Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






VI. Өйгә эш





- Уҡыусылар, киләһе дәрескә, бөгөнгө дәрестә кемгә ниндәй стиль оҡшаны, шул стилдә яҙма формала үҙегеҙ тарафынан яҙылған ижади эш алып килегеҙ.

 

ЙОМҒАҠЛАУ

Тел художестволы әҫәрҙең материалы вазифаһын үтәй. Тел – үҙенең сикһеҙ байлығы һәм ғәжәп киң мөмкинлеге менән ысынбарлыҡты сағылдырыусы сара. Телдең был тиклем бай мөмкинлеге кешенең үтә ҡатмарлы һәм быуаттар төпкөлөнән килгән эшмәкәрлеге дауамында үҫә барған, тел шул ерлектә үткерләнгән, шымарған, эшкәртелгән.

Жанрҙар стилистикаһында халыҡтың йəнле һөйлəү стиле, халыҡ ижады стиле, художестволы стиль, ғилми стиль, ижтимағи-сəйəси йəки публицистик стиль һəм рəсми йəки кəнсəлəр (эш ҡағыҙҙары) стиле, хаттар стилен (эпистоляр жанр) атап китергә була. Алда һаналған стилистиканың бөтә төрҙәрендә Мәрйәм Бураҡаева ижадында табырға була һәм беҙ, сығарылыш эшен яҙыу барышында, барыһын да табып, миҫалдар килтереп киттек. Художестволы стиль тураһында һүҙ барғанда, барыһынан элек проза стилен, поэзия стилен һəм драма əҫəрҙəре стилен айыра белергə кəрəк. Хикəйə, повесть, романдарҙа телдең бөтə һүҙ байлығын файҙаланырға мөмкин, хатта яҙыусы диалект, һөйлəш һүҙҙəрен герой, персонаждар теле аша əҙəби телгə индереп ебəрə ала. Беҙ, диплом эшен яҙған ваҡытта, Мәрйәм Бураҡаеваның “Һылыуҡай” тип аталған документаль, “Йәнтөйәк” повестарында һәм хикәйәләрендә исем һүҙ төркөмөндә стилистик үҙенсәлектәрен, тел-һүрәтләү сараларының ҡулланылышын, лексик үҙенсәлектәрен, стилситик күренештәрҙең береһе булған – эмоционаллек һәм экспрессивлыҡ категорияһы сараларын, башҡорт халыҡ ижадына тартым ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе һәм диалектизмдарҙы ҡарап үттек.

Ижтимағи-сəйəси йəки публицистик стиль йылдан-йыл ҡатмарлаша һəм камиллаша бара, сөнки халыҡ-ара хəл киҫкенлəшə, хеҙмəтсəндəрҙең мул тормош тыныслыҡ өсөн көрəш көсəйгəндəн-көсəйə. Мәрйәм Бураҡаева публицистик стилдә лә йыш сығыш яһай. Әленән-әле яңы мәҡәләләре ваҡытлы матбуғатта баҫылып тора. Күпселек, әҙәби-публицистик әҫәрҙәргә өҫтөнлөк итә ул. 2005 йылда баҫылған “Арғымаҡ” тип аталған китабында сыҡҡан әҫәрҙәрҙе “Ватандаш”, “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдарында, “Башҡортостан”, “Киске Өфө” һ.б. башҡорт телендә сыҡҡан гәзиттәрҙә йыш күрергә була. Шулай итеп, икенсе бүлектә, беҙ, М. Бураҡаеваның ижадындағы публицистик стилдә эпитеттарҙы, метафораларҙы, сағыштырыуҙарҙы, фразеологик берәмектәрҙең ҡулланылышын табып, анализ эшләнек.

Фән һәм техника өлкәһендә файҙаланылған, ләкин үҙендә тәғәйенләнеше һәм йөкмәткеһе буйынса бер төрлө генә булмаған әҙәбиәтте берләштергән фәнни стиль тигән киң төшөнсәлә лә Мәрйәм Бураҡаева уңышлы эшләп килә. Әлбиттә, уны “Башҡорт мәҙәниәте йәки тормош һабаҡтары” тигән дәреслектәр аша беләләр. Был дәреслектәр башҡорт теле милли тел булараҡ уҡытылған мәктәптәрҙә “Башҡорт мәҙәниәте йәки тормош һабаҡтары” предмет булараҡ уҡытыла. Киң диапазонлы был предметта уҡыусылар башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады менән дә, ғөрөф-ғәҙәттәре менән дә таныша ала. Бынан тыш, иң мөһиме, тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле был дәреслектәр.

Бүтəн стилдəрҙəн үҙенең “консерватив” булыуы менəн айырылып торған, тормош үҙгəрһə лə, йəмғиəт алға барһа ла, кəнсəлəр стиле стандарт формаһын һаҡлай килə, артыҡ ҙур үҙгəрештəргə дусар ителмəгән рəсми йəки кəнсəлəр (эш ҡағыҙҙары) стилен дә Мәрйәм Бураҡаеваның стилистикаһын ҡараған ваҡытта осратырға тура килде һәм СССР Оборона халыҡ комиссары И.В. Сталиндың приказын миҫалға килтерҙек.

Төҙөлөшө буйынса башҡа стилдәрҙән шаҡтай айырылған, үҙ аллы телмәр төрөнә эйә булған хаттар стиленә лә (эпистоляр жанр) Мәрйәм Бураҡаева ижадында урын бар. Хаттарҙы беҙ, “Һылыуҡай” документаль повесында йыш күрәбеҙ һәм автор документаль әҫәр булараҡ уларҙы төҙәтмәгән, бары тик ҡайһы бер урындарын руссанан башҡортсаға тәржемәләп кенә ебәргән.

Тағы ла бер стиль төрө – йәнле һөйләү стилен айырым бүлек йәки бүлексә итеп ҡарап торманыҡ. Был стилдең элементтарын М. Бураҡаеваның нәфис әҙәбиәтен – повестары, хикәйәләре менән танышҡан ваҡытта тура телмәр - диалектизмдар аша белергә була. Улар бик күп түгел, шулай ҙа табып була.

IX класс уҡыусылары башҡорт теле дәрестәрендә башҡорт теленең силдәрен өйрәнә. Беҙ, “Башҡорт теленең стилдәре” темаһына йомғаҡлау тигән дәрес планын тәҡдим иттек һәм М. Бураҡаеваның ижадындағы төрлө стилдәргә ҡараған өҙөктәрҙе миҫалдарға алып, күнегеүҙәр сифатында бирҙек.

Йыйып əйткəндə, Ил инәһе булған, Мәрйәм Бураҡаеваны күп ҡырлы аҫылташҡа оҡшартырға мөмкин. Сөнки ул оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр төрлө стилдә лә уңышлы эшләй, тағы ла республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстар етәксеһе, бик күп сценарийҙар авторы ла. Йыл һайын Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында үткәрелгән “Башҡортостан ынйылары” фольклор фестивале генә лә ошоға асыҡ дәлил.

Дөйөм алғанда, башҡорт халҡының тормошо яҡшырған, фəн, техника, мəҙəниəт алға үҫкəн һайын, тел ғилеменең бер бүлеге булған башҡорт теленең стилистикаһы ла байыға һəм камиллаша бара, ә Мәрйәм Бураҡаева кеүек тиктормаҫ Ил инәләре булған ваҡытта үҫеүенән бер ваҡытта ла туҡтамаҫ.

 

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

Date: 2015-10-18; view: 863; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.005 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию