Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Сөнсө сәхнә





Партия өлкә комитеты секретары иптәш Ахунйәр Исаев кабинеты, яҙыу өҫтәленә “Т” хәоефләп теркәлгән буй өҫтәл, ҡырыйҙараҡ ҙур экранлы телевизор. Ахунйәр яҙышып ултыра. Эске телефон шылтырай.

 

Ахунйәр. Килдеме?

Аппараттан: -- Килде, Ахунйәр Исаевич.

Ахунйәр. Керсен. (Өҫтәл аҫтынан гармун үрелеп алып, “Әпипә”не һыҙҙыра, башын баҫып мауығып уйнай).

Йыһан (инеп, әҫәрләнеп тыңлап тора). Һаумыһығыҙ, Ахунйәр Исаевич.

Ахунйәр (уйнауын өҙөп, башын ҡалҡытып). Шәп уйныйыммы?

Йыһан. Шәп, Ахунйәр Исаевич.

Ахунйәр. Әйдә, чүгәләгез. Тағын берне сыздырыйым, булмаса (дәртләнеп тысҡылдата). Беләсезме, нинди көй бу?

Йыһан. Беләм.

Ахунйәр. Белмисез. Бу – фронт көйе. Волгадан нәҡ Эльбағача шул көйне тартып бардыҡ. Ә бу нәрсә?

Йыһан. Тальянка.

Ахунйәр. Сугубо милли булуы берлә чын интернациональ инструмент бу тальянка! Ә сез ҡурай да ҡурай дисез. Шулаймы?

Йыһан. Шулайҙыр. Сөнки ҡурай башҡорттоң тәрән йөрәк хистәрен ағылдыртҡыс серле ҡорал, мәңгелек милли ҡорал. Ул да башҡорт һуғышсыларын Сталинградтан Берлинғаса рухландырып оҙатҡан.

Ахунйәр. Әммә тальянкаға житми барыбер. Әйтик, ҡурайны бүген кем ғыжылдата? Теше төшкән бабайлар ғына, йәш буын уйлап та бирми. Ауылларға бар: халыҡ нәрсәдә уйный? Тальянкада! Искерде ҡурайығыз. Бүген аны тальянка алмаштыра. Чын-чыннан милли музыка ҡоралыбыз тальянка!

Йыһан. Татарҙыҡы.

Ахунйәр. Нинди “татарныҡы” ул тағын?! Татар ни, башҡырт ни – один черт. Берүк телдә сүләшәбез, берүк жырны жырлыйбыз.

Йыһан. Берүк һымаҡ булһа ла, һәр кемдең үҙенеке.

Ахунйәр (гармунын өҫтәлгә ҡуйып). Нигә сез, Ырынбурдан бу тарафҡа юлығып, үзегезчә жырлатырға маташасыз? Урыс ағайлар әйтмешли, чит монастырға үз уставығызны өстөрәп керәсез?

Йыһан. Сит түгел – үҙебеҙҙең Башҡортостан. Оло Башҡортостаныбыҙ.

Ахунйәр. Чиләбедән килгән сезнең кебек үк ҡара башҡырт Ылауир туған ни дисәң шуны үти, аттай жигелеп тарта, яхшы атҡа соло да мул.

Йыһан. Һәр кемдең үҙ һолоһо, әгәр намыҫлы булһа.

Ахунйәр. Ялғышасыз! Барыбызда бер намус – ленинчыл совет намусы! Ник өндәшмисез?

Йыһан. Уйланам, Ахунйәр Исаевич.

Ахунйәр. Шулай диң! Айн момент! (Төпкө бүлмәгә китеп, шешә, ике бокал эләктереп сыға). Партия ағзасымы әле сез? Партбилетығыз кесәдәме?

Йыһан. Кеҫәлә.

Ахунйәр (бокалдарға һалып). Дусларча предупреждаю: Рәмил кеби эчкечеләргә уҡмашып йөрөүегезне өзмәсәгез, партбилетығыздан язарсыз.

Йыһан. Рәмил минең ҡорҙаш, дуҫ, фекерҙәш.

Ахунйәр. Тем более. Фикерегез килешми. Башҡырт та башҡырт дисез, ҡурай дисез. Ә безнең республикада йөз илле милләт яши, барсы да гармун уйный. Совет иленең интернациональ музыка ҡоралы бу тальянка! Һәм ул ярыҡ ҡурайны алмаштыра! Алмаштырды! Шушы йылдан башлап, республикада йыл сайын бөтөнхалыҡ тальян бәйрәме гөрләтеп уздырылачаҡ. Беләсезме шуны?

Йыһан. Белмәйем.

Ахунйәр. Белмәсәгез белегез. Белергә теләмәсәгез – белгертербез! Партбилетығыз кесәдә ҡалсын, дисәгез, мона шуны язып чығығыз! Тальянка – барчабызның мили музыка ҡоралы, дип.

Йыһан. Ахунйәр Исаевич, сетерекле мәсьәлә.

Ахунйәр. Шуңарға да сезгә ышанып тапшырам.

Йыһан. Минең хәлдән килмәҫ. Һеҙ үҙегеҙ – республиканың иң талантлы ҡәләме, бөтәбеҙҙе шаҡ-ҡатырып үҙегеҙ яҙырға тейеш.

Ахунйәр. Шыйғаҡлыйсыз! Күтәрдек! (Сәкәштереп эсәләр). Йә, ничек? Затлымы?

Йыһан. Затлының да затлыһы икән, Ахунйәр Исаевич. Табандарғаса йүгерҙе.

Ахунйәр. Шулай диң. Алам-саламны ҡапмый ул Исаич ағайың. Сезнең кебек, дим. (Шешәне, бокалдарҙы өҫтәл аҫтына йәшерә). Эчкәндә дә чамасын белергә кирәк. Һәм дә кем берлән эчәргә ярағанын. Мона мин сезне читтән генә күзәтеп йөрим, хөрмәт итәм. Ауыл баласына хас тыңлаулы, тыйнаҡ булғанығыз өчен. Һич шиксез талантлы шағир булғанығыз өчен. Мона, мәсәлән, шул шиғриәт донъясында нигә Рәмил – беренче, ә шундый уҡ юғары талант иәләре Аланбай, Ылауир һәм Йыһан икенче, хәтта өченче сыман саналып йөри?

Йыһан. Сөнки ысынлап та шулай: Рәмил ҡорҙашым бөгөнгө башҡорт шиғриәте күгендәге беренсе дәүмәл яҡты йондоҙ.

Ахунйәр. Хәтта Карам Сахич та тонығыраҡмы?

Йыһан. Ул да йондоҙ, ләкин күп йәһәттән тоноғораҡ. Рәмил йондоҙо сағыу һәм ул мәңге шулай булып ҡаласаҡ!

Ахунйәр (өҫтәл һуғып). Ҡалдырмибыз! Сөрсөп бөткән милләтче! Сез, партия билетлы коммунист, Рәмил заразасыннан жәйелгән милләтчелекне мәтбағада фашлап чығарға тиеш!

Йыһан. Уныһы булмаҫ, Ахунйәр Исаевич.

Ахунйәр. Алайса, сез үзегез милләтче! Милләтчелек төркөменә уҡмашып, баш ҡалада милләтчел башҡырт мәктәбе ачтыртырға дип жиң сызғанып йөрисез, беренче секретарь исеменә коллектив шикайәтнамә ойыштырып, ҡул ҡуйғансыз.

Йыһан. Ғаризаға, -- шикәйәтнамәгә түгел. Милләтселәр ҙә түгел беҙ.

Ахунйәр. Беләбез! Һәм ни эшләтергә дә белербез – минең ҡулға ҡаптығыз! Ҡалабызда йөзәрләгән мәктәп бар, ишекләре шар-ачыҡ – тағын ни кирәк сезгә?

Йыһан. Мин улымды башҡорт мәктәбендә уҡытырға теләйем.

Ахунйәр. Теләсәгез, Ырынбурығызға ҡайтып китегез, шунда уҡытығыз.

Йыһан. Бында ла совет власы.

Ахунйәр. Дөп-дөрес, нәҡ сезнең Ырынбурдағы кебек үк. Мона тыңлағыз (телефондан һөйләшә). Алло, Ырынбурмы?

Ырымбурҙан. Тыңлыйым, Оренбург өлкә мәғариф бүлегенең мили мәктәпләр буенча инспекторы Тәржеманов.

Ахунйәр. Тәржеманов иптәш, бездә сезнең данлы өлкәдән үсеп чыҡҡан күренекле әдип Йыһан эшли, шуны беләсезме?

Тәржеманов. Беләбез һәм чиксез ғорурланабыз.

Ахунйәр. Аның туған ауылында нинди мәктәп, ҡайсы телдә уҡытыла?

Тәржеманов. Сигез еллыҡ башҡырт мәктәбе иде, дәреслекләр, уҡу-уҡыту әсбаблары житешмәү сәбәпле, ата-аналар жыйылышы ҡарары нигезендә буйылдан башлап бөек рус телендә уҡытуға күчерелде.

Ахунйәр. Аңлашылды, рәхмәт. Хушығыз.

Тәржеманов. Хушығыз.

Ахунйәр (Йыһанға). Ишеттегезме? Улығызны мона шунда алып ҡайтып уҡытығыз.

Йыһан. Провакация был!

Ахунйәр. Хәлбуки соңғы сүзегезме?

Йыһан. Һуңғы һүҙем.

Ахунйәр. Соңғы көнегез булмағайы! Китегез!

 

Йыһан китә, Ахунйәр кнопкаға баҫа. Аппараттан Клараның тауышы: «Тыңлайым, Ахунйәр Исаевич».

 

Ахунйәр. Керегез. (Клара инә).

Клара. Тыңлайым, Ахунйәр Исаевич.

Ахунйәр. Шушы Йыһан дигәннәре журналда эшлиме әле?

Клара. Әлегә юҡ. Үҙегеҙгә мәғлүм: ике айлыҡ түләүһеҙ ялға ебәрелде.

Ахунйәр. Ике айлыҡ ялын чиксез ясағыз – арытабан редакцияларға аяҡ басмасын.

Клара. Ахунйәр Исаевич, өс балаһы, һикһән йәшлек әсәһе...

Ахунйәр. Тем более, арт сабағын уҡытығыз. Ауылдан килгән көтөүче генә башы берлән партиядан өстен булырға исәпли. Үтәгез!

 

Клара китә, Ғайнар инә. Ахунйәр тороп, ҡаршы алып күрешә, ултырышалар.

 

Ғайнар. Саҡыртҡанһығыҙ икән. Ҡабалан ғына килдем, врачҡа күренәһем бар.

Ахунйәр. Боевой солдатҡа ни булған? Сталинград тамуғыннан бирешми ҡайтҡанығызны.

Ғайнар. Күҙҙәрем томанланды, операцияға, тиҙәр.

Ахунйәр. Бәс, сезнең ише очлы күзгә эш харап. Әвәлгедәй, йәш-елкенчәк ижадына күз саласызмы соң?

Ғайнар. Һалғылайым... гонаһлымын.

Ахунйәр. Йәшләрнең ярлыҡаучысы, дип маҡтыйлар – кемнең кемлеген үтәдән күрә, диләр.

Ғайнар. Булғылай.

Ахунйәр. Заманында йәп-йәш кенә шағир Карам Сахичҡа да: «Күр дә тор, үзең тере чағыңда уҡ башҡырт шиғриәтенең тере классигы булачаҡсың» -- дип әйткәнсез.

Ғайнар. Булды ул хәл.

Ахунйәр. Һәм мона күз алдыбызда шул Карам Сахич – халыҡ шағиры, тере классик.

Ғайнар. Был да хаҡ.

Ахунйәр. Анауы Рәмил дигәнне дә чебеш кенә чағыннан уҡ күз алдында тотҡансыз, шиғриәтен хәстәрләп үстергәнсез.

Ғайнар. Йәштән үк балҡыш ине.

Ахунйәр. Хәзерен ничек уйлыйсыз, баһалисыз?

Ғайнар. Бик юғары баһалайым.

Ахунйәр. «Әсәм теле» дигән шыр-тиле, идеясыз шиғырыннан соң дамы?

Ғайнар. Әсәм теле – тәрән идеялы шиғыр. Халыҡтың әсә теле барҙа халыҡ йәшәй, дәүләт йәшәй, тигән һүҙ.

Ахунйәр. «Халыҡ, халыҡ»... Нинди халыҡ?

Ғайнар. Ысын башҡорт шағиры яҙған икән – башҡорт халҡы, тип уйлайыҡ.

Ахунйәр. Мона-мона – башҡырт милләтчелеге!

Ғайнар. Унда башҡорт тип әйтелмәгән, ғөмүмән әсә теле, тиелгән.

Ахунйәр. Әммә зәһәр тел төбе халыҡны боларта, бигерәк тә баш ҡаланың юғары уҡу йортлары студентларын. КГБ-дан сигнал бар: «Тел менән Ҡурай» дигән ойышма төзәргә үжәтләнгәннәр.

Ғайнар. Ахунйәр Исаевич, йөйһөҙ ерҙән йөй һәрмәп, халҡыбыҙҙың теңкәһенә теймәйек!

Ахунйәр. Бездә бер генә халыҡ – совет халҡы ғына бар. Киләчәктә барысы да бер телдә – бөйөк рус телендә генә сөйләшәчәк, дип, партиябыз программасына язылған!

Ғайнар. Ә ул киләсәктең ҡасан киллере әйтелмәгән. Бәлки – йөҙ, бәлки – мең йылдан һуң ғына беҙҙе бәхетле итер ул киләсәк.

Ахунйәр. Ярый, фәлсәфәгә салышмыйыҡ. Чын фронтовик-коммунистан ишетмәдем бу сүзне.

Ғайнар. Биғәйбә.

Ахунйәр. Димәк, ул Рәмилне, жил-яңғырға тидертмичә, ҡуйында ҡалдырыйыҡмы?

Ғайнар. Бөйөк шағирҙы эт типкеһендә йөрөтөүҙән туҡтайыҡ, лайыҡлы эш бирәйек, интектермәйек.

Ахунйәр. Хай-хай, «бөйөк»кә дә барып життек!

Ғайнар. Эйе, бөйөк. Ауыҙымды тултырып әйтә алам.

Ахунйәр. Хуп-мәйле, үзбәк дуслар әйтмешли. Рәмилнең сыңары Йыһанға нинди баһа?

Ғайнар. Йыһан – әүәлге хәрби моряк, ә хәрби моряктарҙы мин дәһшәтле заманда Сталинград окоптарында күрҙем. Улар һатмай, намыҫын аяҡ аҫтына һалып тапамай.

Ахунйәр. Анысы ярый. Ләкин нинди шағир ул?

Ғайнар. Минең өсөн шағир Йыһан – йыһандағы асылып етмәгән яҡты йондоҙ. Бәлки, уны оҙаҡ-оҙаҡ асырҙар, ләкин ул балҡыясаҡ! (Тора). Ғәфү итегеҙ, дауаханаға ашығам, инде кәрәгем бөттөмө?

Ахунйәр. Бөтте. Рәхмәт.

Ғайнар. Биғәйбә. (Китә).

 

Клара менән Варя инә.

 

Варя. Иҫәнмеһегеҙ, Ахунйәр Исаевич, ҡабул ҡылғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Ахунйәр (тороп). А как же, Рәмил кеби зур шағирның супругасын ҡабул ҡылмасҡа... Рәхим итеп ултырышығыз, тыңлим.

Варя. Ахунйәр Исаевич, һуңғы сиккә терәлдек: миңә, балаларыма, балаларымдың атаһына ятып үлергә ҡалды.

Ахунйәр. Варвара Васильевна, алай уҡ димәгезче.

Варя. Ниңә шағир Рәмилде эҙәрләйһегеҙ, эшләр эш бирмәйһегеҙ?

Ахунйәр. Турысын әйтеп сүләшикме? Чөнки ул шундый шиғырләр яза, алардан безнеке түгел, советларныҡы түгел, чит-зәһәр аһәң аңҡи. Үткән заманнарны сағынып әрнү, шуларны кире ҡайтару... Совет власына ҡаршы өнди ул!

Варя. Урыҫ әҙибе Черкасов үткәндәрҙе, декабристар заманын һағынып яҙҙы, шул «Хмель» романын ирем менән бергә мауығып уҡыйбыҙ, бер кем дә уны советтарға ҡаршы тип баһаламай.

Ахунйәр. Клара Тәхәүовна...

Клара. Хәләл ефетеңде әйтәм, ниңә донъяны ул башҡаса – йәғни бына минең һымаҡ итеп күрмәй, гел үҙенең кәкре тырмаһын һөйрәй? Бына мин дә, мәҫәлән, ике вуз тамамланым, комсомолда, хәҙерге заман мөхитендә тәрбиәләндем...

Варя. Рәмил донъяны үҙ күҙе менән күрә, Һеҙ күргәнде ул күрмәй. Сөнки ул – Рәмил, Шағир. Уның менән бергә йәшәгәнгә теүәл ун һигеҙ йыл тулды. Шуның һигеҙен сит тупһаларҙы тапап үткәрҙек, беҙ күргәндәрҙе дуҫтарыбыҙ ғына белә... Ниһәйәт, сикһеҙ ауырлыҡтар аша егерме алты квадрат метр алдыҡ – бер түгел биш кешегә шулмы ғәҙеллек?. Яҙыусылар берлегендәге ҡайһы бер «дуҫыбыҙ», Рәмилгә фатир бирмәҫкә кәрәк ине, тип сафсаталай, ә үҙе өс тапҡыр фатир алып өлгөрҙө. Иң талантлы шағир булғаны өсөнмө?! Рәмил теләнеп йөрөмәй, һорана белмәй. Сөнки ул – Рәмил.

Ахунйәр. Маладис. Мин дә шулай итәр идем.

Варя. Шиғриәт өсөн ул йәнен бирә.

Ахунйәр. Беләбез. Без аның безнең берлән тығыз бәйләнештә эшләүен, тирә-яғындағы яҡлы чынбарлыҡны чамалап, безгә кирәклене генә языуын телибез. Мин үзем аны талантлы шағир дип беләм, әгәр шулай булмаса, сүләшеп тә ултырмас идек.

Варя. Шағир ниңә интегә – килер бер рубле лә юҡ.

Ахунйәр. Дөрөсен генә әйткәндә, без аны үзебезнең яҡҡа аударырға телибез, шуңа күрә рубль берлән түбәлибез. Әгәр ыңғайға килмәсә, нәшриәттән алған биш йөз сум авансасын да кире ҡайыртырбыз.

Варя. Беҙҙең өсөн үлем приговоры булыр ине был.

Ахунйәр (Клараға). Дәвамлағыз.

Клара. Ниңә ул һаман мөкиббән китеп тик үҙенекен, башҡорттоҡон ғына йырлай? Хатта балаларығыҙҙы ла башҡорт төркөмөнә биргәнһегеҙ. Ниңә?

Варя. Бәйләнмәгеҙ! Балалары атаһының телен белергә тейеш!

Ахунйәр. Рәмилнең мин биографиясын тикшердем, анда башҡыртлыҡ бик аз. Шунсы ныҡ аптырата. Язсын иде ул татарча – булыр иде башҡача!

Варя. Ул бит Аланбай түгел, ә Рәмил.

Ахунйәр. Аланбай, гәрчә документлары буйынча башҡырт булса да, тәртипле жан – чиста татарча яза.

Варя. Ахунйәр Исаевич, ғәфү итегеҙ, ниңә татар телендә яҙған – маҡтаулы, ә башҡорт телендә яҙған – ҡарғаулы? Ҡағытаһығыҙ.

Ахунйәр. Ҡағытмыйбыз, -- яҡлыйбыз. Интернационалист булыр иде, ичмасам, дибез. Нәҡ Аланбай кебек.

Варя. Балаларыбыҙ хаҡына кисерегеҙ... Эшләү, нәшер ителеү мөмкинлеге бирегеҙ... (Үкһей).

Клара. Булды-булды, Варвара Васильевна! Әйҙәгеҙ, үҙем оҙатып ҡуям. Бөтәһе лә яҡшы булыр. Рәмилегеҙгә һеңдерегеҙ: партиябыҙ һыҙған тура юлдан ғына атлаһын.

 

ШАРШАУ

Date: 2015-07-10; view: 302; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию