Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Йеҙекәй-дәүҡыяҡ-ҡурай. 3 page





 

Йеҙекәй-дәүҡыяҡ-ҡурай.

 

Әгәр ҙә ки ошонобоҙҙоң һәр быуынын айырым алып аңлатһаҡ, баяғы “йеҙ”гә иркәләү ялғауы “кәй” теркәлмеш “Йеҙекәй” һүҙен ғилем эйәләре ошолай тип тәфсилләй: “еҙекәй — шыма көпшә ” (башҡорт теленең һүҙлеге. М., 1993; I том, 309-сы бит). Ә “көпшә” тигәнебеҙ, — тип аңлата шул уҡ ғалимдар, — сатыр сәскәләр ғаиләһенә ингән ҡыуыш һабаҡлы бер төркөм үләндең дөйөм исеме ул (шунда уҡ, 544-се бит); ә “сатыр сәскәләр” тигәне, ябай ғына әйткәндә, “таҡыя башлылар” тигән һүҙ. Ә өҫтә күрһәтелмеш тулы исемдең икенсе быуыны “дәүҡыяҡ” — дәү (оло) ҡыяҡлы үлән, тигән һүҙ; өсөнсө быуыны “ҡурай” — ана шул дәү ҡыяҡлы Йеҙекәй үләненең ҡурылып кипкән йәғни тын өрмәле музыка ҡоралы итеп шаңғыртып тартырға яраҡлы ҡыуыш һабағы, көпшәһе; ә “дәүҡыяҡ-ҡурай” тигәнебеҙҙән “таҡыя-ҡурай” йәки “таҡыя башлы ҡурай” атамаһы яралған; ҡыҫҡартып уны “йеҙекәй” тип кенә лә, “ҡурай” тип кенә лә әйткәндәр; әле һүҙ барған батырыбыҙға ла яратып шул моңло исемде ҡушҡандар: Йеҙекәй...

Үҫәргән шәжәрәләренең береһендә (Башкирские шежере. Уфа, 1960; 88-се бит) был нәҫел ошолай сағыла: батырыбыҙҙың ҡартатаһы Таукәй (дәүҡыяҡ, тигән һүҙ), уның улы Молоҡ, унан һуң килә Йеҙекәйҙең улы Яҡшыбай (был зат Карамзин тарихының V томының 296-сы битендә күренә); тик был шәжәрәбеҙҙә Молоҡ улы Йеҙекәй үҙе ниңәлер теркәлмәй ҡалған.

Йеҙекәйҙең Молоҡ-Төкләҫ (Балтырсаҡ) ләҡәпле атаһының мосолманса Рәхмәделғәбид тигән исеме лә булған, Йеҙекәйебеҙ шәжәрәгә тап ана шулай “Йедек бин Рәхмәделғәбид” тип яҙылған (“Үҫәргән тәүәрихе”, 54-се бит). Башҡа тарихи сығанаҡтарҙан да яҡшы юллана был бөйөк шәхесебеҙ, Йеҙекәйҙең атаһы. Үҙе батыр йөрәкле лә, мәкерле лә, тәүәккәл дә, фиҙакәр ҙә булған ошо үҫәргәнле-башҡорт уҙаманыбыҙҙы иң элек Алтын Урҙа ханы Жанибәктең (Жанибәк, батшалыҡ итә 1341-1357 й.й.) Баш бейе (премьер-министры) сифатында күрәбеҙ, баяғы төкләҫ-көпшәгә бәйле Төклө-бай (Тоғлу-бай) ләҡәбен йөрөтә ул.

Йеҙекәйҙең һәм уның халҡы “нуғай”ҙарҙың — саф Үҫәргән башҡорттары, йәки Ҡыпсаҡ, Ҡатай, Табын кеүек башҡа башҡорт ырыуҙары булауҙарын Йеҙекәйҙең һәм уның нәҫелдәренең Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге баяғы беҙ айырым алып дауамларға тип киҫәтеп ҡалдырған һәм, киң билдәле 38-се быуын баба Төкләҫтән бауланып килә-килә, 41-се быуын аша артабан беҙҙең көндәргәсә һуҙылмыш быуындар теҙмәһе лә күрәләтә дөрөҫләй, бына ул:

 

38. Баба Төкләҫ-бей. — 39. Тура-хан бин баба Төкләҫ (ХII быуат аҙағында Көн-Өфө-Тура [хәҙерге Өфө] баш ҡалаһында тәхеттә ултырған). — 40. Ҡаҙансы бин Тура-хан. — 41. Ҡарадә Ҡиә бин Ҡаҙансы (“Иҙел — Яйыҡ араһында хөкөм һөргән”. — 54-се бит). — 42. Ҡотло Ҡиә бин Ҡарадә Ҡиә (мосолманлыҡ намы Рәхмәделғәбид). — 43. Йедек (Йеҙекәй) бин Рәхмәделғәбид (“хан Бураҡ [тәхеттә 1422-1427 й.й. — Й.С. ] Һарайсыҡта ине. Ғәйәт алып кеше ине. Ҡан ҡәрҙәше [әсәһе яғынан. — Й.С. ] Йедек [Йеҙекәй. — Й.С. ] унда бей ине. Унан [Йеҙекәйҙән. — Й.С. ] Мансур тыуҙы, Мансур ҙа алып кеби булды. Хөсөт итеп, дәдәһе Бураҡты аңһыҙҙан үлтерҙе [1427 йылда. — Й.С .] ”. — 55-се бит). — 44. Уның улдары: Ҡасни бин Йедек, Науруз бин Йедек, Мансур (балаларының береһе, көсләп суҡындырылып, урыҫтарҙың кенәз Мансуровтар фамилияһын башлаған) бин Йедек, солтан Нәдерғул бин Йедек, унан тыуған Уаҡҡас бин Нәдерғул (был Уаҡҡастың ошо шәжәрәгә теркәлмәгән Сәғит исемле улы ла булып, ул баяғы баба Төкләҫ улы Тура-хандан тыумыш үҙебеҙҙең Күсем-хандың ғәскәр башлығы булған: “Солтан Күсем-хандан һуң уғландары һәр ҡайһылары ил араларында дәғүә-талаш менән [бер-береһен] үлтерҙеләр... Солтан [Күсем-хан] буҙ күҙле ғәйәт алып кеше ине. Тирандазлыҡта [ғәскәр башында] Уаҡҡас-бәктең улы Сәғит ине”. — 57-се бит). — 45. Муса-бәк (балаларының береһе, көсләп суҡындырылып, урыҫтарҙың дворян Мусин-Пушкиндар фамилияһына ҡатнашлығы бар) бин Уаҡҡас. — 46. Уның улдары: Алсағыр-хан (ҡаҙаҡ Алащ-Урҙаһының беренсе ханы), Ирзал Ураҡ (балаларының береһе, көсләп суҡындырылып, урыҫтарҙың Ураков дворян фамилияларын башлаған), Ҡалын, Зартуш Һары Йософ (ғүмере буйына Мәскәү кенәзлегенә ҡаршы фиҙакәр көрәшеүсе баһадир, Ҡазан ханбикәһе Сөйөмбикәбеҙҙең атаһы. 1554 йылда бер туғаны Исмәғил Хайрас ҡулынан ҡорбан була. Уның нәҫел-нәсәбе, көсләп суҡындырылып, урыҫтың кенәз Юсуповтар фамилияһын башлай. — Н.А. Баскаков, 114-се бит), Мамай-Ҡасим (йәки Себер-Тура ханы Мамай-Шәйех йәки Әстерхан ханы Мамай-Нар-Ҡасим йәки шәжәрәләге “хан Мамай” — бөтәһе лә бер кеше. “Хан Мамай ғәйәт алып йөрәкле, ҡырағай арыҫлан кеби бәһлеүән ине. Хатта, имешләр, ун ир күтәрмәҫ таш илә Әстерхандың йүкечек [кесе булмаған, ҙур] биналарын атып зир-зибәр ҡылды [таш атҡыс туптары ярҙамында Әстерхан ҡәлғәһен алыуы һәм хан булып ултырыуы. -- Й.С.)... Ахыры Исмәғил Хайрас хәйлә илә мәҙкүр ҡәлғәдә [Әстерханда. — Й.С. ] ҡатил иттерде [язалатып үлтерҙе. — Й.С. ] һәм ҡәбере Кече Үзән [йылғаһы] башындадыр[20]. Һәм ул заманда Ҡазанда Сураш солтан [21], ғәскәре илә барып, бер мәнзил бер ҡалдыҡда [бер туҡталыш ара ҡалған ерҙә. — Й.С. ] Мофтһуаз илә [ботарлап язалау аша. — Й.С. ] вафат итди; ғали, ғәдел, суҡау [халыҡсан] әдәм иде”. — 58-се бит), Мамай-Нар-Ҡасим-хандың улы Ядкәр Ғоҫман (Нуғай ылыҫы йәки Юрматы ырыуы шәжәрәһенән: “Төньяғындан урыҫ көффар килгәйне. Был ерҙәрҙә урыҫ күп булғас... Ядкәр мырҙа баш булып, һанһыҙ күп нуғай менән Ҡубанға күстеләр... Туғыҙ йөҙ ҙә илле өстә [=1546] ине”. Ә Ядкәр мырҙаның бер туған ағаһы “Бурнаҡ-бей менән тороп ҡалғандары иштәк [башҡорт. — Й.С. ] аталдылар. Ошбу нуғайҙан ҡалған буш ерҙә ғүмер һөрҙөләр”. — Тәтегәс-бей шәжәрәһе, 29-сы бит); йәнә лә баяғы мәшһүр Муса улдары: Солтан Сәйдәф, Исмәғил Хайрас (бер туғаны Зартуш Һары Йософто үлтергәненән һуң 1555-1564 йылдарҙағы берләштерелгән Нуғай Урҙаһы кенәзе; шуға тиклем үк Мәскәү кенәзлеге менән рәсми килешеүгә ҡул ҡуйған һәм ахырынаса урыҫҡа тоғролоҡ һаҡлаған зат), Ырыҫ (уның ейәндәре, көсләп суҡындырылып, урыҫтарҙың Урусов дворян фамилияларын башлаған), Урмәмбәт (Тәтегәс-бей шәжәрәһендәге “Сәсле Дәрүиш”), Әмир Иштерәк...

 

Башҡорт батыры Йеҙекәйҙең тап Үҫәргән шәжәрәһендәге атаҡлы бабабыҙ Баба Төкләҫтән бауланыуын күрһәткән шәжәрә икенсе бер тәүәрихебеҙ “Сыңғыҙнамә”лә лә бар:

 

...Баба Туклаш уғли Трмә атлиғ иерди. Бу Трмә Әдил -- Жаиҡдә хасил булди. Аның уғли Ҡазанчи атлиғ иерди. Ул һәм Идил -- Жаиҡдә хасил булди. Аның уғли Әсламҡиа. Ул һәм Идил – Жаиҡдә хасил булди. Аның уғли Ҡарадәҡиа. Ул һәм Идил – Жаиҡдә хасил булди. Аның уғли Ҡутлуҡиа. Ул һәм Сәмәрҡандтә пида булди. Аның уғли Йедикәй... Әммә Баба Туклашнең дүрт уғли бар иерди... Әмма Идик би Туҡтамыш ханның өлөшөн бүлди. Идик би уғли Нураҙын Мираздур убласин өлөшин биләди... Ади Үзән – Туҡтамыш ханның йуртидур. Жим (Сим) – Жаиҡ араси Жәнбәк ханның йуртидур. Аҡидел тамағи Ҡара-хан берлән Буғра ханның йуртидур. Аҡтүбә Бачман ханның йуртидур...

Ҙур Нуғай Урҙаһы кенәзе Йеҙекәй батырҙың шәхсәнә үҙенә килһәк, баяғы хаслашып Әмбә буйына олаҡмыш яһил йән — дуҫтан дошманға әүерелмеш Алтайҡара мырҙаның һәм Туҡтамыш-хан улы Кәримбирҙенең урҙаға өҙлөкһөҙ барымталарынан илде ҡурсалар өсөн, Яйыҡ аръяғы далаларында даими ғәскәр тоторға кәрәк була. Шул сәбәпле Йеҙекәй кенәз йәмле Һаҡмар тамағындағы баш ҡалаһы Аҡтүбәне (хәҙерге Ырымбур) мырҙаларының береһенә ҡалдырып, Яйыҡтың һул ярындағы Бүртә йылғаһы тамағына (һул ярында) урҙаның яңы баш ҡалаһын — Ҡыҙыл Һарайсыҡты ҡороп нығына (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Биләй районындағы Красногор салаһы ҡаршыһында, Күмәк ауылы янында харабалары һаҡланған). Шул Ҡыҙыл Һарайсыҡ харабаларынан саҡ ҡына төньяҡтараҡ (Күмәк ауылы эргәһендә) таштан һалынмыш “Йеҙекәй мәсете” һәм Рәсәй империяһына ҡаршы 1675-1683 й.й. башҡорт ихтилалы етәксеһе Сәйет Йәғәфәр батыр Садировтың исеме уйып яҙылмыш ҡәбер ташы ла бар, имеш; арымай-талмай ҡыҙырынмыш тарихсы-эҙәрмәнебеҙ Ф.Ф. Илбулдин әйтеүенсә, 70-се йылдарҙа шул мәсеттең иҙәне аҫтынан “Йеҙекәйҙең Тимер күлдәген” һәм бик күп “ҡабырсаҡ-аҡса” тапҡандар; Тимер күлдәктең бер киҫәген ул Өфөгә килтереп, Башҡортостан үҙәк музейына тапшырған...

Сал бөркөттәй ҡыуарып ҡартайған Йеҙекәй батыр 1419 йылда һаман үҙенең ғүмерлек ҡан дошмандары — Туҡтамыш-хан улдарына һәм улар менән берлектә хөсөтләшкән баяғыса яңы дошман Алтайҡара мырҙаға ҡаршы һуғыштарын дауамлай һәм шундай бер алышта, П.И. Рычковҡа (69-сы бит) старшина Ҡыҙрас Муллаҡаев биргән мәғлүмәттәр буйынса, Баҫман [Йеҙекәй] кенәзде шул Алтайҡара мырҙа үлтерә. Шул яҡтағы боронғо ваҡиғаларҙан яҡшы хәбәрдар баяғы Чоҡан Вәлиханов (240-сы бит) боронғо бер сығанаҡтан күсереп алыуынса, был ҡанлы ваҡиға хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Илек йылғаһы буйында була: “Андин бариб ир күшә йиҡилди, ани нуҡай Алтай баһадур бариб үлтүрди”. — “унан һуң барып ир-кеше (Йеҙекәй батыр. — Й.С.) йығылды, уны нуғай (үҫәргәнле. — Й.С.) Алтайҡара баһадир барып үлтерҙе”... Тарихсылар барыһы ла Йеҙекәйҙең Туҡтамыш-хан улы Кәримбирҙе ҡулынан шәһит китеүен яҙалар. Ҡанлы фажиғаның бер шаһиты яҙған йәки һөйләп ҡалдырған ошо һуңғы текстан күренеүенсә, Йеҙекәй батыр тәүҙә Кәримбирҙенең зәһәр уғы тейеүҙән яраланып йығылған да Алтайҡара мырҙа барып уның тамам йәнен алған булырға тейеш... Илек буйындағы ҡанлы был алышта атаһына ярҙамға килгән Нур-ад-дин (Мораҙым) да ҡатнаша һәм, “ҡаты еңелгәндән һуң, диван башлығы Ҡатай Ғәли-бей менән бергә Башҡортостанға килә, ошонда йәшәп вафат була” (Ә.В. Туған, 25-се бит). Хәйер, бындай мәғлүмәтте беҙ ”Мораҙын менән Боҫҡон” тигән баяғы бер башҡорт эпосынан да алып биргәйнек...

Йеҙекәй батырҙың ни рәүешле һәләк булыуын уның менән ҡанлы-даулы яуҙарҙа ла, тыныс-имен юлдарҙа ла һәр саҡ бергә йөрөгән, эпосыбыҙҙың заңы менән әйткәндә, һөйөклө “аҡ Нары” ла (бер үркәсле аҡ дөйәһе) күҙ йәштәрен мөлдөр-мөлдөр ҡойоп күреп торғандыр:

 

...Үлем һис тә аямай,

Иҙеүкәйгә ҡул һалды...

...Иҙеүкәй үҙе әйткәнсә,

Иҙеүкәйҙең кәүҙәһен

Аҡ Нарына артҡан һуң

Нар ҡуҙғалып китте, ти,

Күп ҡаялар үтте, ти,

Күп һыуҙарҙы кисте, ти...

 

Йола ҡушыуынса үҙ иркенә ебәрелгән аҡ Нар-дөйә Илек йылғаһы буйҙарынан ана шулай, Йеҙекәй мәйетен арҡаһына артмаҡлап, Йеҙекәйҙең баш ҡалаһы Ҡыҙыл-Һарайсыҡ тарафына төньяҡҡа — Яйыҡҡа табан ыңғайлай, тарихта билдәле ағын һыулы Айғыръял кисеүенән Яйыҡты аша сыға, Яйыҡ менән Һаҡмар аралына йәйрәп ятмыш Яҫы тау һыртынан лапылдап атлай-атлай, хәҙерге Жултый тимер юл станцияһы тәңгәлендә Һаҡмарға барып етеп, Һаҡмарҙы кисмәйенсә кире борола, баяғы Яҫы тау һыртынан лапылдап кире ҡайтып китә; шуға күрә лә ошо дөйә ике тапҡыр ҡаңғырып үткән Яҫы тауҙы ундағылар Дөйәтау тип атайҙар һәм әлегәсә Яйыҡ менән Һаҡмар араһын шул Дөйәтау һыртындағы Яҫы дөйә юлынан гиҙеп йөрөйҙәр... Йеҙекәй батырҙың үле кәүҙәһен артмаҡлаған аҡ Нар-дөйә, шулай итеп кире-ҡабат дала яғына Яйыҡты кисеп сығып, ҡырт ҡына уңға — Йеҙекәй батырҙың баш ҡалаһы тарафына көнбайышҡараҡ — хәҙерге Ырымбур -- Орск араһындағы таш оло юлдан күҙ йәштәрен супырлатып йүнәлә, хәҙерге Бурансы ауылы ултырған Бүртә йылғаһы тамағына дүрт саҡрымдай ҡалараҡ, эпоста әйтелгәнсә, оло юлдың һул яҡ ситендәге ҙур булмаған “бер түбәгә сүкте, ти”, — ата-баба йолаһы буйынса тап бына шунда ҡәҙерләп ерләйҙәр ҙә инде Йеҙекәй батырыбыҙҙы, башы осона исеме яҙылған ядкәр-таш ҡалҡыталар. Серле ғәрәп хәрефтәре сыйылмыш шул хәсрәтле яҙыуҙың “...зүки” тигән күсермәһен уҡыусыға мәғлүм тарихсы-эҙәрмәнебеҙ Ф.Ф. Илбулдин етмешенсе йылдарҙа мин эшләгән “Ағиҙел” журналы редакцияһына килтереп күрһәткәйне; урындағы ҡаҙаҡтар ул изге зиратты “Зюкәй” (Йеҙекәй) тип тә, “Икетас” (Икеташ) тип тә атап йөрөтәләр, имеш... Бурансы ауылының Яйыҡҡа терәлгән осондағы иҫке зиратта тағы ла бер тарихи ҡомартҡы “ҡаҙанбаш” — Сыңғыҙ-хан нәҫеле һүләгүҙәр Иранының башҡорт императоры Ҡаҙан-хандың ҡыуарып бөткән баш һөйәге тап ана шул етмешенсе йылдарғаса сал ҡылған араһында аунап ятҡанлығы ла мәғлүм. Уның тап шулай хан кәүҙәһенән айырылған баш икәнлеге Ә.В. Туғандың “Ибн Фаҙландың юлъяҙмаһы” тигән мәшһүр хеҙмәтендә лә сағыла: “Нуритдин[22] Маңыт исемле бейҙең бер принцҡа әйткән һүҙҙәренә ҡарағыҙ: “Ҡан сөйәге кийә деп, ҡандарды ҡойған Сарайчыҡ бабаңдың башын анда акелип ҡойғанмын”. Ә.В. Туған тәржемәһе: “хан һөйәге бәхетһеҙлек килтерә тип, атайыңдың башын Һарайсыҡтағы зиратҡа илтеп ҡуйғанмын” (“Ватандаш” журналы, 1997/11; 131-се бит). Үрҙәге йөмләнең иҫке төрки ҡатыш тел икәнлегенә иғтибарҙы йүнәлтәйек тә, ундағы Ә.В. Туған яңылыш аңлаған иҫке төркисә “кийә” һүҙенең “бит”, “ки”, “ғуй” тигән киҫәксә икәнлеген (кийә — уменьшительно-выделительная частица. — ДТС, 307-се бит) билдәләп, тексты инде ипләберәк уҡыйыҡ: “Хан һөйәге бит тип, хандарҙы ҡуйған (ерләгән) Һарайсыҡҡа[23] — бабаңдың башын шунда әпкилеп ҡуйғанмын”... Әйткәндәй, шул тәңгәлдә Яйыҡтың уң яғындағы Һарт (урыҫса Ельшанка) ауылы эргәһендә атаҡлы “Үзбәк-хан зираты” ла бар имеш... Был тарихи ҡомартҡыларыбыҙҙы замана бурҙарынан — ҡыҙыл империя осоронда изгеләрҙән изге Бәндәбикә, Бабсаҡ-баба зираттарын, Асылыкүл буйындағы Сураташтора изге ҡорамының ырын яҙыулы ташын хараплаған зәғиф рухлы археологтарҙың нәүбәттәге баш-баштаҡлығынан ҡурсаларға тейешбеҙ:

 

Бабаларҙың изге тупрағының

Остоғо ла елгә осмаһын...

 

Әммә һуңғы йылдарҙа Еҙекәй батырҙфың да, ул үлтергән Туҡтамыш-хандың да ҡәберҙәре үҙебеҙҙең Миәкә районы Илсеғол ауылы янындағы күршеләш ике тау башында икәнлеге асыҡланды.

Башҡортостан тупрағында мәңгел тыныслыҡ тапҡан императорҙарыбыҙҙың иң һуңғыһы тураһында бара һүҙ.

Алтын Урҙа дәүләтенең императоры Туҡтамыш-хан һәм шулай уҡ император дәрәжәһенәсә күтәрелгән Еҙекәй батыр тураһында ныҡлап ҡыҙыҡһыныуым үткән быуаттың етмешенсе йылдарында мәшһүр “Үҫәргән тәүәрихе”нән (Библиотека Башкирского филиала Академии Наук СССР, ИБ -- 2279, ғәрәп графикалы ҡулъяҙма хәлендә) уҡып, икеһенең дә килеп сығышы үҙемдеке менән бер иш -- Үҫәргән батшалар шәжәрәһенән, икеһе лә үҙем кеүек үк үҫәргән башҡорто икәнлеген белгәс ныҡлап башланды. Салдарҙан-сал тарихыбыҙҙа соҡсоноп сәсем ағарғас танырға тура килә: төрки донъяһында мәғлүм иң реаль, тарихи ерлекле, ышаныслы шәжәрә -- “Үҫәргән тәүәрихе”, сөнки ул тәғәйен Урал -- Иҙел ерлегенән һәм унда беҙҙең эраға тиклем XV быуатта башҡорт-болғар дәүләтен нигеҙләүсе Ишек (икенсе бер яҙылыштарҙа Ижек) бабабыҙҙан башлана (1680 -- 82 йылғы башҡорт ихтилалы етәксеһе бөйөк Сәйет Йәғәфәр Садиров бабабыҙ 1680 йылда күсертеп яҙҙыртҡан тәүәрихте ҡарағыҙ: Бахши Иман. Джагфар тарихы, I, II, III том. Оренбург, 1993 -- 1997). Дөрөҫ, донъяла үҫәргән, хатта башҡорт тигән этнонимдарҙың барлығын да белмәгән (йәки белергә теләмәгән) төрлө милләтле авторҙар (һәм шуларға эйәреп башҡорт ғалимдары!) Туҡтамыш-ханды -- Сыңғыҙ-хан тоҡомло татар-монгол тип, Еҙекәй батырҙы маңғыт (йәнәһе шул уҡ монгол!) тип тә, ҡуңғырат тип тә яҙалар. Ләкин айныҡ тарихсыларға күптән үк яҡшы мәғлүм: Сыңғыҙ-ханды һәм уның кешеләрен хандың ҡан дошманы һаналған этнос исеме менән “татар” тип урыҫтар тамғалаған, ә сығышы менән башҡорт (атаһы -- бөрйән, әсәһе үҫәргән-ҡаңғы башҡорто) бөйөк бабабыҙ үҙенең дәүләтен “мәңге-ил” (мәңгелек ил) тип атағанлыҡтан, халҡы ла шул мәңге-ил – монгол исеме менән тирә-яҡҡа танылған. Еҙекәйҙең маңғытлығы һәм ҡуңғыратлығы ла бик ябай аңлашыла: мәңге+т (бында “т” -- күплек ялғауы) маңғыт (“мәңгеләр” мәғәнәһендә) һәм ҡаңғы (шул уҡ үҫәргән) +ир-ат= ҡаңғырат, ҡуңғырат. Тимәк, бер үк ерҙә донъяны яуларға ынтылыусы һәм бер-береһенең ҡанын ҡойоусы йыһангирҙәр Сыңғыҙ-хан, Туҡтамыш-хан, Аҡһаҡтимер, Еҙекәй батыр дүртеһе лә бер үк тоҡом -- башҡортобоҙҙоң Үҫәргән батшалар шәжәрәһенән! (Шәжәрәне ҡарағыҙ: Йыһат Солтанов. Башҡорт батшалары. Сыңғыҙ хандан алып Урыҫ дәүләтенә ҡушылғанғаса. Өфө -- 2007). “Маңғыт”тың үҫәргән-башҡорт икәнлегенә шик ҡалдырмаусы дәлил -- “үҫәргәндар бабаһы”ның эпосыбыҙға “Маңғыт улы Мөйтән-бей” рәүешендә теркәлеүе (Башҡорт халыҡ ижады, VII том, Өфө -- 2004, 258-енсе бит). Әйткәндәй, быйыл ғына бер мәғлүмәтнамәгә юлыҡтым: Ҡаҙағстан Мосолмандар берлегенең вице-президенты, Алматы ҡала адвокаттар коллегияһы ағзаһы Ҡорбанғәли Юнысовтың Әҙәм пәйғәмбәрҙән алып 96 быуынға еткерелгән шәжәрәһе. Тәүге 65 быуыны ҡәҙимгесә фәстерелеп, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе лә биргән ғәрәп шәжәрәһенән өҙөктө ялғау булһа ла, 66-нсынан ҡала быуындар үҙебеҙҙеке -- әле әйтелгән Үҫәргән батшалар шәжәрәһенең айырылғыһыҙ киҫәге (ҡайһы бер исемдәр генә боҙола биргән). Әммә унда әле һаналған дүрт бөйөк затыбыҙ һәм уларҙың тоҡомдашлығы тураһында минең фекерҙе дөрөҫләүсе ҡиммәтле мәғлүмәт бар:

Date: 2015-07-23; view: 443; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.009 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию