Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Муллахмәт, өҫтәл артынан һурылып, ҡатынының пальтоһын һалдырыша





Гүзәлиә. Ипләп, сереп бөткән еңдәре өҙөлөп төшмәһен!

Муллахмәт (уны яурынынан ҡосаҡлап). Кәләшкәйем, тыныслан. Бына-бына пенсиям килеп етер…

Гүзәлиә. Һинең хәйерсе пенсияң… күкрәгеңде үтәләй аттыртып ҡайтып… Уҫлап ауыҙ уткүршең, ана, обкомында көрәп алыуы етмәгән, айыуҙай килбәте менән беренсе группа инвалид булып, пенсияның да кәттәһен ҡайырып ашап ята…

Муллахмәт. Ярар, бисәкәй, беҙ ҙә ас ултырмайбыҙ.

Гүзәлиә. Елегеңде һурҙылар…

Муллахмәт. Бисә! Минең елегемде фашист ғәскәрҙәре лә һура алманы.

Гүзәлиә. Уның ҡарауы былар һурҙы, была-а-ар (илай).

Муллахмәт (ҡосаҡлап). Илама.

Гүзәлиә. Уф… Йәшләй генә сәстәремде саллаттың! Кем инем мин, кем инем?!

Муллахмәт. Гүзәлиәм, гүзәлем! Гүзәлдәрҙән гүзәл инең һин, әле лә тап шундайһың!

Гүзәлиә. Һантый! Кешенән оят, ыстырам! (Итәген күтәрә -- капрон колготкаһы буйҙан-буй ярылған). Кеше алдында ауыҙ йырып йылмайырға ла тартынам -- күр бына! (Ауыҙын асып күрһәтә). Тешегеп йөрөп тештәрем ҡойолоп бөттө -- ҡуйҙыртырға юҡ сара! Ҡасандырғы ҡамытаяҡ көндәштәремә хәтлем: “Гүзәлиә тигән исемең ҡалмаһа, ҡарға күтәреп алып китер ине”, -- ти ҙә бот сабып көлә.

Муллахмәт (ҡатынын диванға ултыртып). Әммә намыҫлы йәшәнек… тәүфиҡлы балалар үҫтерҙек.

Гүзәлиә. Намыҫ, тәүфиҡ! Башҡа нимәң бар һинең?! (Пауза). Көндәгесә хәйерсе сөмкәмде һөйрәлтеп ҡайтып килһәм, уткүршеләр, туҡталып, ҡара “Волга”ларына ултыртып алдылар. Салон тултырып затлы ризыҡ, заграничный мөлкәт тейәп ҡайтып киләләр, икеһе тиң энәнән-ептән кейенгән, ауыҙҙары тулы алтын. Үҙемдең эт илағыс хәлдән ытырғанып, ер ярығына кереп китерҙәй булдым… Һайыҫҡаны ҡолағыма шыҡырыҡлай: иреңдең ҡолаҡ итеп кимер, ниңә былай йөрөтә, Вилким Иванычтың һыртарҡаһын ыңғайына һыпырһын, ти. Рәхмәт әйтеп төшкәнемдә тегеһе лә: “Муллахмәт Ҡолахмәтычҡа ҡайнар сәләм, терәлеп торған тоғро дуҫы барлығын онотмаһын!” – тип мөләйем оҙатып ҡалды. Ниңә өтөрәйәһең? Һөймәһәң дә һөйкәнә белергә ваҡыт. Ул кем дә һин кем?!.

Муллахмәт. Шағир мин!

Гүзәлиә. Пөш-ш-ш, китапһыҙ-исемһеҙ шағир. Ә уның китабы бар, исеме бар. Бөтөн республикаға данлы. Профессор Хәсәнәйев тикмәгәме ни уның хаҡта кирбес ҡалынлыҡ монография яҙып: “Заманабыҙҙың бөйөк әҙибе Вилким Киреев Бөйөк Ватан һуғышы ҡырҙарынан уҡ буш ҡул менән ҡайтманы – илебеҙгә, туған халҡыбыҙға “Ут эсенән репортаж” тигән мәшһүр шиғри йыйынтығын бүләк итте. Шунда уҡ ул әҙәбиәтебеҙҙең иң талантлы шағиры булып танылды”, -- тип күккә күтәрә.

Муллахмәт. Бер балыҡ башын сәйнәйһең дә сәйнәйһең, сер итеп кенә сискәнемде хәтереңдә тотмайһың! Яҙыусылар союзына ҡайтарыуын үтенеп, “Фронт яҙмалары” тигән ҡуйын дәфтәремдән аҡҡа күсереп биргәйнем… ә ул ҡайта һалған да үҙенеке итеп китап сығартҡан, тигәйнем дәһә…

Гүзәлиә. Һуғыштан ҡайтҡас ниңә, ҡуйын дәфтәреңде асып һалып, күҙҙәрен шаҡырайтманың?

Муллахмәт. Әйттем бит, юғалттым, тип… һуңғы тапҡыр ҡаты яраланғанда… Профессорыңдан һора: шундайын да талантлы шағир булғас, ниңә дауам ҡылмаған – беренсе китабынан уҡ өнө тығылған?

Гүзәлиә. Һуғыштан һуңғы ҡатмарлы тормош шарттарына, Ватан мәнфәғәттәренә яуап итеп, шундай уҡ иҫкиткес талантлы проза яҙыуға күсте, ти ул…

Муллахмәт (өҫтәлдәге ҡағыҙ күбәһенә төртөп). Бына ята уның “талантлы проза”һы.

Гүзәлиә. Профессор әйтә: “Әммә өмөт итәйек, -- ти. – Ижадының бәрәкәтле тәүге аҙымын талантлы шиғри йыйынтыҡ менән башлаған ырыҫлы әҙип һуңғыһын да шаҡ-ҡатырғыс шиғри китап менән ослап беҙҙәрҙе ныҡ ҡыуандырыр”, -- ти.

Муллахмәт. Һе! Әллә, тим, бисәкәй, ысынлап та ныҡ ҡыуандыртырғамы икән? (Өҫтәленең йоҙаҡлы тартмаһынан йәшел тышлы ҡалын дәфтәр ала). Бына ул, ғүмерем буйына яҙҙым. Прозамды һатһам да, шиғырҙарымды бирмәнем.

Гүзәлиә. Бәрәк-Алла, пенсияңды көтөп көтөк булмайыҡ! Ҡанә, эйәһенә илтәйем!

Муллахмәт. Эйәһе бында уның! (Дәфтәрҙе кире һалып йоҙаҡлай). Етәр, ҡанымды күп һыуырҙы.

Наҙлиә (йүгереп инә). Әсәй! Әсәйем ҡайтҡан! (Килеп ҡосаҡлай).

Муллахмәт. Әй әттәгенәһе, онотҡанмын. Әсәйем ҡайтҡас та һөйөнсөләһен, тигәйне.

Гүзәлиә. Бәпескәйем, һөйөнсөләй алмайым бит әле мин. Һин әйткән ерҙә фарцовщик бәндә булманы, милиция эләктерҙе, тинеләр. Икенсе юлы…

Наҙлиә. Эй-й-й, миңә хәҙер үк кәрәк, хәҙер үк! Бөтәһе лә шмоткала, бер мин генә… (Шыңшый).

Муллахмәт. Ай Алла, шмотка тигәне ни ул?

Гүзәлиә. Тар балаҡлы буржуй салбары кейәләр ҙәһә, бахыр беҙҙең балалар ғына…

Муллахмәт. Һе!

Наҙлиә. Ниңә әсәйгә етерлек аҡса бирмәйһең?

Муллахмәт. И бала, бала…

 

Ишек шаҡыу. Йылдар үтеп олпатланған, сәсе ағарған, әммә һомғоллоғон ташламаған Ганна инә, ҡулында юл сөмкәһе.

Ганна. Яңылышмаһам, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Муллахмәт Ҡолахмәтов ошонда йәшәй?

Муллахмәт. Бәй-бәй, үлеме мин, тереме?..

Ганна. Бер үлеп терелгәнең дә етәр, һалдат, йәшәйек әле. Ҡәҙерле геройым, танымайһыңмы әллә?

Наҙлиә. Әсәй, тора ла “герой” тисе?

Гүзәлиә. Сеү, ҡыҙым.

Ганна (ике ҡулын һуҙып килә). Ә мин таныным, таныным!

Муллахмәт (һонолған ҡулдарҙы үбеп). Ошо ҡулдар әжәлдән йолдо мине.

Ганна (ветеранды ҡосаҡлап үбә лә ебәрә, Гүзәлиәгә килә). Ғәфү итегеҙ… йәп-йәш ҡорҙаштар инек… (Боролоп). Бәхеткә күрә, пүлә үтәләй сыҡҡан. Бәһлеүән һалдат инең, шул арҡала тибәрҙек Ғазраилды.

Муллахмәт (ҡатынына). Ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле ҡунағыбыҙ, элекке военврач Ганна Михайловна был. Ә былары хәләл ефетем Гүзәлиә, ҡыҙым-ҡоралайым Наҙлиә, йәнә еткән уланҡайым-боланҡайым бар. Һинекеләр ҙә ишлелер?

Ганна. О ҡорҙаш, бер кемем дә юҡ шул минең, Хоҙай насип итмәне… Ә һин ниндәй бәхетле!

Гүзәлиә. Ҡыҙым, ауыҙыңды асып торма былай – сәй ҡуяйыҡ, ҡунағыбыҙ һыуһап-сарсап килгәндер (аш өҫтәле тирәһендә булашалар).

Муллахмәт. Ганна Михайловна, нисек эҙләп тапҡанһың – бынауы урман төбәгенән? Иркенлә, үҙебеҙҙә ҡуна-төнә торорһоң.

Ганна. Юҡ, ҡорҙаш, ҡыҫҡа ғына араға юлығыуым, ҡунаҡханаға урынлаштым. Ә бында мине яғымлы бер таксист елдертеп килтерҙе. Дачағыҙҙы һорашҡас: “Беләм, Вилким Иванычтың уткүршеһе ул”, -- тине. Беҙ белгән капитанмы?

Муллахмәт. Тап шулай…

Гүзәлиә. Зерә лә ҙур түрә ул уткүршебеҙ.

Муллахмәт. Эйе…

Ганна. Быныһы ғәжәп түгел. Ҡайҙа шөғөлләнә?

Муллахмәт. Дөрөҫөн генә әйткәндә, партия өлкә комитетында “шишка на ровном месте”.

Ганна. Шундайҙар шешекләнә шул. (Тауышы үҙгәреп). Ошо арала “Красная звезда”ла ҡупҡан шау-шоуҙы абайланыңмы?

Муллахмәт. Ул гәзитте әлегебеҙ үҙе килтереп уҡытты.

Ганна. Мәхшәр! Мәсхәрә! Ниңә сыҙап ятаһың?! Асыуымдан түҙә алмай, адресыңды юллап алып, әлегәсә иҫән икәнлегеңдән ныҡ ҡыуанып, сюрприз алып килдем тегеләрҙең ауыҙҙарын ҡапларға (сөмкәһенән төҫө уңған йәшел һалдат гимнастеркаһы сығарып, ҡуш ҡулында кирелдертеп тотҡан килеш, әйләндергеләп күрһәтә -- ике яғында ла бер үк тәңгәлдән тишек, ҡан ҡатып бурҙатланған). Таныйһыңмы изге йөрәк ҡаныңды? Алды-арты бер тәңгәлдән тишелгән.

Муллахмәт. Танымаған ҡайҙа ул! (Ҡулына алып үбә лә, тәңкләп, яҙыу өҫтәленә һала). Ҡабат терелттең мине, Ганна Михайловна.

Ганна. Операция өҫтәлендә ипләп кенә һалдыртып алғайным.

Муллахмәт. Юғалмауы мөғжизә.

Ганна. Быныһы ҡуйын дәфтәрең: “Фронтовые записки. Стихи”, -- тип урыҫса әшкәртелгән.

Муллахмәт. Уй рәхмәт, уй рәхмәт!

Ганна. Был ғына ла түгел әле (йәшел әрекмән япрағына төрөп киптерелгән серле йомарлаҡ бирә). Һабына исемең яҙылған, так что…

Муллахмәт (йәшел көбөн һыҙырып ташлап, ҡара пистолетты ҡулында уйната). “Тел” ала барғанда дошман тылынан бер фрицты йөкмәп ҡайтҡас, генерал бүләк иткәйне. Музейға тапшырырмын.

Ганна. Тулы магазинлы килеш, абай бул. Хәйер, уныһын үҙең беләһең.

Муллахмәт. Ҡәҙерлем, был тиклемде нисек һаҡлай алғанһың! (Пистолетты өҫтәл тартмаһына йәшерә).

Ганна. Осло беҙ ҡапсыҡта ятмаҫ, хаҡиҡәт барыбер асылыр, тип ышандым. Һине ялан госпиталенән тәрән тылға оҙатҡас, корреспонденттар килеп, Александр Матросов подвигын ҡабатлаған ҡыйыу военкор Вилким Иванычтың күкрәгенән пүләләрҙе үҙ ҡулым менән алыуым тураһында ҡултамға ныҡынылар, ул Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡлы, тип иҫкәрттеләр. Тик барып сыҡманы, буғай, сөнки батальон командиры ҡул ҡуйыуҙан ҡырҡа баш тартҡан. Иҫеңдә тот: ошонда килер алда ғына мин ул подвиг ваҡиғаһын “Красная звезда”ға нисек бар -- шулай яҙып ебәрҙем.

Муллахмәт. Рәхмәт, Ганна Михайловна. Ҡыҙым-ҡоралайым, был ҡәҙерле ҡомартҡыны (гимнастерканы гәзиткә төрөп бирә) соландағы шкаф тартмаһына һалып тор.

Наҙлиә. Йә, атай (китә).

Гүзәлиә. Рәхим итеп ултырышайыҡ, барлы-юҡлы табын әҙер (эркеләләр). Ҡунаҡ-фәлән килһә, тип, һаҡлап ҡына тотҡайным (шарап ҡуя).

Ганна. Юҡ-юҡ, мин был нәмәнән азат. Ә һин, һалдат?

Муллахмәт. Үҙ ғүмеремдә бер генә тапҡыр уртланым утлы һыуҙы – ошо изге ҡулыңдан… операция өҫтәлендә…

Ганна. Шунһыҙ шок була ине. Молодец, ҡабатламағанһың икән.

Гүзәлиә. Ҡағыҙ-ҡәләмдән башҡаһын белмәй бит ул.

Ганна. Теге саҡта Бондаренко дуҫың: “Ҡотҡарығыҙ, башҡорттоң талантлы шағиры был!” – тигәйне. Үҙе лә яҙыша ине…

Муллахмәт. Тарас Шевченконы уҡыһам, Бондаренко дуҫымды хәтерләйем…

Ганна. Яҙмышы ла аяныс: фашист әсирлеген йырып сыҡһа ла, Себерҙә серене башы… дәфтәре генә ҡайтты. Шиғырҙарын ҡулдан-ҡулға күсермәләп уҡыйҙар.

Муллахмәт. Шулай беҙҙең яҙмыштар.

Гүзәлиә. Беҙҙең, тиһең, һинең донъяла барлығыңды кем белә?

Ганна. Белерҙәр, белерҙәр. Бондаренконыҡы кеүек, йәш быуын күтәреп алыр.

Гүзәлиә. Алды, ти. Ана, ишетәһегеҙме: ҡотороҡ шайтан таҡмағында типтерә ул заграничный тар балаҡлы йәш быуын. (Гөрһөлдәүек “типтереү”ҙе тыңлайҙар).

Ганна. Тап беҙҙәге кеүектер, күҙ һалаһы ине бер.

Гүзәлиә. Эш ниҙә, киттек, әләйһә. Абышҡам, тор, ҡунағыңды ҡултыҡла (ишеккә йүнәләләр).

 

Икенсе сәхнә

Вилким дачаһының залы, тар балаҡлы йәш-үҫмерҙәр ярһыу музыканан шашынып борғолана. Ишектән әхирәттәр – Вилор менән Наҙлиә инә, һуңғыһы атаһының баяғы ҡанлы гимнастеркаһын ҡуш ҡулында кирелдертеп тотҡан.

Вилор. Ивис, туҡтат магнитофонды, мөһим хәбәр! (Музыка тына, бейеүселәр урындарында ҡата). Братва, Гузельканың ҡулындағы ҡанлы шмотканы күрегеҙ: үтәнән-үтә тишек (ҡуш тишек аша бармаҡтарын үткәрә). Фашист амбразураһына күкрәк ҡуйған предоктың ҡанлы гимнастеркаһы.

Братва. О-о-о!

Бер ҡыҙый. Абау, Вилким Иванычтыҡымы?

Вилор. Уныһы не важно. Важноһы шул: заграничный тар балаҡтар араһында типтерергә ҡайтҡан ул.

Братва. Вау!

Вилор. Гузелька хәҙер шәп театр күрһәтә, сәпәкәйләгеҙ! Музыка!

Братва (ҡул сабып). Просим!

 

Наҙлиә әхирәте ярҙамында ҡанлы гимнастерканы ыштан рәүешле кейеп, ҡанлы тишеген осаһында уйнатҡылап, ҡоторонҡо бейеүгә ҡушыла.

Ивис. Стоп! (Музыка тына). Бер нәмәһе етешмәй – бына улар! (Юғары күтәргән ҡулдарында орден-миҙалдар һелкенә). Предоктың нафталинлы мундирынан стибрил.

Братва. О-о-о, отменно!

Ивис. Гузелька, пушкаңды тоҫҡа миңә. (Гүзәлиә, туңҡайып, осаһын ҡыйшаңната).

Ивис. Шикарно! Ҡыҙыл әләмле “Гвардия” ҡалайын пушканың нәҡ тишеге өҫтөнә тағабыҙ. “За боевые заслуги” һәм “Отечественная война” тигәндәрен – ике яҡлап ике тәгәрмәскә, бына ошолай. Музыка!

 

Типтереү ҡабатлана, Наҙлиә баяғы наградалар тағылған тумпыҡ осаһын уйнатып бейей. Дөйөм хахылдап көлөү, ҡул сабыу. Тап шул мәлдә ишектән Муллахмәт, Ганна, Гүзәлиә килеп инеп шаҡ-ҡата.

Муллахмәт. Был ни был?! Һаташамдыр, ахыры (ишек яңағына һарыла).

Ганна. Хоҙайым!.. Өнөбөҙгә ҡайтайыҡ! (Муллахмәтте ҡултыҡлап алып сығып китә).

Гүзәлиә. Ҡыҙым, ни ҡылығың?! Үлтерҙең!.. (Ҡыҙын төртөп йығып, гимнастерканы һалдырта).

 

Date: 2015-07-23; view: 394; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию