Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Еңеүселәр

Башлана: 1 ноябрь 2013 й.

Тамам: 12 декабрь 2013 й.

"ХАЛЫҠ ШАҒИРЫ БИКБАЙ!"

Шиғыр ятлау видеоконкурсы

“Туғанына яҙған – ярты йәтем,

Туған теленән яҙған – мең йәтим,

Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән

Уян, халҡым, ҡуҙғал милләтем!..”

“Ил яҙмышы ҡыл өҫтөндә саҡта,

Ҡул ҡаушырып ғәмһеҙ ятмайыҡ.

Һаҡлайыҡ беҙ ғәзиз ер-әсәне,

Үҙебеҙҙе үҙебеҙ һатмайыҡ…”

Халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың һәр һүҙен, һәр әҫәрен, һәр сығышын милләтебеҙ, Башҡортостан халҡы көтөп ала. Һуңғы ике тиҫтә йылда бигерәк тә. Халҡыбыҙға ҡарата күп ғәҙелһеҙлектәрҙе, алдау-йолдауҙарҙы үҙе аша үткәргән шағир йөрәгенең һыҙланыуы-өҙгөләнеүе лә шуға беҙгә яҡындыр ҙа. Уның халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаусы, халыҡтың уй-хыялдары менән йәшәүсе, халыҡ өсөн йәнен дә бирергә әҙер тороусы, шағир-илһөйәрҙең әҫәрҙәре лә мәңгелек.

 

Тап ошоно раҫлап, “Шоңҡар” журналы бөйөк шағирҙың үлемһеҙ шиғырҙарын башҡарыуға “Халыҡ шағиры Бикбай!” исемле Интернет-конкурс иғлан итә.

Был бәйге видеоформатта үтә. Бының өсөн һеҙҙән нимә талап ителә? Йә шағирҙың поэтик йыйынтығынан табып, йә үҙегеҙҙең хәтерегеҙҙән эҙләп иң яратҡан шиғырығыҙҙы яттан һөйләп видеокамераға йә кәрәҙле телефонға яҙҙыраһығыҙ ҙа… Һәм алға… Йәғни үҙегеҙ һөйләп төшкән видеояҙманы ошо адрес – vk.com/rbikbay – буйынса үтеп, “Видеояҙмалар” тигән бүлеккә һалаһығыҙ!

 

Ярыштың маҡсаты:

Туған телебеҙгә ихтирам, шағирыбыҙҙың ижадына хөрмәт күрһәтеү.

 

Еңеүселәр.

Ярыш булғас, еңеүселәре лә булырға тейештер бит инде. Улары Интернет-конкурста ҡатнашыусы видероликтар йыйған тауыштар иҫәбе һәм жюри ағзаларының фекере буйынса билдәләнәсәк. Тауыш биреү системаһы буйынса дәғүәләр ҡабул ителмәй. Кем нисек теләй – шулай йыя**. Төрлө программалар ярҙамында мутлашып тауыштар һанын арттырыу тыйыла һәм тикшереләсәк.

 

Бүләктәр:

I урын – Фотоаппарат!

II урын – “БашАрт”тан өс ҡатнашыусыға Рауил Бикбаевтың һүҙҙәре менән берәр футболка!

III урын – халыҡ шағирынан иҫтәлекле бүләктәр

 

 

* vk.com соцселтәренең башҡа биттәрендә “ятҡан” видеороликтар конкурста ҡатнаша алмай һәм баһаланмай.

** Ғәҙәттә, тауыштың (“йөрәк”тәрҙең) күплеге ҡатнашыусы кешенең дуҫтары күплегенә һәм үҙен “рекламалай белеүгә” ҡайтып ҡала.

 

ЖЮРИ составы:

Рауил Бикбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры

Мөнир Ҡунафин, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире

Азамат Юлдашбаев, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире

Лариса Абдуллина, шағирә

Заһир Ишкинин, “БашАрт” башҡорт ижади берекмәһенең директоры

Миңзәлә Асҡарова, “Башҡортса статустар”, “Рәми Ғарипов” төркөмдәренең етәксеһе

Айгөл Айытҡолова, йәш шағирә

Гөлнур Ҡыуатова, йәш шағирә

 

ИҪКӘРМӘ: Конкурста ҡатнашыусылар мотлаҡ “Шоңҡар” журналына 2014 йылға яҙылған булырға тейеш.

 

Конкурстың ойоштороусыһы:

Конкурстың партнерҙары:

Гүзәл Ситдыҡова, яҙыусы

“БашАрт” ижади берекмәһе (www.vk.com/bashart)

“Башҡортса статустар” төркөмө (www.vk.com/bash_status)

 

Мәғлүмәти сайттар, төркөмдәр:

www.шонкар.рф

www.ye02.ru

www.vk.com/shonkarrb

 

 

Веб-сайт:

www.шонкар.рф |vk.com/bashart |vk.com/shonkarrb |vk.com/bash_status


<== предыдущая | следующая ==>
Безграничные войны духа | 

Date: 2015-09-05; view: 306; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию