Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Ун беренсе сәхнә





 

Борисов, Сабуров, Шайморатов, Кузнецов, Ҡадиров.

Фронтҡа яҡынлашҡан корпус штабы 1-се Юлино ҡасабаһында тора.

Тәүҙә икәү – трофей спирт эсеп ҡыҙмасаланған Борисов менән Сабуров.

 

Борисов. Чернухино ҡапҡанынан ҡойроҡто ысҡындырҙыҡ, ҡапҡан хужаһы ажырайып көтә алда.

Сабуров (картанан ҡарап). 1-се Юлино ҡасабаһында торабыҙ.

Борисов. Рациянан һөйләштем. Фронт штабының приказы: Ҡыҙыл Армия көнө айҡанлы Лелюшенко уҡсылары менән берлектә Штеревка районында нығынған дошман төркөмөн тар-мар ҡылып, дошман тылына ябырыласаҡ танкыларға юл асырға! Операция барышын иптәш Сталин үҙе күҙәтә.

Сабуров. Бөтөн корпус лава булып дөрәбеҙме?

Борисов. Ун дүртенсе, ун бишенсе дивизиялар һулдараҡ, Иллирия – Степановка линияһындағы нығытмаларҙы йырып, дошман флангаһын иҙә, головная ун алтынсы -- тура Штеревкаға.

Сабуров. Чернухинонан ысҡынғас, быға тиклем ун бишенсе головная ине ләһә?..

Борисов. Обстановка үҙгәрҙе, Шайморатов алға сыға.

Сабуров. Шайморатов дивизияһы “Миус-фронт” нығытмаларын емергәндә үтә ныҡ ҡанһыраны, шуға күрә уртаға ҡуйылғайны... Һәм ниңә мотлаҡ тура Штеревкаға? Разведка яһалмаған…

Борисов. Ваҡыт тар. Армия разведкаһы эшләне, тинеләр.

Сабуров. Минеңсә, Шайморатов күрәләтә мясорубкаға этәрелә.

Борисов. Эх!... Һалсы тағы ла берҙе баяғы спиртыңдан! Ун туғыҙынсы йыл Колчакка ҡаршы Көнсығыш фронтта бергә булдыҡ, Шайморатов мине казак ҡылысынан ҡотҡарҙы… (Көрөшкәләрҙән эсәләр).

Сабуров. Что поделаешь, приказ – есть приказ.

Борисов. Шайморатов килеп етергә тейеш, бәлки, был һуңғы күрешеүҙер.

 

Шайморатов, Кузнецов, Ҡадиров инә.

 

Шайморатов (хәрбиҙәрсә тәбрикләп). Иптәш командующий, саҡырыуығыҙ буйынса килеп еттем.

Борисов (хәмер башына сығып). Быларың кем тағы?

Шайморатов. Бик яҡшы беләһегеҙ, дивизияның махсус бүлек башлығы майор Михаил Ильич Кузнецов, политбүлек башлығы урынбаҫары, ваҡытлыса дивизия комиссары вазифаһын башҡарыусы капитан Сабир Рәхимович Ҡадиров.

Борисов (Сабуровҡа күрһәтеп). Ә был – корпус штабы башлығы полковник Иван Дмитриевич Сабуров.

Шайморатов. Һеҙҙең приказ буйынса, дивизия головная булып алғы һыҙыҡҡа сыҡты, ун дүртенсе менән ун бишенсене һулға үткәреп ебәреп, 2-се Юлинола торабыҙ.

Борисов (иҫерек). Нимә?! Фәләнсәгеҙҙе торғоҙоп тораһығыҙмы? Бөгөн нисәһе, беләһеңме? Егерме икенсе февраль! Иртәгә Ҡыҙыл Армия көнө!

Сабуров. Вот, именно! Иначе Мехлис… (ус төйҙәһен муйынына ышҡып) ҡых!..

Шайморатов. Разведка…

Борисов. Армия разведкаһына ышанмайһыңмы? Һинең алда иң бушаҡ урын! Теге яҡтан фрицты уҡсы полктар емерәсәк!

Шайморатов. Урындағы халыҡ һәм беҙҙең разведка киреһен һөйләй... Уңданыраҡ һәрмәп ҡарарға кәрәк. Ике көн ваҡыт бирегеҙ, иң аҙ юғалтыуҙар менән алып сығырмын корпусты. Хотя бы бер генә тәүлек…

Борисов (ярһып). Ҡурҡаҡйән! (Пистолет кобураһын һәрмәп). Бер генә сара ҡала!

Кузнецов (Шайморатовты ышыҡлап, кобураһына тотоноп). Генерал!

Сабуров (Борисовтың ҡулын кобураһынан айыртып). Михаил Дмитриевич, тынысланығыҙ.

Борисов (ҡулын алып, аҡырып). Приказываю… немедленно… прямо на Штеревку! Вперед! За Родину, за Сталина!

Шайморатов. Тыңлайым. (Сығып барышлайҙары). Приказ начальника – закон для подчиненных.

 

 

Date: 2015-07-23; view: 313; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию