Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Ағыҙ-ҡәләмен услап, Муллахмәт уҙаман өйҙән елтерәп сыға





Муллахмәт. Етер һеҙгә, етер! Вилким Иванычтан оят.

Тамара. Ояты һеҙгә ҡыйбат, ә беҙгә бото һуҡыр тин уның (юғала).

Муллахмәт (ҡатынына). Был ни хәл, күпме әйтәм…

Гүзәлиә. Һин, тонғанбаш, тәүҙә, ана, уланың-боланыңа әйт! (Иренең ҡулынан ҡағыҙ-ҡәләмен йолоп, өйгә олаға).

Муллахмәт. Уланым, боланым!

Байрас. Әү, атайым! (Йышҡы тотҡан килеш мунсанан сыға).

Муллахмәт. Ни әтмәләйһең әле?

Байрас. Саңғым һынды лаһа, атайым. Һыңарын юнғылап маташам.

Муллахмәт. Магазинда юҡмы ни?

Байрас. Бар ҙа ул…

Муллахмәт. Йә, ярар, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

Гүзәлиә (ишектән күренеп). Мунса яҡһаҡ, йомосҡаһы менән сабынырһыңмы икән?

Муллухмәт. Был ни тигән һүҙ тағы?

Наҙлиә (әсәһенең артынан һонолоп). Уланың-боланыңдан һора. Әсәйемдең йыйнап элгән миндектәрен болан балаһына ашатып бөтөрҙө.

Муллахмәт. Ысынмы?

Байрас (уткүршеләр яғына ишаралап). Анауы Вилким Иванычығыҙ инәһен атып үлтергәс, асы сеңләп асығып йөрөнө бит… ҡыҙғандым…

Гүзәлиә. Аяҡлы ҡаза булды был болан балаһы!

Наҙлиә. Ҡойма буйыбыҙҙа шуны ашата.

Муллахмәт. Инәһенән етем ҡалып интеккән болан балаҡайын ҡулға эйәләштерҙе шул. (Улының башынан һыйпап). Маладис, уланым-боланым, кеше булып үҫкәнһең. Бар, эшеңдә бул. (Байрас китә).

Гүзәлиә. Үҫеүен үҫкән дә ул, ботона кейер әҙәм эрәтле салбары юҡ. Тиңдәштәре араһында ыстырам! Көнө-төнө өҫтәл артында суҡайып, ҡағыҙ-ҡәләм туҙҙырып, миндеклек тә тапмайһың, ә маладислап тораһың.

Наҙлиә. Байрасыңды гел иркәләйһең…

Муллахмәт (ҡыҙының арҡаһынан һөйөп). Ағайымды, тип әйт, урыҫ булдыңмы әллә?

Наҙлиә. Үҙегеҙ урыҫ мәктәбенә бирҙегеҙ бит.

Муллахмәт. Шунан башҡаһы булмағас…

Наҙлиә. Булмаһын, чортыма ла кәрәкмәй! Әсәйем әйтә, урыҫса уҡыған анауы Вилким Иваныч кем дә башҡортса уҡыған бынауы кем, ти. Һеҙ ҙә Вилким Иваныч кеүек ҙур түрә булырһығыҙ, ти.

Муллахмәт. Күпме туҡыйым: ағай, тип әйт!.

Наҙлиә. Ул үҙе бит, Иваныч, тип әйттертә. Тамараһы ла, әсәйемдең “Сиражиевна” тигәнен яратмай, Сергеевна, тип әйтегеҙ, ти. Эйеме, әсәй?

Гүзәлиә. Миңә тимәгәйе, Иблисиевна булһын.

Муллахмәт. Һе!

 

Өйгә һепереләләр. Тимер рәшәткәле ҡойма артында шаян ҡыҙый көлөүе: “Хи-хи-хи!”

Тамара (боҫоп тыңлап торған ерендә тертләп). А?! Кто?! Что?!

Вилор. Это я, Тамара Иблисиевна.

Тамара. Сәсрәмәгере, ауыҙыңа һуҡмағыры! Сергеевна, тиергә телең көрмәләме?

Вилор. Минең өсөн один черт, Иосиф Виссарионович Сталиның әйтмешләй.

Тамара. Ләхәүлә, ниңә сурытаһың, ИВИС, тип кенә әйтһәң ни була? Иосиф Виссарионович Сталин тигән бөйөк исемдең баш хәрефтәренән теркәлгән Ивис бит ул. Үҙең дә ВИЛОР ғына.

Вилор. Юҡ, тулы исемем менән өндәшегеҙ миңә! Владимир Ильич Ленин Октябрьская Революция, тип әйтеүегеҙҙе теләйем!

Тамара. Хай-хай, тел биҫтәһе!

Вилор. Мамочка, но я все услышала.

Тамара. Что? Нимәне?

Вилор. Только что һинең менән телләшкән тетя Гузелия, кеше иренә артылып, Байрасчигы менән Назочкаһын үҙ иренән тапмағанмы ни?

Тамара (ҡыҙының ауыҙын усы менән ҡаплап). Сеү, сәсрәмәгере! (ҡулынан һөйрәкләп өйгә алып инеп китә).

 

Date: 2015-07-23; view: 327; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.008 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию