Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Муйтән-бейҙең Сыңғыҙ-ханда аманат (дипломат) булып ҡалыуы





 

Һәм бына минең туранан-тура ҡанбабаларҙың эҙе: Темәсйән яуының ҡулына төшкән Үҫәргән (джургэн) кешеләре араһында Йылайырҙың (йәғни Үҫәргәндең!) Түлғата Байан улдары — Ҡоман-гүзәл, Селәүһен Ҡайсы һәм Ябаға исемле уҙамандарҙың да барлығы асыҡлана -- Сыңғыҙ-хан урҙаһына Башҡортостандан илсе итеп ебәрелгән был инсандарҙы юлда саҡта уның яугирҙәре осраҡлы рәүештә тотоп килтерәләр (Алтан Тобчи, 109-ынсы бит).

«Үҫәргән тәүәрихе»ндәге шәжәрә буйынса самалаһаҡ, әле әйтелгән Түлғата Байан — Бөйөк Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы Көн-Өфө тәхетендә ултырған кенәз//көләр Ҡаҙансы Тура улына, ә Ҡоман[34]-Гүзәл — Туҡсаба Ҡаҙансы улына, Селәүһен Ҡайсы — Ҡарада Ҡиә Ҡаҙансы улына һәм Ябаға — Ислам Ҡиә Ҡаҙансы улына тура килә. Был өсәү тап Көн-Өфө тәхет эйәһенең улдары икәнлеген ышаныслы тоҫмаллатҡыс мәғлүмәт бар ҡытайҙарҙың тәүәрихендә. Беренсенән, уларҙың атаһы Ҡаҙансы, ошо исеме менән түгел, ә үҙе тәхеттә ултырған баш ҡалаһының исеме менән ләҡәпләнә унда, ҡытайҙар тәүәрихендә: «Кун-вэнь Ку-ва» йәки «Кун-вень У-хэ». Быларҙан шул күренә: Кун-вэнь тигәне — Көн-Апан (Көн-Әсә), Ку-ва тигәне — Ҡоба (хәҙерге Өфө торған Ҡоба тау), йәғни «Ҡоба тау ҡалаһының көнәсе//кенәзе»; ләҡәптең икенсеһе (У-хэ) лә шулай уҡ: «Өфө (Өхө) кенәзе»... Икенсенән, «Ҡоба//Өфө кенәзенең биш улы бар ине: өлкәне Ху-лу-ху-эр, унан ҡала Ци-ли-ку-эр, унан ҡала Мухали, унан ҡала Буға һәм унан ҡала Дәүсун», — тип әйтелә ҡытайҙар йылъяҙмаһында. Тимәк, Муйтән-бей (Мухали) бабабыҙ — Ҡаҙансының уртансы улы булып сыға... Өсөнсөнән, Муйтән//Мухалиҙың ата-әсәһе ҡушҡан балалыҡ исеме — Сәмиҡ икән дә баһа! Һәм ул үҙенең ҡул аҫтындағы сәрдарҙарҙан, шулай уҡ яугирҙәрҙән дә үҙен, «Муйтән//Мухали» тигән рәсми ләҡәп менән түгел, ә шул ата-әсәһе ҡушҡан ысын исеме менән атауҙарын талап ҡылыр булған. (Мэн-да бэй-лу; 59 — 60, 155 — 157, 226-нсы биттәр). Шулай итеп, Үҫәргән шәжәрәһендәге Ҡаҙансыны, уның улы (Муйтәндең атаһы) Туҡсабаны юлланыҡ; ул һәм уның ҡустылары Иртыш йылғаһы — Бөйөк Башҡортостандың көнсығыш сиге — аръяғында, моғайын, Башҡортостандан Сыңғыҙ-хан ыҫтанына ебәрелмеш илселәр рәүешендә пәйҙә булғандарҙыр ҙа унда һуғыш барған осорҙа Темәсйән яуының ҡулына осраҡлы рәүештә килеп эләккәндәрҙер. Сөнки, ҡеүәтле хан урҙаһы менән мөнәсәбәттәрен нығытып, урҙала даими илсе (аманат) итеп Темәсйәнгә үҙҙәренең улдарын ҡалдырып китәләр бит. Уландарҙың исемдәрен ҡытай иероглифтарынан түбәндәгесә уҡыйҙар.

Туҡсабаның Сыңғыҙ-ханға аманатлыҡҡа ҡалдырған ике улы: 1. Мукли-куен (Мүкле ҡуйын йәғни төклө-йөнтәҫ ҡуйын)// Мукали//Мухали (Мэн-да бэй-лу, 132-нсе бит). Үҫәргән шәжәрәләрендә ул боронғоса Мүкле-тән//Мүктән тип әйтелешенән Муйтән булып үҙгәрешендә яҙыла. Тимәк, Мухали тигәндәре — үҙебеҙҙең тәне йөнтәҫ Муйтән-бей бабабыҙ икән дә! 2. Буҡа//Буха йәки Буға (үҙебеҙсә).

Селәүһен Ҡайсының да аманатлыҡҡа ҡалдырған ике улы: 1. Тухэ, ә үҙебеҙсә Туҡай; Үҫәргән һ.б. шәжәрәләребеҙҙә ул, шулай уҡ рәсми ләҡәбе менән булһа кәрәк, Туҡай тип түгел, ә Байҡы//Майҡы булып яҙыла; тимәк, үҙебеҙҙең Майҡы-бей бабабыҙ икән. 2. Хасар//Хазар.

Ябағы иһә, үҙ балаһы булмағанғалыр, моғайын, үҫәргәндәр («джургэн»дар) йәйләүенән Сыңғыҙ-ханға аманатлыҡҡа Бүреғол исемле бер малайҙы килтереп бирә (Алтан Тобчи, 109 — 110-ынсы биттәр).

Ҡытай тәүәрихтәренән билдәле булыуынса, Муйтән//Мухалиҙың ҡустыһы Буға — Сыңғыҙ-хандың йәнуҙағы (телохранителы), ә икенсе бер ҡустыһы Дәүсун (Дәү Бүре тигән һүҙ) — Сыңғыҙ-хандың ҡыҙына өйләнгән кейәүе — Сыңғыҙ-хандың шәхси гвардияһының башлығы булып хеҙмәт итәләр. Муйтән//Мухали бабабыҙ бер заман үҙе идаралыҡ иткән Төньяҡ Ҡытайҙан саҡыртып алынып, көнбайыш фронтҡа (урыҫ-ҡыпсаҡ ғәскәрен ҡыйратырға) ебәрелгәндән һуң, урынына уның улы Бүре (Дәүсун) тәғәйенләнә һәм, «атаһы кеүек үк, Сыңғыҙ-ханға мөкиббән хеҙмәт итеп, 1228 йылда 32 йәшендә үлә», тип әйтелгән унда (Мэн-да бэй-лу; 155 — 156, 158-енсе биттәр). Был Бүре, моғайын, Үҫәргән шәжәрәләрендәге Муйтән-бейҙең улы Шаҡмал//Шаҡалдыр, сөнки «шаҡал» да бит «сүл бүреһе» тигән һүҙебеҙ... Шаҡмал улы Бүзәкте[35] (Бөжәкте йәғни буҙ бүрене) лә шәжәрәбеҙ: «Туҡан-хан (йәғни Сыңғыҙ-хан) заманында бәк булып, хөкүмәт ҡылыр ине», — ти бит — заманалары тап килә. Күренеүенсә, Муйтән//Мухалиҙың яҡын туғандарына ла бик ныҡ таяна Сыңғыҙ-хан.

Бына шул шанлы Муйтән//Мухали бабабыҙ, үҙенең зирәк аҡыллылығы, киң һәм тәрән белемлелеге арҡаһында яусыл Темәсйән урҙаһында ундағы һис кемгә күрһәтелмәгән ышаныс, ҡәҙер-хөрмәт ҡаҙана, Темәсйәндән шанлы Сыңгыҙ-хан яһаусы ла ул була. Сөнки Муйтән//Мухали бабабыҙ Онон[36] йылғаһы башында 1206 йылғы ҡоролтайҙа Темәсйәнде аҡ кейеҙҙә Сыңғыҙ-ҡаған итеп күтәреүҙе ойоштора; шул уҡ ҡоролтайҙа Муйтән//Мухали үҙе лә Сыңғыҙ-ҡаған дәүләтенең Юғары Хөкөмдары (Судъяһы) итеп һайлана (Й.Х., параграф 202) һәм уға, Муйтән-бейгә, дәүләт юғарылығындағы иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе һәм тартыштарҙы ғәҙел итеп сисеү, хөкөм сығарыу хоҡуғы тапшырыла. Бөйөк ҡағандың ул уң ҡулы һәм таянысы рәүешендә һәр саҡ уның уң яғында ултыра, ә ике туған ҡустыһы Майҡы-бей, шундай уҡ рәүештә, ҡағандың һул яғын биләй. Сыңғыҙ-хандың атаҡлы йәшәү ҡанунының («Яҫау»ының) нигеҙен дә юғары белемле һәм зирәкйән Муйтән бабабыҙ һалған булырға тейеш. Башҡорт иленең иң юғарылыҡлы илсеһе булараҡ та бик уңышлы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Муйтән баба Сыңғыҙ-ҡағандан Обь — Иртыш дөйөм үҙәненән алып көнбайыштағы Иҙел — Ҡама дөйөм үҙәненәсә йәйрәп ятҡан Бөйөк Башҡортостан[37] дәүләтенең Сыңғыҙ-хан урҙаһына итәғәтле (хәҙергесә әйткәндә, автономиялы) үҙ аллылығын таныу ярлығы ала. Әммә шуға ла ҡарамаҫтан, Муйтән баба менән кәңәш иткәндәрме, юҡмылыр, киләһе 1207 йылында уҡ Сыңғыҙ-хан үҙенең өлкән улы Яусыға (Джучиға) ҙур ғәскәр биреп, туранан-тура Бөйөк Башҡортостан аша Алыҫ Көнбайышҡа үтергә лә “аттарының тояҡтары барып еткән” Атлантик океан ярҙарынаса бөтә донъяны яулап алырға бойора. Яусы-батыр, юлындағы барса Себер халыҡтарын бер-бер артлы еңеп һәм буйһондороп, Бөйөк Башҡортостандың ҡағылғыһыҙ көнсығыш сиге булған Иртышҡа килеп етә, ләкин башҡорт еренә үтеп керә алмай: Иртыштың көнсығыш ярында уҡ һағауылда торған башҡорт ғәскәрҙәре менән ҡаты бәрелештә еңелеп, Бөйөк Башҡортостан менән ике-ара тыныслыҡ килешеүе төҙөшөргә һәм, Бөйөк Башҡортостан тупрағына аяҡ баҫмайынса, һул яҡҡа ҡырт ҡайырылып, Урта Азияға табан урап үтергә мәжбүр була. Шул ике-ара килешеү буйынса, Башҡорт иле Яусы-батырҙың ғәскәрен үҙенең яугирҙәре, яу аттары, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе йөкмәй — артабан башҡорт яугирҙәре татар-монгол яуҙарының Урта Азияға, Иранға һәм Һиндостанға сәфәрҙәрендә туранан-тура ҡатнаша. 1236 йылдың көҙөндә Бөйөк Башҡортостанға килеп киткән Юлиан-монах яҙып ҡалдырыуынса, татар-монголдар баяғы 1207 йылда Иртыш ярында башҡорттар менән «бәрелешкән саҡта уларҙы (башҡорттарҙы) еңә алмағандар, ә киреһенсә, беренсе һуғышта уҡ улар тарафынан еңелгәндәр. Шуға күрә уларҙы (башҡорттарҙы) үҙҙәренә дуҫтар һәм ҡорҙаштар итеп һайлап алғандар ҙа, шул рәүешле бергә ҡушылып, улар ун биш батшалыҡты башкөлләй ҡыйратҡандар». Күренеүенсә, Европаны (шул иҫәптән урыҫтарҙы) татар-монгол ябырылыуынан ул саҡтағы Башҡортостан ҡалҡаны ҡурсалап ҡалған, шул арҡала татар-монголдар стратегик ниәттәренә фәҡәт бик урау юлдан — Урта Азия һәм Төньяҡ Ҡафҡаз аша ундағы ҡәүемдәр менән һуғыша-һуғыша көстәрен бик ныҡ кәметеп, тиҫтәләгән йылдарҙан һуң ғына ирешә алғандар — унда ла тулыһынса түгел. Бына ошоно урыҫ тарихсыларына ла танырға ваҡыт.

Бөтөн ҡитғаны баҫып алырға илһамланған Сыңғыҙ-хан шул Көнбайышты яулау менән бер үк осорҙа көнсығышҡа ла ҡул һуҙа, шул йәһәттән 1214 йылда Муйтән//Мухалиҙы сәрғәскәр (ғәскәр башлығы) итеп ҡуйып, урынына Юғары Хөкөмдарлыҡҡа үҙенең аҫырау улы татар Шығай-Ҡотағаны билдәләй. Ә сәрғәскәр вазифаһындағы Муйтән//Мухали 1214 — 1217 йылдар һуҙымындағы өҙлөкһөҙ һуғыштарҙа Төньяҡ Ҡытайҙы яулап ала ла, әйтеп үтеүебеҙсә, Сыңғыҙ-хандың шундағы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә (Татаро-монголы в Азии и Европе. «Наука», М., 1977; 38, 66 — 69-ынсы биттәр; Алтан Тобчи, 38-енсе бит). Күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн Муйтән//Мухали Сыңғыҙ-хандан дәүләттең иң юғарылыҡлы (ҡытай терминлы) гоа (сибәр, гүзәл), гуи-онг (дәүләт мырҙаһы), чингизанг (Сыңғыҙҙың премьер-министры), тайши (бөйөк остаз) тигән титулдарын ала, Сыңғыҙ-хандың иң ышаныслы туғыҙ «өрлөг»өнөң[38] иң ышаныслыһы була (Алтан Тобчи; 39, 363-өнсө биттәр).

Бөйөк Муйтән//Мухали бабабыҙҙың да йәшәү йылдарын асыҡларлыҡ мәғлүмәттәр күренә ҡытайҙар тәүәрихендә. Әйтәйек, бер урында «Мухали 1223 йылда 54 йәшендә вафат» тип яҙылған, ләкин был «вафат» тигәне дөрөҫ түгел. Сөнки тап шул 1223 йылда татар-монгол ғәскәрҙәре Аҙау диңгеҙе яҡаһындағы Ҡалҡа йылғаһы буйында берләшкән урыҫ-ҡыпсаҡ ғәскәрҙәренең бик ныҡ ҡаршылығына осрай ҙа, әйтеп үтеүебеҙсә, Сыңғыҙ-хан үҙенә Ҡытайҙы яулап алып биргән данлы сәрғәскәре Муйтән//Мухалиҙы Төньяҡ Ҡытайҙан саҡыртып алып, шул Аҙау яғына көнбайыш фронтҡа ебәргән булырға тейеш, ә ҡытайҙар үҙҙәре яғында дәһшәтле Муйтән//Мухалиҙың юҡҡа сығыуын уның вафатына тиңләгәндәрҙер. Сөнки Муйтән//Мухали бабабыҙ Сыңғыҙ-хан үлеп күп йылдар үткәс тә иҫән — Мәңке-ҡаған тарафынан ул 1254 йылда Хубилай менән бергә империяның көнсығыш (Ҡытай) биләмәләренең хәлен тикшерергә инспектр итеп юлландырылған[39]. (Мэн-да бэй-лу; 132 — 134-енсе биттәр). Шулай ҙа тәүге мәғлүмәттең бер ҡиммәте әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур — 1223 йылда 54 йәшлек Муйтән//Мухали бабабыҙ 1169 йылда (1223 - 54=1169) донъяға килгән, тимәк! Ғүмеренең ахырын да фараз ҡылып беләбеҙ: татар-монголдарға ҡаршы баш күтәргән Бөйөк Башҡортостандың 35 йыл буйына һуҙылған ҡораллы көрәшенә йә — йәшерен, йә — асыҡтан-асыҡ етәкселек итеп, татар-монголдар тарафынан 1255 йылда 86 йәшендә хәҙерге Ирандың Мазендеран өлкәһендә ҡулға алынып юҡ ителгән. («Ағиҙел» журналының 1999/12 һаны; 126, 133-өнсө биттәр).

Инде кире артҡараҡ сигенәйек.

 

 

Date: 2015-07-23; view: 367; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию