Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Тел-милләт яңыртыуы





 

Хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районының Һаҡмар һыуы үрендә — Олобайҙың арғы башында ирәүәнләнеп ултырған Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылы хаҡында бара һүҙ. Сәнкем-Биктимер ауылының аҫабалары (саф башҡорттар) нигеҙләгән һәм шуларҙың тоҡомдары йәшәгән ауыл ул. Әммә хәҙер татарса һөйләшәләр, татар милләте яҙылалар, татар ауылы һаналалар. Сөнки үҙҙәренең килеп сығышын, тарихтарын белмәйҙәр. Хәйер, ундай имәнес хәлде Үҫәргәндең бөгөнгө төп төйәгендә — Башҡортостан Республикаһының Йәнсура районы Күгәрсен (Салих) ауылы миҫалында ла күрергә мөмкин: Муйтән-бейебеҙҙең туғыҙынсы быуын тоҡомо Сурабан-бей (15-енсе быуат) Ҡазан ханы һарайында аманат булып торғанында татарҙың Күгәрсен ырыуы ҡыҙына өйләнеп, Ҡазанда үлеп ҡалғас, уның тол ҡатыны һәм унан тыуған балалары ата йортона — Үҫәргәнгә ҡайтып төшә лә әлеге Күгәрсен ауылын нигеҙләй; аталарының изге тупрағында, аҫаба башҡорт араһында йәшәп тә улар аҙалар — хәҙерге шул Күгәрсен (Салих) ауылы татарҙарына әүереләләр... («Үҫәргән тәүәрихе», 64-енсе бит).

Беҙҙең Олобай сабынлығы борон, исеменән үк күренеүенсә, бесән осоронда ике ауылдың һәр йорт башына тейешле «бай»ҙарға (пайҙарға — өлөштәргә) бүленгән, һәр ғаилә үҙ байында эш итергә тейеш булған. Олобайҙың арғы (алыҫ) башынан байлы булған кешеләр, сабынлыҡтарына яҡынайыу өсөн (йәнә килеп, Олобайҙы һәм туғайҙарҙы Һаҡмар аръяғы баҫҡынсыларынан һаҡларға, тип), Сәнкем-Биктимерҙән һәм Һунарсынан Һаҡмар үренәрәк күсенгәндәр ҙә хәҙерге Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылын ҡорғандар. Ауыл матур урында — көтөүлектәре өсөн иркен тау аралары, утын һәм төҙөлөш ағастары өсөн Һаҡмар буйы туғайлыҡтары етерлек.

Иң һуңғы, 1859 йылғы, ревизия хисапнамәләрендә мин был ауылды таба алманым; хәйер, һуңғараҡ уны нигеҙләүселәр ҙә ул 1859 йылда Сәнкем-Биктимерҙә йәшәүсе аҫабалар рәүешле теркәлгән. Тимәк, Яңы Ғафар ауылын нигеҙләү 1859 йылдан һуң булған.

1880 йылда Ырымбурҙың Б. Бреслин баҫмаханаһында мөхтәрәм Красильниковтың 1755 йылда ҡағыҙға һыҙылған «Ландскарталар»ы ташҡа баҫылып сыға, унда ошо карта һыҙылмыш 1755 йылдан һуң барлыҡҡа килгән ҡайһы бер яңы географик атамалар ҙа өҫтәлеп, улар араһында хәҙерге Яңы Ғафар ауылы тәңгәлендә «Янеурино» — Яңы Урын (йәғни Яңауыл) тип яҙылған. Тимәк, был ауылыбыҙҙың барлыҡҡа килеү ваҡыты баяғы 1859 йыл менән әлеге географик картала сағылған 1880 йыл араһында. Ә уғата теүәлерәк дата, өҫтә күренеүенсә, әсәйем хикәйәтендә бирелә: Сәнкем-Биктимер аҫаба башҡорттарының бер төркөмө Яңы Ғафарҙы 1868 йылда нигеҙләгән. Күренеүенсә, Сәнкем-Биктимер аҫабалары яңы урынға күсеп барғас, ауыл шулай Яңы Урын аталған, тора-бара ул Яңауыл тип йөрөтөлгән (халыҡ телендә әле лә шулай) һәм аҙаҡ, шул ауылдың нигеҙләүсеһе исеменән, Яңы Ғафар итеп рәсмиләштерелгән. Кем булған һуң ул Ғафар?

Тыуған төбәгебеҙҙең Һаҡмар, Ҡаҫмарт йылғалары буйы ауылдарын берләштергән “Сакмарский” колхозының Нижняя Черноречка урыҫ ауылы уҙаманы С.Я. Понятов 1994 йылда колхозыбыҙ иғәнәһе ярҙамында Ырымбурҙа ошо ерҙәргә һәм ауылдарға арналған “Желтый Яр” исемле игелекле китабын баҫтырып сығара. Бының өсөн ул мәғлүмәттәрҙе, хәленән килгәнсә, архивтарҙан һәм ауылдарыбыҙҙың ҡарттарынан һорашып йыйған, һөҙөмтәлә шаҡтай уңышҡа өлгәшкән. Әммә унда, үкенескә ҡаршы, мәғлүмәтселәренең яңылышыуы арҡаһындалыр, буталсыҡтар һәм хаталар ҙа киткеләгән. Шуларҙың иң етдийе — Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылын башлап нигеҙләүселәрҙең һәм уларҙың нәҫелдәренең милләтен аҙағыраҡ унда Татар Ҡарғалыһынан килеп һыйынған бер нисә ғаиләнеке менән ишәйтеү. Хөрмәтле автор шул ауылға исемен биргән мөхтәбәр бабаны ла, уға тағылып күсеп килгәндәрҙе лә барыһын бергә Татар Ҡарғалыһы татарҙары тип атай. Ә Ғәмәлдә уларҙың бөтәһе лә беҙҙең Сәнкем-Биктимер һәм Һунарсы ауылдарыбыҙҙың аҫаба башҡорттары (байтағы минең бабаларым Солтановтар) булып, ауылды нигеҙләүсе үҙе лә (С.Я. Понятов атаған “татар Моратов Ғафар”) Һунарсы ауылының аҫаба башҡорто Ғәбдел-Ғафар Ғәбдел-Сәләм улы Морат-Баҡтыев икәнлеге 1859 йылғы аҙаҡҡы “ревизские сказки” (халыҡ иҫәбен алыу документы) менән дәлилләнә (№33); ул саҡта уға — 47 йәш, ә улы Мөхәммәт-Хәсәнгә 18 йәш икән. Шул уҡ ҡатарҙа (№35) уның ике туған ағаһының фамилияһы бер аҙ үҙгәртеберәк яҙылған: Бикинә Мөхәммәт-Шафиҡ улы Морат-Баҡиев (“т”-һы юҡ, бәлки, Яңы Ғафарҙағы хәҙерге “татар” Баҡиевтар — шуның нәҫелдәрелер?) — 50 йәштә, ә улы Ғәбдел-Ҡадирға 12 йәш.

1920 йылғы йорт хужалары иҫәбен алыу буйынса Яңы Ғафарҙа (Яңауылда) шулар нәҫеленән Моратбаҡиев Сәлим Ҡауи улы (№23) йәшәгән, әммә ул “татар” яҙылған.

Был исемлектә, фамилиялары уғата ҡыҫҡартылып, йәнә лә икәү — Моратов Кәрим Ярулла улы (№48) һәм Моратов Усман Әүхәҙи улы (№57) — “татар” тип теркәлгәндәр. Фамилияларҙың яҙылышта ҡыҫҡартыла барыуы әйтелгән 1859 йылғы документта Сәнкем-Биктимер ауылында ла сағыла: мәҫәлән, Ғәбдел-Вәли Ғабд-Рафиҡ улы (№30) һәм Ғәбдел-Ғафар Ғәбдел-Сәләм улы икеһе лә тулыһынса Морат-Баҡтыев яҙылһа, уларҙың яҡын туғандарының береһе — Моратбаев (№31), ә икенселәре (№32, 35) Морат-Баҡиев булып теркәлгән. 1920 йылғы исемлектә иһә уларҙың нәҫелдәре, күренеп тора, фамилияларын уғата йыйнаҡлаштырып, Моратов ҡына булып киткән...

Билдәле булыуынса, 1920 йылда Башҡортостанда (ә ул саҡта беҙҙең төбәк Башҡортостанға ҡараған) Әхмәт-Зәки Вәлиди етәкселегендәге Башҡорт Хөкүмәте, республика хоҡуҡтарын ҡыҫырыҡлаусы Мәскәү менән килешеп йәшәй алмайынса, эшен ташлап китеп, республиканың хакимиәт башына башҡорт автономияһының хас дошманы Ғәли Шәмиғолов етәкселегендәге шовинистар килә, башҡорттарҙы эҙәрлекләү, репрессиялар башлана. Яңы Ғафар башҡорттарының “татар”ға әүерелешендә лә тап шуның һәм мәҙрәсәлә (мәктәптә) балаларҙы ғүмер буйына татар телендә уҡытыуҙың шауҡымы барҙыр, моғайын. Әммә ошо сетерекле шарттарҙа ла 1920 йылда ундағы ун ике ғаилә үҙҙәрен һаман аҫаба башҡорт һанаған.

Башҡорт АССР-ы Үҫәргән кантоны 6-нсы Үҫәргән ылыҫы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Жултый ауыл советы) Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылының 1920 йылғы йорт хужалары хисапнамәһен Сәнкем-Биктимер һәм Һунарсы ауылдарының 1859 йылғы ревизия хисапнамәһе менән сағыштырып ҡарау нигеҙ йорттан яңы урынға китеүселәрҙең ундағы нәҫел-нәсәптәрен (бөтәһе лә аҫаба башҡорттар!) асыҡ итеп билдәләргә мөмкинлек бирә (башҡортлоҡтарын һаҡлап ҡалғандарҙың алдына йондоҙ (*) ишараты ҡуйылды):

 

 

Date: 2015-07-23; view: 351; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.005 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию