Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Таҫтымалын муйынына һалып, һыу буйынан менеп килгән Ғәли күренә, ағас артына боҫоп тыңлай





 

Урал. Әһә-һәәәү!.. Тәбиғәткәй-әсәкәй!.. Нимә ул сер, тиһегеҙме?

Тәбиғәт тауышы. Нимә ул се-е-ер?! Нимә ул се-е-ер?! Нимә ул се-е-ер?!.

Ғәли. Әһ-һә! (Устарын ыуып). Ҡаптың, ҡарт карп, ҡармаҡҡа!

Урал. Бабаларҙан аманатҡа ҡалған булат балдаҡ ул.

Ғәли (үҙ алдына). Булат балдаҡ? Быныһы ни ғәләмәт?

Урал. Ҡөҙрәтле лә, мәрхәмәтле лә, йәшәтеүсе лә, үлтереүсе лә, һөйҙөртөүсе лә, көйҙөртөүсе лә бөйөк тылсым эйәһе ул булат балдаҡ.

Ғәли (үҙ алдына). Вәт ғәләмәт. Стоп! һуңғы икеһе исключительно полезно.

Урал. Их! (Ҡуйынынан ҡыҙыл ҡумта сығара). Бына ул! Шундай ул булат балдаҡ: Урал батыр үҙе уны изге Атас тауыбыҙҙың магнитлы ҡоросонан ҡойған. Изге йәндәрҙе магниттай үҙенә тартырлыҡ, шаҡшыларҙы быраҡтырырлыҡ көс биргән. Булат балдаҡ утта янмай, һыуҙа батмай. Булат балдаҡ кейгән ҡулды ҡурғаш киҫмәй, ҡорос сапмай...

Ғәли (үҙ алдына). Мистика! Ағыулы дин ҡалдығы! Ә дин артында ята, билдәле, (бармаҡ янап) контрреволюция ҡотҡоһо!

Урал (ҡыҙыл ҡумтанан алып, сатҡыланып-сәсрәп торған балдаҡ үтәләй залға баға). Бының үтә мин ни күрәм: ана бара алыҫ бабам Бикбау кенәз — бармағында булат балдаҡ...

Ғәли (үҙ алдына). Кенәз?! (Маңлайына һуғып). Стоп! 1921 йылда советтарға ҡаршы баш күтәргән Амантаев бандит менән Охранюк-Черскийҙың Йылайырҙағы “Башҡорт кенәзлеге”н һағына был ҡарт бүре!

Урал. Ә был яҡта, яңы быуат, һуңғы быуат: алдығыҙҙа баҫып торған был бабағыҙ ҡулындалыр яугир булат: мин алышам Петроградта — ҡыҙыл ғәскәр Нуриағзам Таһиров йәнәшәһендә! Ә унан һуң Варшауғаса — Муса батыр Мортазин бригадаһында...

Ғәли (үҙ алдына). Вәт дошман! Яуыз буржуаз милләтселәрҙең фашланмаған ҡалдығы! Мифический булат балдаҡ ҡотҡоһон халыҡҡа һалып... (маңлайына һуғып ала) дөрөҫ һығымталайһың, алтын баш! — эврика! “Булат балдаҡ” тигән йәшерен контрреволюцион ойошма төҙөгән был! (Маңлайын туҡмап). Уйла, һоро матдә, уйла — деталдәрен кәрәк эҙләп табырға! ОГПУ-ға, шаҡ ҡатырып, килештереп яҙырға!

Урал. Их, ҡартайылды шул саҡ ҡына!.. Булат балдаҡты бирерлек ир затым юҡ артымда...

Ғәли (үҙ алдына). Ахмаҡбаш! (Баш бармағын үҙенең күкрәгенә төртөп). Бына тора ул ир заты нәҡ ҡаршыңда!

Урал. Әммә яугир Сәлисә ейәнсәрем бар — шуға биреп ҡалдырам булат балдаҡты. Ейәнсәрем үҙе һайлаған кейәү-балаға кейҙертер яугир булатты.

Ғәли. Ҡарағыҙ ҡарт дуракты, ҡайһындай шарт уйлап тапты! Но-ләкин... но-ләкин... “балдаҡ — кейәү-балаға” тигәне бик важно! (Маңлайына һуғып). Эврика! Баш бирмәгән ейәнсәре минең ҡармаҡҡа ҡапты! (Ыҫтанға ҡарай йүгерә).

Урал. Ҡулдарымды ҡаушарам — булат балдаҡты ейәнсәремә тапшырам. (Ыҫтан яғына китә).

Тирәклектән, ҡаса-боҫа, тигәндәй, ирле-ҡатынлы Ишмырҙа менән Сафура сыға. Сафура ҡултығы аҫтына ап-аҡ ҡаҙмендәр ҡыҫтырған.

Ишмырҙа. Ҡуйсы инде, танһығым, ебәр инде, алтыным, кеше күрә бит, ялҡыным. Ниңә көн дә йөрөйһөң?

Сафура. Бәй, был ни һүҙ?! Мейес тултырып бригадаға көн дә икмәк һаламмы — һалам!, яңы бешкән икмәк көн дә килеп етергә тейешме — тейеш! Икмәк юлында ир менән ҡатын ҡауышыуҙан Совет иленә ни зыян?

Ишмырҙа. Сеү, Ким улыбыҙ килеп сығыр.

Сафура. һе! Бәпесебеҙ ауыҙына кәнфит ҡабыр ҙа шылыр.

Ишмырҙа. Исмаһам, ошо оса мендәреңде йөрөтмәсе, алтыным.

Сафура. Ошо оса мендәремдә дөрләй йөрәк ялҡыным. Оса мендәрһеҙ нишләр инең, көмөшөм, — ҡаҡҡа терәлер ине танһыҡ өлөшөм.

Ишмырҙа (ҡатынының тығыҙ осаһын һыйпап). Тәүбә, тиң! Алтыным барҙа ҡаҡҡа ятаммы һуң инде мин!

 

Алтынҡайым, алтыным,

Ярһыу йөрәк ялҡыным.

Үткән төндә күҙ алдымда

Бриллианттай балҡының.

 

Date: 2015-07-23; view: 328; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию