Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Йеҙекәй-дәүҡыяҡ-ҡурай. 1 page





Йыһат Солтанов

ШӘЖӘРӘЛӘР

ЙЫҺАТ

Фө – 2014


 

РГӘН БАТШАЛАР ШӘЖӘРӘҺЕН БАРЛАУ

Ҡомартҡының төп нөсхәһе XIX быуат аҙағында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәнсура районы Байыш ауылы муллаһы Муса хәҙрәттә һаҡланған, Өмбәт ауылы кешеһе Әхмәтшәриф Абдуллин тарафынан башҡарылған күсермәһе 1954 йылда уның улы Ғибарҙан Н.Т.Хәсәновҡа юлығып, Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел, әҙәбиәт институтына тапшырылған. Заманында этнограф Р.Ғ.Кузеев уның 3 битлек өҙөгөн генә файҙаланыуын иҫәпкә алмағанда, был бик мөһим документты ғалимдарыбыҙ иғтибарһыҙ ҡалдырған...

“Үҫәргән тәүәрихе”ндә Үҫәргән-башҡорт батшаларыбыҙҙың “донъя яратылғандан уҡ” быуын-быуын һуҙылып килмеш шәжәрәһе күргәҙмә һабаҡ рәүешендә бирелә (унда башҡорт тарихының һәм бөтә кешелек донъяһы тарихының бик күп серле һорауҙарына яуап бар). Баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле был хазинабыҙ тулы килеш (ошо авторҙың аңлатмалары менән ҡуша) матбуғатҡа тәүге тапҡыр сығарыла:

 

 

Ргән тәүәрихе

Ишек. — 2. Уның улдары: а) Афрасиаббин Ишек, б) Күриң бин Ишек. — 3. Фаридун бин Күриң. — 4. Уның улдары: а) Мөслим, б) Алсаҡ Айран, в) Түрәҡан Фәкфәдәр. — 5. Ҡаф бин Түрәҡан Фәкфәдәр. — 6. Уның улдары: а) Круз (Һарт иленең батшаһы, Геродоттағы Крез: б.э. тиклем 560-546[1]) һәм уның улы Таһмәнә Сәбиб; б) Ҡавәб. — 7. Бәширмин бин Ҡавәб. — 8. Сам Сиуар. — 9. Ңал Ңаман. — 10. Бәһлеүән Рөстәм. — 11. Уның улдары: а) Сәһрәб Ширсуан һәм уның улы Бөрзин (Бөрйән) Нирул һәм уның улы Тамыр; б) Манужуһрбин Ирани Таһманиб. — 12. Нәвҙар бин Манужуһр. — 13. Ңаб бин Пузар. — 14. Ғиҡбад. — 15. Кииксарув (Мидия батшаһы, Геродоттағы Киаксар: б.э. тиклем 625-585). — 16. Аҡҡар Әййүб бин Киаксарув. — 17. Кәштә бин Әййүб. — 18. Әсфәндиәр. — 19. Баһуман. — 20. Уның улдары: Драб бин Баһуман (уның нәҫелдәрен айырым алып дауамларбыҙ); Лоҡман(Лоҡман-хәким – бөрйәндәрҙең бабаһы. – Й.С.). — 21. Тағиб бин Лоҡман. — 22. Хан Суғар. — 23. Хан Баҡи. — 24. Уның улдары: хан Сәнкүм (уның нәҫелдәрен айырым алып дауамларбыҙ), Башыҡара бин баҡи. — 25. Хан Ҡантур бин башыҡара. — 26. Хан Турғай. — 27. Хан Байҡу-тархан (Майҡы-бей, 1207 йылда Сыңғыҙ-хан урҙаһында булған). — 28. Хан Байандар (Сыңғыҙ-хандың Ҡытайҙы һәм Манчжурияны яулауында сәрғәскәр булып әүҙем ҡатнашҡан, һуңынан Башҡортостанда татар-монголдарға ҡаршы көрәш башлыҡтарының береһе). — 29. Ауыл Сәхәү-хан...

 

Инде килеп баяғы киҫәтеүле (аҫтына һыҙып) торғоҙоп ҡалдырылған саталарҙы айырым сиратлап барлайыҡ:

 

20. Драб бин Баһуман (Баһуман шам[2]... “Улы юҡтан әҙәм алып тәрбиә ҡылып, Көннур ҡыҙын уға бирҙе; һыуҙан табылғаны өсөн Драб тип исем ҡуйҙы; үҙенән һуң шам булды; Искәндәр Йунан унан тыуҙы, тиҙәр”. — “Үҫәргән тәүәрихе, 35-се бит. Беҙҙең өсөн бында Драб батшаның бәпес сағында “һыуҙан табып алыныуы” тураһындағы риүәйәт бик фәһемле — был хәл уның ысын-ысындан үҫәргәндәр бабаһы булыуын күрһәтә, сөнки үҫәргәндәрҙең легендар бабалары Үҫәргән (Саргон) да, Көн-би ҙә, Муса (Моисей) ҙа, Жик-Мәргән дә ана шулай “һыуҙан табып алынған”дар. Үҫәргән әсәләре иһә ҡыҙыҡһынып төпсөнөүсе бала-сағаларына әлегәсә, “бәпесте һыуҙан табып алып ҡайттым”, тип аңлата). — 21. Уның улдары: а) Искәндәр Сәхиб Юнан (Александр Македонский) һәм уның улы Бурач (бурасы), уның улы Фуч Батамуч (батмуссы), уның улы Д әүҡиануч (дәүбүресе; “был Дәүҡиануч ғайәт залим ине, аҡыл эйәләре унан ҡасып... мәмерйәләргә керҙеләр, — шуның менән мәшһүрҙер”. — 35-се бит); б) Ашиҡ бин Драб (“был Ашиҡ ун йыл шам булды, Искәндәрҙе тәхеткә ултыртҡанда Ашиҡ кескәй ине”. — 35-се бит), уның улы Ашҡан бин Ашиҡ (“был Ашҡан һарыҡ йылында шам булды, Дарийҙы Искәндәр харап ҡылғанда Ашҡан кесе ине, Арғын-бей көслө түгел ине. Искәндәр донъянан киткән йылда Римға һөжүм итте, тар-мар ҡылды”. — 35-се бит), уның улы Һәрмүз бин Ашҡан, уның улы Наржа, уның улы Алтаф, уның улы шам Баһрам, уның улы Нәзир Жорд шам (“Нәзир-йорт шам 20 йыл шам булды, бер мең йөҙ һигеҙгәсә (?), тиҙәр; ғайәт залим ине, үҙ ырыуы харап итте”. — 37-се бит), уның улы Баһрам Күр; в) Сасун (Сәсән нәҫелле батшаларҙың бабаһы йәғни Тура [Тора] таулы Туран иленең [Башҡортостандың] шанлы батшаһы Бәк-сәсән ул, б.э. II быуатында йәшәгән. Сәсән тоҡомдары [сасанидтар] б.э. III-VII быуаттары һуҙымында тәхеттә ултырғандар, улар дәүләте хәҙерге Төрөкмәнстан, Афғанстан, Иран, Әрмәнстан, Грузия, Әзербайжан ерҙәрен иңләп урынлашҡан һәм ғәрәптәр яулап алғанға тиклем йәшәгән. Тулыраҡ мәғлүмәтте “Хәтерхитаб”ымдың икенсе томының “Бөйөк Ҡошан” тигән бүлегендә бирҙем). — 22. Бабсаҡ (Папак) бин Сасун. — 23. Артыш-ир (Ардашир, 224-240 йылдарҙа батша; “Бүре-Өфө-өй”өн — Парфияны һәм “бүре-әсә” — фарсы илен һ.б. яулап алып, Туран иленә [Башҡортостанға] ҡаршы тороусы Иран илен төҙөгән (“Дәүләтебеҙ Бөйөк Ҡошан” тигән хеҙмәтемде ҡарағыҙ). “Үҫәргән тәүәрихе”ндә әйтелә: “Ардашир утыҙ йыл шам булды, фарсы вә ғаҡ вә лаш илдәре уның ҡулы аҫтында ине... Бер вәзире бар ине, Шабурҙың анаһын, йәғни үҙенең ҡатынын, шуның менән боҙоҡлоҡ эшләүсе тип һанай башламыштыр һәм шул Шабурҙың анаһын ҡәлғә диуарынан ташлап, ҡанлы кәлйәмәгә әйләндермештер”. — 35-се бит). — 24. Шам Шабур (339-372 й.й. “шам Шабур утыҙ йыл шам булды”. — 35-се бит). — 25. Шам Фируз (Пероз, 459-484 й.й.). — 26. Шам Ҡыуат (Ҡубад, 488-496 һәм 499-531 й.й. “шам Ҡубад 23 йыл шам булды, Фирдәүси хөкөмөнөң заманында ине”. — 39-сы бит). — 27. Уның улдары:

1) шам Ҡыуат улы ...нау...н, уның улы Жуанир, уның улы Шәһриар, уның улы Мирза-алып, уның улы Һәрмуз (Хормозд III, 457-459 й.й.), уның улы Тиауач, уның улы Жабин; һәм йәнә Жуанир менән бер туған (Ба)һрам, уның улы Ғам, уның улы Сиавуш. — 28. Ғали-хан бин Сиявуш. — 29. Ташбуға-хан. — 30. Хан Суман. — 31. Хан Күсләк. — 32. Хан Айтуп. — 33. Хан Тимерил. — 34. Хан Байкә. — 35. Хан Ылаусы. — 36. Хан Байсиуб. — 37. Хан Ҡара. — 38. Хан Арғырд. — 39. Хан Ҡол-алып. — 40. Хан Байжума. — 41. (..?). — 42. (..?). — 43. Хан Турмали. — 44. Турғай Сәхин. — 45. Тумаул Мәргән. — 46. Дуинбиан. — 47. Хан Буртан. — 48. Хан Буян. — 49. Туҡан-хан (Үҫәкәй улы Темәсйән-Сыңғыҙ-хандың йәш сағында Туҡанда — Арҡайымда торғандағы ләҡәбе; Көнсығышҡа “монгол далаларына” китеп, көс-ҡеүәт туплағас, тирә-яҡ дала халыҡтары, шул иҫәптән башҡорттар, уны йыһангир Сыңғыҙ-хан итеп күтәрәләр). Әйткәндәй, атаҡлы йыһангирҙәребеҙ Сыңғыҙ-хан, Йеҙекәй, Аҡһаҡ Тимерҙәрҙең Үҫәргән (башҡорт) батшалар шәжәрәһенән сыҡҡанлығы беҙҙең замандарҙа Ҡаҙағстанда йәшәгән Ҡорбанғәли Юнысовтың шәжәрәһендә лә раҫлана: “Идегей, Тимур и Тимучин-Чингизхан восходят к одному общему предку, которого звали Кайдада. У Кайдады был сын Байсункар, от которого было девять сыновей. От потомков старшего сына Нотакына родился Кадаркай -- отец Эмира Идегея. От потомков третьего сына Кайдады родился Эмир Тимур. От потомка четвертого сына родился Тимучин, избранный ханом, под именем Чингизхан”... Инде килеп “Үҫәргән тәүәрихе”ндәге баяғы Туҡан-хан (49) шәжәрәһенең дауамы: 50. Уның улдары: а) Жужи-хан (Яусы); б) хан Ҡабил бин Туҡан; в) хан Ҡрыл (Кейек) бин Туҡан, уның улы хан Ҡотби; г) хан Тули, уның улы хан Хулукәтули бин Түли, уның улдары хан Ҡуян, хан Турғай, хан Байду, Абғай-хан;

2) шам Ҡыуат улы Нуширван Ғәҙел (Хосров I, 531-579 й.й. “Нуширван... 20 йыл шам булды, уның шаһлыҡ ҡыры: Төркөстандың мәшриғенән Һиндостан мәғрибенәсә уның хөкөмөндә булды”. — 39-сы бит). — 28. Бируз бин Нуширван Ғәҙел (Хосров II, 628 йылда үлгән). — 29. Шырау-ир (был осорҙа Бируздан ҡалмыш тәхет өсөн ҡанлы тартыштар булып, 628-632 йылдар араһында тәхеттә бер-бер артлы ун батша алмашына. Йездегирд III [632-652 й.й.] тигән берәү тәхетте биләп алғас, сәсәндәр нәҫеленән булған был Шырау-ир үҙенең алыҫ бабаһы Бәк-сәсәндең тыуған еренә — Туран иле Башҡортостанға ҡасып ҡайтып, сал Көн-Өфө [ Тура] ҡалаһындағы ата-баба тәхетенә ултыра: бының тап шулай икәнлеген Шырау-ирҙең бүләренең шәжәрәләге “Туран Дархан” тигән батшалыҡ ләҡәбе дәлилләй. Күрәһегеҙ, Шырау-ирҙең Дары исемле данлы бүләһе Туран [Башҡортостан] дәүләтенең баш ҡалаһы Өфө тәхетендә нығынған һәм “Туран Дары-хан” батша ләҡәбен алған, шунан һуң уның нәҫелдәре лә быуындан-быуынға “дары-хан” — тархан ләҡәбен йөрөтөп, башҡорттоң тархандар ҡатламы барлыҡҡа килгән. Туран Дары-хандың ҡарт-ҡартатаһы Өфөгә ҡайтҡан баяғы 632 йыл менән Туран Дары-хан араһында әҙәмиҙәрҙең ике быуын ғүмере 50 [25+25=50] йыл ятҡанлыҡтан, Туран Дары-хан бабабыҙ Өфө тәхетенә яҡынса 682 [632+50=682] йылда ултырған булырға тейеш). — 30. Шәһриәр. — 31. Аршир. — 32. Туран Дархан (баяғы Туран Дары-хан, йәғни Туран иленең Дары исемле ханы, тигән һүҙ; тәхете, әйтеп үтеүебеҙсә, Көн-Өфө — Тура ҡуш ҡалаһында). — 33. Жәзир Жир. — 34. Әбү Алсаҡ (“Алсаҡ-ир бер заман Баратурз дархандың ҡалаларын яулап алды, ҙур ил яһаны. Ғайәт шөҡәтле һәм Искәндәр-сафиуллаға тиң хан ине”. — 58-се бит). — 35. Солтан Ғоҫман бин Әбү Алсаҡ (Ғоҫманлы төрөк империяһы солтандарының бабаһы). — 36. Солтан Жәләлитдин. — 37. Әҙһәм. — 38. Баба Төкләҫ-бей. — 39. Трә (Тура) бин баба Төкләҫ (Тура-хан, ХII быуат. Был Тура-хандың ҡәбер кәшәнәһе уның баш ҡалаһы булған Өфөнән алыҫ түгел Шишмә районының Түбәнге Тирмә ауылы эргәһендә әлегәсә һаҡланған, архитектор-белгестәр уның ҡоролошон ысынлап та ХI-ХII быуаттарға ҡарата — Б.Г. Калимуллин. Башкирское народное зодчество. Уфа, 1978; 114-се бит. Боронғо башҡорт тәүәрихсеһе Ҡыҙрас Муллаҡаевтан заманында атаҡлы П.И. Рычков [Топография Оренбургской губернии, 372-373-сө биттәр] яҙып алғанса, “хан Тура бин баба Төкләҫ оҙонлоғо ун саҡрымға һуҙылмыш бөйөк Өфө ҡалаһының аҙаҡҡы ханы булған”). Иғтибар! -- Үҫәргән тәүәрихендәге батшалар шәжәрәһенең дөрөҫлөгө хәҙерге заман Ҡаҙағстан кешеһе -- баяғы Ҡорбанғәли Юнысов төрлө сығанаҡтарҙан һоҫоп алып төҙөгән һәм атабәҙ Әҙәм менән анабыҙ Һауанан башланмыш шәжәрә менән дә раҫлана (әммә унда ҡайһы бер исемдәр боҙоп яҙылған, ә ҡайһылары төшөп тә ҡалған -- шулары бында йәйәләр эсендә Үҫәргән тәүәрихендәгесә төҙәтеп яҙыла): 66. Әбделхаҡ (34. Әбү Алсаҡ). 67. Осман (35. Солтан Ғоҫман). 68. Джалялетдин (36. Солтан Жәләлитдин). Бер быуын төшөп ҡалған (37. Әҙһәм). 69. Бабатюкляс (38. Баба Төкләҫ-бей). 70. Термя (39. Тура-хан). 71. Каранчи (40. Ҡаҙансы). 72. Самакай (41. Ҡарадә Ҡиә). 73. Кадаркай (42. Ҡотло Ҡиә). 74. Идегей (43. Йедек -- Йеҙекәй). Күренеүенсә, башҡорт батыры Йеҙекәйҙең дә, Сыңғыҙ-хан, Туҡтамыш-хан, Аҡһаҡ Тимер кеүек үк, ниндәйҙер татар-монгол ҡәүеменән түгел, ә Үҫәргән (башҡорт) батшалар шәжәрәһенән сыҡҡанлығы беҙгә бәйле булмаған башҡа сығанаҡтарҙан да дөрөҫләнә. Инде алынған шәжәрәне Үҫәргән тәүәрихендәгесә дауамлайыҡ: 40. Уның (Тура-хандың) улдары: Бәрҙебәк солтан бин Тура йәки Нармуйынлы Бәрҙебәк (“Үҫәргән тәүәрихе”, 53,57-се биттәр. Уның нәҫелдәрен айырым алып дауамларбыҙ) һәм Ҡаҙансы бин Тура. — 41. Уның улдары: Ислам Ҡиә бин Ҡаҙансы, Ҡарадә Ҡиә бинҠаҙансы (“Иҙел — Яйыҡ араһында хөкөм һөргән”. — 54-се бит; уның нәҫелдәрен айырым алып дауамларбыҙ), — Ду(ҡ)с(а)ба (Туҡсаба) бин Ҡаҙансы (“Иҙел — Яйыҡ араһында хөкөм һөргән... Туҡсаба-хан заманында Буйат-бей — бей ине”, — 54,62-се биттәр; шәжәрәне күсереүсе был урында “Ду(ҡ)с(а)ба”ның ике хәрефен — йәйәләр эсендә күрһәтелмеш “ҡ” һәм “а”-ны яңылыш төшөрөп ҡалдырған; шуға күрә дөрөҫө “Туҡсаба” булыр). — 42. Мүйтән-бей бин Туҡсаба — 43. Шаҡмал бин Мүйтән. — 44. Бүзәк бин Шаҡмал (“Туҡан-хан заманында бәк булып, хөкүмәт ҡылыр ине”. — 60-сы бит). — 45. Йор-уҡ (Жеруҡ, “Туғрил-хан заманында бәк булып, хөкүмәт итер ине”. — 60-сы бит). — 46. Мәңҡут (“Үзбәк-хан заманында (1290-1341) бей ине һәм тәғрифендә булған халыҡтарға хөкүмәт итер ине”. — 60-сы бит). — 47. Урал бин Мәңҡут (“Урал тапҡан Урал-бей”, тирҙәр ине, Жанибәк-хан [һәм Бәрҙебәк-хан] заманында бей булып, хөкөмәт итер ине”. — 60-сы бит. Халҡыбыҙ тарафынан ошондай оло баһаға ирешкән бейебеҙҙең эшмәкәрлеге тураһында анығыраҡ мәғлүмәттәр һаҡланмауы үкенес). — 48. Анжан-бей бин Урал (“Нармуйынлы Бәрҙебәк заманында бей булды, хөкүмәт ҡылыр ине”. — 62-се бит). — 49. Буйат-бей (“Туҡсаба-хан[3] заманында бей ине”, — 62-се бит). — 50. Арбан-бей бин Буйат-бей (“Арбан — Туҡтамыш-хан заманында бей булып, хөкүмәт ҡылды һәм, ғәҙел булып, унан һуң еренә Алғыш Сурабан уғлы бей булды, тиҙәр”. — 62-се бит). — 51. Сарыбаш-Мәргән (урыҫ баҫҡынсыларына ҡаршы 1661-1667 й.й. башҡорт ихтилалын етәкләүсе Һары Мәргән шуның исемен ләҡәп итеп алған булһа кәрәк). — 52. Сурабан-бей (“был Сурабан-бей башҡорт халҡы исеменән [кенәз Бикбау] Иван Василичкә[4] барып баш һалғанда инабат өсөн мәҙкүр ханға [Яуыз Иванға] аманат итеп бирелгәнлегенән һуң Ҡазан шәһәрендә хан хозурында беренсе йыл торғандан һуң вафат булмыш; һәм шул Сурабан тере заманында шәһәре Ҡазандан татар халҡынан ҡатын алмыштыр, күгәрсен тигән ырыуҙан; ошо Сурабандың нәҫеле (мәҫәлән, беҙҙең заман Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов) Күгәрсен [5] тигән исемдә мәшһүрҙер”. — 64-се бит). Сурабан-бей улдары: Алғыш (“Туҡтамыш-ханға бей булған Арбан-бейҙән һуң уның ерҙәренә бей булды; ә Арбан-бейҙең атаһы Буйат-бей Туҡсаба-хан заманында бей ине”. — 62-се бит); Тимер Ҡара Буға (“хан Көсөк заманында бей ине”. — 62-се бит);йәнә лә шул Сарыбаш-Мәргәндең улы Сарыш-бей (“Сарыш-бей Ҡасим-хан [ул 1524 йылда үлгән] заманында бей ине. Унан һуң Тура-хан[6] заманында бей булып хөкүмәт ҡылды”. — 64-се бит). — 53. Аҡмасуҡ бин Сарыш-бей. — 54. Туҡмасуҡ. — 55. Тәтегәс-бей бин Туҡмасуҡ (Юрматы ырыуы шәжәрәһенән: “Тарих туғыҙ йөҙ ҙә етмеш икелә [миләди 1558 йылда] рамаҙан шәрифтең һигеҙенсе көнөндә вафат булды Тәтегәс баба”. [Башкирские шежере. Уфа, 1960; 31-се бит. Артабан: Тәтегәс-бей шәжәрәһе]. Юрматы бейе рәүешендә билдәле булған Тәтегәстең исемен Үҫәргәндәр шәжәрәһендә күреп аптырарға ярамай: Юрматы, Ҡанлы, Бөрйән, Түңгәүер, Күбәләк-Тиләү һ.б. ырыуҙарҙың Үҫәргәндән саталанып сыҡҡанлығын яҙғайныҡ. Әйтәйек, үҫәргәндәр табынған Көндөң (Ҡояштың) тулыраҡ исеме әсәр-Көн-матер [шәре-ҡан-матур] әйтелеп, шуның ҡыҫҡараҡ өлгөләренән әсәр-Көн — Үҫәргән, әсәр-мәте[р] — сәрмәте [сарматы], Юрматы һәм шулай уҡ әсәр-ҡанлы [Үҫәргәнле] тигәндән, яртылаш ҡыҫҡарып, Ҡанлы этнонимдары хасил булған. Шулай уҡ Үҫәргән батшалар шәжәрәһе [Геродоттағы “царские скифы”] шәхестәрен, Үҫәргәндән тыш, башҡа ырыуҙарға ла бей итеп ҡуйғандарын онотмайыҡ, мәҫәлән, Барын-Табын ырыуының бейе — үҫәргәнле Майҡы [Байҡы]-бей). — 56. Тәтегәс-бейҙең улдары: Ҡушай Ҡыуат бин Тәтегәс һәм кенәз Бикбов (Бикбау) бин Тәтегәс булмаҡ. — 57. Кинйә бин Бикбау кенәз. — 58. Уның улдары:

I. Әлебай бин Кинйә, уның улы Ураҙ-Өмбәт, уның улы Туғанаш, уның улы Яппар, уның улы Балсыҡ, уның улы Сәғит Зүрәт Жүдәк;йәнә лә шул Әлебай улы Теләү-Өмбәт, уның улы Азатҡул, уның улы Аҙғул, уның улы Шәриф, уның улы Әлмөхәммәт, уның улы Боҫҡон, уның улы Йылҡыбай, уның улы Байыш; һәм йәнә лә шул Теләү-Өмбәт улы Булаҡ, уның улы Бурағул, уның улы Бесәнсе, уның улы Яҫауыл Аҡбулат...

II. Ҡуңғырбай бин Кинйә, уның улы Түлебай, уның улдары Илембәт, Килдеғол, Ғайан, Ҡусҡар, Атлан һәм дә мәҙкүр Йәнсура (исеме менән Башҡортостандың хәҙерге Йәнсура районы аталған, ләкин рәсми ҡағыҙҙарҙа “Ейәнсура” тип яңылыш яҙылып йөрөй). Шуларҙан:

1) Ҡусҡар улдары: Аҡъйән бин Ҡусҡар, Бикташ бин Ҡусҡар, Аҡбут бин Ҡусҡар, Ағурҙа бин Ҡусҡар;

2) Атлан улдары: Ураҙ бин Атлан, Тутаз бин Атлан, Мәһди, Атҡужаҡ, Ерәнкәй, Аҡҡужа һәм Аҡҡужаның улдары Күҫәкҡол, Бүкәнбай;

Date: 2015-07-23; view: 590; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.005 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию