Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Сәлих. Һаҡмар буйы йәмле бигерәк —





 

Һаҡмар буйы йәмле бигерәк —

Аҡтирәк тә күктирәк.

һинең һымаҡ аҫыл-зирәк

Донъяға тыуа һирәк.

Аҡтирәк — күктирәк,

Йөрәктәр яна көйрәп.

Булат балдаҡ беҙ икәүҙе

Тапһын ине тиҙерәк.

Ишмырҙа. Был ни хәл, кем был? Былмы теге листовкалағы Сәлих әфәнде Хәмиди?!

Вальтер. Браво, Сәлих әфәнде, браво!

Ишмырҙа (көбәкте Сәлихтән ситкы бороп). Юҡ, ҡулым бармай атырға. Ышанмайым. Ышаныҡ Ишмырҙа булһам да ышанмайым! Ошо тамуҡ төбөндә лә үҙенең изге аҡтирәктәрен, күктирәктәрен йөрәгендә йөрөткән йән эйәһе иленә хыянат итерме?! Юҡ! Ул да, әлбиттә, минең һымаҡ уҡ, махсус эш үтәп йөрөй. Ул — ысынлап та үҙебеҙҙең разведчик! Юҡҡа ғына алмағандыр булат балдаҡ исемен! (Бармағынан булат балдаҡты һурып). Тимәк, булат балдаҡты тапшырырға бурыслымын үҙенә? Тик... нисек итеп?.. Әһә, булды! УҢайлы мәлен тура килтерәм дә тәмәке янсығыма бәйләп ырғытам — бөрмә бауына тағып. Үҙе аңлар ҡалғанын. (Шул ниәтен үтәргә әҙерләнә).

Залдағылар һөйләшеүе үҙ ағышында бара.

Шмультке. Был шыңшыуҙа Россияның тынмаҫ ҡарлы бурандары, ас бүреләр олоуы, бррр... Майор, башлағыҙ мин яратҡанды! Тик киҫәтәм: минең тешкә теймәҫлек башҡарығыҙ.

Вальтер. Сәлих әфәнде, һеҙҙең тауыш көр — йырҙы күтәреп алығыҙ. Тик, абайлағыҙ, яуыз рус әбей батшаһының исемен атамағыҙ!

 

Расцветали яблони и груши,

Поплыли туманы над рекой.

 

Сәлих (ҡушыла).

 

Выходила на берег Катюша...

 

Шмультке (пистолеттан түшәмгә атып). Ой! Тешем! Вальтер, аспирин! (Бөгөлөп төшә).

Вальтер (Сәлихкә). Әйттем дәһә, яуыз рус әбей батшаһының исемен атамаҫҡа, тип!

Шмультке. Ой! Вальтер, эсем бора!

Вальтер. Генерал, изге секундығыҙ һуҡты!

 

Тыштағы Ишмырҙа шул арала бауына булат балдаҡ тағылған тәмәке янсығын тәҙрәнән Сәлих тәңгәленә ырғыта.

Ишмырҙа. Булат балдаҡ, бар, тәгәрлә батырыңа!

 

Тышта тәҙрә янына фашистарҙың ҡарауыл башлығы йүгереп килә, “һенде һоһ!” тип аҡырып, автоматының төйҙәһе менән Ишмырҙаны йыға һуға.

Ҡарауыл башлығы (тәҙрәгә башын тығып аҡыра). Аһтуң! Рус диверсанты! Залға мина ташланы! Радиошнурлы мина! (Ситкә ташланып, ергә ята).

Шмультке (иҙәндәге тәмәке янсығына төртөп күрһәтеп). Радиомина! Вальтер, минең арттан! (Портфелен онотоп ҡалдырып, тышҡа ташлана).

Генерал менән майор, елтерәп сығып, ҡарауыл башлығы эргәһенә йығыла. Сәлих, иҙәндәге “мина”нан күҙен ала алмай, залда баҫып тора.

Сәлих (булат балдаҡ балҡыған янсыҡты алып). Булат балдаҡ! (Балдаҡты, ысҡындырып, бармағына кейә). Ҡайҙан килдең һин миңә, булат балдаҡ?! (Янсыҡҡа сигелгән яҙыуҙы уҡый). “Батырым Ишмырҙама — матурың Сафураңдан”. Их! Үҙебеҙҙең Ишмырҙа, үҙебеҙҙең Сафура!..

 

Date: 2015-07-23; view: 357; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию