Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Беҙ бөгөн эшләмәгек . Бай бөтәбеҙҙе лә ҡайтарып ебәрҙе . Ул ауырый





Шулаймы ни? Ә нимә булған үҙенә?

Кисә " Буҙа " менән " Ҡымыҙҙы " буташтырып ташлаған.

...

Ағиҙел йылғаһы Урал тауы менән Шүлгән ташҡа асыуланған тей.

Уларына нимә булып киткән?

Тегеләр бит " Дәрәжә " өсөн талашҡандар.

Был нимә тигән?

Ниңә улай тиклем талашырға? Һеҙ бит беҙҙә ике генә бөртөкһегеҙ бит. Бына нимә менән сағыштырырға бына " Бейә имсәге " шикелле генә ике бөртөкһегеҙ, - тигән.

Шунан алып бейәнең имсәге ике генә бөртөк була башлаған.

...

Иртәгеһенә Дәрүиштең үле кәүҙәһен табалар.

Теге донъяға барып эләккәс ул хоҙайға бер генә һорау бирә:

Йтегеҙсе зинһар. Ниңә мине Һеҙ шул тиклем ыҙаллаттығыҙ. Минең Һеҙҙең алдығыҙҙа ни ғәйебем бар?

Хоҙай уға былай тип яуап ҡайтарған:

- Һин бик көслө һәм сыҙамлы кеше булып сыҡтың. Мин һиңә ни тиклем ауырлыҡтар ебәрһәм дә һин бер ҙә бирешмәнең. Киреһенсә ауырлыҡтар биргән һайын мәрәкәләрең ҡыҙыҡлыраҡ һәм көлкөлөрәк булды. Быны мин нисектер аңларға тырышһам да, әммә һөҙөмтәһеҙ әле. Тик белһәң ине һин меҫкен Дәрүиш? Нисек кинәнес һинең көләмәстәреңде тыңлауы? Уларҙан һуң күңел ирей һәм йән керә. Ә был инде минең эшемдә бик мөһим. Нисек әле һиндә?:

Аҙан башығыҙға кейелмәһен, - тейһеңме?

Йе.

Бына бит, - тип көлдө лә ул, өҫтәп ҡуйҙы: - Ахырыһы, һинең мәрәкәләреңдән һуң һуңғы осоро кешеләрҙе үтә ҡаты ғәйепләмәй ҡалдым әле. Әйткәндәй мин дә бит үҙенә күрә бер тамаша. Рәхмәт һиңә мәрәкәләрең өсөн " Әүлиә " һәм ғәфү ит беҙҙе " Туңбаштарҙы ", - тине лә ҡулдарын артҡа ҡуйып китеп тә барҙы.

Ниңәлер арттан ҡарап торғанда, уның яуырыны һелкенә - һелкенә, ә башы болғана - болғана барҙы. Күрәһең Дәрүиштең берәй көләмәсе иҫенә килеп төшкәндер.

Баймаҡ ҡалаһы 2011 йыл.

М и р а ҫ

Киәт

Борон - борон заманда йәшәгән ти бер

Бей. Уның бер бөртөк улы булған ти. Әбей төрлө әкиәттәр уйлап сығарып улына һөйләгән ти. Бөртөкбай уларҙы йотлоға - йотлоға тыңлаған ти. Ваҡыт уҙған. Егет кәләш алып үҙ донъяһын ҡорған ти. Әбейҙең үлергә ваҡыты щеткәс ул улын үҙенә саҡырып алған да былай тигән: " Улым мин инде йәшәрен йәшәгәнмен үлергә лә ваҡыт еткән инде. Тик һинең өсөн борсолам. Нисек итеп ғәиләңде аҫырарһың икән? Мин күпме йылдар йәшәһәм дә донъя йыйа алманым. Һиңә бер нәмә лә биреп ҡалдыра алмайым шул балаҡай " - тип үлеп тә китә.

Тормош алға бара. Бөртөкбай ғәиләһен астан үлтермәҫ өсөн көнө - төнө эшләй. Тик бай уға аҙ түләй. Был ғеҙелһеҙлектә йәшәүе бик үкенесле күренеш, тик ни эшләмәк кәрәк.

Шулай итеп бер көндө байҙың ҡыҙы тыуа. Ул бигерәк ҡулсыр һәм сәйер холоҡло булып сыға. Берәүҙе лә тыңламай һәм берәү уны тыңлата алмаҫ булған. Бала бер көндө уйнарға тип өйөнән сығып китә лә юғала. Уны күмәкләп эҙләргә тотоналар. Бөртөкбай уны эҙләп таба һәм ата - әсәһенә ҡайтарып бирә. Улар ҡайтып барғандарында Бөртөкбай нисек кенә баланы әүрәтмәһен теге бер ҙә ыңғайына бармаған. Шунан ул тамам аптырауҙан ни эшләргә лә белмәй әсәһе һөйләгән әкиәттәрҙе һөйләп ҡарарға булған ти. Бер мәлде беҙҙең тыңлауһыҙ ҡыҙыҡай тымып әкиәткә әүрәгән ти.

Бәләкәй ҡыҙға оҡшап ҡала был әкиәттәр һәм ул көн дә уға әкиәт һөйләүҙәрен талап иткән ти. Бай быға ҡаршы тормаған киреһенсә ҡыҙының нимәгәлер ҡыҙыҡһыныуы һәм әүрәүе уны бары тик ҡыуандырған ғына ти.

Бөртөкбай шул көндән алып әсәһенән ҡалған әкиәттәрен ҡыҙға һөйләр булған һәм бай янында ҙур вазифа биләгән ти.

Date: 2016-02-19; view: 344; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию