Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Ағас араһынан Ишмырҙаның башы күренә





Ишмырҙа. “Оста-а-ап, йәнем, мин яттым. Ниңә һаман инмәйһең?..”

Остап (һиҫкәнеп). Ә? Нимә?! Оксана... (Ишмырҙаны таный). һәй буласаҡ Ишмырҙа ҡоҙа!

Ишмырҙа. Салют, буласаҡ Остап ҡоҙа! (Ҡосаҡлашалар).

Остап (сәхнә төбөнә төртөп күрһәтеп). Тағы теге яҡтанмы?

Ишмырҙа. Шул яҡтан. Ә һин, ҡоҙам, ҡайҙа Юғалып торҙоң?

Остап.. Үҙең белгән Ҡара Торна һаҙлығында ағас пушкалар ҡорҙом, көбәктәрен фашисҡа ҡарай борҙом. Күҙҙәрен тондорорға.

Ишмырҙа. Ағ ас? (Көлә). Шыршы тубырсыҡтары һалып атырғамы?

Остап. Бер генә ып-ысын “катюша” йырлап йөрөп тора шул тәңгәлдә. Ара-тирә фашистарҙың кәйефенә сиртергә лә күҙҙәрен буярға.

Ишмырҙа (һуҡ бармағын ауыҙына арҡыры ҡуйып). Т-с-с-с! (Кеҫәһенән коньяк сығарып сөйә). Бына һиңә шул “катюша”ның көлөнә әйләнмеш фрицтарҙан күстәнәс.

Остап. һоп! (Тотоп ала, этикеткаһына күҙ һала). О-о-о, француз коньягы! (Үҙ сиратында флягаһын сисеп алып, ҡапҡасына араҡы ҡоя ла Ишмырҙаға бирә). Француздыҡы тыловиктарға ҡалһын, үҙебеҙҙекенә сылатайыҡ тамаҡты. Булдыҡ шәп! (Ишмырҙа — ҡапҡастан, Остап фляганан сәкәштереп эсәләр).

Ишмырҙа. Булайыҡ шәп: икебеҙҙең дә йән дә, аяҡ-ҡул да, баш та һәм... башҡаһы ла булһын теүәл!

Остап. Нимә, Ишмырҙа ҡоҙа, “һәм башҡа”һыҙ ҡалһаң әгәр, ҡатының ҡабул ҡылмаҫ тип шөрләйһеңме?

Ишмырҙа. У-у-у, Остап ҡоҙа, минең ҡатын бөтә яҡлап бөтөн булғанды ярата!

Остап. Минеке лә һинекенән кәм түгел. (Көрһөнә). Тик үҙҙәрен генә Хоҙай теүәл ҡалдырһа ине.

Ишмырҙа (бармаҡ янап). Әллә Хоҙай тураһында шулай хәтәр уйлайһың?..

Остап. Хоҙайҙан да бигерәк, Иблес ҡурҡыта мине. (Араҡы һалып бирә).

Ишмырҙа (араҡыны тотоп). Иҫеңдәме мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ беренсе йыл, етенсе ноябрь, Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙаны?

Остап. Уң яҡта Кремль, даһи мавзолейы... һинең менән бер сафта граниттарға шыҡылдата баҫып барабыҙ.

Ишмырҙа. Трибунанан юлбашсы үҙе өндәшә, Мәскәү янына килеп еткән яуыз дошмандың муйынын бороп ташларға саҡыра.

Остап. Парадтан утҡа керҙек, ысынлап та фашист дивизияларының муйынын борҙоҡ.

Ишмырҙа. Шул көстө беҙгә кем бирҙе? Ышаныс!

Остап. Эйе, ышаныс.

 

Остап, Ишмырҙа (яурындарына ҡулдарын һалышалар).

 

Оло яуҙар кискәндә, утҡа-һыуға ингәндә

Терәк булды беҙгә ышаныс.

Һөйгән йәрҙәр алыҫта беҙҙт еғалтҡан саҡта

Кәрәк булды беҙгә ышаныс.

Ышаныс, ышаныс,

Йәшәйбеҙ ныҡ ышанып.

Пүлдәр жыйлап үткәндә, күкрәктәрҙе тишкәндә

һаҡлап килде беҙҙе ышаныс.

Ҡан эсендә йөҙгәндә, ут эсендә түҙгәндә

Ҡөҙрәт бирҙе беҙгә ышаныс.

Ышаныс, ышаныс,

Йәшәйбеҙ ныҡ ышанып.

Тыуған илгә ышанһаҡ, һөйгән йәргә ышанһаҡ,

Яуҙы еңеп ҡайтыр ышаныс.

Ышанығыҙ беҙгә лә, тыуған ил һәм һөйгәндәр,

Ирҙең тоғро анты — ышаныс.

Ышаныс, ышаныс,

Йәшәйбеҙ ныҡ ышанып.

 

Остап (араҡы ҡоя). Бер нәмәгә генә беҙ ышанманыҡ — беҙҙең еңелеүгә. Ошо ике нәмә өсөн — ышаныу һәм ышанмау өсөн! (Сәкәштереп эсәләр).

Ишмырҙа (биҙәп сигелгән сепрәк янсыҡ, бер бөкләм папирос ҡағыҙы сығарып һала). Көйрәтеп тә алайыҡсы, ҡоҙаҡай, — беҙ янғансы, ул янһын! (Яйлап тәмәке төрәләр).

Остап. һм-м-м... (Ишмырҙа һалған папирос ҡағыҙына иғтибар итеп). Ҡара әле, буласаҡ ҡоҙа, ҡайһы телдә яҙылған был каракуль? Хәрефтәре — урыҫ, ә үҙен уҡыуы ыҙа.

Ишмырҙа (ҡул һелтәп). Ә!.. Беҙҙең телдә. Между прочим, унда һүрәтләнмеш әҙәм аҡтығы — минең ауылдаш тағы.

Остап. Бәй, ниңә “әҙәм аҡтығы”?

Ишмырҙа. Фашист листовкаһы ул. Генерал фон Шмультке ҡул ҡуйған. Баяғы шул әҙәм аҡтығы, имеш, бөйөк арийҙар яғында ғәййәр мосолман легионы ойоштора, һәммәбеҙҙе легионға саҡыра.

Остап. Бик хәтәр ҡағыҙ бит был.

Ишмырҙа. Бото бер тин беҙҙәргә. Шул сүп тейәлгән машинаны яндырҙыҡ. Бер усламын хәжәткә ҡалдырғайным, рәхәтләнеп көйрәтәм.

Остап. Ниңә ундай тайғаҡ юлдан китте икән ул? Ауылдашыңды әйтәм.

Ишмырҙа. Үҙемдең дә баш ҡатҡан. Бик сая, белемле, аҡыллы егет ине. һуғыш сыҡҡас та, немец телен яҡшы белә тип, илдән элек алып киттеләр үҙен.

Остап. Да-а-а... үҙебеҙҙең разведкала йөрөмәйме икән ул?

Ишмырҙа. Белмәйем, белмәйем...

Остап. Да-а-а... (Сәсәй-сәсәй төтәтеп, янсыҡҡа күҙе төшөп). Янсыҡтың да янсығы икән тағы.

Ишмырҙа. Сафурамдың ҡул төҫө.

Остап. Ә минекеләр...

Ишмырҙа. Сафурам яҙа, беҙҙең төпкөл ауылға ла Украинанан ҡасаҡтар килгән, ти, бит, әй. Бәлки, тим...

Остап. И-и-их!.. Шулай булһын ине лә...

 

Date: 2015-07-23; view: 316; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию