Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Йырҙар. Риүәйәттәр





Фольклор әҫәренең бер төрө булыу яғынан йыр. Көй­ҙәрҙең характерына ҡарап, башҡорт халыҡ йырҙарының икегә бүленеүе. Оҙон йырҙар һәм ҡыҫҡа йырҙар. Темаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың бер нисә төркөмгә бү­ленеүе.

Тарихи ваҡиғалар, хәрби поход, һуғыш тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Урал», «Эскадрон», «Йәйләүлек», «Азамат», «Салауат телмәре», «Салауат», «Икенсе әрме» риүәйәте, «Любизар», «Әхмәт Байыҡ», «Ҡаһым түрә».

Баструкка йәки һөргөнгә ебәрелгән кешеләр тураһын­дағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Буранбай» риүәйәте, «Бу­ранбай» йыры, «Бейеш» риүәйәте, «Бейеш» йыры.

Түрәләр тураһындағы йырҙар. Власть кешеләренән зар­ланыу, уларға нәфрәт белдереү йырҙары: «Ҡолой кантон», «Абдулла ахун», «Ҡаһарман кантон», «Тәфтиләү».

Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, тәбиғәт тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Зөлхизә», «Ғилмияза», «Таштуғай» риүәйәте. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының хоҡуҡһыҙ хәлен, фажиғәле яҙмышын, иҫке ырыу йолаларын күрһәтеү. Легендала кәү­ҙәләнгән образдар. Легенданың художество көсө, поэтик үҙенсәлектәре, теле.

Әҙәбиәт теорияһы. Риүәйәт һәм легендалар ту­раһында төшөнсә. Йыр тураһында төшөнсә.

Ғ. Хөсәйенов. «Ҡурай».

Сеңләүҙәр.

Сеңләүҙәрҙең туй йолаһы менән бәйләнгән булыуы, уларҙа элекке башҡорт ҡатын-ҡыҙының ауыр яҙмышы, хоҡуҡһыҙ хәле һәм ризаһыҙлығы сағылышы. Ижтимағи шарттар үҙгәреү менән бергә сеңләү жанрының да бөтөүе. Үткән тормоштоң ҡомартҡыһы булыу яғынан сеңләүҙәр­ҙең әһәмиәте.

«Ерәнсә сәсән» әкиәте.

Әкиәттең йөкмәткеһе, Ерәнсә сәсән образы.

 

Композитор Хөсәйен Әхмәтов.

С. Юлаев. «Тыуған илем», «Уралым».

Салауат Юлаевтың биографияһы. Салауаттың 1773 — 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында башҡорт хал­ҡының батыр юлбашсыһы, Пугачевтың яҡын ярҙамсыһы булыуы. Башҡорт халҡы менән рус халҡы араһындағы дуҫлыҡты нығытыуҙа Салауаттың тотҡан урыны.

Салауат — шағир-импровизатор. «Тыуған илем», «Ура­лым» шиғырҙарында Тыуған ил матурлығын данлау, Тыу­ған илгә мөхәббәт хисенең сағылышы.

Әҙәбиәт теорияһы. Импровизация һәм импрови­затор тураһында төшөнсә. Поэтик телдәге һүрәтләү сара­ларын (сағыштырыуҙар, эпитеттарҙы) ҡабатлау. Метафо­ра тураһында төшөнсә.

В.Зефиров. «Йәнтүрә» хикәйәһе.

Хикәйәнең В. Зефиров тарафынан яҙып алыныуы. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ҡатын-ҡыҙының ҡатнашыуын күрһәтеү. Йәнтүрә, Аҫылбикә образдары. Уларҙың ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, һуғышта үҙ-үҙеңде аямау сифаттары.

Сәнғәт. «Салауат Юлаев» кинокартинаһы хаҡында әңгәмә; А. Кузнеңовтың «Салауаттан яуап алыу» карти­наһы.

М. Аҡмулла. «Нәфсе», «Бәхет», «Аттың ниһен маҡтай­һың?», «Өлгөр һүҙ», «Яҙ», «Көҙ».

Аҡмулланың биографияһы. Шиғырҙарҙа сағылдырыл­ған осор, тәбиғат күренештәре; мораль-этик проблемалар.

М. Ғафури. «Үҙем һәм халҡым», «Мин ҡайҙа?», «Гөл­дәр баҡсаһында».

Яҙыусының ҡыҫҡаса биографияһы. Шиғырҙарҙа хеҙ­мәткә дан йырлау, хеҙмәт кешеләренең генә маҡтауға ла­йыҡлы булыуын күрһәтеү. Шиғырҙарҙың тәрбиәүи әһә­миәте.

Әҙәбиәт теорияһы. Шиғыр төҙөлөшө тураһын­дағы төшөнсәне (строфа, ритм, рифма) ҡабатлау, тәрәнәй­теү. Лирик һәм эпик әҫәрҙәр тураһында төшөнсә

Ш. Бабич. “Салауат батыр”, “Зәки-Башҡортостан терәге”, “Ҡурайҡайға” шиғырҙары. Шәйехзада Бабичтың биографияһы. «Салауат батыр» шиғырында батырға хас сифаттарҙы данлау, ул ҡалдыр­ған аманатҡа тоғролоҡ идеяһын сағылдырыу. «Ҡурайҡайға» шиғырында ҡурай образы аша башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен, данлы тарихын, тәбиғәтен, моң-зарын тасуирлау.

Д. Юлтый. «Тимеркәй фәлсәфәһе».

Д. Юлтыйҙың ҡыҫҡаса биографияһы. «Тимеркәй фәл­сәфәһе» хикәйәһенең йөкмәткеһе. Әҫәрҙә ябай кешенең фа­жиғәле яҙмышын, эске донъяһын, уй - кисерештәрен сағыл­дырыу. Тимеркәй образы. Уның донъя тураһындағы уй- тойғоларын, һуғышҡа ҡаршы протесының үҫә барыуын кәүҙәләндереү. Сәми образы. Ауыл байы Ҡотлояр обра­зында кешелекһеҙлек һыҙаттарын күрһәтеү.

Date: 2016-02-19; view: 3804; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию