Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Илсе инә, ҡулдарын күкрәгенә ҡаушарып, итәғәтле баш эйеп сәләм бирә





Вәкил. Солтанларның солтаны бөйөк Сөләймән ғалижанапларыннан чуҡдин-чуҡ сәләм сезләргә, ҡан-ҡәрдәшләремез шимал төрөкләренә! Күркәм сабан туйығыз ҡотло булсын! Бер уңайдан бөйөк кенәз Исмәғил ғалижанапларын да очратыуыма бик шатмын.

Исмәғил (көлөмһөрәп). Вәкил әфәнде аҙыраҡ ҡына, яңылыша, зыян юҡ. Беҙ, шималда йәшәһәк тә, тап һеҙҙеңсә һөйләшә торған төрөк түгелбеҙ, башҡорт булып ҡалғанбыҙ.

Вәкил. Биниһая хөрмәтле Йософ мырзаға бөйөк Сөләймән солтаныбызның хитапнамәсен кичә үк күндергән идем. Исмәғил кенәз, Сөләймән солтанның сезләргә дә айырым мәктүбе бар иде. Форсаттан файдаланып, итәғәтле ҡолағығызға шуны уҡып ирештерсәм ни булыр? Рөхсәтме?

Исмәғил. Рәхим ит, ирештер.

Вәкил (уҡый). «Эй ҡеүәтле, күп санлы нуғайлар! Минең сүземне тыңлап, Ҡазанға ут күршеләр булараҡ, ҡазанлылар белән бер йөрәктән ҡушылсағыз иде! Мәскәүнең падишасы һәм бөйөк кенәзенә ҡаршы Ҡазан өчөн, һәм бигерәк тә үзебезнең боронғо һәм бөйөк динебез өчөн Жанығызны аями суғышығыз! Үзегезне рәнжетелүгә дучар ҡылмағыз, ҡүәтле ҡарышығыз! Сезнең хаҡта даими ишетеп торам: динебезгә усал һөүүм ҡылыуына, аны юҡ итергә ясҡануына ҡаршы көрәшергә телисез икән. һәм мона ни хаҡында бик ныҡ хәүефләнәм һәм ҡурҡам: үз-ара килешми йәшәсәгез, Ҡазанға килгән бәлә сезгә дә килер, юҡҡа чығарсыз һәм урдағыз тарҡалыр». Мәктүб тәмам.

Юныс (ҡул сәпәкәйләп). Бына бит, бына! Бөйөк төрөк солтаны беҙҙе ҡайғырта!

Һылыубикә (улын кире урынына ултыртып). Ололар барҙа телеңде тый, балаҡайым.

Йософ (Исмәғилгә). Беҙ ҙә төрөк солтанына йылы мәктүб яҙып ебәрәйек, ағайым.

Исмәғил (сәркәтипкә бармағы менән ымлап). Яҙ! (Әйтеп яҙҙырта). «һин, бөйөк бадиша-солтан, беҙҙе түгел, ә үҙеңде ҡайғыртаһың. һин беҙгә батша ла түгел, етмәһә, сөнки беҙҙең ерҙә һис ни ҡормайһың, беҙҙең менән идара ҡылмайһың һәм беҙҙән бик алыҫта — диңгеҙ аръяғында йәшәйһең; байһың, көслөһөң, мөлкәттәрең башыңдан ашҡан — һис нәмәгә мохтажлыҡ кисермәйһең; ә беҙ иһә фәҡирбеҙ, барлы-юҡлы торабыҙ. Әгәр кәрәк-яраҡтар менән еребеҙҙе Мәскәү батшаһы тәьмин итмәһә, бер көн дә йәшәй алмаҫ инек. һәм уның шул игелеге өсөн беҙ хәйләкәр һәм алдаҡсы ҡазандарға ҡаршы уның көрәшендә уға ярҙамға килергә тейешбеҙ. Гәрсә улар, ҡазандар, менән телебеҙ ҙә, динебеҙ ҙә бер булһа ла, хәҡиҡәт яғында беҙ...»

Йософ, Һылыубикә, Юныс (бер ауаздан). Эйе, уныһы шулай!

Исмәғил (яҙҙыртыуын дауамлап). “Беҙгә мәскәүҙәрҙең ҡазандарға ҡаршы барыуына ғына түгел, ә бәлки һинең үҙеңә йәғни батшаларҙың батшаһына ҡаршы барыуына ла ярҙамлашыу хәйерле...»

Вәкил. Ай-вай-вай... бу нә сүзең, бөйөк кенәз Исмәғил?!

Исмәғил. Илемдең, башҡорт иленең һүҙе был. (Сәркәтипкә). Яҙ! Эйе, «...хәйерле, юғиһә беҙгә ҡаршы ла ҡубынырһың. Әллә һин ишетмәнеңме ни ҡазандарҙың мәскәүҙәргә даими ҡайһындай яуызлыҡ ҡылыуҙарын, улар еренә өҙлөкһөҙ ябырылыуҙарын һәм урыҫ кешеләрен һәләк итеүҙәрен? һәм урыҫтар менән ике-ара шартнамәләрен өҙлөкһөҙ боҙоуҙарын, тыныслыҡҡа хыянат ҡылыуҙарын? Ә етмәһә, беҙҙәргә тумбытаһың: урыҫ яғынан ҡазандарға ни булһа, һеҙгә лә буласаҡ, тип. Ә һеҙ нуғай тип атаған башҡорттарҙың иһә һүҙе ошолай: уға (урыҫ батшаһына) буйһоноу һәм хеҙмәт итеү беҙгә һис оят түгел — бөтә байлығы, ҡеүәте менән ул да һинең кеүек үк. Беҙҙең китаптарыбыҙҙа ла, христиандарҙыҡында ла яҙылған бит: ахыры заманда бөтә телдәр ҙә уҡмаша, бөтәһе лә бер диндә һәм бер үк дәүләт ҡулы аҫтында була...»

Вәкил. Ай-вай-ау...

Йософ. Ағ айым!..

Һылыубикә, Юныс (бер ауаздан). Тәүбә-тәүбә!..

Исмәғил (күҙҙәрен уҫал ялтыратып). Яҙ! Ҡойроғо аҫтына утлы тимер ҡыҫылһын Сөләймәндең: «Уға китһә, урыҫтың христиан дине кеүек тағы ниндәй изге дин бар? Беҙҙең ҡараңғы диндәребеҙҙең бөтәһенән дә яҡшыраҡ, яҡтынан-яҡты ҡояштай нур сәсә ул». Бөттө.

Вәкил (ярһып). Аллаһы әкбәр! Иманлы Ҡазанның баш имамы Ҡолшәриф хәзрәт дөрөс әйтә: «Ун башҡыртҡа — бер иман»! Әлегәчә ислам нурын танымый суҡыр йәшисез, мәжүсилек ҡараңғылығында ҡаңғырасыз икән лә!..

Исмәғил. Миңә тимәгәйе, эт буғы тип атағыҙ, әммә иманыбыҙға ҡағылмағыҙ. (Мәктүбте биреп). һинең бурыс, Вәкил әфәнде, аманатты эйәһенә еткереү.

Вәкил. Ж иткерермен, түкми-чәчми житкерермен! (Сығырға ыңғайлай).

Йософ (урынынан тороп). Хөрмәтле Вәкил әфәнде, дөрөҫ аңлай күр беҙҙе. Сәйәсәте — сәйәсәт, әммә һабантуй ҡунаҡтарының иң аҫылы булырһың. Бергә-бергә күңел асыуҙан мәхрүм итмәгеҙ беҙҙе.

Вәкил (барышлайы әйләнеп, ҡулын күкрәгенә ҡуйып). Зур рәхмәт, Йософ мырза. Сабантуйығызда мотлаҡ буламын. Бөйөк Сөләймән солтаныбызның бер кемгә дә майдан бирмәс, бил бирмәс төрөк батырын алып килдем бәйгегезгә. Бер ултыруда бер сарыҡны ашап бөтөрә, бер чиләк шурпа эчә. Шуңа лайыҡлы батырларығыз булса, көч сынашып ҡарасыннар! (Сығып китә).

Date: 2015-07-23; view: 382; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.007 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию