Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Сыңғыҙ-хан бабам менән Муйтән-бей бабам





 

Тарих тойғоло һәм белемле һирәк-һаяҡ әҙиптәребеҙҙең береһе Аҫылғужа Баһуманов сәйерһенеберәк яҙҙы бер заман:

«Актерҙар йорто. Яҙыусыларҙың дөйөм йыйылышы. Тарих һәм тарихи темаға әҙәбиәт тураһында һөйләшәбеҙ. Ғәҙәттәгесә, президиум ултыра. Мин сығыш яһарға иң алдан яҙылһам да, һүҙ бирмәйҙәр әле, сөнки Президент Рәхимов һәм уға эйәргәндәр әҙәп өсөн ултырып китергә тейеш. Улар һәм телевидение киткәс кенә тейә миңә сығыш яһау бәхете.

Бына трибунаға Йыһат ағай Солтанов менде. Сығышының аҙағында, ярһып китеп, һалмаһынмы хәбәрҙе: «Сыңғыҙ-хан башҡорт булған!»

Тәгәрәп ятып көлдө зал. Айырыуса Тамара Ғәниева рәхәтләнде — шаңғыраны ғына. Мыҫҡыллы көлөүҙәрҙән Йыһат ағай ҡаушабыраҡ ҡалды, сығышын тоҡос ҡына бөтөрөп, трибунанан төшөп китте. Һүҙҙе Ғәлим Хисамовҡа бирҙеләр, шунан һуң ғына сират тейҙе миңә. Микрофонды ситкәрәк эттем дә былай ҙа көслө тауышыма ғәйрәт индереп әйттем:

— Йыһат Солтановтың сығышын ниңә көлкөгә һабыштырҙығыҙ әле? Аң-тоңдо белмәйенсә! Тарихты белмәгән көйөгөҙгә!» («Ағиҙел» журналының 1999/6 һаны, 176-нсы бит).

Хаҡ һүҙҙәр. Белмәгәндең беләге тыныс — белгәндәрҙе тинтәккә һанап, йығылып ятып һәм шаңғыртып көлөүе лә ап-анһат бит ул үҙенең рухи наҙанлығын «йән сәләмәтлеге» итеп һанаусы меҫкен миңрәүйәндәргә. «Белмәү ғәйеп түгел, белергә тырышмау ғәйеп», — тигән ата-баба һүҙен һанламай, «шаңғыратабыҙ» ғына шул...

Ләкин ошо «сәйер» әҙәм Йыһат Солтанов өсөн ысынлап та кемдәр һуң улар — Сыңғыҙ-хан менән Муйтән-бей?..

Ауылым, ырыуым, нәҫелем тәүәрихенә, шәжәрәмә туранан-тура бәйле булғанлыҡтан һәм дә ошо хикәйәтемдең артабанғы ағылышы ла уларһыҙ һәм уларҙың тоҡомдарыһыҙ була алмағанлыҡтан, минең ҡанымда ҡандары ҡайнаған алыҫыраҡ шул ике бабам тураһында бер килке мәғлүмәт бирмәйенсә булмайҙыр.

1155 йылда боронғо Башҡортостаныбыҙҙың Һаҡмар (Саҡмар) һәм Таналыҡ йылғалары аралығында «Бурхан тау»ға яҡын ерҙә шул «Бурхан» — Бөрйән ырыуы башҡорто Темәсйән (аҙаҡ Сыңғыҙ-хан) бабабыҙ донъяға килә. 1240 йылда (Сыңғыҙ-хан үлгәндән һуң 13 йыл үткәс) башҡорт сәсәне тарафынан ҡытай иероглифтары ҡулланып яҙылған һәм һуңынан монголсалатып уҡылған (уны башҡортсалатып та уҡырға булыр ине!) һәм хәҙер «Йәшерен хикәйәт» тип йөрөтөлгән тәүәрихтә Бөрйән ырыуы — Борчжигин, бабабыҙ Темәсйән — Темучжин тип, Һаҡмар (Әсәк-мәр йәғни Әсә-һыу) йылғабыҙ — Онон (Ана-йылға) тип бәйән ҡылына. (С.А. Козин. Сокровенное сказание. М. — Л., 1941. Был «Йәшерен хикәйәт»те артабан Й.Х. тип кенә бирәбеҙ). Бер үк йылғаның ике төрлө аталышының сере ул һүҙҙәрҙең мәғәнәһе аша сиселә: Саҡмар — Әсәк-мәр («Әсә-йылға») һәм Онон//Анан — «Ананың (инәнең йәғни шул уҡ әсәнең) һыуы». Күренеүенсә, Әсәк//Анан — икеһе бер мәғәнәлә (борон заман Һаҡмар һыуын «Анан» тип тә исемләгәндәр, тимәк). Ә Таналыҡ йылғаһының исемен ул ҡомартҡыла шул көйөнсә — «Теңелик» тип яҙғандар. Ундағы боронғо «Бурхан» тау — хәҙерге Бүребай ҡасабаһы эргәһендәге тау икәнлеге шәйләнә: «Бүре-хан»ды «Бүре-бай» тип кенә яңылатҡанбыҙ...

Билдәле булыуынса, Темәсйәндең атаһы Иҫәкәйҙең вафатынан һуң, беренсе ҡатынынан — дүрт ул һәм бер ҡыҙ, икенсеһенән ике ул ҡалып, улар янына Темәсйәндең йән туғаны (побратимый) Йәмуха (Джамуха) ла өҫтәлеп, тол ҡалмыш Ай-Луна-әсәй (Оэлун-учжин) шул ете малайы менән бергә үҙҙәренә ҡан-ҡәрҙәш һалйыуыттар йәйләүендә ҡағылып-һуғылып, аслы-туҡлы көн күрә. Ағалы-энеле ете малай сикһеҙ интегә бында. Һалйыуыт ҡәрҙәштәренең ситләтеүе шул тиклем дә аяуһыҙ була ки, бер көн иртән Тарғытай Кирелтуҡ менән Төҙөгән Кәртә исемле түрәләр башлығындағы һалйыуыттар яңы йәйләүгә күскән саҡта Иҫәкәйҙең ырыуы бөрйәндәрҙе лә үҙҙәре менән бергә алып китһәләр ҙә, Ай-Луна-әсәне кескәй балалары менән, малһыҙ-ниһеҙ, таянысһыҙ килеш, ошо Башҡортостандағы иҫке йәйләүҙә торғоҙоп ҡалдыралар.

«Ай-Луна-әсә тыумышынан аҡыллы ҡатын ине, — тип әйтелә Й.Х.-ла. — Үҙенең бәләкәй балаларын тәрбиәләп, тол ҡатындың әрһеҙ кәпәсен башына кейеп, күлдәк итәген билбауы аҫтына күтәрә ҡыҫтырып, Һаҡмар (Онон) йылғаһы буйын үрле-түбәнле ҡыҙырҙы, ҡырағай алма, муйыл емештәрен бөртөкләп йыйып, көнө-төнө балаларын туйындырҙы. Тыумышынан уҡ ҡыйыу һәм изгелекле әсә, хоҙай рәхмәтендәге изге балаларын ҡәҙерләп, йүкә ҡурысынан үргән ҡуҙы-тубалын беләгенә элеп ялан ҡыҙырҙы, сарана//һарана (судуна[30]) тамыры ҡаҙып, кесерткән (кичигин) йыйып туйҙырҙы тамаҡтарын.

Әсәнең муйыл да һуған ашатып үҫтергән балалары хан дәрәжәһенә ирешерлек булып етеште. Хыянатһыҙ әсәнең үлән тамырҙары ашатып үҫтергән балалары ғәҙеллекле, аҡыллы булып сыҡтылар.

Гүзәл әсәй сарана-әсәк//саранәсәк (сарымсаҡ[31]//һарымһаҡ) ашатып үҫтергән кемһәләр — батыр улдар булдылар, Юғары дәрәжәләргә ирешкән дәүләт эшмәкәрҙәре булдылар»... (Й.Х., параграф 75).

Темәсйәндең (буласаҡ Сыңғыҙ-хандың) балалыҡ һәм үҫмер йылдары башҡорт халыҡ ижадында ла (Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. Бишенсе китап. Өфө — 1983, № 181; артабан бирелә: Б.Х.И.), һәм шулай уҡ монголдарҙыҡы тип һаналған баяғы «Йәшерен хикәйәт» (Й.Х., 1, 28, 63, 74, 75, 76, 77, 82, 105, 110, 111-енсе параграфтар) тәүәрихендә лә бер үк төрлө тасуирлана. Икеһен дә йәнәшәләп-сағыштырып ҡарайыҡ:

Б.Х.И. Бер бабайҙың булған, ти, ете улы.

Й.Х. Иҫәкәйҙең ете улы.

Б.Х.И. Малайҙар балыҡ ҡармаҡлап, һунарға йөрөп тамаҡ туйҙыралар.

Й.Х. Малайҙар балыҡ ҡармаҡлап, ҡош аулап тамаҡ туйҙыралар.

Б.Х.И. «Арала берәү була бит инде. Быларҙың да эштәре гел көйлө бармаған. Бер ағай гел генә туғандарынан ситләшеп, башҡалар һүҙенә ҡолаҡ һалмай, үҙһүҙләнер булған... Яңғыҙы ярты яҡ тартып йөрөгәнгә, уға «Яңғыҙаҡ» тип исем ҡушҡандар, ти».

Й.Х. Темәсйән һәм башҡа туғандары араһында низағ тыуа, Темәсйән хатта Балағатай[32] тигән бер туғанын үлтереүгә тиклем барып етә. Ай-Луна-әсәй Темәсйәнде ҡәһәрләп, былай ти: «Ҡарынымдан яҡты донъяға усында ойошҡан ҡан йомарлап тыуыуы юҡҡа түгел икән шул»...

Б.Х.И. Малайының үҙһүҙлелегенә «бабай бик көйөнгән. Үлеп киткәнсе: «Берлектә — бәрәкәт, тарҡаулыҡта — һәләкәт», — тип ныҡыған булды, ти».

Й.Х. Боронғоларҙан килгән шул уҡ атай өгөт-нәсихәтен Ай-Луна-әсәй ҙә ныҡып ҡабатлай.

Б.Х.И. Яңғыҙаҡ, бер туғандары менән килешә алмай, «Көсөм бар, миңә нимәгә таяныс, — тип, ағай-энеләренән айырылып, тау, урмандар араһындағы бер аҡланға барып нигеҙ ҡорҙо, ти»...

Й.Х. Үҙ-ара низағлашып тарҡауланған туғандарҙы көтмәгәндә һалйыуыттар[33] (тайчжиуты) килеп баҫа, Темәсйән тау, урмандар артына ҡаса ла Туғын-Ындыр (Тэгунэ-Ундур) тигән ерҙә боҫоп, йәнен һаҡлап алып ҡала. (Лубсан Данзан. Алтан Тобчи. М., 1973; 76-нсы бит. Артабан: Алтан Тобчи). Бик мөһим мәғлүмәт: Туғын//Туҡан — тәгәрмәсҡалабыҙ Арҡайым емеректәре ырҙынланып ятҡан, тәгәрмәс туғынына оҡшаған урын был! Бик мөһим булғанға күрә лә Үҫәргән батшалар шәжәрәһендә Темәсйән бабабыҙ шул Туҡан-Арҡайым исеме менән «Туҡан-хан» тип теркәлгән. (СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы китапханаһы. РБ — 2279. Үҫәргән тәүәрихе, 39-ынсы бит. Артабан: «Үҫәргән тәүәрихе»). Ләкин бер көн килеп уны, Темәсйәнде, һалйыуыттар әсир итәләр, муйынына ағас боғалаҡ һалып, Һаҡмар (Онон) буйына алып ҡайтып китәләр. Әсирлектән һәм үлемдән уны Үҫәргән-Сура (Соргон-Шира) — йәғни Үҫәргән ырыуынан Сура тигән кеше ҡотҡара.

Б.Х.И. «Шулай йәшәп ятҡанда, тирә-яҡты шом баҫҡан: уның яңғыҙ йәшәүен ҡараҡтар һиҙеп ҡалған. Тәүҙә бер өйөр башы йылҡы юғалған. Шунан икенсе өйөрҙөң айғыры үрештән ҡайтмаған»...

Алтан Тобчи, 79-ынсы бит: «Ҡараҡтар килеп», Темәсйәндең һигеҙ ҡола атын урлап китәләр.

Б.Х.И. «Шулай аңҡы-тиңке килеп йөрөгән арала ҡараҡтар төнөн килеп, бының... ҡатынын да тартып алғандар... Өс ҡараҡ Яңғыҙаҡты бер мөйөшкә ҡыҫырыҡлай башланы, ти... Яңғыҙаҡ үҙе ҡара урманға ҡасып, йәнен саҡ ҡотҡарып алып ҡалған». Ә ҡатынын урлап алып китәләр.

Й.Х. Таҡта-хан етәкселегендәге Мәркет хәрби берләшмәһенең өс бейе, йәғни Мәркет ырыуынан Таҡта, Убасы-Мәркет (Өфөсө-Мәркет) ырыуынан Дәү-ир-Үҫен (Үҫен — Үҫәргән ырыуының көнсығыш тармағы), Ҡатай ырыуынан Тармалы, ғәскәр менән Темәсйән йортон килеп баҫалар. Темәсйән йәшеренгән Бүребай (Бурхан) тауын өс тапҡыр ҡамаһалар ҙа, Темәсйәнде тота алмай, уның ҡатыны Бүртәне урлап алып китәләр. «Алтан Тобчи» (84-енсе бит) был урынды беҙ белгән хәҙерге Бүребай (Бурхан) тауы эргәһендәге Таналыҡ (Түңәлек) йылғаһы буйында, тип билдәләй.

Б.Х.И. Яңғыҙаҡ, үҙенең алты ағай-энеһе менән берләшеп, ҡатынын урлаған өс ҡараҡтың йорт-ерен барып баҫа ла уларҙы ҡырып ташлай һәм ҡатынын әсирлектән ҡотҡарып алып ҡайта.

Й.Х. Темәсйән, кирәйҙәр (кереит) ханы Туғрил (кирәйҙәр — хәҙерге башҡорт ырыуы гәрәйҙәрҙең боронғо бабалары) һәм йән дуҫы Йәмуха менән берләшеп, Мәркет ылыҫын (улусын) барып баҫа ла һәммәһен тар-мар ҡыла, ҡатыны Бүртәне әсирлектән ҡотҡарып алып ҡайта...

Башҡорттоң «Бөрйәндәр хан замандарында» тигән риүәйәтендә лә Сыңғыҙ-хан тураһында тап «Йәшерен хикәйәт»тәгесә бәйән ҡылына. (Б.Х.И. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө — 1980; 155-енсе бит).

Буласаҡ бөйөк Сыңғыҙ-хандың бала сағына һәм йәшлегенә бәйле ваҡиғаларҙың тап Башҡортостан тупрағында булғанлығын, уның, әсәһенең һәм яҡындарының тап башҡорт икәнлектәрен тәрән йөкмәткеле һәм бай мәғлүмәтле Ирәкте башҡорттары шәжәрәһендә лә күрәбеҙ (урыҫсаға тәржемәһенән алынды):

«В старых шеджере предков нашего рода, которые были у меня в руках, башкира Ирякте, насколько хватает моего разумения, я возвожу к разыскавшему Чингиз-хана и передавшего его матери Алан-гува-ханым Майкы-бию по прозвищу Уйшун (Задумчивый)...

Выше я уже написал, что имевший прозвище Задумчивый Майкы-бий по приказу матери Чингиз-хана разыскал его. Из старых шеджере видно, что когда Чингиз-хан понял, что старшие братья завидуют ему настолько, что собираются убить его, он покинул свою землю и бежал. Мать Чингиз-хана направила на его поиски посыльных, одним из которых становится Майкы-бий»... (Башкирские родословные. Выпуск первый: издание на русском языке. 2002, Уфа — «Китап», с. 391 — 392, № 27).

Инде бөйөк бабаларымдың икенсе береһенә — Сыңғыҙ-хандың уң ҡулы һәм беренсе таянысы, ышаныслы урынбаҫары, бөйөк дәүләтенең алтын өрлөгө, Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге алтын ҡулса — Туҡсаба улы Муйтән-бейгә күсәйек.

Темәсйән, баяғыса, Иртыштың көнсығыш яғында Мәркет хәрби берләшмәһен тамам ҡыйратҡас, даны бөтә тирә-яҡҡа таралып, башҡорт һәм монгол ырыуҙары күпләп уға килеп баш эйә, урҙаһына кереп берләшә башлай. Әйтеп үтеүебеҙсә, 1240 йылда уҡ ҡытай иероглифтары менән яҙылып, аҙаҡ монголсалата боҙоп уҡылған был Сыңғыҙ-ханға ҡушылыусы ырыу һәм исемдәр араһында ҡайһы бер башҡорт бабаларын көсәнмәй танып була, мәҫәлән, былай тип әйтелә унда: килделәр Тарғыттан — Ҡаҙаған-Талтар-хан үҙенең биш ҡустыһы менән. Меңетәй-Ҡиян улы Уңғар — үҙенең Һалйыуыт һәм Баяуыт ырыуҙары менән. Барлас (Барулас) ҡәбиләһенән — Ҡубилай-Ҡотос үҙенең ҡустылары менән. (Барлас — хәҙерге Һалйыуыт ырыуы башҡорттарының бер араһының ораны. — А. Камалов, Ф. Камалова. Атайсал. Өфө — «Китап» — 2001; 408 — 409-ынсы биттәр. Әйткәндәй, донъяға билдәле йыһангир Аҡһаҡ Тимер ҙә шул Һалйыуыттың Барлас араһынан булған). Маңҡот ҡәбиләһенән — бер туған Етәй менән Туҡылҡы-Сәрби. Уран (Урянхан) ҡәбиләһенән бүленеп, ағаһы Елмә эргәһенә уның кесе бер туғаны Сабырхан-Сүбәҙәй-Батыр килде. Башҡорт (Бесуд) ҡәбиләһенән бер туған Даға һәм Көсөкөр килде. Шулай уҡ һалйыуыттарға ҡараған Сулдус ҡәбиләһе кешеләре, ә атап әйткәндә, Елгетай-Тәкә үҙенең ҡустылары менән килде... Шулай уҡ бер ауыл барындар килде: Ҡорсо-Өсән ҡартлас һәм Күке-Сос үҙенең Менән-Барын кешеләре менән...

Был урында беҙҙе ҡыҙыҡһындырғаны — тағы ла бер ырыу исеме булыр — былай тип дауамлана унда: Йылайырҙың Туҡран араһынан килде — өс бер туған туҡрандар: Хажийән-Туҡран, Ҡараҡай-Туҡран һәм Ҡаралтай-Туҡран... Йәнә лә Йылайырҙан — Сөсө-Тамаҡ һәм Арҡай-Ҡасар-Бала үҙенең уландары менән... (Й.Х., параграф 120). Һуңғылары артабан Темәсйәнгә хыянат ҡылып, уның ҡан дошмандары татарҙар яғына сығып киткәс, татарҙарҙы ҡырған яуҙа Темәсйәнгә әсир төшөп, язалап үлтереләләр.

Ләкин ниндәй ырыу һуң ул Йылайыр ырыуы? — тигән һорауға: «Үҫәргән ул», — тип аныҡ яуап бирәбеҙ.

«Р» менән «л»-дың алмашынып йөрөүен иҫәпкә алһаҡ, бер үк һүҙҙең ике төрлө яҙылышын күрәбеҙ: Үҫәргән//Үҫәлгән. Был ҡушма һүҙ түбәндәге тамырҙарға тарҡала:

Әс-ал-аҡ-ан — әсәлҡан//әсәргән (Үҫәргән). Һәм:

Әс-ал-аҡ-ир — салаҡир//жалайир (Йылайыр).

Күрәһегеҙ: ике термин бер-береһенән аҙаҡтағы «ан» (ана йәғни ҡатын кеше) һәм «ир» (ир йәғни ата кеше) өлөштәре менән генә айырыла, йәғни икеһе бер үк термин, тик беренсеһе, урыҫса әйткәндә, — женского рода, икенсеһе — мужского рода. Ҡалған өлөштәрҙең мәғәнәләре: әс — әсә йәки һыу-һөт; ал-аҡ — ал-аҡ төҫтәге Көн (ҡояш). Тимәк, мифтарыбыҙға бәйле, терминдар артындағыларҙың икеһе лә — Әсә-Көн кешеләре йәғни Шүлгән-башбаба тоҡомдары үҫәргәндәр. Сөнки:

Әсә-ал-Көн//Әсәлҡан (Үҫәргән) — Сәлгән//Шүлгән. Ә Дәү Хоҙайыбыҙ тарафынан Донъя-Ғаләм-Тереклек яратылыуы тураһындағы миф буйынса, күктә йөҙөп йөрөгән Көн (ҡояш) — Шүлгән-башбабаның үлеп тарҡалып һыу-һауаға әүерелмеш «кәүҙә»һенән айырылған һәм ергә йәшәү сатҡылары һибеп янған мәңге үлемһеҙ «баш»ы ул. Шул уҡ ваҡытта Ай — Урал-башбабаның шундай уҡ «баш»ы...

Ҡыҫҡаһы, «Йылайыр ырыуы» тигәндәре — Үҫәргән ырыуы икән. Бөгөнгәсә Йылайыр йылғаһының Үҫәргән ере үҙәгендә булыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй.

Иртыш йылғаһының көнсығыш яғындағы Көньяҡ Себер далаларында кинәт көсәйеп алған, шундағы бөтә ҡәүемдәрҙе үҙ тирәһенә туплап, үҙ илен ҡора башлаған ҡан-ҡәрҙәше Темәсйәнгә ҡарата Бөйөк Башҡортостан көнәсе (йәки көләре) Туҡсаба Ҡаҙансы улының мөнәсәбәте ҡайһылай булған һуң?

Быны асыҡларҙан элек, Бөйөк Башҡортостандағы Үҫәргән батшалар шәжәрәһе вәкилдәренең ул заман батшалыҡ дәрәжәһе атамаларын (титулдарын) аңлатыбыраҡ бирәйек.

Сал Афина һәм Рим ҡалаларынан да салыраҡ баш ҡалабыҙ Көн-Өфө (хәҙерге Өфө) алтын тәхетендә Бөйөк Башҡортостан менән идара итеүсенең дәрәжә атамаһы — көнәс йәки көләр. Был «Көн-әс» (Ҡояш-әсә) — ҡарыһүҙ (миф) буйынса Үҫәргән тәүырыуының башбабаһы Шүлгән-әсәнең Ҡояш булып әүерелмеш үлемһеҙ башына ишара, шунан хасил булалыр көн (көн-би) — ҡан (хан) титулдары. Бөйөк Башҡортостандың (урта быуат көнбайыш сәйәхәтселәре ватаныбыҙҙы «Һунгария майор» — «Бөйөк Бүре-ирҙәрҙең өйө» тип юҡҡа ғына атамаған: бында һуна//шуна//суна — «бүре» тигән һүҙ) тәхет эйәһе — Көн-әсәнең ерҙә әҙәми ҡиәфәттәге кәүҙәләнеше, тимәк. Шул «көнәс(ә)»нән яһалған да инде көнәс//кенәз титулы; мәҫәлән, шәжәрәбеҙҙәге кенәз Бикбау Тәтегәс улы һәм Рәсәй батша Сенаты указындағы «кенәздәр тоҡомо тархан Боҫҡон Даянов» (минең атам яғынан да, әсәм яғынан да яҡын бабаларымдың береһе). «Көләр» (көл-әр) титулы иһә шул уҡ «көн» («көл» дә шул уҡ «көн»: «көләс-ҡояш» тибеҙ) һәм ул, тәүге вариантынан айырмалы булараҡ, уға «ир» (әр) өлөшө ҡушылыуҙан хасил; был иһә әсә заты Көндөң ир (ата) затына — Айға әүерелеүен күрһәтә (Ай — Башҡорт тәүырыуының башбабаһы Урал-атаның үлемһеҙ башы, имеш). Фарсы тәүсығанаҡтарында ул осор Бөйөк Башҡортостан батшаһының «көләр» титулы менән аталышы — бөтә ырыуҙарыбыҙҙың «берәгәй хоҙай» Уралға табыныуҙарын (Сураш-Тора — Зороастр дине) һәм дөйөм «башҡорт» исеме аҫтында йөрөүҙәрен күрһәтә. Шуға бәйле рәүештә, Бүре-әсән//Бөржән ырыуы башҡорто Сыңғыҙ-хандың байрағы аҡ — Асман (Әсәм-анам) йәғни күктәге яҡтылыҡ төҫөндә булһа, Бөйөк Башҡортостан көләре (батшаһы) улының, йәғни Туҡсаба улы Муйтән//Мухали мырҙаның шундай уҡ төҫтәге байрағының уртаһында ҡара ер төҫөндәге Ай һүрәтләнер булған. (Мэн-да бэй-лу. М., 1975; 187-нсе бит).

Көнәс (кенәз) улының мырҙа (принц) титулына килгәндә, ул Бүре-әсә — бүрҙә — мырҙа рәүешле хасил булған. Бүре-әсә — күктәге Көн-әсәнең (ҡояштың) ерҙәге кәүҙәләнеше, ә Үҫәргән ырыуының башбабаһы Шүлгәнде иһә Бүре-әсә имеҙеп үҫтергән. Көнәс//кенәз балаларының иң өлкәне алтын тәхеттә атаһын алмаштырған һәм көнәс//кенәз титулын алған. Башҡа мырҙалары көнәс//кенәзгә бойондороҡло ырыуҙар берләшмәһенә (иләүенә йәки иленә) солтан итеп тәғәйенләнгән («солтан» — сүл-атан йәғни ҡояштан нур алыусы Ай, тигән һүҙ), йә иһә шулар уҡ ырыуҙарҙың башлыҡтары — бәк//бей//бай итеп беркетелгән...

 

 

Date: 2015-07-23; view: 457; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию