Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Килтереүселәр пырхылдашып көлә





Сөйөмбикә. Ханыбыҙ тикшермәккә өлгөләр алды. Ҡалғандарын ҡаҙнаға кире илтегеҙ.

 

Змәүерҙәр тоҡтарҙы йөкмәп сығып китә.

Ҡушаҡ. Тыңлим, тағын да ни бойороҡлар бар, олуғ ханым?

Сөйөмбикә. Күҙгә төшкән дегәнәк булды был урыҫтың Зөйә ҡәлғәһе. Нисек көл ҡылырға шуны!.. Шымсылар ебәрелдеме? Мәғлүмәт алындымы?

Ҡушаҡ. Алынды. Яуыз Иван Шәйехғәли ханны шул Зөйәгә беркеткән, киләчәктә Ҡазан ханы ҡылырға...

Үтәмешгәрәй (Ҡушаҡҡа сәтләүек атып). һәй мәмәй ауыҙ! Ҡазан ханы мин, мин!

Ҡушаҡ. Һич сүзсез, һич сүзсез син үзең, олуғ ханым! (Сөйөмбикәгә). Атаҡайың Йософ кенәз дә килешкән шуның берлән. Шәйехғәлине Ҡазан тәхетенә менгереп, сине аның хатыны ҡылмаҡҡа димләгән... Киләсе йыл Яуыз Иван Ҡазанны алачаҡ, ди...

Сөйөмбикә. Ҡара ниәтен өҙөргә!

Ҡушаҡ. Һич шиксез!

Сөйөмбикә. Рәсәй менән килешергә лә дуҫлашып йәшәргә теләйбеҙ, тигән ярлығым Мәскәүгә ирешкәнме? Ул тарафтан ни хәбәр?

Ушаҡ.Ярлығың тапшырылған, әммә аннан жавап юҡ. Шунысы аныҡ мәғлүм: Яуыз Иван киләсе йыл яз башыннан уҡ Ҡазан өстөнә ҡузғалырға жыйына...

Сөйөмбикә. Атаҡайымдан ғәскәр һорап сапҡынсы ебәргәйнем...

Ҡушаҡ. Ғәскәр юҡ. Фәҡәт башҡырт азаматлары килә — Чулман суын кичкәннәр. Жанчура дигән башлыҡларыннан хәбәр бар.

Сөйөмбикә (һиҫкәнеп). Ә?! Йәнсура?

Ҡушаҡ. Эйе, Жансура. Нигә, танышың идеме әллә, ханбикәм?

Сөйөмбикә. Ә... юҡ... Бала сағымда шундай малай бар ине... һағауылдарға ныҡ иҫкәрт: тотҡарлыҡһыҙ үткәрһендәр Ҡазанға.

Ҡушаҡ. Баш өстө, ханбикәм.

Сөйөмбикә. Иншалла. Зөйә ҡәлғәһен алырға, урыҫ тамырын төбөнән киҫергә кәрәк. Илде ҡоралландырығыҙ.

Ҡушаҡ. Илне?! Ҡазна сай — сөңгө сатып алырлыҡ та аҡча юҡ.

Сөйөмбикә. Уф... Үтәмешгәрәйем бәлиғ булғансы тип йыйған алтын тәңкәләрем бар ине, алығыҙ.

Ҡушаҡ. Анысы — андый да ул, мона ҡәлғә диуарларыбыз жимерек...

Сөйөмбикә. Һипләгеҙ. Йәҙрә яуҙыртырға туптарҙы теҙеп ҡуйығыҙ.

Ҡушаҡ. Их ханым вә ханбикәм, аларын ҡайдан алиҡ соң?

Сөйөмбикә. Был ни һүҙ?! Ҡазан ханлығының суйын туптары, баҡыр туптары етерлек.

Ҡушаҡ. Ж итәрлек иде дә ул... Бәкләрең вә уғланнарың ул тупларны урысҡа сатып эчкән!

Сөйөмбикә (урынынан ҡалҡынып, әсенеп). Ә?! Уф йөрәгем! (Йығыла башлай, уны Ҡушаҡ килеп ҡосаҡлап ала).

Үтәмешгәрәй (ырғып тороп). Әсәкәйем, тәхетең дә, алтын тажың да кәрәкмәй! Был алтын таж тигәндәре бик ауыр! (Башындағы тажды атып бәрә).

Ҡушаҡ. Ханбикәм, ҡәдерлем, йөрәгеңә алма инде барсын да! Барысы да уңалыр!

 

Тышта — дөбөрләү; ишек шартлап асыла, Гәүһәршаттың әсе тауышы: “Айбалталы мәхлүҡләр, тотҡарламағыз мине, ханға әйтәсе сүзем бар! Күрәзәчелек ҡылдым — барығыз да сатлыҡжан! Үтәмешгәрәй илә аның анасы Сөйөмбикәне Яуыз Иванға сатҡансығыз!”

Гәүһәршат (сәсе-башы туҙғыған хәлдә атлығып керә, Сөйөмбикәне ҡосаҡлап торған Ҡушаҡты күреп, күҙен яман аҡайта). Жәмәғә-ә-әт, ни күрәм?!. Көпә-көндөз тәхетханада ханыбызның күзе алдында зина ҡылып яталар! Үз күзләрем берлән күрдем: Сөйөмбикә берлән Ҡушаҡ уйнаш ҡыла!

 

Тышта шау-шоу, тауыштар:

 

— Уйнашчыларны тотоғоз! Таш ороп үлтерегез!

— Юҡ! Сөйөмбикә берлән Үтәмешгәрәйне Иванға тотоп бирергә, Ҡушаҡның жанын жәһәннәмгә очорорға!

 

Date: 2015-07-23; view: 337; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.005 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию