Главная Случайная страница


Полезное:

Как сделать разговор полезным и приятным Как сделать объемную звезду своими руками Как сделать то, что делать не хочется? Как сделать погремушку Как сделать так чтобы женщины сами знакомились с вами Как сделать идею коммерческой Как сделать хорошую растяжку ног? Как сделать наш разум здоровым? Как сделать, чтобы люди обманывали меньше Вопрос 4. Как сделать так, чтобы вас уважали и ценили? Как сделать лучше себе и другим людям Как сделать свидание интересным?


Категории:

АрхитектураАстрономияБиологияГеографияГеологияИнформатикаИскусствоИсторияКулинарияКультураМаркетингМатематикаМедицинаМенеджментОхрана трудаПравоПроизводствоПсихологияРелигияСоциологияСпортТехникаФизикаФилософияХимияЭкологияЭкономикаЭлектроника






Юк тигән һүҙемде йыуҙыҡ





Эйе, аҡыл һуң ултыра. Ә ҡартайған көнөңдә бөтөнләй ултыра. Ә өлкәнәйгән көнөңдә аҡыл нимәгә кәрәк булды ул? Балаларыңдың эсеп, тәмәке тартып, ғәиләһе менән тарҡалышып йөрөүҙәрен күреп ултырыуҙары үтә аяныслы. Бигерәк тә әсә кешегә. Ә һин балаларыңа аҡыл уҡытып ҡара әле? Кире яуабын үҙегеҙҙә белеп тораһығыҙ.

Шулай итеп баш осондағы күкле - йәшелле томандар таралғас башымды тотоп оҙаҡ ҡына итеп тышта уйланып ултырҙым. " Их "! - мин әйтәм. Аҡыл ултырып ҡына ҡалды шул. Былай булһа берәй ергә барып, эш боҙоп, күнелемде йыуатып ҡайтыр инем бит исмаһам...

Нижневартовск ҡалаһы. 2008 йыл.

П л а ф о н

Монолог

Беҙҙең йорт ике ҡатлы. Икенсе ҡатында Петровна йәшәй. Ә беренсеһендә ир менән ҡатын торалар. Һуңғыларының эштәре улай уҡ ҡабалан түгел. Күбеһе ыстакан буйынса.

Йә, ярай. Тик нисек итеп килеп сыҡты әле ул был хәл? Петровнаны әйтәм улай уҡ өлкән дә түгел, тик йыуанлығы бар. Булһын кемгә ҡамасаулай? Бесәйе бар. Мурка кухняһының форточкаһына менеп ултыра ла тышты күҙәтергә ярата икән. Күҙәтһен, кемгә ҡамасаулай? Тик хужабикә уны курсалап ул ерҙән гел ала икән.

Был юлы ла шулай итергә була. Ул ултырғысҡа баҫып бесәйенә ынтыла, уны ҡулын һуҙып алам тей. Тегенеһе ҡаршылаша. Быныһы ҡуймай. Тегенеһе бауылдай. Быныһы әрләшә. Тегенеһе хужабикәне аяғы менән этә.

Петровна туп итеп иҙәнгә килеп төшә. Ярай әле ултырғыстан ҡолап төшөүе ул ерунда, был мәрәкәнең дауамы бар.

Тап аҫҡы ҡаттағылар кухняла эсеп ултырған булғандар. Унда ике ҡатын һәм бер ир булған. Шул мәлдә " Домино " системаһы үҙ эшен эшләй. Түбәлә саҡ -саҡ эленеүле торған " Плафон " өҫтән килеп төшкән массаның ауырлығын күтәрә алмай тап хужаның ҡак башына төшә. Пләш ҡанарға тотона. Әҙәмдәр йүгерешә башлай. Береһе иҙәндән быяла валсыҡтарын йыйһа, икенсеһе ирен үлемән ҡотҡара. Ваннала пләш йыуыла. Шуныһын әйтергә кәрәк әшәке һүҙҙәр йыйынтығының сборнигы " Собрание - сочинение " һы тотош яттан әйтелде.

Ярай пләш йыуылыуын йыуыла, ул ерунда әле. Был мәрәкәнең дауамы бар.

Баштағы яраны ниңәлер ике ҡатын зелёнка менән һөртөргә ҡарар ҡабул итәләр. Зелёнка тиҙ табыла тик кисәгенән һуң һаулыҡтың насар булыуы сәбәпле ҡулдар ҡалтырап йәшел шыйыҡса ирҙең башына тотош ҡойола.

Шәке һүҙҙәргә килгәндә, мин шуны эйтер инем, кем - кем ә улар үҙҙәрен бер ҙә көттөртмәй. Был юлы ла шулай булда. Әйткәндәй исем - ҡылымдар, ҡайҙан килеп сыҡҡанын һәм ҡайҙарғ -а - а... илткәнен тамам ишетергә була ине.

Мдәр тағы йугерешә башлай. Береһе иҙәнгә түгелгән шыйыҡсаны һөртһә икенсеһе ирен үлемдән ҡотҡара. Пләш икенсегә йыуыла. Шуныһын әйтергә кәрәк ванна икенсегә әшәке һүҙҙәрҙең бөтә йыйынтығын баштан алып аҙағына тиклем тыңлай. Ярай пләш йыуылыуын йыуылды был мәрәкәнең дауамы бар.

Төнө буйы был өсәү кухняла шәм яҡтыһында " Һаулыҡ өсөн", " Тере ҡалған өсөн " тосстарын әүҙем генә күтәрә.

Date: 2016-02-19; view: 307; Нарушение авторских прав; Помощь в написании работы --> СЮДА...



mydocx.ru - 2015-2024 year. (0.006 sec.) Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав - Пожаловаться на публикацию