Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Сәлисә килеп етә, бошонҡо





Сәлисә. Егеүле атың тора, үҙең юҡ. Тракторҙарға һыу кәрәк. Әллә ҡайҙа эт һуғарып йөрөйһөң.

Ким. Ҡамыт аяҡ вәкил осраны бая...

Сәлисә. Абау, ярамай улай, Ғәли Ғәлич, тип кенә әйт.

Ким. һе! Шул ҡамыт аяҡ миңә, күҙҙәрен май урлап ашаған бесәйҙәй мызылдатып: “Слушай, Значок, бынамын тигән ҡыҙыл һаплы еҙнәй бәкеһе алғың киләме?” — тигән буласы...

Сәлисә. Уф! (Йәшел үләнгә сүгәләп). Ултыр әле, ҡустыҡайым, яндарыма, ял булһын йәндәремә. (Ким дә ултыра, Сәлисә уны яурынынан ҡосаҡлай). Сәлих ағайыңды осратманыңмы?

Ким. Юҡ, осратмайым мин уны.

Сәлисә. Ниңә?

Сәлих. Ҡарттайым асыулана. (Үләнгә салҡан төшә).

Сәлисә (ҡустыһы йәнәшәһендә салҡан һуҙылып). Их! Күрәһеңме Көн сығышы яғындағы анауы яҡты йондоҙҙо?

Ким (ҡыуанып). Күрәм, күрәм! һин дә, тап миндәй, көпә-көндөҙ йондоҙ һанайһың икән, апайым!

Сәлисә. Саҡ ҡошона әүерелеп Күккә осҡан боронғо бәхетһеҙ малай, — ә “Астрономия” дәреслегендәге сағыу Сулпан-йондоҙ ул...

Ким (ырғып тороп, төртөп күрһәтә). Апай-апай, ана тора, йым-йым итеп, Көн байышындағы Күк ситендә Суҡ ҡошо — яҡты Зөһрә-йондоҙ! Ҡарттайым әйтә, ата-әсәһе ҡарғышынан Саҡ, Суҡҡа әйләнгәндәр, мәңге ҡауыша алмаясаҡтар, ти, улар. Күрәһеңме?

Сәлисә. Уф, күрәм... (Тора. Моңайып, Саҡ, Суҡ бәйетен көйләй).

 

Беребеҙ — уң яҡта, беребеҙ — һул яҡта,

Бергә булаһым килә шул саҡта...

Өйгән кәбәнде елдәр тарата,

Ҡауышам, тигәндә, ҡапыл таң ата...

 

Ким. Апайым... Ҡарттам әйтә...

Сәлисә (иҫен йыйып). Ярай, ҡустым, эш күп. МТС-ҡа юлланам. Өйгә һуғылыр ҙа әмәл юҡлыҡтан, һиңә бик ҙур бер үтенесем бар ине. Үтәрһеңме?

Ким (пионерҙарса салют биреп). һәр саҡ әҙер, апайым!

Сәлисә (булат балдаҡлы ҡыҙыл ҡумтаны тоттороп). Ошо ғәзиз аманатты,бер кемгә лә күрһәтмәй алып ҡайтып, әсәйем ҡулына тапшыр, түрҙәге һандыҡ төбөнә һалып ҡуйһын.

Ким. Бирнә һандығыңа!

Сәлисә (үҫмерҙең танауына ҡағылып). Салют!

Ким (булат балдаҡлы ҡыҙыл ҡумтаны салбар кеҫәһенә тығып). Салют! (Йүгерә).

Сәлисә (моңайып).

Мәҙрәсәләрҙә китап кәштәһе,

Саҡ менән Суҡтың бейетен ишетәһе... (Йөрәкһеп).

 

Их Сәлихем, Сәлихем, икебеҙҙең араларҙа ята шул ҡара упҡын!.. (Ике усы араһына башын ҡыҫып, йөрөнә). Ах был ҡәһәрле утыҙ етенсе йыл, утыҙ етенсе йыл... бер-беребеҙҙең баштарын ашауҙар... Атайым менән һинең атайың бер-береһен төрмәгә ултыртмаһа, шәүләләре арбыҙға ҡара упҡын һалмаҫ ине, ҡарттайым да исемеңде ишеткәндән ҡарғана башламаҫ ине... (Иламһырап). Булат балдаҡлы ҡыҙыл ҡумта ла хатта, Саҡ менән Суҡ араһын Ҡояш бүлгәндәй, бер-беребеҙҙән айыра... (Ашығып китеп бара).

Бушап ҡалған аҡланға Ким ҡабат йүгереп килә. Туҡталып, ҡуш бармағын ауыҙына ҡабып, ҡолаҡ ярғыс һыҙғыра.

Ким. Малайҙа-а-ар! Малайҙа-а-ар! Эҙләшергә килегеҙ! Их! Эшкә тигәндә береһе лә юҡ. (Булат балдаҡлы ҡыҙыл ҡумтаны кеҫәһенән сығара). Быныһы ла шылып төшөп ҡалмаһын тағы — кәрәгемде бирер апайым!.. (Ҡыҙыл ҡумтаны ағас сатаһына ҡыҫтыра). Салғы бәкемде тапҡансы, тороп торһон ошонда.

Date: 2015-07-23; view: 311; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.005 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию