Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Ураҡ менән Сүкеш





 

Әсәйҙәрҙең көндәй күҙ нурҙары,

Атайҙарҙың ҡойған ал ҡаны

Ураҡ, Сүкеш, Йондоҙ, Башаҡ менән

Нығытылған илдең ҡалҡаны!

 

Ҡарағоштар, арыҫландар ни һуң,

Ғәйрәт сәсһә Сүкеш һәм Ураҡ!

Ҡояш нурын һирпеп бар йыһанға,

Бар Ер шарын алыр бер урап!

 

Эйе, аласаҡ, алырбыҙ Ер шарын урап! Совет иле, партиябыҙ ышана: ошондай шиғри ынйыларҙы йымылдатҡан талант эйәһе милли тойғолар сүп-сарына бирешмәҫ, уларҙы ғорур тапап уҙыр һәм артабан да тап ошондай “Ураҡ менән Сүкеш”ле сағыу ынйыларын бүләк итер халҡына! (Шыйыҡ ҡына ҡул сабыуҙар). Рәмил туған (ҡуйынынан ҡандай ҡыҙыл тышлы китап ала), күңелдәрҙе айбарлаған рухи хазинаң бүҫкәрмәһен, синфи дошмандар уға бысраҡ ҡул һуҙмаһын! Шуның өсөн ышаныслы рухи тимер ҡоршау бүләк итәм һиңә, бына ул – революцияның тимер рыцаре Феликс Эдмундович Дзержинскийҙың ялҡынлы телмәрҙәрен туплаған һиммәтле китап! (Шыйыҡ ҡул сабыуҙар оҙатыуында юбилярға тапшыра, Рәмил китапты алып өҫтәлгә һала).

Марат. Бына беҙҙең “Әсәм теле”нә – тимер ҡоршау…

Ғәбсәләм. Тыйыл!

Ылауир (кеҫәһенән ҡағыҙ сығарып). Ҡәҙерле замандаштар, әле генә ғорур яңғыраған гүзәлдәрҙән-гүзәл шиғри зың дауам итә: бына мин фәҡирегеҙ ҙә, ялҡынлы йырҙар төйәгендә рухланып, әле генә бешкән икмәктәй мейестән сыҡҡан яңы шиғырымды уҡырға баҙнат итәм! (Ҡул сабыуҙар). “Илемдә илемде һағынам” тип атала ул:

 

Үҙ илемдә үҙ илемде һағынам!

Һағына-һағына һарғаям!

Ҡош Юлдарын күҙем менән байҡайым,

Океан төбөн уйым менән айҡайым –

Үҙ илемдә үҙ илемде тапмайым,

Тапмайым шул, тапмайым…

 

Үҙ илемдә үҙ илемде һағынам,

Хыялымдың сөмбөлөнә табынам.

Туҙан остоғондай ғына илемә:

“Һин бармы?” – тип табанымдан абынам,

Абынам шул, абынам…

Һағынам...

 

Киләсәктең киң ҡоласлы эпик поэмаһына кереш был!

Ғәбсәләм. Һеммм… Илемдә илемде һағынам, тиһең инде, ә? Һыҡтанып лаф ораһың, илар сиккә етәһең, әммә асыҡ әйтмәйһең. Һорау тыуа: бик боронғо, тирмәле башҡорт иленме? Ҡәһәр һуҡҡыр Зәки Вәлиди төҙөгән “Башҡорт йөмһүриәте”нме? Әллә юҡһа бөйөк Ленин-Сталин илен күңелкәйең үҙһенмәйме? Бәлки, әле генә ялҡынланып шиғыр уҡыған белгес иптәш үҙе әйтеп бирер? (Шомло геүләү).

Ылауир. Юҡ-юҡ! Мин ошо гүзәл илебеҙҙе – совет республикаһын үлеп һағынам!

Ғәбсәләм. Бәй, шунда бот-сатыңды киреп йәшәп ятып, шуны юҡһынаһыңмы? Башыңа тай типтеме?

Марат. Ярар инде, талант эйәһенә ул тиклем ҡаҙалма, кисерәйек бер юлға. Хәмер ене һуҡҡандыр. (Көлөшөү).

Ылауир. Ағай, еңгәй, йәмәғәт, ғәфү итегеҙ, мин бында артыҡ ҡала алмайым, бәғзе берәүҙәр барҙа! (Елтерәп олаға).

Ҡараһаҡал. Туғандар, йәш кешенең ялҡынлы ижадын кирегә һапламайыҡ. Шиғырҙың төп тотҡаһы – “Ураҡ менән Сүкеш”тәге кеүек үк: лирик герой, ҡайҙа ғына барһа ла, бөгөнгө совет илен, яҡын киләсәктәге яҡты коммунизм маяғын һарыларға һабышып ныҡ һағына, тиҙерәк шунда барып еткеһе килә. Шулаймы, Рәмил туған?

 

Рәмил көтмәгәндә сәсәп йүткеренә, Варя менән Сафия: “Шулай, шулай!” – тип йөпләй.

 

Марат. Шулайын шулайҙыр ҙа, былайы – былай бит әле: ошо гүзәл совет илендә хөрмәтлебеҙ йонсоп сәсәй ҙә сәсәй: тағы ла эш урынынан, балаларын аҫрар эш хаҡынан ҡолаҡ ҡаҡҡан… Һеҙ, Ураҡ-Сүкешле әһелдәр, шул хаҡта уйланығыҙмы?

Ҡараһаҡал. Күмәкләшеп уйлайыҡ. Хатта даһиҙар ҙа оло башын кесе итеп эйелгән, хатта йөгөнөкләп килгән мәлдәр була. Минеңсә, мәҫәлән, юбилярыбыҙ башын эйеп үҙенең оло ҡәләмдәшенә һәм етәксеһенә – Яҙыусылар берлеге рәйесе Карам Сахичҡа барһа, һис тә яҙыҡ булмаҫ ине. Эйелгән башты ҡылыс киҫмәй.

Сафия. Эйе шул.

Марат. Сафсаталы Сахичығыҙҙан эш сыҡмаҫ.

Ғәбсәләм. Әллә үҙе лә шайтанмы инде -- бер юлы ҡырҡ шайтанға яраҡлаша. Башҡорт теле бөтөп барған баш ҡалабыҙға башҡорт мәктәбе астыртыуҙы юллап яҙған ғаризаға ҡул ҡуйыуын һорап барғас, динһеҙ мәхәлләгә мәсет кәрәкмәй, тип ысҡындырҙы.

Ҡараһаҡал. Уныһы – икенсе мәсьәлә.

Марат. Мөхәммәтша Буранғолдо төрмәгә ултыртҡан бәндәнән ни көтәһең?

Ҡараһаҡал. Ғалим башығыҙ менән буталаһығыҙ: Буранғол партиябыҙҙың үҙәк комитеты ҡарары менән ғәҙел хөкөмгә тарттырылды, башҡорт совет әҙәбиәтен башҡорт милләтселеге менән өҙлөкһөҙ һөрһөткәне өсөн. Бигерәк тә “Урал батыр” уйҙырмаһы.

Марат. Иптәшкәй, һеҙ үҙегеҙ уйҙырма.

Ҡараһаҡал. Төп нөсхәһе ҡайҙа? – Юҡ. Тимәк, уйҙырма -- шишка на ровном месте!

Марат. Посмотрим. Ағай-эне, оҙаҡламай ғилми экспедицияға сығабыҙ: Урал артында “Урал батыр”ҙың Мөхәмматша Буранғолов ҡулы менән күсереп яҙылған төп нөсхәһе һаҡлана!

Ҡараһаҡал. Адресы?

Марат. Адресы – сер.

Ҡараһаҡал. Сер. (Ҡабалан сығып китә).

Ғәбсәләм. Артыңа ҡарама көлө!

Рәмил. Ай-һай, уҙамандар, тартай теленән табыр, тип, әсе телләнәһегеҙ…

Ғәбсәләм. Әсеһе үҙәккә үтте шул. Башҡорт мәктәбе асыуҙарын һорап йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт граждан ҡул ҡуйған ғаризаға – ноль һөҙөмтә.

Марат. Уның ҡарауы Ахунйәр Исаев иптәш эттән алып-эткә һалып сығарҙы: үҙ балаларығыҙҙы унда бирмәйәсәкһегеҙ, провакаторҙар һеҙ! – тип ажғырҙы.

Рәмил. Эш ниҙә? Беҙҙәр ҙә ажғырайыҡ!

Йыһан. Иртәгәнән мәктәп йәшендәге балаларыбыҙҙың исемлеген төҙөп тапшырайыҡ. Улымды мин мотлаҡ шул мәктәпкә бирәм.

Йәмәғәт: -- Бөтәбеҙ ҙә бирәбеҙ!

Ғәбсәләм. Дөрөҫ! Башҡорт мәктәбен астыртмайынса туҡтау юҡ!

Йәмәғәт: -- Туҡтау юҡ!

Варя. Уңыш өсөн, уҙамандар! (Баҫып тороп тост күтәрәләр).

 

Ых-бых итеп хәле бөтөп Ҡасим килеп инә, өҫтө-башы таушалған, ирендәре һәленгән.

 

Марат. Әргендек, ниңә яман ыхылдайһың, артыңдан ҡара күләгәң баҫтырамы?

Ҡасим. Уф, Ҡараһаҡал… Трамвайҙан төшөүемә яғанан эләктерҙе. Кабинетына һөйрәкләргә маташа, саҡ ысҡынып ҡотолдом. Еңгәй, ҡойоп бир!

Варя. Ҡойор инем дә, ҡояҡайым пустой шул...

Ғәбсәләм. Айнытҡысхананан сыҡтыңмы?

Ҡасим. Шунан шул. Сыҡҡаным һайын, яғанан ала, Ғайнар ағай өҫтөнән компромат әҙерләй. (Өҫтәлгә өңөрөлөп, шешәләрҙең төбөндәге тамсыларҙы бер рюмкаға бушата ла ауыҙына түңкәрә). Ах, етмәне! Еңгәй, бер тәңкә генә биреп тор, иртәгә үк ҡайтарырмын.

Варя. И Ҡасим-Ҡасимушка, һинән ҡайтҡаны бармы… төпһөҙ ҡойонан. (Джемпер кеҫәһендәге конверттан алып бирә).

Ҡасим. Мең рәхмәт, ғүмергә онотмамын! (Сығып китә).

Сафия. Әхирәткәйем, килгән берәүгә һуңғы һумыңды бүлеп бирергә әҙерһең.

Варя. Талант эйәһе бит… ни хәл итәйем…

Рәмил. Шиғриәтебеҙ донъя кимәленә сығырға лайыҡлы, тип һөйләйбеҙ, ләкин туранан-тура тәржемәселәребеҙ етешмәй; был азамат иһә ике телде лә һыу һымаҡ эсә.

Ғәбсәләм. Әсене самаһыҙыраҡ эсә шул.

Марат. Эпосыбыҙҙың финалын урыҫсаға тәржемәләргә биргәйнем, Урал батыр монологындағы “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ” (йәғни исем-ләҡәбегеҙ) тигәнде ул, баяғы әселе күҙҙәрен асып та ҡарамай, “Пусть станет добро лишь вашим конем” тип ауҙарған, шаҡшыйән!

Ғәбсәләм. Компромат, ти бит әле… Ғайнар ағайҙың да башы өҫтөндә ҡара болоттар ҡуйыра…

Рәмил. Донъя – кәкре мөрйә…

Йыһан. Мөрйәһе кәкре булһа ла, төтөнө тура сыға.

 

Варя Рәмил шиғырына композитор Рафиҡ Сәлмәнов яҙған көйгә “Минең йондоҙом”до башлай, бөтәһе лә ҡушыла:

 

Ғүмерем буйы мин бит яңғыҙым,

Эҙләйем һине, яҡты йондоҙом.

Юғалдың ҡайҙарҙа?

Юл алдың ҡайҙарға?

Һинһеҙ, йондоҙом, юлым бик оҙон…

 

Ниңәлер күпте көтә күңелем,

Көткәнгә микән күпте киң илем?

Дауыллы йылдарҙа,

Бормалы юлдарҙа

Мин еңел йөклө булмам, һөйөклөм!

 

Саҡыра тағы алыҫ юлдарым

Юлдашым минең – йөрәк моңдарым.

Тынғыһыҙ көндәрҙә,

Йондоҙһоҙ төндәрҙә

Күрсе мин барын, яҡтырт юлдарым!

 

ШАРШАУ

Date: 2015-07-10; view: 370; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.01 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию