмәне, һәлмәк кенә атлап барƒан Сабир янынан йүгереп үтеп киттеләр. Ҡайтып еткәс, тупһаƒа ултырып икәүләп илаштылар. Ярай инде Гөлкәйе, Динәһе нимәгә иланы икән, иҫәүән? «Яратам мин уны, әхирәткәйем», – тине шунда Гөлкәй, – һиңә генә сисәм серемде». «Тапҡанһың сер, бөтә ауыл белә инде һинең Таһирҙы яратҡаныңды. Бәләкәйҙән яратыштыƒыҙ ҙа инде. «Юҡ, уны түгел, Сабирҙы яратам мин, Динә», – тигәс, әхирәте телһеҙ ҡалды.

Иртәгәһен Гөлкәй Сабирҙы күрә алманы. Ысынлап та районƒа юлланƒан икән. Шунан ул Өфөгә ниндәй´ер бер тәҡдим менән киткән. Колхоз рәйесе күрше Аҙнабай аƒайҙан һораштырƒайны, былай тип аңлатты: «Колхозƒа район пар ерҙәрен күп ҡалдырырƒа рөхсәт итмәй. Ә Сабир парһыҙ булмай, баҫыу ял итергә тейеш, ти. Дөрөҫ әйтә, башлы егет ул. Үҙ һүҙле лә икән кәрәк саҡта».

Сабир рөхсәт алып ҡайтты. ªлеге көндә был бик бәхәсле мәсьәлә, ярай, һеҙ´ең ауылда тәжрибә яһап ҡарайыҡ, тигәндәр. Таҙа парҙарҙың файҙаһын иҫбатлаƒансы байтаҡ ваҡыт үтте әле ул. Унан Сабир баҫыуҙарҙы кәҫ ҡайтармай һөрөү, ҡамыл төбөнә сәсеү идеялары менән янды. Рөхсәтһеҙ, йәшереп эшләгән саҡтары ла булды. Бәләкәйерәк майҙанда инде, әлеге лә баяƒы һынау өсөн.

...Ап-асыҡ булып, күҙ алдына аңлашҡан көндәре килеп баҫты. ªбейҙәр сыуаƒы ине. Донъя үтә күренмәле күлдºк кейгән кеүек. Нисектер моңһоу. Күптән бесәне йыйып алынƒан аҡланда ҡурпы моронлай. Гөлкәй ике саҡрымда ƒына ятҡан Ҡаранйылƒа ауылынан ҡайтып килә. Ана – Мәндем йылƒаһы, ана Ҡарауыл тауы. Тау аръяƒында уның ауылы – Мораҙым – ҡул һуҙымы ƒына ерҙә ята. Бәй, баҫма ҡайҙа? Төндә ямƒыр яуƒайны. Шулай шәп булƒан икән, баҫманы аƒыҙƒан. Аптырап торƒанда, кемдеңдер яҡынлашыуын һиҙеп, боролоп ҡараны. Сабир бит.

– Мин анау һырттаƒы ужымды ҡарарƒа тип сыҡҡайным әле, һине күреп ҡалдым да...

– Нишләргә икән, берәй атлы ла килеп сыҡмай. Кисерлекме ни ул Мәндемде, һыуығы елеккә үтә.

– Ниңә һиңә берәй, яныңда минең ише арƒымаҡ торғанда.

– Шаяртмаһаңсы.

– Кем шаярта, минме? – тине лә Сабир Гөлкәйҙе күтәреп алды. Ниҙер әйтергә өлгөрмәне, шаптырлап һыуƒа төшөп тә китте.

– Ҡотороп аҡһа ла, кисеү тәңгәлендә тәрән түгел ул, мин был яҡҡа ла, ана, мотоциклды ҡалдырып кисеп сыҡтым, итеккә һыу инмәне.

– Сабир... Күҙҙәрең ƒәжәп һинең...

– Гөлкәй, уйнама һүҙҙәр менән, йәме. Минең дә бит, иләҫләнеп, ышанып ҡуйыуым бар.

– Сабир, мин һинең күҙҙәреңде, мин һине... яратам.

–?!

– Гөлкәй, әйҙә һыртҡа икәүләп барайыҡ. Ужымдарҙы һин дә күрерһең.

– Әйҙә!

...Гөлкәй сәғәтенә күҙ һалды. Ете лә тулып килә. Сабир йоҡлай. Ирен уятмаҫҡа тырышып, шым ƒына тороп кейенде лә, өйөнә йүнәлде.

Сабир ҡайтҡанда инде, Гөлкәй ырҙын табаƒына киткәйне. Агитатор ул йылдың-йылы. Ә Сабир бөгөн ял итә. Бер аҙна былтырƒынан šалƒан отпускыһы бар ине, шуны алƒайны... Бына-бына арыш ураƒы башланырға тора. Эх, етә ҡыҙыу көндәр! Йөрәк дарҫлап тибә башлай, быны уйлаһаң. Яратҡан һөнәре булмаƒан кешеләр генә быны аңламай инде. Мөхәббәтте татымаƒан кешеләр менән берҙер улар. Мөхәббәт... Йөрәге һыҙып әрнеп ҡуйҙы. Шулай ҙа Гөлкәй һаман Таһирҙы уйлай, һаƒына микән ни?!.

Буш арала китап шкафын йыйыштырып алырға булды. Өҫтә генә ятҡан ҡалын дәфтәрҙе ҡулына алды. Шиƒырҙар? Эйе, Гөлкәй йәштән шиƒыр яҙыуға һәүәҫ. Дәфтәр өр-яңы ине, бер генә шиƒыр яҙылƒан әлегә – «Һин генә» тип атала. Žин генә... Сабир ашыƒып уҡый башланы.

К‰œелемдº, иркºм, һин генº,

Булһам ине һиœº тиœ генº...

Аҫта, ваҡ ҡына хәрефтәр менән «Сабирƒа» тип яҙылғайны.







Date: 2015-07-27; view: 400; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.043 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию