Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Булат бәк, Гәүһәршат-күрәҙәсе инә





Булат бәк. Әссәләмәғәләйкүм!

Гәүһәршат. Хәйерле көн!

Йәнғәли. Жә, нигә ҡатып ҡалдығыз? Шыҡырыҡлағыз!

Булат бәк. Баш өстө, хан, хәлбуки без сайысҡаннардан түгел.

Гәүһәршат. Син ничектер, әммә безләр адәм телен беләбез.

Йәнғәли. Сүләгез, алайса. Нигә бөйөк кенәз Василий атаҡайымны үле Жанға саныйсыз?

Гәүһәршат. Чөнки моннан ике йыл элгәре үк ҡатты бит ул.

Йәнғәли. Ялған! Бүген генә күрдем мин аны. Бергә йөрдөм!

Булат бәк. Төшөңдәме?

Йәнғәли. Өнөмдә! Тәмле сүләшеп ултырдыҡ.

Гәүһәршат. И ханым-солтаным, алайса үзең дә мәреткә киткән икәнсең. Хәйерлегә генә булсын.

Йәнғәли. Минең Жөмлә эшләрем дә хәйерле.

Булат бәк. Һе! Ҡазан ҡәлғәсенең диуарлары жимерелде, ҡапҡа төпләре череде. Урыс килсә, усырығы берлән дә аударырлыҡ...

Йәнғәли. Аудармас, Василий атаҡайым усыртмас.

Булат бәк. Белмим-белмим, Иваны ни диер икән? Хәзердән үк “Яуыз” ләҡәплиләр бит... Башҡырт иле санға суҡмый, чуваш, чирмеш, мордва да баш бирми. Ғәскәр жыйырға кирәк.

Йәнғәли. Хуп! Мәскәүгә илче жибәрермен, ни ҡылырға кирәклеген бөйөк кенәз Василий атаҡайымнан үтенеп сорармын.

Гәүһәршат. Бөйөк ханым-солтаным, үз башың ҡайда?

Йәнғәли. Һе! Минең башым Мәскәүдә — Василий атаҡайымда.

Гәүһәршат. И бөйөк ханым-солтаным, үз Ҡазаныңда алай башсыз да булғач, ханбикәңнең ҡуйынында икенче бер башыңны булсада эшләтеп, хан тәхетенә вариҫлыҡҡа башлы уғлан туғдырып бирсәңче? Никахығызға озон ике йыл тула ич!

Йәнғәли. Юҡ инде, мине тәхетемнән очорторғамы?! Миңа вариҫ кирәкми, Василий атаҡайым тәхетемә ныҡ ябышып ултырырға бойордо!

Булат бәк. Алайса, тәхетең ҡашында безләр — чүп, әллә ҡачан үлек Василий атаҡайың берлән чабатаң ғына ҡот икән.

Йәнғәли (ашҡынып). Үлек түгел! Үлек түгел!

Гәүһәршат. И Ходайым, Ҡазан ханлығының бөтөүенең башы шушыдыр инде. Әле генә хаҡ күрәзәлек ҡылыуым: ун алты йылдан соңра ханлығыбыз юҡҡа чыға — Мәскәү кенәзе бөтөрә... Ун алты йыл ғына ҡалды...

Булат бәк. Ауызыңнан жил алсын, шомло жан! Ходай орғоро күрәзәче! (Сығып китә).

Йәнғәли (урынынан тороп, ҡылысын һурып сығарып). Бөтмәс, бөтөрмәсбез! Василий атаҡайым берлән без барда!

Гәүһәршат. Ха-ха-ха! (Сығып китә).

4-енсе сәхнә

Азандың Жамиғи мәсетендә теҙелеп намаҙ уҡыйҙар, иң алда — башлап уҡыусы мәсет имамы Ҡолшәриф. Намаҙ аҙағында вәғәз тыңлана.

Ҡолшәриф. Бу донъя ҡайда барадыр — анысын Аллаһ белсен. Әммә сез, хаҡ мосолманнар, үзегез күреп торасыз — яңа ханыбыздан уңмадыҡ. Сафагәрәй ханны күсәкләп ҡыуыуын-ҡыудыҡ та, аннан киресенә килеп ҡаптыҡ: урыс Василийның дуңғыз көтөүчесен Ҡазан ханы итеп алдыҡ, тәхетебезнең ҡотон очордоҡ. Әллә тәҡдиребез ҡушты, әллә Мәскәү алдашты... Ҡазан диуарлары инде эт сикереп үтмәле, ҡәлғә эче таяҡ тығып болғаулаған сары сағызаҡ оясындай ҡайнаша, Ҡазан халҡы бер-бересен үкертеп-ачыттырып чаға... Малай ғына Иван патша хәзердән үк Яуызға әүерелде, Ҡазанны алырға ғәскәр артыннан ғәскәр жибәрә. Үсеп кенә житсен әле — ниләр ҡылмас дисегез? Ходай орғоро күрәзәче Гәүһәршатның күрәзәләүе тура килмәгәйе, дим...

Күмәкселек. Тәүбә-тәүбә!..

Ҡолшәриф. Шуның өчөн тешләрне нығыраҡ ҡысарға, тәхетебезнең очҡан ҡотон ҡайтарырға кирәктер. Кем ултыра анда: ханмы ул, әллә пацанмы, теге Иван әйтмешләй.

Булат бәк. Әле генә кереп чыҡтым: үтмәс ҡылычын биленә тағып алған да теше-тырнағы берлән тәхеткә ябышып ултыра. Үзе һаман Василий атаҡайы берлән саташа, биғәйни, бергә чуҡынып йөрөй...

Ҡолшәриф. Чуҡынсын. (Йәмәғәткә). Шул чуҡынчыҡ Мәскәү яҡлылар ни уйлый? Чура батыр берлән Ҡадыш мырза, мәсәлән? Алар сорап алды бит.

Сура. Мәскәүҙән беҙ Шәйехғәли ханды һорағайныҡ, әммә Василий, үҙенең дуңғыҙ көтөүсеһе Йәнғәлиҙе хан итеп биреп, төп башына ултыртты...

Ҡолшәриф. Башҡырт иле ни шәйли?

Сура. Башҡорт иле лә ошондай уҡ фекерҙә. Шуға күрә Йәнғәли хандың мәрхүм атаҡайы Василий кенәз менән ҡауышыуы хәйерлелер...

Ҡадыш. Мин һәм башҡалар да шул уҡ теләктә. Атаҡайы ҡырыннан кире әйләнеп ҡайтмасын иде.

Ҡолшәриф. Мәслихәт, хуп. (Икенсе тарафҡа). Ә Хаҡ-Ислам Төркиә, Ҡырым тарафдарлары? Хәйер, алар исеменнән үзем белдерим: без дә ҡадерле Жанғәли ханыбызның сөйөклө Василий атаҡайы берлән мәңге бергә ожмахтамы, тамуҡтамы ҡалуы яҡлы. Дөрөсмө?

Күмәк тауыш. Дөрөс, дөрөс!

Ҡолшәриф. Димәк, ике фирҡә дә бер төптән. Шул төплөләр тороп бассын, төпсөзләр ултырып ҡалсын. (Барыһы ла тороп баҫа). Хуп, мәйле, жыйыныбыз бер чыбыҡтан ҡуылған... Инде Булат бәк берлән Чура батыр жәһәт кенә ошбу шатлыҡлы тәҡдирне сарайға — ханыбызның үз ҡолағына ирештереп килсеннәр, кире чыҡмаслыҡ ҡылып. Ә безләр, эчебездән генә сүрәләр уҡып, ултырып торойоҡлар.

 

Сура батыр менән Булат бәк ашығыс сығып китә. Бер талай ваҡыттан һуң, тышта шау-шоу, Гәүһәршаттың әсе ауазы: “Жәмәғәт, Ходаға доға ҡылыңыз — тиле-миле Жанғәли ханны үлтергәннәр!” Дөпөлдәп йүгергән аяҡ тауыштары, Сура батыр менән Булат бәк атлығып керә.

Булат бәк. Үлтермәгәннәр, ул үзе мәреткә киткән!

Сура. Эйе, Василий атаҡайы янына, мәңге бергә булырға!

Йәмәғәт. Аллаһы әкбәр! Бәрәкалла!

Ҡолшәриф. Иншалла.Инде сезләргә төп яңалыҡны ирештерим: Сафагәрәй ханыбыз әйләнеп ҡайтты. Ҡәлғә ҡапҡасын ачығыз, оло ҡәдер-хөрмәтләп, тәхетенә күтәреп ултыртығыз! Жанғәлидән тол ҡалмыш сөйөклө ханбикәбез Сөйөмбикәне Сафагәрәй ханыбызға йәш хатын итеп бирик!

Йәмәғәт. Бирик! Бирик!

 

5-енсе сәхнә

Сәхнә төбөндә дата: 1547 йыл. Таң һыҙылып килә. Сөйөмбикә ханбикәнең йоҡо бүлмәһе. Сафагәрәй, түшәктән ырғып тороп, йәһәт кейенә башлай.

Сөйөмбикә (ҡалҡына биреп). Ханым, ҡайҙа ҡабаланаһың?

Сафагәрәй. Мәчеткә, мәчеткә! Мәчеттән соңра — тәхеткә!

Сөйөмбикә. Өс-дүрт көндә бер киләһең, уныһы ла ашыҡ-бошоҡ ҡына... Мәсетең ҡасмаҫ ине. Намаҙыңды ошонда ғына атҡар ҙа иртәнге сәйҙе бергәләшеп эсәйек.

Сафагәрәй. Юҡ, булмый. Дәүләт эшләре... Ҡолшәриф мулла болай да: “Бу ханыбыз Жамиғ мәчетенә күзен күрсәтмәс булды, әллә иртәнге намазын ҡалдыра инде...” — дип сүләгән. Касафат тулы Ҡазаннарының тишек төбөн ямар өчөн ашами-эчми, йоҡлами ижтиһад ҡылуымны санға суҡмилар, мәлғүннәр. Ашаған белми — тураған белә, диләр бит синең башҡыртларың.

Сөйөмбикә. Бәғзе ҡатындарың менән төшкә тиклем тормай ятҡаныңды ла һөйлә. (Тора, кейенә).

Сафагәрәй (Сөйөмбикәне яурын башынан ҡосаҡлап). И назлы бикәм, әгәр дә алай булсам, бердән-бер уланымыз Үтәмешгәрәйне, син түгел, алар табып бирерләр иде.

Сөйөмбикә. Алайһа, ултыр әле яныма.

Сафагәрәй. Йә, ултырдым, ди. (Ултыра, Сөйөмбикәнең ҡулын усына ала).

Сөйөмбикә. Тыңла мине.

Сафагәрәй. Йә, тыңлим, ди.

Сөйөмбикә. Дәүләт эштәреңә ҡыҫылмайым, әммә сабыйыбыҙ Үтәмешгәрәй хаҡына киҫәтергә тейешмен.

Сафагәрәй. Кисәт, кисәт.

Сөйөмбикә. Үҙең әйткән Ҡазаныңдың шул тутығып бөткән тишек төбөн, ямайым тип, уғата ҙурайтаһың, төпһөҙ ҡылаһың, буғай.

Сафагәрәй (ҡулын тартып алып). Ни сүзең бу?! Ҡара-ҡара, ни сүли!..

Сөйөмбикә. Ниңә өҙлөкһөҙ яу артынан яу сабаһың, урыҫ өҫтөнә йөрөйһөң?

Сафагәрәй. Йөрөмим, урыс үзе баса безне. Былтыр ғына Ҡазанға кем ябырылды, Хан Ҡапҡасын яндырды? Урыс Иван түгелме?

Сөйөмбикә. Ә шуға тиклем кем һуң йыл һайын урыҫ еренә көйәләй һүреп керҙе, ҡоротто? Нижний Новгород, Муром, Мишәр, Гороховец, Балахана, Владимир, Шуя, юрьев, Кострома, Галич, Тотма, Вологда, Үстек, Пирем, Вятка ҡалаларын үкертеп талап, кешеләрен ҡырып, хайран-вайран килтерҙе?

Сафагәрәй (Сөйөмбикәне яурын башынан ҡосаҡлап). һе, баһадир икән ирең. Ғорурланырға кирәк моңа!

Сөйөмбикә. Бәғерем әрней минең.

Сафагәрәй. Чуҡынчыҡ урыс өчөнмө?

Сөйөмбикә. Үҙеңдең татарҙарың, арҙарың, сыуаш һәм сирмештәрең өсөн. Яу итеп алып китеп, яртыһынан күберәген урыҫ мөсөнән үткәрттең. Ҡараусыһыҙ ҡалған ҡарт-ҡоролары, етем-еһерҙәре Ҡазан урамдарында илашып, хәйер һорап йөрөй хәҙер.

Сафагәрәй. Ж ыласа соң. Кем ғәйепле? Синең имансыз башҡыртларың ғәйепле. Урыс өстөнә барғанымда ғәскәрләрен бирмәделәр, посоп ҡалдылар бер читтә. Юғисә без ул чуҡынчыҡларның тәмам иманнарын уҡыта идек! Баяғы ҡалаларын, берсен-бер ҡалдырми, үзебезнең Ҡазан ханлығына беркетә идек! Хәтта төрөк солтанының киңәшләрен дә тотми бит ул синең атайың Йософ берлән олатайың Исмәғил кенәзләр!

Сөйөмбикә. Уныһы миңә ҡараңғы.

Сафагәрәй. Исмәғилен әйтим, ике башлы дийү кеби булды бу: йыл сайын миннән ҡырҡ мең алтын, йөз батман бал, туғыз асыл тун бүләккә ҡайырып алуы житмәгән, урыс бөйөк кенәзенең дә ҡазнасын имепме-имә... Анди мөртәт жаннан нинди ярдәм көтәсең?..

Сөйөмбикә. Ярҙан осорға ярҙам һорамайҙар... Мәскәү яры үтә текә һәм бейек...

Сафагәрәй. Төрөк солтанының сүзен тотоп бергә уҡмашсаҡ, Мәскәүнең үзен пыр-туздырып ала идек, мосолман донъясының дошманы яуыз Иванның башына житә идек...

Сөйөмбикә. Эй ханым, үҙ әпипәңде онотоп, ете диңгеҙ аръяғындағы төрөк солтанының һыбыҙғыһына бейейһең. “Мосолман донъяһы” тигәнең дә шул төрөк солтаны инде. Ҡырым ханын да, һине лә яуыз Иванға һөсләтә лә, һеҙ ҡан ҡойошҡанды ҡарап, диңгеҙ аръяғында боҫоп тик ята...

 

Date: 2015-07-23; view: 414; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию