Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Икенсе шаршау





Икенсе сәхнә

 

Баяғыса, шағир Рәмил фатиры.

 

Варя. Ғаилә башлығым балаларҙы детсадҡа илтә китте, хужабикәһе бында, башы ҡатып, эшенә ҡабалана, ә көшәлектә – һуҡыр тин, кухняла һыныҡ икмәк… (башын ҡушуслап) нишләргә, нишләргә?!. (Үрле-ҡырлы йөрөнә). Көн артынан көн уҙа, өҫ-баш та иҙерәп туҙа… фатир өсөн утҡа-һыуға түләп торор әмәл юҡ… (Ярһып). Шағир, шағир! Илгә билдәле шағир! Башҡортом, тип, алйып йөрөп, тағы эшһеҙ ултыра!.. Нисәнсе тапҡыр инде… ҡыуыла ла ҡыуыла… (Ишек ҡыңғырауы ҡыңғырлай). Инегеҙ, асыҡ! Заходите, әгәр башҡорт булмаһағыҙ.

 

Папка тотҡан Мыйыҡлы-әзмәүер керә.

 

Мыйыҡлы. Здрасте, беләһегеҙҙер – йорттар идаралығынан (алан-йолан ҡарана).

Варя. Белмәгән бармы инде, һеҙҙең кеүек аҫылды.

Мыйыҡлы. Үҙе ҡайҙа?

Варя. Кем?

Мыйыҡлы. Фатир хужаһы йәғни ирегеҙ.

Варя. Балаларҙы детсадҡа алып китте.

Мыйыҡлы. Һеммм… үҙегеҙ генә икән (бүлмәләрҙе, туалет-ванналарҙы йөрөп ҡарана).

Варя. Ниңә таң тишегенән? Темеҫкенәһегеҙ…

Мыйыҡлы. Күршеләрегеҙҙән жалыу бар: иҙәндәре, шығырлап, йоҡларға бирмәй, кухня-туалеттарын таҙа тотмай – тараҡан үрсетә, тип.

Варя. Абау… ниндәй тараҡан, ти ул?! Күреп тораһығыҙ бит.

Мыйыҡлы. Дөрөҫ, таҙалыҡ бар. Әммә иҙән буяуҙарығыҙ ҡупҡан, стенағыҙ һарғайған, түшәмегеҙҙән штукатурка ҡойола, унитазығыҙ сатнаҡ, ваннағыҙҙың эмале ҡалмаған – капиталь ремонт үткәреү талап ителә.

Варя. Үткәрегеҙ. Дәүләт йорто һеҙҙең ҡарамаҡта бит.

Мыйыҡлы. Капиталь ремонт теүәл егерме ике йылдан һуң ғына положено, һеҙҙекенә ун биш йыл да тулмаған.

Варя. Нишләргә?

Мыйыҡлы. Үҙегеҙҙең иҫәптән. Йәғни ҙә ки материал хаҡын, эш хаҡын кеҫәгеҙҙән сығарып түләйһегеҙ.

Варя. Ни саҡлым?

Мыйыҡлы. Өс нолле һан, кәмендә.

Варя. Уныһына хәл етмәҫ.

Мыйыҡлы. Ә иначе – выжт! – фатирҙан.

Варя. Бер түгел өс бала менән, һикһән ете тәңкә эш хаҡым менән – не имеете право!

Мыйыҡлы. Имеем, имеем, матурҡай. Закон бар. Өс ай буйына фатирға, утҡа-һыуға-газға түләмәйһегеҙ, пеняһы тауҙай артҡан, мәгеҙ! (Өҫтәлгә бер өйөм ҡағыҙ һала). Ун бишенсе числоға тиклем түләп өлгөрмәһәгеҙ, үҙегеҙгә ҡарап үпкәләрһегеҙ.

Варя (башын ҡушуслап). Боже мой, нишләйем һуң, нишләйем?!

Мыйыҡлы. Был эштә боже-може юҡ, әммә бурысты сигертеп торорға була, ыңғайыма килһәгеҙ.

Варя. Әйтегеҙ, һуң!

Мыйыҡлы. Һеҙҙең һымаҡ мәрйәләрҙе яратам (ҡосаҡларға итә, Варя уның сикәһенә сабып ебәрә).

Варя. Тараҡан! Вон отсюда! (Буш шешәне алып). Башығыҙҙы емерәм! (Мыйыҡла йәһәт олаға, артынан шешә оса). Подлец!

 

Рәмил һәлмәк муҡсай тотоп ҡайтып инә.

 

Рәмил. Варенька, ниңә ишек шар-асыҡ? Бынауы ниңә аунап ята? (Шешәне плинтус буйына торғоҙоп ултырта). Детсадтан ҡайтышлай юл уңды: бер дюжина шешә һатып, ашарға алып ҡайттым (берәм-берәм өҫтәлгә ҡуя). Бына сәйлек һөт, бына бүкәнкәй икмәк, бына…

Варя (һулҡылдауын баҫа алмай). Бүкәнкә түгел – буханка.

Рәмил. Юҡ, бүкәнкәй, сөнки ул башҡорттоҡо. Башҡорт ҡамырҙы бүкәнләп мейескә һалған, шуға күрә бүкәнкәй тип аталған. Йыһан дуҫыбыҙҙан һора.

Варя. Эй раббым, башҡортом да башҡортом… Бүкәнкәйҙе буш шешә йыйнап йөрөп кенә ашарға ҡалды инде…

Рәмил. Ҡайғырма, Варенькам, башҡорт башым һау саҡта асҡа үлмәбеҙ (Аҙыҡтарҙы кухняға илтеп килә). Сәй бешереп, Мәскәүҙәге студент саҡтарҙағылай һайрашып ултырырбыҙ.

Варя. Сәй алып ҡайттыңмы һуң?

Рәмил. Һеммм… йәйгеһен ауылдан ҡайтарған мәтрүшкә…

Варя. Мәтрүшкәне ҡорһаҡ тигән матрешкаға бикләп ҡуйҙыҡ бит инде.

Рәмил. Һеммм… (Өҫтәлдәге ҡағыҙ өйөмөн алып). Былары нимә тағы?

Варя. Башҡортлоғоң ҡоһоро... Ноль бөтөн рубль зарплата, мең бөтөн мең рубль квартплата. Пенялары ла артҡан.

Рәмил (ҡағыҙҙарҙы өҫтәл япмаһы аҫтына ҡыҫтыра). Түләрбеҙ. Китабым ғына сыҡһын. Гонорар алһам…

Варя. Көтә-көтә гонорарың гонорреяға әйләнде… Китап нәшриәте директорың…

Рәмил. Карам Сахичҡа барырмын.

Варя. И сабыййән башҡортом, аҫтан киҫеүсеңә ышанаһыңмы? Үҙ һүҙле, үгеҙ күҙле, тип, нәшриәт планынан һыҙҙыртҡан һине.

Рәмил. Булмаҫ!

Варя. Әхирәтем әйтте, директорҙың ҡатыны. Башҡортмон тип текә баҫып йөрөйһөң… муйныңды ла борорҙар.

Рәмил. Минең муйын ныҡ.

Варя. Институтта һүҙ йөрөй: яңы баҫмала “Башҡорт теле һүҙлеге”нән “башҡорт” тигән һүҙҙе алып ташлаясаҡтар. Һәр башҡорттоң паспортындағы “милләте” тигән графаға “рус” тип шаҡыраятасаҡтар…

Рәмил. Уныһына тиклем барып етмәҫтәр, Хоҙай бар.

Варя. Йәшел йорт бында хоҙай! Так что, башҡортом, башҡа сара ҡалманы: КГБ-шник әйтмешләй, ғорур башыңды түбәнселекле эйергә тура килер.

Рәмил. Эйелмәм, башымды ҡыйһалар ҙа!

Варя. Шулаймы? Мин эйелергә тейешме?!

Рәмил (ҡосаҡларға итә). Варенькам...

Варя. Кит! Эшемә ашығам! (Китә).

 

Рәмил өҫтәл ҡырына ултыра, тәмәкеһен туҡтауһыҙ боролдата. Ҡыңғырау ҡыңғырлағас, барып ишек аса. Һәлмәк кенә сөмкәй тотҡан Йыһан инә.

 

Рәмил. Кешеме, тиһәм, һин икән дә, ҡарт, Сәғит ағайым әйтмешләй.

Йыһан. Фу! Балта аҫырлыҡ. Ташла шул тәмәкеңде!

Рәмил. Ташламайым! Тартыуым – тартыу, эсеүем – эсеү, башҡа шатлыҡ ҡалманы миңә. Ярай, һинең Сафияң бар.

Йыһан. Сафия саҡ ҡына күстәнәс һалды: әсмүхә цейлон сәйе, гәрәбәләй һап-һары тары ярмаһы. Ауылдан ҡустыһы килгәйне, үҙе ярма ярҙыртҡан. Варя эштәлер инде, кухняғыҙға индереп бушатайым.

Рәмил. Минең сәйгүн борҡорап йырлай унда – Сафияның цейлонскийы мас килер. (Китеп, сәйле сәйгүн, сынаяҡтар, икмәк тотоп сығалар, табын ҡорола).

Рәмил (һемереп). Их, Сафия һылыуымдың цейлонскийы! Һиңә рәхәт ул, ҡарт!

Йыһан. Бер ҙә рәхәт түгел әле.

Рәмил. Журналдамы?

Йыһан. Главлит цензураһы ғына етмәгән, корректура обкомдың еҙ иләгенән үткәрелә, күп урындар һыҙып ташлана. “Башҡорт” тигән һүҙ журнал буйынса иң күбе биш тапҡыр ғына ҡабатланыырға тейеш. “Ҡурай”, “башҡорт ҡурайы” тигәнде лә ҡыҫҡартып, боронғолоҡто тасуирлаған әҙәби әҫәрҙәрҙә һәм музыка сәнғәте тураһындағы мәҡәләләрҙә генә ҡалдырырға ҡушалар.

Рәмил. Килде ҡиәмәт...

Йыһан. Үҙең әйткән ахун таяғы реакцияһы.

Рәмил. Һин генә булһа ла, бирешмә, ҡарт. Эшең бар, ашың бар – шуларынан ҡолаҡ ҡаҡма. Бына мин, башымды ташҡа һуғып, өй көбәге хәлендә алйып ултырам. Ҡайҙа ғына барма, кире бороп сығаралар: совет илендә эшһеҙлек юҡ – грузчик булып яллан, урам һепер, тиҙәр... Профессиям буйынса юлдар ябыҡ.

Йыһан. Ижад...

Рәмил. Кемгә хәжәт беҙҙең ижад?! Редакциялар шиғырҙарымды алмай, нәшриәттә китабым ҡаҡланып ята... Бөгөн нисәһе әле? Айлыҡ эш хаҡыңды алғанһыңдыр, ҡарт.

Йыһан. Бер юлы ике айлыҡ буш хаҡы тотторҙолар...

Рәмил. Буштың атаһы үлгән, тиҙәр түгелме?

Йыһан. Түгел шул. Мәскәүҙә һин уҡыған институттан бер студент ике айлыҡ практикаға ҡайтҡан. Шуға урын кәрәк һылтауы менән ваҡытлыса бушаттылар.

Рәмил. Һинең ауыҙҙан йолоп алмайынса ла була ине бит инде.

Йыһан. Баш редакторым, кабинетына саҡырып алып: “Быныһы – цветочки, ягодкаһы ла өлгөрөр, Рәмил арбаһында йырлап йөрөһәң!” – тип оҙатты.

Рәмил. Бер үк балыҡ башы... ҡаңғыра шағир башы...

Йыһан. Шағир рухын башҡорт ҡурайына тиңләп рецензиям сыҡҡайны бит, беләһең. Үҙеңә мәғлүм олпат әһел, обком ҡушыуы буйынса, ҡамсылы мәҡәлә яҙған, баш редактор ҡәләме оҙатыуында журналда сығып килә. Йыһандың хата фекерҙәренә юл асып, редакция яңылышты, икенселәй ундайға юл ҡуйылмаҫ, тип “тәрән үкенес белдерелгән”. Ошонан һуң миңә ҡайҙа барырға?

Рәмил. Китабың?

Йыһан. Үҙемде һиңә тиңләмәйем, әммә быныһы ла хәс тә һинекеләй...

Рәмил. Гел генә былай булмаҫ, беҙҙең урамға ла байрам килер. (Ут һүнә).

 

 

Date: 2015-07-10; view: 240; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию