Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Көмөш туй





Зәүрә йоҡонан тороу менән, ƒәҙәтенсә, тәҙрә ҡорƒандарын тартты, тышҡа күҙ һалды. Күҙ һалды ла аһ итте: кистән генә ҡарайып, урыны-урыны менән туңып ятҡан ергә ҡар яуƒан. Тыш яҡтырƒан да киткән. Өй алдындаƒы миләш тә кисәгеләй түгел. Уның ҡыҙыл тәлгәштәре бына-бына ерҙәге аҡ ашъяулыҡҡа өҙөлөп төшөргә торƒан һымаҡ...

– Сәƒәт нисә икән?

Иренең тауышына Зәүрә терт итеп ҡалды. «Уянƒан икән. Уф, бөгөнгө көн дә шулай башланƒас...» – тип уйлап ҡуйҙы ла иртәнге тамаҡты хәстәрләргә тотондо. Нимәгә өмөтләнергә, нимәгә хыялланырƒа – уңаһы уңƒандыр, күрәһең. Ә шулай ҙа... Бөгөн бит уларҙың көмөш туйы! Нимәлер үҙгәрергә, ниндәйҙер мөƒжизә булырƒа тейештер бит бындай көндә?!

– Кемдәр килә? – Раян, ҡатынының яуабын көтөп тормай, бармаҡтарын бөгөп һанай башланы: апайымдар, аƒайымдар, ҡоҙалар...

Ә кистән, ҡамыр ҡуйƒанда, Зәүрә көмөш туйлы был иртәне бөтөнләй бүтәнсә булыр тип юраƒайны. «Хәйерле иртә, бисәкәй, – ти Раяны, күҙен асыу менән. Өҫтәлдә ялбыр башлы астралар балšып ултыра. Зәүрәнең күкрәгенә шарлауыҡтай йырлап шатлыҡ бәреп инә. Ире уны етәкләп тәҙрә янына алып килә. – Беҙҙең байрам хөрмәтенә ниндәй матур көн! Күр әле! – Күҙ күнегеп бөткән күрше-тирәгә хайран ҡалып ҡарап торалар... – Хәтереңдәме, өйләнешкән йылда ла ҡар шулай иртә яуƒайны. Беҙ таҡта төкөтмәлә генә йәшәй инек». «Ә һалҡынды тойманыҡ та, – тип элеп алып китә Зәүрә. – Йөрәк ҡайнарлыƒы менән тотош Ер шарын йылытып булыр һымаҡ ине. Йәш саҡта ни...» Раяны уның күҙҙәрендәге һаƒышты шәйләп ала ла ялғап ебәрә: «Әле лә ҡарт түгелбеҙ, бисәкәй, һиңә килгәндә инде – көндән-көн йәшәрәһең, матурланаһың».

Ошо урында Зәүрәнең хыялдары бөтөнләй осоноп китә. Раяны уны еңел генә күтәреп ала ла... Юҡ, быныһы инде бигерәк, тип ул уйын йүгәнләй төшә һәм бүтәнсәрәк, баҫалҡыраҡ итеп ослап ҡуя: ире менән күҙгә-күҙ баƒып, һөйләшмәй генә, йәндән йәнгә күскән йылылыҡты тойоп ултырыу ҙа үҙе бер бәхет түгелме ни?!

– Мин балаларға, Әлфиәләргә тим, барып ҡайтайым әле. Ошо осор нишләптер күҙгә-башҡа салынмайҙар.

Раяндың тауышына таƒы тертләп ҡуйҙы. Уф, был донъя! ª ул, донъя, мең мәшәҡәт, мең хәстәр тейәлгән ҡәҙимге арбалай, дөбөр-шатыр тәгәрләүен белә. Ярай, тәгәрләүе хәйерле.

Зәүрә тиҙ-тиҙ генә оло мейескә ут яƒып ебәрҙе. Икмәк һалаһы, бәлеш бешерәһе бар. Шулай ҡулы эшләй торҙо, уйы йүгерә торҙо. «Кем иҫәр – мин иҫәр, – тип үҙен-үҙе битәрләне ул, – булмаҫтайƒа өмөт һуҙып йәшә лә йәшә, имеш. Күнгәс инде күн дә ҡуй, күнмәһәң... Балалар янда саҡта был тиклем дә ауыр һымаҡ түгел ине. Икәүҙән-икәү ҡалғас, аранан ел бәреп тороуы бигерәк тә беленә икән дә... Ни булды һуң был Раянƒа? Шымыҡайыраҡ булһа ла, хисле генә егет ине бит. Күңел һиҙгерлегенән мәхрүм, тип тә булмай. Йәшәй башлаƒан йылдарҙа һуң, ҡатыны бойоҡһа, тиҙ үк күрә, һаƒая, уйланып йөрөй торƒайны. Йыуата белмәне белеүен...

Байрам ҡамырына тупылдап күҙ йәштºре тамды. Зәүрә үҙенең бөтөнләй ебеп төшөүенә аптырай ҡалды. Әле килеп тыуƒан хәлме ни инде? Тик ниңә һуң бөгөн бигерәк тә тулай йөрәге, ниңә үрһәләнә күңеле?

Бергә йөшәүҙәренә сирек быуат. Үҙе бер ƒүмер. Һәр кемгә лә был көн хисап кµнө һымаҡтыр ул. Ә, бәлки, түгелдер. Нисек кенә булмаһын, Зәүрә, үҙе лә һиҙмәҫтән, алдан уй йөрөтмәҫтән, Раян менән үткән ƒүмерен байҡап төшөп китте. Яҡшыһын да, яманын да хисапланы, аƒын да, ҡараһын да барланы. Хºтере төйнәп барƒан барлыҡ төйөндәрҙе сисеп сыҡты. Бөтәһе лә әҙәмсә һымаҡ килеп сыƒа былай. ауƒаһыҙ ƒына йәшәнеләр, хәләл көс менән мал таптылар, түңәрәк кенә донъя ҡорҙолар. Уллы-ҡыҙлы булдылар. Яңыраҡ ҡына улдарын армияƒа оҙаттылар. Ил имен торһон инде, хеҙмәт итер ҙә ҡайтыр. Ошо нигеҙҙә ƒаилә ҡороп ебәрһә... Ә ул ҡайтыуƒа, ата-әсәһе донъя болартып, айырылышып торһа?! Уйының көтмәгәндә ошолай йырып барып сыƒыуына Зәүрә үҙе лә шаҡ ҡатты.

Нисек тә кәйефен күтәрергә теләп, ул кейем шкафын асты. Көмөш туйƒа тип тегелгән күлдәген алды. Кейеп ҡараны. Кәүҙәһе саҡ ҡына тулылана төшһә лә, кейем килешерлек әле. Үлән йәшел төҫкә ваҡ ҡына аҡ борсаҡ төшкән ебәк күлдәк тәнен иркәләп ебәргән кеүек булды. Туҡта әле, нимәгә болоҡһорƒа? Тотоп ҡына әйтерлек сәбәбе булһа икән! Шулай ҙа... Балалары үҫә, тормоштары муллана барƒан һайын, нишләптер, Зәүрәнең йән тыныслыƒы юƒала бара. Нимәлер, бик яҡын, бик ƒәзиз нәмә уны ташлап китә һымаҡ. Эйе, ул – мөхәббәт, ике йөрәкте тоташтырƒан илаһи бер тоталҡа, ҡайҙалыр, күҙ күрмәгән, аяҡ йөрөмәгән тµпкµлдәргә алыҫлаша. Бына-бына ул бөтөнләй юҡҡа сыƒыр, уны э´ләп табып та, яңынан ҡороп та булмаҫ!

...Матур башланƒайны уларҙың мөхәббәте. Бесән өҫтө ине. Ул йылда сабынлыҡтарынан бәләкәйерәк ике кәбән сыҡты. Береһен, ҡыҙыҡ өсµн, олораҡ өмәселәр, икенсеһен йәштәр һалды. Ана шул икенсе кәбәндең башында Зәүрә торҙо. Беләккә ныҡ көс төшһә лә, кәбән һалƒанда башта торорƒа ярата торƒайны. Унлаƒан кеше килгәйне өмәгә. Сәмләнеп, ярышып эшләнеләр. Йәштәр ҙә көс булһа, ололарҙа таһыл бар. Таһыллылар эшен теүәлләп, һәнәктәрен күтәреп ҡыуыш янына йүнәлеүгә, йәштәр ҙә, кәбәндәрен ослай һалып, йән-фарман уларҙы ҡыуа төштө. Аяҡ еңел булƒас, уҙып та киттеләр, ҡыуыш эргәһенә беренсе булып барып етеп: «Беҙ еңдек, беҙ еңдек!» – тип һөрән һалдылар. Шунда ƒына иҫтәренә төштө – Зәүрә кәбән башында ҡалған бит. Уƒа ергә төшөргә ярҙам итергә Раян килде. Егет күләгә яҡҡа барып баҫты ла ҡулдарын һуҙҙы. Ҡыҙ, бесән саңы борхотоп, туп-тура уның ҡосаƒына килеп сумды. Аяҡтары ергә лә теймәне шикелле. Теймәһәсе! Кәбән башынан һикереп аяҡ шаңҡытмаһын тип, шулай кемде лә тотоп алалар инде. Нимәгә шунда аҙап торƒан, рәхмәт тиœ дә йүгер ҙә кит ине... Аптырамаҫлыҡ та түгел шул. Раян әллә нисек сәйер күренде уƒа. Ипләп кенә ҡыҙҙың сәсендәге бесән ҡауаҡтарын алып ташланы, муйынын әсеттереп аҡҡан тирҙе бармаƒы менән һөртөп алды. Асыуланма, йәме, мин бит иркәләп, яратып ҡына, тигән һымаҡ ҡарап ҡуйҙы үҙе. Ә күҙҙәре һуң, күҙ´ºре – ҡаршылаƒы томорап ултырƒан муйылмы ни! ªллә шул ҡараштың ялҡыны күсте йөрәгенә, Зәүрә үҙен-үҙе онотоп егеткә һыйынды. Егет битен һаҡ ҡына уның уттай янƒан битенә терәне һәм... Žәм ирендәр, эске бер ярһыуҙан тәҡәттәрен юйып, бер-береһенә барып ҡушылды. Йәйге ҡояш ҡайнарлыƒы, таңƒы тамсы сафлыƒы, бешкән еләк тәме... Таƒы әллә ниндәй тойом-хистәрҙең ҡөҙрәте ярып инде уларҙың йәндәренә.

– Зәүрә-әү! Раян! Сәйгә мәтрүшкә алып килегеҙ!

Ҡыҙҙы был тауыш һиҫкәндереп ебәрҙе. Шулай ҙа егеттең күкрәгенә башын һалып бер аҙ айырыла алмай торҙо әле. Нишләп һуң Раян өндәшмәй? Ниңә Зәүрә күңелендә теҙеп, хыялланып йөрөгән һүҙҙәрҙе әйтмәй?

Бер ерҙә сабылмай өлпәйеп ултырып šалƒан мәтрүшкәне йыйып, өмәселәр янына йүгерҙеләр. Сәй эсеп, әҙерәк ял итеп, кисләтеп кенә ҡайтылды ул көндө. Уйынƒа ла сыƒып булманы. Раяндар ҙа шәмгә ут та алмай йоҡларƒа ятты: ике өй аша ғына торƒас, тәҙрәләре күренеп тора. Зәүрә эстән генә күҙе төшөп йөрөгән егеттең ҡапыл яҡынайыуына бер ышанды, бер юҡ. Тимәк, ул да уны ярата. Бөгөн әйтмәһә, иртәгә әйтер...

Барыбер шул танһыҡ һүҙҙәрҙе әйтмәне бит Раяны. Өйләнешкәс тә әйтмәне. Мөхәббәте уның күҙҙәренән наҙ булып тама, күкрәгендә дәрт булып таша һымаҡ ине. Бер ҡараһаң, әллә ниндәй матур һүҙҙәргә бәрәбәр инде был. Аҡылы менән шуƒа килешкәндәй итте Зәүрә. Әммә юҡ-юҡ тигәндә лә уйлап алƒыланы: «Оҙаƒыраҡ йөрөргә, холоҡ һынашырƒа кәрәкбулƒандыр, инәлтергә... Теле лә сиселер ине. Ана бит, ҡайһы берәүҙәрҙең ире ҡатынына өҙөлөп тора. Мин кемдән кәм?»

Ошо тамсылап ҡына һарҡыƒан ризаһыҙлыš тойƒоһо берҙән-бер көндә даръялай тулышыр ҙа, ихтыярыңды бәрә һуƒып, тышҡа ташып сыƒыр, тип кем уйлаған?

Татыу ҡатышып йәшәгән Рәйсәләргә ҡунаҡҡа барҙылар. Рәйсәнең ҡалалаƒы һеңлеһе Әминә лә ире менән ҡайтып төшкән икән. Уны күргәс, Зәүрәнең күңелендә әллә ҡасанƒы көнләшеү тойƒоһо ҡымырйып ҡуйҙы. Йәш саƒында Раян менән хат алышҡан, тиҙәр. Әммә уйын йыраҡҡа ебәрмәне, ƒәҙәтенсә, йүгереп йөрөп Рәйсәгә ярҙамлашты, уйын-көлкөгә ҡушылып, ҡыуанып ҡына йөрөнө.

Был йортта һыйҙан бигерәк ана шул уйын-көлкө менән алдырыуҙарын белә ул. Бигерәк матур йәшәйҙәр инде. Илшаты яйы килгән һайын ҡатынының күңелен күрергә генә тора. Уф, булманы инде шулай йәшәп! Уƒаса Илшат: «Бер бик мәҙәк уйын оттом берәүҙәрҙән, әйҙәгеҙ, уйнап алабыҙ», – тип бөтәһенең иƒтибарын үҙенә йәлеп итте. Әле килеп Зәүрә ул уйынды бәйнә-бәйнә иҫенә лә төшөрә алмай. Кем ота ла кем отолаƒа ҡоролƒайны шикелле. Отолƒанƒа «яза» бирәләр. Берәү әтәс булып ҡысҡыра, ә икенсе... Ҡыҫҡаһы сират Раянƒа етте бер мәл. Отолдо бит! Шунда бөтәһе лә, алдан һүҙ ҡуйышҡандармы ни, уƒа «Зәүрәне яратам!» тип һөрән һалырƒа ҡуштылар. Бер аƒарҙы, бер ҡыҙарҙы Раян, маңлайынан тир бәреп сыҡты. ªмәлгә таянƒандай Әминә лә: «Әйт инде, көттөрмә, әллә яратмайһыңмы Зәүрәңде?» – тип һүҙ ҡатты. Раян шунда әллә бөтөнләй ҡаушап төштө, әллә асыуы килде, ҡырт ҡына итеп: «Ун йыл йәшәгән ҡатынымды яратам тип ҡысҡырып торорƒа бала-саƒа түгелмен», – тине лә тәмәке тартырƒа сыƒып китте. Ҡунаҡтаƒылар был йәпһеҙ хәлде нисек тә шымартырƒа була, көлкөгә һабыштырып, һүҙҙе икенсегә бороп ебәрҙеләр.

Шул тиклем ƒºрләнде Зәүрә, әйтеп аңлатырлыҡ та түгел. Йөрәге дөпөлдәп тибеүгә күҙ алдары ҡараңƒыланды, тамағы кипте. Йүгереп сыƒып та китер ине, аяƒын ҡуҙƒатырлыҡ әмәле ҡалмаƒайны. ªҙерәк тынысланƒандай булƒас, әйләнәһенә күҙ һалды: Әминәнең ҡолаƒына ире нимәлер шыбырлай, кухняла һауыт-һаба йыуƒан Рәйсә менән Илшат сөкөрләшә. Был минутта ошо өйҙәге бөтә ҡатындарƒа ла ирҙәре: «Яратам һине, яратам һине...» тип әйтәлер кеүек тойолдо Зәүрәгә.

Юл буйы ләм-мим һүҙ ҡатышмай ҡайттылар. Балаларƒа күҙ-ҡара булып šалƒан ҡәйнәһе уларҙың кәйефһеҙ икәндәрен күрһә лә, төпсөнөп торманы. «Урын алмаштырһам, йоҡлай алмай яфаланам», – тип үҙенә ҡайтып китте.

– Нимә, әллә Әминәнән ҡурҡтыңмы шул тиклем? – Зәүрә үҙ тауышын үҙе таныманы. – Яратмаƒас, өйләнмәҫкә ине.

Раяндың өндәшмәүе уны ярһытып ҡына ебәрҙе. Илай-илай, башына нимә килһә, шуны әйтеп бөттө.

– Ярар инде, иртәгә эшкә.

Раян, әйтер һүҙем шул ƒына ине тигәндәй, башын баҫып сыƒып китте. Моƒайын, кесе өйгә инеп йоҡлаƒандыр. Ә Зәүрә төнө буйы керпек ҡаҡманы. Яйлап ҡына күңеле урынына ултырƒандай итте. Үҙен тыя алмай, күп һүҙгә барып етеүенә үкенә төштө. Шуны ƒына көтөп торғандай, күҙгә күренмәй генә, әммә һәр кемдең дә аңында-йәнендә йәшәгән эске тауыштар бәхәсләшә башланы:

– Раяндың бит бөтмөшө шулай: эсендәге тышында түгел. Яратҡанын үҙең белгәс, етмәгәнме ни?

– Белгәс, ти. Ҡасан әйткәне бар әле?

– Шым ярата ул, үҙенсә.

– Яратмай, тимәк...

Зәүрә осо ла, ҡырыйы ла күренмәгән был бәхәстән арып йоҡлап китте.

Иртән дә һүҙҙәре берекмәне ир менән ҡатындың. Бер-береһенә ҡарамай ƒына кейенделәр ҙә эшкә ашыҡтылар. Өҫтәлдәге самауыр юҡҡа күмер әрәм итеп борхоп ҡайнап ултырып ҡалды.

Кисен, эштән ҡайтҡас, өйҙә сәй ҡуйырлыҡ та һыу булмай сыҡты. Балаларƒа ышанһаң, береһе киноƒа киткән, береһе уйынƒа әүрәгән. Исмаһам, утын индереп тә ҡуймаƒандар. Раян дарҫ итеп диванƒа барып ултырҙы ла телевизор ҡарай башланы. Зәүрә һыуƒа барып килде килеүен, әммә ашарƒа бешермәне. Балаларƒа икмәк-һөт тотторҙо, үҙе сәй эскән булды. Ир кеше сәйгә ҡәнәƒәт буламы ни, өҫтәл янына килеп тә тормай, йоҡларƒа ятты.

Шунан китте лә барҙы кирегә тормош тигәнең. Элек күҙгә лә салынмаƒан ваҡ-төйәк сәбәптәр хәҙер йән ҡыйƒысҡа әйләнде. Ваҡытында аңлаша алмаƒас, ара һыуына ƒына барҙы.

ªле килеп тә Зәүрә шул көндәрҙе иҫләп яфалана. Кем башланы, кем ƒәйепле? Раян! Раян ғынамы? Зәүрә үҙен ҡулƒа алƒайны тиерлек, ҡунаҡтаƒы ƒәрлеген еңеп, күңеленең иң-иң төбөнә йәшереп ҡуйƒайны. ª ул ир башы менән үсегеп ултырҙы. Бәлки, ныҡ арыƒан булƒандыр? Ул бит механизатор, эше еңел түгел. Йә нимәгәлер баҫыуҙа кәйефе ҡырылƒандыр. Нимәгә икән? Их, һорарƒа ине...

Кәңәшләшергә кешеһе лә булманы бит шунда. Әсәһен борсомайым тине, ә ауыр замандарҙа яңƒыҙы бала үҫтергән ҡәйнәһе уның ҡыҫыр ҡайƒыһынан бот сабып көлөр кеүек ине. Бер ҡараһаң, көлкө лә инде. Тик Зәүрәнең йәштән күңелендә көҙөк булып šалƒан уйҙары ҡуҙƒалды шул. Раян, күрәһең, уны яратмай. Үҙе барып муйынына аҫылынƒас ни... Рәйсәгº лº әйтмәне. Бер кис уларƒа барып та әйләнгәйне, һөйләшергә яйы сыҡманы. Күрше инәй инеп ултыра ҡалды, унан һүҙ араһында Рәйсә: «Бәхетле булдыҡ беҙ, Зәүрә, һинең ирең дә һәйбәт, егәрле, аҙмай-туҙмай», – тип әйтеп тә ташлаƒас, бөтөнләй ауыҙ асмаҫҡа булды. Шулай төйөн сиселмәй ҡалды. Әй, күпмелер ваҡыт үткәс, ҡәйнәһе ҡуна килде бит әле.

– Раян, һуғыштан һуң тыуһа ла, ауырлыš менән үҫте, – тип һөйләп алды ул, һүҙ ыңƒайын килтереп. – Атаһы ҡайтып ике йыл да йәшәмәне, яраларынан мантый алманы, бахырҡайым. Раянƒа күҙ терәп ҡалдым. Эш күп төштө малайƒа. Ҡаты ла тоттом үҙен. Йоҡлаƒан саƒында ƒына сәсенән һыйпап ярата торƒайным. Ҡосаҡлап һөйгөм, илай-илай эс серҙәремде лә түккем килә ине ҡай саҡ. Әммә тыйылдым. Ебемәһен, ир булып үҫһен, тинем. Әллә шуƒа бик әҙ һүҙле булды ул. Бөтә уйын эсендә бөтөрә. Эй, тешләнеп йәшәүҙән дә ауыр хәл юҡ та инде. Нишләйһең, холҡоң шулай булғас. Хәйер, быны әсә йөрәге генә аңлайҙыр...

Аҡыллыƒа ишара булƒан да бит был һөйләшеү, Зәүрә генә аңламаƒан. Сөнки уның бауыр итен талаƒан ƒәрселлектең берҙән-бер теләге нисек тә Раянды ҡылыƒына үкендереп, тәүбәгә килтереү ине. Уйы менән ул әллә нисәмә тапҡырҙар ирен тубыҡландырып ҡуйҙы, ҡолаƒы зарыƒып көткән һүҙҙәрҙе әйттерҙе. ªйттерҙе лә ләззәткә сумып, ойоп ултырҙы. «Йәнем, ҡыйын инеме ни күптән шулай итһәң?» – тип күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы... Тик ысынында тормоштары башҡаса барҙы. Ике ара әлйе-бөлйө булып бәрелде-һуƒылды ла тынысланғандай итте һºм яй ƒына, шым ƒына йәшәлде лә кителде. Таң атты ла кис булды... Юš, Раянды уҫал булды, тупаҫ булды тип әйтә алмай Зәүрә. Балалар тип йән атып торҙо. Донъя эше бүлешеп тә бүтәнсә үсегешмәнеләр. Тик бына иренең күкрәгендәге дәрт кәмегәндәй, күҙҙәрендәге осҡондар һүрәнәйгәндәй булды...

Зәүрә бошондо-бошондо ла яйлап моңһоҙлана башланы. Ире менән донъяуи халәттә генә һүҙ ҡатышыуына ла күнекте. Күңелендә үпкәме йә берәй өмөтмө моронлай башлаһа, уны буй ебәрмәй, баҫыра килде. Тик бына бөгөн... Бөгөн баҫыра алмай. Күпме ƒүмер үҙеңде алдап йәшәлгән. Имеш, яратышалар берәүҙәр. Шым яратышалар. ªҙәм көлкөһө! Балалар үҫте, һылтаныр сәбәп юҡ хәҙер. Үҙ-ара һыуынышып бөткән кеше менән артабан да бергә ҡалырƒамы? Юҡ! Бөгөн бына гел туƒан-ырыу, дуҫ-иш йыйыласаҡ, тураһын ярып әйтергә лә ҡуйырƒа. Төрлөсәгә юрап, аптырашып йөрөмәһендәр, үҙебеҙҙән ишетеп белһендәр. Зәүрә шулай хәл иткәндәй булды. Теге эске тауыштар шунда тағы сәкәләшеп алды:

– Мин-минлегеңде еңә алмағанƒа үрһәләнәһең, балалар хаҡына йәшәнем тип, ана шул сәмеңде йыуатаһың. Иреңде яратыуыңды үҙеңдән үҙең танаһың.

– Ышанмайһыңмы, бына бөгөн ишетерһең.

– Терһәгеңде тешләрҙәй булырһың...

– Мин үкенмәм, ул үкенер. Бөгөнгө көндә лә бер йылы һүҙ таба алмай. Байрам бит, ҡотлар ине берәү булһа?..

– Ә ниңә үҙең уны ҡотламайһың?..

* * *

...Раяндың иртүк ҡыҙы менән кейәүе йәшәгән үрге осҡа юлланыуының сәбәбе бар ине. Кисә кис тә инеп сыҡҡайны уларƒа. Әллә нимәгә турһайышып ултырыуҙарын күреп, эсе бошоп ҡайтҡайны. Бөгөн иһә һин дә миндәр.

– Алданыраҡ барып, әсәйегеҙгә ярҙамлаша тороƒоҙ, тимәксе инем. Әйткәйнек шикелле, бөгөн кискә мәжлес йыйып алмаҡсыбыҙ.

Йәштәрҙең ярашҡанын күреп, күңеле үҫеп китте Раяндың. Еңел атлап ҡоҙалары яƒына йүнәлде, бер ыңƒай уларҙы ла ҡабатлап саҡырып ҡайтмаҡсы булды. Ә уйҙары, килә-килә, һәүетемсә генә үҙ тормошона барып тоташты. Ниңә һуң Зәүрә менән улар, бынауы йәштәр ише, еңел генә аңлаша алмай? Ниңә күңелдәге юшҡынды бер һүҙ менән тиҙ генә юйып ташлап булмай? Нисәмә тапҡыр тел осона килгән һүҙҙәрҙе лә әйтә алманы бит. Әйтергә уҡталманы түгел, уҡталды... Зәүрәнең, бөтә ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, матур һүҙгә мөкиббән икәнлеген белә ул. Телевизор ҡараƒанда һуң ир менән ҡатын бер-береһенә мөхәббәт һүҙҙәре һөйләй башлаһа, йотлоƒоп тыңлай, донъяһын онота. Шунан һуң әллә күпме ƒүмер бойоƒоп, уфтанып йөрөй. Шунда бер яйын килтереп: «Бисәкәй, кинолаƒы мөхәббәткә көнләшмә, мин дә бит һине үлеп яратам», – тип әйт тә ҡуй ине лә... Раян шулай үҙ хәлен аңлай торҙо, әммә ихтыярһыҙҙан үҙен ҡатынынан ситләтә торҙо. ªле лә һиҙә, Зәүрәнең уйƒа сумып өндәшмәй йөрөүе тиктәҫкә түгел. Яңыраҡ үҙ алдына үҙе: «Үткәс үтһен инде шул көмөш туйы, әҙәм аптыратҡы килмәй... ошо ла булдымы тормош!..» – тип һөйләнгәне йөрәкте өйкәп тора. ªллә? Юҡ-юҡ, нисек инде... Айырылышыу тигән уй Раяндың да башына килде. Эй, сейәлде бит аралар! Теге көндә һуң кеше араһында хур итте бит Зәүрәне. Ҡайтҡас телеңде тешләү менәнме ни, һүҙең бер ысҡынƒас. Эх, шул хәбәр рәте белмәүе! Ҡатынына «яратам» тигәндән бер кемдең дә теле һынмаƒан да баһа! Ә иртәгәһенә һуң? Тамаҡ өсөн үсеккәндәй килеп сыҡты. Көлкө, билләһи! Шәкәр сөгөлдөрөн ҡайтанан сәсеп, арып, йәне көйөп ҡайтҡайны шул. Үҙең баш, үҙең түш тип, баҫыу бүлеп бирәләр ҙә, ҡасан һөрөргә, ҡасан сәсергә өйрәтеп бер булалар. Әйтеп торҙо, ер туң әле, орлоҡ өшөйәсәк, кире сәсергә тура килмәгәйе, тип...

Ҡатыны менән иртәгәһенә лә һөйләшергә форсат сыҡманы. Аҙаҡ инде, ҡуҙƒатып тормайым, яйлап онотолор, тине. Ә Зәүрә онотманы. Башҡаларƒа ишаралап булһа ла, иҫенә төшөрөп торҙо. Рәйсә әхирәте бер көндә шишмә аша сыƒып барƒанда, боҙ кителеп, аяƒы һыуланƒан да, Илшаты өйөнә күтәреп алып ҡайтҡан. Шуны иҫе китеп һөйләп бер булды. ªйтерһең, ундай осраҡта Раян уны ялан аяҡ ҡарҙан атлатыр ине. Үҙенсә нисек тә шуны аңлатырƒа иткәйне лә, ҡатыны, ауыҙ асҡанын да көтмәйенсә: «Һинме ни ҡатын-ҡыҙ күңелен аңлар әҙәм, туң бәрәңге!» – тип, ниәтенән һыуындырҙы ла ҡуйҙы. Иң ƒәжәбе шул, Раян, ысынлап та, үҙенең туң бәрәңге икәнен иҫбат итергә йәшәгәндәй йәшәне. Теләмәне ул, әммә шулай килеп сыƒып тик торҙо. Күрәһең, Зәүрәнең был һүҙе уның былай ҙа ярлы тел ҡеүәһен селпәрәмә килтергәйне...

Юҡ, Зәүрәне баш-баштаҡ, яһил ҡатын тип әйтә алмай Раян. Бөтә әтнәкәһе лә шунда шул. Әллә нисек кенә итеп араға кәртә ҡора ла ҡуя ул. Әйтереңде әйтә алмай, аҙап ҡалаһың.

Нишләргә, нисек итеп әүәлге йылылыҡты кире ҡайтарырƒа ике араƒа? Бәлки, һуңдыр? Түгелдер әле... Бөтөнләй ҙә һыуынһа, Зәүрә ошо көнгәсә уның менән йәшәмәҫ ине. Төптө күҙ буяп йәшәүгә күнмәҫ ине ул. Ниндәйҙер бер сәмле ƒорурлыҡ бар унда...

Раян ҡунаҡтарҙы саҡырып сыҡты ла мәжлескә әҙерлек мәшәҡәттәренә сумды. Зәүрә менән тап-татыу ƒына итеп әллә күпме эш эшләп ташланылар кискәсә. Žәм, ниһайәт, күркәм табын әҙер булды. Ҡатынының тилберлегенә, аш-һыуƒа оҫталыƒына бөгөн дә һоҡланып туя алманы Раян. Тел осона әллә күпме маҡтау һүҙҙәре килде, әммә әйтмәне. Баштараҡ ашатлап ҡына сыƒырлыҡ кәртәнең хәҙер килеп араƒа тауҙай булып килеп баҫҡанын тойоп тетрәнде ул. Һикереп тә сыƒырлыҡ түгел. Бары тик емерергә генә була уны. Ә емерергә көс етерме һуң?!

* * *

Эңер төштө. Донъяны һиллек сорнаны. Өйҙәрҙә балҡып уттар тоҡанды. Зәүрә менән Раяндың көмөш туйына ҡунаҡтар йыйылды. Сәскәләр, бүләктәр, ҡотлауҙар. Бына икеһе лә эске бер ҡурҡыу менән көткән минут етте. Ҡунаҡтарҙың уларҙы тыңлаƒыһы килде. Башта Зәүрә тороп баҫты. Бына ул һүҙ әйтергә ынтылды ла туҡтап ҡалды. Кеше һиҙҙеме, юҡмы, Раян уның нимәгәлер күңеле тулыуын тойҙо. Зәүрәнең ҡарашы өҫтәл осонда ултырƒан Рәйсә менән Илшатҡа төбәлгәйне. Илшат эйелеп ниҙер эҙләй, ә-ә, Рәйсәһенең ҡулъяулыƒы төшөп киткән икән. Бына ул ҡулъяулыҡты тапты ла ҡатынының усына һалды, бер ыңғайҙан яурынынан һөйөп алƒандай ҙа итте. Раянды шунда кемдер тартып торƒоҙƒандай булды. Башта ул юƒалып ҡалды. Былай ҙа йәпле генә ултырƒан сәскә вазаһын тегеләй-былай шылдырƒыланы.

– Йә, йә, хужаны тыңлап ебәрәйек әле, – тип табындаƒылар уƒа ҡеүәт биргәндәй итте. Раян бер ҡулын ҡатынының иңенә һалып, икенсеһе менән ярһый төшкән йөрәген баҫты.

– Туƒандар, дуҫтар... – Ул тамаҡ ҡырып алды, ҡатынын үҙенә тағы ла ныƒыраҡ һыйындырҙы. – Бынан байтаҡ йылдар элек беҙ бер яҡын кешеләрҙә ҡунаҡта булƒайныҡ. Шунда мәҙәк өсөн мине «Зәүрәне яратам!» тип әйттермәкселәр ине, мин әйтә алманым. Уҫлаптай кәүҙәң менән нисек кеше араһында һөрән һалып тормаҡ кәрәк, йәнәһе. Унан, уйын тип тә ҡараным. Әммә уйын булып сыҡманы ул... Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта тигәндәй, бөгөн әйтмәй ҡалмайым, ƒүмер буйы яраттым һәм әле лә яратам мин Зәүрәмде.

Ҡушылып һүҙ ҙә әйтә алмай, быуындары йомшап ултыра төштө Зәүрә. Бер йылмайышҡан ҡунаҡтарƒа, бер тулҡынланыуы йөҙөнә бәреп сыҡҡан иренә ҡараны...

Кемдер йыр башланы:

Илатšан да, йырлатšан да

Саф мөхәббºт бар...

Ир менән ҡатындың ҡараштары осрашты. «Кисер мине, бисәкәй, кеше бәхетенә тилмереп ҡарарлыҡ хәлгә еткергәнем өсөн кисер», ти ине Раяндың күҙҙәре.

Зәүрә юƒалып ҡалды. Сөнки үҙен үҙе аңламай ине. Раян уның йәне сарсап көткән һү´ҙәрҙе бөтә әҙәм алдында әйтте ләһә, тағы ни кәрәк?!

«Эх, Зәүрә, Зәүрә, ир кешене ошо көнгә төшөрмәһәң инде. Үҙеңә генә әйтһә ни булыр ине. Теләһәң, әйттерер әмәлен бер түгел, мең тапҡыр табыр инең дә...» Теге эске тауыштарҙың береһе Зәүрәне шулай тип битәрләп алды...

Көмөш туй! Сәстәргә көмөш яуƒанда уҙƒарƒан өсөн шулай тигәндәрме уны? Әллә өлөшөңә төшкән көмөш хаҡынамы?

Зәүрә... Раян... Икеһенең дә хәтеренә бесән өҫтө, кәбән янындаƒы ҡабатланмаҫ минуттар килеп төштө. Бер-береһен оҙаҡ йылдар эҙләшеп табышҡандай хис итте улар үҙҙәрен.

Date: 2015-07-27; view: 877; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.005 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию