Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Иван, Елена, Макарий бер-береһенә ҡәнәғәт ҡарашалар, Анастасия уйға сумып ултыра





Иван. Афарин башҡорттарым! Кенәз, бер ыңғай мыйыҡҡа урайыҡ: Исмәғил дуҫымдың был ярлығында ниҙәр бар?

Петр (өҙөк-өҙөк иншалай). “Ҡазан миңә йыл һайын ҡырҡ мең алтын, йөҙ батман бал, туғыҙ аҫыл тун яһағы түләп тора. Шуға ла ҡарамаҫтан, икебеҙҙең араһындағы эренләткес шырауҙы алып ташлар өсөн, һинең менән бергәләшеп яу сабырға әҙермен... Минең изге хыялым — Ҡазандың һиңә, һинең Ҡазанға баҫҡынлыҡтарын туҡтатып, ҡитғала ысын тыныслыҡ, дуҫлыҡ мөхите тыуҙырыу. Ул саҡ беҙҙең икебеҙҙең сауҙа каруандары юлы һеҙҙең аша Литвағаса, беҙҙең аша Ҡытайғаса имен һуҙылыр ине”...

Макарий. Ысынлап та, изге хыял.

Елена. Башҡорттар үҙҙәре үк әйтмешләй: “Иләнмәгән-һуҡмаған — ҡайным, һиңә киндер ыштан”Ға оҡшай шул...

Тимер. Бергәләшеп һуғайыҡ: буйлығын — беҙ, арҡауын һеҙ.

 

Көлөшәләр.

Иван. Әйткәндәй, беҙ белгән “нуғай” урҙалары булып та, ниңә үҙегеҙҙе “башҡорттар” тип атайһығыҙ?

Байтирәк. Сөнки беҙҙең дөйөм халыҡ — башҡорттар, ә әлеге ике урҙаны ла нигеҙләүсе бабаларыбыҙ — башҡорттоң Үҫәргән ырыуы...

Тимер. Эйе. Яҙыҡ динле боронғо үҫәргәндәр бүре-эткә табынғанлыҡтан, Сыңғыҙ хан яуындағы илбаҫар татар-монголдар уларҙы “нуғай” йәғни, улар теленсә, “эт” тип атағандар...

Байтирәк. Шуны көллө тирә-яҡ ҡәүемдәр ҡабул ҡылып, көллөбөҙгә Нуғай урҙаһы исемен йәбештергәндәр...

Тимер. Һеҙ-урыҫтарҙың ләҡәпләүенсә, алман-ҡармандар ҙа немец — йәғни “телһеҙ” булып йөрөгән кеүек...

 

Башҡорттарҙан башҡа бөтәһе лә хахылдап көлә.

Иван. Ҡәҙерле башҡорттарым, Исмәғил дуҫыма ярлыҡ яҙып өлгөрткәнсе, ҡунаҡһарайҙа ҡунағым булып тороғоҙ.

Байтирәк, Тимер. Рәхмәт! Баш өҫтө, тәҡсир! (Икенсе ишектән сығалар).

Оло ишек асыла, Адашевтың ауазы: “Бәләкәй урҙа кенәзе Йософтан илселәр — Байһуңғар бей менән Үҫәргән уғлан!” Илселәр инә, баяғылай итәғәтле сәләмләп туҡтала.

Үҫәргән. Аҡтүбә һәм Һарайсыҡ ерҙәренең батшаһы...

Байһуңғар. Һәм Әстерхан ерҙәренең батшаһы...

 

Икеһе бер ауаздан:

...һәм бөтә Бәләкәй урҙаның яҡты көнәсәһе Йософ кенәздән Мәскәүҙең һәм бөтә Әрәсәйҙең мәртәбәле олуғ кенәзе һәм батшаһы Иван ғали йәнәптәренә һәм бөтә Әрәсәй халайыҡтарына бөтә башҡорт халайыҡтары исеменән тап-таштай сәләмәтлек, урғылып сыҡҡан шишмәләй бүҫкәрмәҫ ырыҫ-бәхет, ил именлеге, бәрәкәтле хәрәкәттәр теләген еткереп, Йософ кенәздең ошо ярлығын игелекле үҙ ҡулыңа тапшырабыҙ. (Иван ярлыҡты ала ла Петрға тоттора).

Үҫәргән. Заманында һинең мөхтәрәм атаң олуғ кенәз ғали йәнәптәренә уның литва һуғышында оло хеҙмәттәр күрһәткән, олуғ кенәз Василий ғали йәнәптәренән яҫауыл дәрәжәһен алған Ябынсы Яҫауылдың улы буламын һәм һин ғали йәнәптәренә ла атайым һымаҡ уҡ хеҙмәт итергә әҙермен!

Иван. Рәхмәт, рәхмәт. Инде килеп минең менән бергә Ҡазанды алышһаң, полковник та булырһың. Шундай данлы атайың ҡайҙа хәҙер? Үҙенең Ҡасанҡый-Сала ҡасабаһында аҡ һаҡаллы бей булып ғүмер һөрәме?

Үҫәргән. Ҡазан ҡалаһына яу башы булып китте ул. Унда уны Япанча бәк тип беләләр.

Иван. Йәл, йәл... Ҡазанға китеүе, тим... Атайыңа сәләм әйт: беҙҙең яҡҡа сыҡһын һәм, шанлы атаҡайыма тоғро хеҙмәт иткәне кеүек, миңә лә хеҙмәт итһен. Ҡуш усы тулы алтын да көмөш, ауыҙ-мороно бал да май булыр.

Үҫәргән. Баш өҫтө, әйтермен.

Байһуңғар. Ә мин — һин олуғ батша ғали йәнәптәренә итәғәтле һәм изге уйлы Әстерхандың Ямғырсы хан улымын. Беләһең, ханлығыбыҙ һин олуғ батша ғали йәнәптәренең теләктәшлеһе Йософ кенәз урҙаһы менән берлектә. Әммә Төркиә солтаны Сөләймән, һәммәбеҙҙе үҙ ҡулы аҫтына ҡармаларға яҫҡанып, өҫтөбөҙгә Ҡырым сиреүен һөстөрә, илебеҙгә үлем, бәлә-ҡазалар килтерә...

Иван. Һин әйткән ул Төркиә — Рүсиәнең дә ҡан дошманы. Бергәләгән — яу ҡайтарған, тигәндәй, бер төптән эш йөрөтһәк, Төркиәнән дә үс алырбыҙ, иншалла.

Үҫәргән. Беҙҙең Бәләкәй урҙа, үҙең беләһең, Бохара менән уңышлы сауҙа итә. Әммә беҙҙең Әрәсәйгә сығарырҙай аҫыл малдарыбыҙ ҙа мул: өйөр-өйөр йылҡы, көтөү-көтөү һарыҡ, ҡаҡлаған һәм тоҙлаған батша балығы, яйыҡ йылғабыҙ башында йыуып алынған алтын ҡомо... Илдәребеҙ бәрәкәтенә ике-ара хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләп, көнәсәбеҙ Йософ кенәз һынамаҡҡа беҙҙең менән кесе каруан юлландырҙы, унда ике йөҙ һатыусы, өс мең баш яҡшы ат, байтаҡ алтын ҡомо бар.

Елена. Бәрәкалла, бәрәкалла! Алтын ҡомона ла эйә табылыр.

Байһуңғар. Ләкин, ғәфү итегеҙ, Дон буйында боҫоп ятмыш казактарығыҙ шашынды. Юлбаҫарлыҡ ҡылып, каруандарыбыҙҙы талайҙар.

Үҫәргән. Эйе шул. Беҙҙең өсөн Мәскәү юлы — яу юлына әүерелде. Ҡырым татарҙарының, Ҡазан татарҙарының йөҙәтеүе етмәгән, инде килеп урыҫ казактары ла кереште.

Иван. Казактарыбыҙҙы ауыҙлыҡларбыҙ. Ә Ҡырымдың да, Ҡазандың да татарҙарын бергәләшеп дөмөктөрһәк шәп булыр.

Үҫәргән. Быйыл да шул Дон бөгәлендә каруаныбыҙҙы талағандар, кешеләребеҙҙе ҡырғандар. Тере ҡалғандары хәҙер һинең ҡулда икәнлеген ишеттек. Йософ кенәзебеҙ шул хаҡта ла ярлығында ентекле яҙған, әммә телдән дә иҫкәртергә лә мәртәбәле яуабыңды үҙ ҡолаҡтарыбыҙ менән ишетеп ҡайтырға ҡушты.

Иван (Петрға әйләнеп ҡарап). Кенәз, мәғлүм итсе беҙгә Йософ дуҫымдың алтын һүҙҙәрен.

Петр (урыны-урыны менән тәржемәләй). “Минең дуҫым олуғ батша Иванға Йософ кенәздән сәләм ебәреп, һүҙем шул: Ҡазан бәктәре бынан элек Сафагәрәй ханды ҡыуалап, һинең атаң Василий кенәздән Шәйехғәли хандың туғаны булған Йәнғәли ханды Ҡазанға хан итеп алғайнылар, Ҡазандың яҡшы кешеләрен беҙгә ебәреп, беҙҙең илә яҡынлашыуҙы үтенгәйнеләр. Тәңренең тәҡдире буйынса, Йәнғәли ханға үҙебеҙҙең ҡыҙыбыҙ Сөйөмбикәне биреп, ҡоҙа булышҡайныҡ. Сафагәрәй хан Ҡазандан ҡасҡас, Булат бәк, йорт исеменән уға ярлыҡ ебәреп, уны Ҡазанға ҡайтарҙы. Һинең дуҫың, беҙҙең кейәүебеҙ булған Йәнғәлиҙе үлтерҙеләр; минең ҡыҙымды Сафагәрәйгә бирҙеләр. Сафагәрәй беренсе мәртәбә Ҡазанға килгән сағында уның менән бергә ни бары утыҙ кеше генә килгәйне. Шунан һуң нисәмә йылдар үткәс, әллә ни саҡлы ялпы-яланғас Ҡырым сиреүен саҡырып килтерҙе. Ҡазандыҡыларҙы төрлөсә ҡыҫа башланы. Ҡазан кешеләре унан шул тиклем ҡыҫынҡылыҡ күреүгә сыҙай алмайынса, икенсе тапҡыр ҡыуаланылар уны... Әммә ләкин өсөнсө тапҡыр уны Ҡырымдан саҡырып алып тәхеткә ултырттылар... Көтмәгәндә уның үлемен ишеттек... Хәҙерендә беҙҙең һиңә тоғро һүҙебеҙ шул: киләсәктә һинең илә дуҫ булһаҡ ине. Шәйехғәли хандың туғаны Йәнғәли илә яҡынлашҡайныҡ. Ләкин уға Алланың ошондай асы яҙмышы иреште. Бына хәҙерендә беҙ һинең тоғро дуҫың Шәйехғәли илә дуҫлыҡта һәм яҡынлыҡта булаһыбыҙ һәм дә уға үҙебеҙҙең ҡыҙыбыҙҙы бирәһебеҙ килә...

Быйыл беҙҙең кешеләребеҙ Мәскәүгә һатыу итергә барғайнылар. Ҡайтҡан саҡтарында Тында тороусы һеҙҙең казак һәм сәврүктәрегеҙ ябырылып, уларҙың ҡайһыларын ҡырып, аҡсаларын талағандар, ҡайһыларын тотоп һиңә илткәндәр. һинең янда тере булған беҙҙең кешеләребеҙ, төркөм башында Ҡорат Толобай, Бурансы, Йәнсура, Байкилде, Намаҙ, Көнтыуған, Хафиз булдығы хәлдә, ун бер кеше. Бына мин ошо кешеләрҙе сапҡыныбыҙ Байһуңғар илә бергә ебәреүегеҙ хаҡында һиңә баш орамын... Минең өс йөҙ мең яуым бар. һигеҙ улым бүленеп, быларҙың һәр береһенең унар мең яуҙары бар. Шулар һис бер ваҡыт һинең кешеләрең өҫтөнә барғандары юҡ”...

Иван (тамаҡ ҡырып). Ҡһыммм, аңлашылды... Әйтелгән кешеләрҙең барыһы ла иҫән-һау, туранан-тура минең ҡарамағымда. Баштарынан бер бөртөк сәстәрен дә төшөртмәй, үҙегеҙ менән ҡайтарып ебәрербеҙ. Каруанығыҙҙы талаған һәм яуызлыҡ ҡылған казак һәм сәврүктәрҙең кәрәгенә бирербеҙ. Хөрмәтле илселәр, әйтерегеҙ бөттөмө?

Үҫәргән. Олуғ батша ғали йәнәптәре, кисерегеҙ, бер генә һорауым бар.

Иван. Йә, тыңлайым.

Үҫәргән. Көнәсәбеҙ Йософ кенәз ярлығында һаналмыш кешеләребеҙ араһында Бәкәтәр ҡалаһы азаматы — яҡын туғаным Йәнсура ла бар икән. Шуның терелеген үҙ күҙҙәрем менән күрергә ине, әгәр ҙә мөмкин булһа...

Иван (оло ишек яғына). Керетһендәр, әйтегеҙ! (Үҫәргәнгә ҡарап). Дондан Мәскәүгәсә ҡаңғырып килеп еткәнсе, азаматығыҙ шаҡтай таушалған, әлбиттә...

Елена. Үҙегеҙ үк әйтмешләй, юл аҙабы — гүр ғазабы бит...

Петр. Әммә эсендә йәне бар — шап-шаҡтай.

 

Date: 2015-07-23; view: 323; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию