Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Упшыšай





Бергәләп иртәнге сәйҙе эсеп, әле генә рәхмәттәр әйтеп ҡайтып киткән күршеһе Мºликәнең йүгерекләп тағы был яҡҡа ыңƒайлаƒанын күреп, ҡош-ҡортон ашатып йөрөгән Көнбикә аптырап ҡалды. Әллә бер-бер хәл булдымы икән? Йә инде...

– Ҡара йөрәк! Күр һин уны, ә! – тип, һөрән һалды Мәликә күршеһенә ҡапҡанан инешләй үк. – Йомшаҡ күпмәмдә йоҡлай, үҙем ни ашаһам, шуны ашай, ләƒнәт! Ҡара йөрәк!

Көнбикәнең ҡапыл башы ºйләнеп, аптырап ҡалды, хатта тупһаһына ултыра төштө. Ошо осор алмаш-тилмәш бер-береһенә иптәшләшеп йоҡларға йөрөшәләр, әллә уны ҡарƒаймы Мºликә? Аҙналап инде ир-ат ҡырҙа ҡуна ятып бесән саба, Көнбикәнең дә ире шунда. Ҡыҙы ҡалала уҡыуҙа. Ә Мәликә күптән япа-яңƒыҙы көн күрә. Ире вафат, улы Рәфистең сыƒып олаƒыуына ун йыллап барҙыр, ҡайҙалыƒын да белгән юҡ.

– Уф, ниҙәр күрергә яҙƒандыр инде был ƒәзиз башҡайҙарƒа, – Мәликә иламһыраƒан тауыш менән Көнбикә эргәһенә ултырҙы. – Бер ƒибрәт һөйләйем әле һиңә. Биллаһи бына, ƒибрәт.

Көнбикәнең бәпкәләргә тип ҡуйƒан еменә инә ҡаҙы ƒына түгел, гел һаҡта торƒан ата ҡаҙы ла барып йәбеште. Бындай һөмһөҙлөктәренә хужабикә сыбыҡ күтәрмәй ҡалмай торƒайны, был юлы өндәшмәне лә. Ҡаҙ ҡайƒыһымы ни!

Күп булһа берәй ләстит ишеткәндер был Мәликә, тип, Көнбикә әҙерәк тыныслана төштө. Шулай ҙа йөрәге урынынан ҡупҡайны, саҡ ҡуҙƒалып, ҡаҙҙарын һыу яƒына ҡыуып ебәрҙе лә, күршеһен эйәртеп өйөнә инде.

– Самауырҙы яңыртайыҡ әле, иртән ҡабаланыраҡ та булды, иркенләп, сәй әсә-эсә һөйләшәйек.

Әле һыуынып та өлгөрмәгән самауыр, торба ҡуйыу менән шыжлай башланы. Мәликә өйрәнгән урынына, тәҙрә төбөнәрәк шылып, тәмләп хәбәренә тотондо. Үҙе бер урамға, үткән-һүткәнгә күҙ һала, бер – Көнбикәгә...

Кистән һыйырын һауып, эшен-көшөн бөтөргәс, Көнбикәләргә йыйынды. Аулаšлап ултырһаң, һүҙ араһында эш тә ырай, анау яҙƒы йөндө тетеп, иләп алһам тип, өй башына менде. Йөнөн тоҡҡа тултырып, бер сөйгә элеп ҡуйƒайны, шуны алайым тип ынтылһа, йыƒылып китә яҙҙы: ҡаƒып-һуғып һөйәп ҡуйылƒан ҡаҙ ояһында сый-мый килешеп күҙҙәре лә асылмаƒан бесәй балалары ятасы!

Бикләп сыҡҡан ишеген яңынан асып инде. Табаҡ-һауыт ҡуйƒан яҡтан йылт итеп бесәйе килеп сыҡты ла мейес башына һикерҙе. Әһә, ҡош-šортҡа тип ебетергә ҡуйƒан ҡаты-ҡотоно ашап йөрөй. Хәҙер уны туйҙырырым тимә.


Бесәйен әрләй-әрләй баҙҙы асып, нигеҙҙә тәгәрәп ятҡан иҫке биҙрәне алды. Ҡалтайып бөткән биҙрә иҙәнгә ҡуйыуƒа шалтор-шолтор тәгәрәп китте. Мейес башында, муйынын һуҙып хужабикәне күҙәткән бесәй был тауышҡа ҡалтыранып ҡуйҙы.

Мәликә бесәйе ауылда берәү. Ҡолаҡтары һәр саҡ һаƒайып, ҡарпайып тора, үҙе сөм ҡара. Түшендә генә, ынйы мунсаҡ кеүек, аƒы бар. Иркәләп, кирелеп-һуҙылыуы ла әллә нисек һомƒол, нәзәкәтле кеүек. Ә инде муйынын төҙ генә тотоп, йәшкелт күҙҙәрен бер асып, бер йомоп ултырыуын күрһәң? Исеме лә Ҡупшыҡай шуƒа. Мәликә ярата бесәйен, һылап-һыйпап, һыйлап ҡына аҫырай. Тик бына бер яƒы теңкәһенә тейә – йыл да балаламай ҡалмай. Баштараҡ, күрше-тирәгә тарата торƒайны, алыусы бөткәс, бесәй балаларын күҙе асылмаҫтан уҡ биҙрәләге һыуƒа батыра башланы. Әллә нисә йыл инде шулай итеүенә. Иң беренсе тапҡырында Ҡупшыҡайҙы ла, балаларын да бик йәлләгәйне. Аҙаҡ инде күнекте. Унан күрмәксе, башҡа ҡайһы берәүҙәр ҙә бесәй балаларынан шулай ҡотола башланы. Анауы хыялый Ғәҙилә әбей шикелле, бер көтөү бесәй аҫырап ултырып булмай инде.

Мәликә, бесәй балаларын сирҡана-сирҡана елкәһенән тотоп, биҙрәгә ырƒытып бөттө лә, уларҙың һыу сәсрәтеп тырмашҡандарын күҙенә лә элмәй, таƒы өй башына менеп китте. Ҡаҙ ояһын ҡаҡҡылап, ел өргәнерәк урынƒа түңкәреп ҡуйҙы. Уңарсы бесәй балалары тонсоҡҡайны инде. Тәрән генә итеп соҡор ҡаҙып, тегеләрҙе баҡса артына күмде. Бишәү булƒандар икән...

Яңынан өйөнә инде. Бына ƒәжәп, Ҡупшыҡай һаман мейес башында тора, ике күҙе – биҙрәлә. Мәликә баҙҙы асып, биҙрәне әлеге лә баяƒы нигеҙ буйына ырƒытты. Шалтор-шолтор иткән тауышҡа бесәй тағы дерелдәп ҡуйҙы, ыҫылдаƒандай итте, күҙҙәренән йәшел ут бөркөлдө. Мәликә ниҙер һиҙенде.


– Нимә һаман тораһың унда, мәлƒүн, бар! – Ҡупшыҡайҙы дөбөр-шатыр ҡыуып сыƒарҙы ла уның баҙ аша инеп-сыƒып йөрөгән тишеген сепрәк менән томалап ҡуйҙы. – Ҡара йөрәк, бөтә кәйефемде бөтөрҙө.

Күршеһенә инергә лә аяƒы тартмай торҙо уның башта. Урын йәйҙе, юрƒанын ябып, башына урап йоҡлай торƒан яулыƒын мендәренә әҙерләп һалды. Шулай ҙа өйҙә ҡунмаҫҡа булды, күңеленә әллә ниндәй бер шом инде лә ҡуйҙысы. Анау Ҡупшыҡайҙың ҡарап тороуы һуң! Уф! Әллә илай ҙа ине мәхлүк. Кит, булмаҫты, нимә аңлай ул.

Шулай уйлана-уйлана, ҡултыҡ аҫтына бер кис ултырырлыҡ йөн ҡыҫтырып, Көнбикәләргә йүнәлде. Уларҙа инде, һүҙгә әүрәп, бесәй ƒәләмәте онотолƒан.

Иртәгәһенә Мәликә тып-тыныс күңел менән ишеген асып инде лә... әсе тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Унан әллә күпме ишек яңаƒына һөйәлеп өнһөҙ торҙо. Ҡот осҡос! Иҙәндә йолҡҡоланƒан, имен ере ҡалмаƒан юрƒан ята, донъя тулы мендәр мамыƒы, яулыƒы ҡанƒа туҙƒан, уның бер осон тешләп йән биргән Ҡупшыҡайҙың кәүҙәһе шөҡәтһеҙ булып ҡатып ҡалƒан. Žөйәлеп торƒан арала Мәликә был фажиƒәне үҙенсә күҙ алдынан уҙƒарҙы. Рәнйегән инә бесәй унан үс алырƒа булƒан, төнлөктән баҙƒа, баҙҙан өйгә ингән. Тишекте томалаган сепрәк күренмәй, тырнап-тырнап төшөргәндер. Унан инде күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, карауатҡа ырƒыƒан. Тырнаҡтарын аҡтарып бөткән, үҙ ҡанына үҙе сәсәп, йөрәге ярылып тәгәрәгән...


Көнбикә күршеһен тыңлаƒанда, нишләптер һыуҙа сыйылдашып йән биргән бесәй балаларын күҙ алдына килтерҙе. Бисараҡайҙар, күҙе лә асылмаƒан көйөнә...

– Ҡара йөрәк! Ит изгелек – көт яуызлыҡ! – Мәликә тыныс ҡына һөйләп ултырƒан еренән таƒы тулап китте. Көнбикә, иҫенә килеп, һыуып бөткән сәйен йотоп алды. Күршеһе иһә, уның аƒарынып ултырыуын күреп, үҙенсә юраны, йәнәһе, килештереп, кеше ҡурҡытырлыҡ итеп тасуирлай белә икән. Белмәйсә! Ошо уйынан ҡанатланып, ул йәһәт кенә урынынан ҡуҙƒалды, магазин яƒына барып әйләнәйем әле, тип, ашыƒып сыƒып китте. Шундайыраҡ инде ул Мәликә, еңел уйлай, еңел эшләй. Уның әлеге хәбәре менән бөтә ауыл тула инде хәҙер...

Юҡҡа аƒарынманы шул Көнбикәнең йөҙө. Бер ҡараһаң, сәйер инде ул әҙәм заты. Бер бесәй, бер мәхлүк хаҡында тыңлап, үҙеңдең иң ауыр уйҙарыңды ҡуҙƒатсәле.

Көнбикә әсәһенең төҫө итеп һаҡлаƒан һандыƒын асып, төптә ятҡан бер конвертты алды. Юнираның, ҡыҙының хаты. Ярты йыллап инде ошо хатты көн дә тиерлек алып уҡый. Уҡый ҙа, йәшереп ҡуя, иренә күрһәткәне юҡ. Бына таƒы таныш ҡул менән яҙылƒан юлдарƒа күҙ йүгертте, ҡыҙының тауышын ишеткәндәй булды: «Әсәй, башта һинең менән кәңәшләшәйем, тим. Тыуасаҡ сабыйыбыҙҙы уйлап борсолам... Ҡыҫҡаһы, Замирҙы ҡапыл армияƒа алдылар. Яҙылышырƒа өлгөрмәй ҡалдыҡ. Хаты килде – Афƒанстанƒа эләккән».

Тыуасаҡ сабыйыбыҙҙы?! Көнбикәнең зиһенен сыуалтҡан ошо һүҙҙәр был юлы бигерәк тә ныҡ тулатты йөрәген. Хатын алыу менән ул Юнираƒа асыулы-ярһыулы яуап яҙып һалƒайны. «Уҡыуыœды өҙмә, баланы табыу хаҡында башыңа ла килтермә! Яратһа, Замирың аңлар. Әгәр ҙә әйләнеп ҡайта алмаһа? Һуғыш бит унда, Юнира, һуƒыш».

Көнбикә ике ҡулы менән ҡапыл сәнсеп алып киткән сикәләрен баҫты. Нисек яҙа алƒан был һүҙҙәрҙе?! Хәйер...

Берҙән-бер ҡыҙы бала күтәреп ҡайтһа, кеше нимә тиер? Артыңдан бармаҡ төртөп ҡалырҙар...

Бер минутҡа ла күңеле тынысланманы Көнбикәнең был аралар´а. Берәүгә лә һөйләмәне, өҙгәләнде лә өҙгәләнде. Әлдә бына, Мәликә ингеләп йөрөнө. Ҡапыл күршеһенең: «Ҡара йөрәк!» – тип ҡысҡырƒаны ишетелгәндәй булды. Һиҫкәнеп китеп, ҡолаҡтарын ҡапланы. Әллә һаташа инде? Кемдеңдер килә ятыуын шәйләп, тәҙрәгә күҙ һалды – почтальон! Йүгереп ҡаршыһына сыšты. Юниранан хат килгән. Теге ваҡыттан бирле бер хәбәре лә юҡ ине әле. Көнбикә, ҡалтыраƒан бармаҡтарын тыңлата алмай, конвертты тешләп йыртты ла хатты уҡый башланы. «Әсәй, һинең яуабыңды алыу менән ситтән тороп уҡыуƒа күстем. Тегеү фабрикаһына эшкә индем. Эшселәр ятаƒында йәшәйем. Бик һәйбәт ҡыҙҙарƒа тура килдем...» – «һә» тигәнсе күҙе менән һөҙөп уҡып сыҡты хатты Көнбикº. Яңы адресын яҙған. Бала хаҡында ла, Замир хаҡында ла ләм-мим. Ниңә һуң эшкә ингән? Аҡса типме? Атаһы, былтыр оҙата барып, уның исеменә кассаƒа байтаҡ ҡына аҡса һалып ҡуйƒайны лаһа. Кәрәк булһа, бар ҙа ал. ªллә тотош туҙҙырып бөткән микән? Булмаҫ, ипле бала ул. Ипле...

Көнбикә ары һуғылды, бире һуƒылды, йәненә толҡа тапманы. ªллә барырƒа ла килергәме ҡыҙы эргәһенә? Өс йыл уҡый бала, бер барғаны юҡ. Алыҫ та шул, Свердловскиҙа. Әйтеп торҙо, Өфөлә лә бөтмәгән институт тип, юҡ, шунда бармаҡсы итте. Йәнәһе, тау инженеры була – ƒүмер күрмәгән һөнәр. Беренсе курста уҡ шул Замир менән танышып, уның тураһында яҙƒылап торҙо. Уф! Түҙеме ҡалманы Көнбикәнең. Тәүәккәлләп сыƒам да китәм, тип уйланы ул. Үҙ күҙем менән күреп, хәлен белеп ҡайтам. Ҡатлап сөгөлдөргә төшөргә берәй аҙна ваҡыт бар әле, донъяны Мәликәгә ҡалдырам да... Бәй, почтальон күршеһенә инеп бара түгелме һуң, кемдән хәбәр килде икән? ªллә теге берәҙәк улы иҫенә төшөргәнме әсәһен? Ул-был иткәнсә, йән-фарманƒа йүгереп Мәликә үҙе лә килеп инде.

– Хур итте, башымды, хур итте, – тип тупһанан уҡ яр һалды ул был юлы ла.

– Ни булды? Әллә Ҡупшыҡай терелеп таƒы берәй хаслыҡ ҡылдымы?

– Мә, хат – уҡы.

Көнбикә сатай-ботай итеп яҙылған хатты саҡ-саҡ танып уҡый башланы. Тәүҙәрәк бер ни ҙә аңламай торҙо. Әллә ниндºй ҡот осҡос тарих. Бер ир йәш кенә ҡыҙҙы алдай ҙа, ул ауырƒа ҡалƒас, баланы тапһаң, алмайым, абортҡа бар, тип ҡурҡыта. Тегеһе башта ризалашмай, аҙаҡ, етешеп бөткәс, дарыу эсә. Ниндәйҙер бер фатирҙа икәүләшеп баланан ҡотолоу әмәлен уйлап сыƒаралар былар. Бала тере тыуа. Атай ишараты сабыйҙың ауыҙын сепрәк менән төрөп бәйләй ҙә сүп-сар ташлай торған торбаƒа ырƒыта,

– Уф, башым, – Көнбикәнең күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Һү´мә-һүҙ Юнираның хатын хәтерләне, ниңәлер...

– Уҡы, уҡы, – тине Мәликә, йөҙөнә ниндәйҙер йәл бер сырай сыƒарып.

...Табалар баланы, тоталар тегеләрҙе. Ултыртып ҡуялар икеһен ике арый. Әле теге ҡыҙ, төрмәнән сығып, ирҙе эҙләй икән, адресын таптыра. Көнбикә фекерен туплай алмай бер булды. Туҡта-туҡта, хат Мәликәгә, тимәк, унан адрес һорайҙар. Рәфисенең адресын. Бахыр, Мәликә уны үҙе лә белмәй шул. Бәй, теге баланы быуып үлтергән бәндә Рәфис буламы ни?

– Хур итте башымды, ҡара йөрәк, – тип һамаҡлай башлаƒан Мәликәгә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла Көнбикә әйтте лә һалды:

– Үҙең ƒәйепле!

Мәликә, шаңҡыƒан балыҡ шикелле ауыҙын асты, күҙен таҫырайтып ултыра бирҙе лә, ҡапыл һикереп тороп, сыƒып китте.

Кешене рәнйеткәненә лә йәне көймәнесе Көнбикәнең. ªле килеп, суфыйланƒан да киткән, күрше йәшәгәс, белә инде Мәликә-Ҡупшыҡайҙың да кем икәнен. Эйе, шул, уның да йәшерәк саҡта шундай ҡушаматы бар ине, аҙаҡ бесәйенә күсте... Йәшләй тол ҡалды ул. Рәфисенә ун-ун бер йәш кенә булƒандыр, моƒайын. Әсәһе төшөргөләй, сит ирҙәр менән сыуала башлаƒас, етене бөтөрҙө лә, Рәфис ҡалаƒа сыƒып китте. Күрше-тирәне биҙрәтергә өлгөргәйне инде. Малай-шалайҙы ҡотортоп, берәҙәк эттәрҙе йыйып йөрөй башланы бер заман. Әҙ-мәҙ аҡса биргәндәрҙер инде. Берәҙәктәрен аулап бөткәс, бәйҙә ултырƒандарына тотондолар. Әле берәүҙең эте юғала, әле икенсенең. Рәфистәрҙең иҫке келәтенән барып табалар: муйынына элмәк таƒып, сөйгә аҫып ҡуйылƒан була. Йыйып, арбаƒа тейәйҙәр ҙә, малайҙар эттәрҙе Дәниф ҡартҡа алып баралар. Уныһы, тиреләрен тунап, әҙерләүселәргә тапшыра. Тамам башкиҫәргә әйләнгән малайҙарын ата-әсәләре тыйып ала алмай йонсоно. Мºликәнең һүҙе улына сүп инде. «Нисек йәлләмәйһең, тере йән дәһә эт тә», – тиһә: «Үҙеңде бел, бесәй балаларын батырып үлтерәһең», – тип кенә ҡуя... Рәфис сыƒып киткәс, ауыл халšы еңел һулап ҡуйҙы. Әсәһе лә бик бошонманы шикелле. Баштараҡ ҡайтҡылап йөрөй ине, аҙаҡ әллә ҡайҙа булды егет. Бына, әле килеп бер хәбәре килеп төштө.

Баланы үлтергәндәр, тиһең, ә? Эҫеле-һыуыҡлы булып китте Көнбикә. Шунан, бер уйƒа килеп, ашыƒып йыйына башланы. Ҡыҙын күрмәй тороп, тыныслана аламаясаҡ ул. Иренә яҙыу яҙҙы ла, ишеген бикләп, автобус юлына сыҡты. Берәй күршеһе һауыр әле һыйырын, баҡыртып тормаҫтар.

Тәүлек тигәндә Свердловскиƒа килеп төштө Көнбикә. Такси уны биш ҡатлы һарƒылт йорт янына килтереп туҡтатты. Ошо икән Юнира йәшәгән ятаҡ.

Бүлмә ишеген шым ƒына асып инеү менән, танауына ниндәйҙер танһыҡ бер еҫ – йылы тын – бөркөлдө. Ике ҡыҙ, донъяларын онотоп, нимәлер бесеп, тегеп маташа, берәүһе өҫтәлдә кер үтекләй. Аһ, кер үтекләгәне Юнира лаһа. Төптәге карауат эргәһендәге тумбочкала һалдат һүрәте тора. Замирмы? Ә карауатта, ап-аҡ биләүҙә... бәпес ята. Теге танһыҡ еҫ бәпес еҫе икән. Көнбикәнең сумаҙаны ҡулынан төшөп китте. «Туҡ» иткән был тауышҡа бөтәһе лә ишек яƒына ҡараны.

– Әсәй!..

– Балам!..

Көнбикә тел осона килгән һүҙҙәрен дә әйтә алмай торҙ бер арый. Ярҙамƒа иң мохтаж сағында ҡыҙың сит-ят кешеләргә күҙ терәп ҡалһынсы, ата-әсәһе иҫән була тороп. Унан да бигерәк, әсәй башың менән тыумаған сабыйҙың ƒүмеренә киҙән әле...

– Эх, Мәликә, мине лә «ҡара йөрәк» тип әйтер инең... Ул яҡҡа һин оҫта...

– Нимә тиһең, әсәй?

Ниҙер хәстәрләп кухняƒа барып әйләнгән ҡыҙы, үҙ алдына һөйләнеп ултырƒан Көнбикәгә сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы.

– Былай ƒына, ҡыҙым. Күрше апай иҫемә төшөп китте.

– Әсәй, һин Замираға күҙ-ҡолаҡ булып тор, мин йүгереп кенº бер һабаҡташыма барып киләйем, конспект биреп торам, тигәйне.

Юнира ашығып сыƒып китте. Көнбикә, баҙнатһыҙ ƒына атлап, аҡ биләү эргәһенә килде. Собханалла! Уянƒан бит, ҡарап ята. Кем килгәнен әллә һиҙә микән? Булыр ҙа замана балаһынан...







Date: 2015-07-27; view: 353; Нарушение авторских прав



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.018 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию